Һүҙ уйнатыу: Яҙыу. Гүзәл Ситдиҡова

Яҙыу
автор Гүзәл Ситдиҡова
«Һүҙ уйнатыу» циклынан. Ижад итеү ваҡыты: 2012.


Яҙыу



Көнө-төнө мин яҙҙым,
Тыныслығымдан яҙҙым:
Яҙҙым-яҙҙым, яҙҙым-яҙҙым,
Тағы ла яҙҙым-яҙҙым.
Һөйләп сығам бөртөкләп,
Төк йыйғандай бөртөкләп.
(Һәр йәнлектән бер төкләп-
Балаҫ сығыр бер төкләп).
Берҙән, мин инша яҙҙым,
Кисә һәм бөгөн яҙҙым.
Шунан инде май яҙҙым,
Шунан инде йөн яҙҙым.
Ҡулымда минең – яҙыу,
Бар эшем – яҙыу, яҙыу,
Туҡтауһыҙ бер һүҙҙе һөйләп
Мөмкин йоҡонан яҙыу.
Оҡшамай әллә яҙмам?
Йә, ярай…
Башҡаса улай яҙмам!




2012