Һәҙиә. Гүзәл Ситдиҡова

(поэма)


Ырғыҙ буйҡайҙары һай йәмле шул,
Ырғыҙ һыуҡайҙары, һай, түлле,
1905-тә яҙғы һыуҙан
Бәпес ҡайта, наҙға күмелеп.
Бүләк кенә инде зат - ырыуға,
Бигерәктәр нурлы ҡыҙ ғына,
Әсәкәйе төрөп аҡ биләүгә
Һөйөп-наҙлап ала ҡулына.
Ҡаш ҡынаһы айҙай ҡыйғас ҡына,
Күҙ теймәһен бер үк күҙенә
Бүләк инде, бүләк - Һәҙиәкәй,
Исемкәйе таман үҙенә
Күрәсәген һиҙеп, һынсыл инәй
Һиҙҙермәйсә һөртә йәштәрен:
Бик даланлы булыр, бик бәхетһеҙ,
Ауыр булыр тормош хәстәре.
Исеменә күрә-есеме тип,
Һөйөнөшә туған-тумаса,
...Яңы елдәр илгә бәреп кереп
Яҙмышына ҡыҙҙың юл аса.
Мөғәллимә!Ун биш йәштән генә
Апай тиҙәр уға ололар,
Ололоҡ бит йәштә түгел - эштә,
Алдан бара уның юлы ла.


- Ғөбәйҙулла, Мәскәүҙәрҙә уҡып
Донъя күрҙең, күпте беләһең,
Ни маҡсаттар менән йәшәйһең һин,
Сер булмаһа, әйтсе теләгең?!
- Һәҙиәкәй, беҙҙең алдыбыҙҙа
Тора шундай изге бурыстар:
Беҙгә кәрәк хәҙер асыҡ зиһен
Һәм ихтыяр көсө ҡоростай.
Мәктәп асып, белем биреү кәрәк,
Ағартырға ҡара халыҡты,
Һуғыштарҙан, аслыҡ-мохтажлыҡтан
Халҡыбыҙ бик шундай талыҡты!
Беҙгә кәрәк хәҙер врач, инженер,
Һәр бер фәндә кәрәк ғалимдар,
Йәштәребеҙ ҡыйыуыраҡ булып
Сит илдә лә белем алһындар.
Яҡшы яҡҡа үҙгәрер ул тормош,
Булып тормаҫ һаман гел яман
Икәүләшеп китаптар яҙайыҡ,
Тарихтарҙа ҡалһын был заман.
Урал өсөн күпме башын һалған,
Башҡорт йәне һаман ҡанһырай.
Беҙ лайыҡлы бәхетле тормошҡа,
Алдағыбыҙ булһын данлыраҡ!


Был ни ғиллә! Дошман тип танылған
Зыялылар китә күбәйеп!
Милләтсе тип мөһөр тағылырын
Көтмәгәндер инде Ғөбәйе.
Тимерғаҙыҡ булыр ир - егетәр
Йөҙәр-йөҙәр тотоп атылыр.
Һәҙиәгә хәҙер бер ҡушамат -
Ҡайҙа барһа - "дошман ҡатыны"
Төрмә...
Һалҡын төрмә,
Һалҡын ҡараш үткер бырауҙай,
Тик төрмәме һалып ҡуя ала
Талантына уның бығауҙар!
Ҡулың бәйле икән, уйың - бәйһеҙ,
Зиндандарҙа - милләт ҡаймағы,
Аң-белемле күпме зат ултырған
Күренеклеләрҙең аймағы.
Бындағылар - шәхес. Үҙе башҡа.
Сәйәсиҙәр. Күпте аңлайҙар.
Тар маңлайҙар хөкөм һөргән ерҙә
Ҡоршаулана яҫы маңлайҙар.
Ғөбәйенең әйткәндәре һәр саҡ
Сыңлап торған кеүек ҡолаҡта:
- Мин ғәйепһеҙ.
Күпме ғәйепһеҙҙәр
Ғүмерҙәрен һалды ГУЛагта.


Хөкөм ҡарарҙарын үтәп бөтөп
Ҡайтҡанына инде күп аҙна:
Ҡаҡса ғына ҡатын. Сирле үҙе.
Ә ҡулында - ҡалын ҡулъяҙма.
Нисә тупһа аша уҙҙы икән,
Нисә ишек ҡалды асылмай,
Гәзит-журнал уның өсөн ябыҡ...
Әҫәрҙәре ята баҫылмай.
Тура ҡарап уға ант итәләр:
- Апай, тиҙ үк, тиҙ үк күренер.
...Әллә күпме тоҙһоҙ нәмә сыға,
Тик "Ырғыҙ"ға етмәй урын-ер.
Хатта әүәл дуҫ тип йөрөгәндәр
Танымамыш уны булғандар.
Зат-зәүрәткә түгел, милләтенә
Бүләк булыр өсөн тыуған да...
Ә һин һаман ҡорос ихтыярлы,
Ә һин һаман китап яҙаһың,
Йөҙөң күреп ҡалтырашып төшкән
Түрәләрҙең боҙоп маҙаһын.
Һәҙиәкәй, һинең әҫәреңдең
Юлын быуған "ҡара исемлек",
Ғәҙелһеҙлек тигән был даръяла
Һинең өсөн, һылыу, кисеү юҡ!
Белдең микән, бындай исемлектәр
Тик заманы өсөн ҡөҙрәтле.
Һәҙиә тип алтын хәреф менән
Бер яҙырҙар - етер мөҙҙәте.


Туҫтағынан бөткәнсә һемергән
Яҙмышының әсе өлөшөн
...Урлап баҫһалар ҙа - донъя күргән
Һәҙиәнең аҡыл емеше.
Көтөп ала алмай киткән әрнеп
Милләтенең сабыр ир-ҡыҙы.
Өс йыл, бары өс йыл етмәй ҡалған
Баҫып сығарырға "Ырғыҙ"ын.
Һинең исем хәҙер - китаптарҙа,
Һинең исем хәҙер - әләмле,
Һинең исемең менән бүләк алып
Ғорурлана күпме ҡәләмле!
Һәҙиә тип, йәғни бүләк тиеп
Атаң - әсәң биргән исемең,
Һынмаҫ рухың һинең - үҙе фәһем,
Исемеңә торош есемең.
Нескә күңелеңдә - ниндәй ныҡлыҡ,
Ҡаһарманлыҡ - һынау килгәндә,
Талантыңа торош рух ҡеүәтең -
Бүләк тиҙәр аңлай белгәндәр.
Һөргөндә лә һынмай ғорур ҡалған
Салауатҡа тиң ул - ҺӘҘИӘ
Рух көмбәҙен беҙҙең яҡтыртыусы
Яҡты йондоҙ һин ул - ҺӘҘИӘ!


2014