Һөйләйемме һиңә ғәжәп тарих. Тамара Искәндәриә

Һөйләйемме һиңә ғәжәп тарих (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Һөйләйемме һиңә ғәжәп тарих


Һөйләйемме һиңә ғәжәп тарих
Бер бәләкәй тейен хаҡында?
Булған хәл ул, һис ҡатмарлы түгел,
Ә шулай ҙа етмәй аҡыл да...

Һуҡмағыма сыҡты кескәй тейен
Сабый һымаҡ миңә мөлдөрәп.
Наҙ һәм һөйөү тулы
Был ҡараштан
Һәр кем китер ине йәшәреп.

“Эй бәпесем!” – тиеп, устарымды
Тейен балаһына мин һуҙҙым.
Ярты ғына мәлдәр уҙҙы микән,
Мәңгелекме аша мин уҙҙым...

Селт йоммайса күҙен, тейенкәйем
Яурыныма менде үрмәләп.
Хайран ҡалған күңел түрҙәремдә
Күреп ҡалды яңы үр мәллә?

Абай булсы,
Ябай тойғоларға
Бәндәләрҙең беҙҙә бәғере тар…
Һоҡланып та һөйөп баҡты тейен:
“Был донъяла һин бар.
Мин дә бар”.