Һөйләш әле…Фирүзә Абдуллина.


Һөйләш әле… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 01.03.2014.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Һөйләш әле минең менән
Бер ултырып,
Күҙҙәремә ҡара әле
Бер тултырып.

Ғүмеребеҙ сабып-елеп
 Үтеп бара,
Күҙҙәремә бер тултырып
Һөйөп ҡара.

Аңлашырға беҙгә күптән
Һүҙ кәрәкмәй,
Йөрәгебеҙ бергә тибә
Бер йөрәктәй.

Ә шулай ҙа һөйләшәйек
Әле бөгөн,
Аҡтарайыҡ хәтирәнең
Тулы йөгөн.

Йән йылытҡыс һүҙҙәребеҙ
Күп ине бит,
Иҫкә төшөр шул һүҙҙәрҙе,
Йәнде ирет.

Һөйөп ҡара күҙҙәремә
Бер тултырып,
Һөйләшәйек әле бөгөн
Бер ултырып…