Һөйөүөмдөң һуңғы һулыштары…Фирүзә Абдуллина.


Һөйөүөмдөң һуңғы һулыштары… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 31.07.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


“Алданым да оттом,”- тиһеңдер ҙә,
Көлөмһөрәп мыйыҡ аҫтынан…
Өндәшмәйем. Беләм: “Көлә килә,
Ҡыуа килә,-тиҙәр,- артынан!

Үтә күреп һине өйрәнгәнмен,
Һин – быяла һауыт шикелле,
Сит-яттарҙы, бәлки, оторһоң да,
 Мине алдауҙарың икеле.

“Үәт исмаһам быны ултырттым!”- тип,
Маҡтайһыңдыр әле үҙеңде?
Намыҫҡайың әле ҡалған икән –
Йәшерәһең минән күҙеңде…

Арлы-бирле алдаҡ-йолдоҡтарға
Минең һөйөүөмдө алмашһаң,
Һин үкенмә ялған шырлығында
Берәй ҡасан үҙеңа аҙашһаң!

Мин әлегә түҙәм, түҙәм әле,
Һөйөүөмдөң туплап аҡтығын,
Һаҡлап алып ҡалып булмаҫмы, тип
Мөхәббәттең берәй ярсығын…

Кемгә хәжәт йыртыҡ-тишек һөйөү,
Ялғандарҙан бөткән тететлеп,
Иң аҙаҡҡа ҡалып үлә өмөт,
Ышанысым бөткән өтөлөп…

Һөйөүөмдөң һуңғы һулыштары…
Мин тормаҫмын алдап, шаяртып:
Киттем булыр – һине, алдағыңды
Сүп-сар кәрзиненә оҙатып!!!