Һөлөк(хикәйә). Тамара Ғәниева

Һөлөк ( хикәйә )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Һөлөк


 Минең Ғәтиә инәйем им-том, дауалау серҙәрен яҡшы белә. Ҡулынан килмәгән һөнәре юҡ уның. Үҙе әллә ни белемле лә түгел. Тәбиғәттән шулай зирәкме, әллә тәжрибә туплау, һынап ҡарау ысулы менән күп нәмәләргә төшөнгәнме, уныһы үҙенә генә билдәле. Әммә шуныһы хаҡ: ҡапыл бәләгә тарыған кешене лә, оҙаҡ өҙлөгөүле сир менән яфаланыусыларҙы ла һин дә мин һауыҡтыра ла ебәрә. «Бисмилла» әйтеп, эстән генә үҙе белгән доғаһын уҡып, быуыны сыҡҡандың быуынын ултырта, эсе имгәнгәндең эсен һылап урынлаштыра, нимәнәндер ҡурҡыуҙан ыҙаланғандарҙы ҡот ҡойоп шәбәйтә. Мин уның тамырҙары бүлтәйеп торған изгелекле ҡулдарына, олоғайһа ла нур ташламаған күҙҙәрендәге шәфҡәт ҡөҙрәтенә оҙаҡ-оҙаҡ ҡарап торғаным бар.
"Ҡайҙан белә икән инәйем бындай һөнәрҙе,— тип уйланам мин,— моғайын, киң күңелле, йомарт булыуы ҡулына им булып яғылалыр».
Ғәтиә инәйемдең бихисап дауа саралары араһында мине иң ҡыҙыҡтырған һәм бер аҙ аптыратҡан ысул бар.
Инәйем аяғы, биле, яурынбашы һыҙлауҙан интеккән кешеләргә һөлөк һала. Һөлөктө күргәнегеҙ бармы? Булмаһа, нисек тип әйтәйем икән?... Селәүсенгә оҡшаған...юҡ... Ҡарышлауыҡҡа... Улай тиһәң, селәүсен сыр яланғас, ҡарышлауыҡ йөнлө... Ә был яланғас та түгел кеүек, йөнө лә юҡ. Һәр хәлдә, бына ошо һөйрәлеүсенең, урталығында торғаныраҡ, күҙ күреүгә шөҡәтһеҙ, борғоланып торған йән эйәһе. Инәйем уларҙы ауыҙы марля
менән ябылған һыулы быяла һауытта аҫрай. Эй, борғолашалар, эй, һырғаланалар, әллә ҡалай, ҡарауы ла имәнес. Ә бит инәйем уларҙы яланғас ҡулы менән тотоп алып тәнгә ҡаҙалдыра. Тегеләр кешегә сат йәбешеп ҡан һурырға тотона, айырып та алып булмай. Туйғас, үҙҙәренән-үҙҙәре ҡубып төшәләр. Шунан банкаға кире төшөрөлөп, асыҡҡансы, шунда көн итәләр.
Бер саҡ шулай һөлөктәр әллә ниҙән үлеп бөтөп, күҙ терәп дауаланырға килеүселәр күбәйгәс, инәйем һаҙлыҡҡа «һунар»ға барырға ҡарар итте.
-Юлы алыҫ булмаһа, күптән бара инем дә мин унда, алыҫ шул, олоғайтты ла,— тип һөйләнде ул,— кеше өмөтләнеп килгәс, ярҙам итке килә.
-Мине лә ал, бер үҙеңә күңелһеҙ булыр,— тинем мин.
-Әйҙә һуң, улайһа.
Машина юлы булмағас, гел йәйәү атлайбыҙ. Инәйем, һикһән йәшлек әбей, бирешмәй. Әле бер ҡыҙыҡ, әле икенсе ҡыҙыҡ һөйләп елтелдәп килә. Юл ыңғайы дарыу үләндәре лә сүпләштерәбеҙ. «Ҡыш буйы сырхау менән көрәшербеҙ, алла бирһә»,— тип ҡыуана ул.
Бара торғас, былтыр өләсәйем менән, ҡурай еләге йыйырға барған һаҙлыҡтың көньяғынан урап, Ғәтиә инәй үҙе генә белгән тәңгәлгә килеп туҡталдыҡ. Алған ризыҡтарыбыҙ менән тамаҡланып, ял иттек. Инәйем кәлүшен, ойоғон сисеп, эшкә тотонорға әҙерләнде.
-Минең тәүәккәллек етмәй... Ҡарап ҡына торормон инде,— тип иҫкәртеп ҡуйҙым.
-Юҡсы, һиңә, әйҙә, тимәйем мин. Күҙең күреп торһа ла яраған. Көлөк һөҙөүгә таҫыллыҡ кәрәк ул. Бәлки, ваҡыт үтер, һин дә инәйең һөнәрен иҫеңә төшөрөрһөң.
Ул уңайын тура килтереп һаҙлыҡ уртаһынараҡ барып баҫты ла эшкә тотондо. Таяҡ менән шап та шоп Һыуға һуға. Байтаҡ ана шулай тауыш сығарып маташты ул. Ниһәйәт, йыбырлашып ҡына һөлөктәр ҙә пәйҙә була башланы. Һирәкләп, ҡабаланмай ғына йыйылалар. Тауыш ишетер һәләттәре бар икән дә! Инәйем уларҙы еүеш тупрағы менән ҡуша сепрәк тоҡҡа тултыра.
Оҙаҡ маташып, арып арманһыҙ булғас, ял итеп алдыҡ та, бары менән байрам, тип ҡайтып киттек. Йә инде, кешеләрҙе сәләмәтләндерәм тип, йөрөсө әле ошо йәшеңдә тип инәйемә һоҡланып ҡарайым.
— Һөлөктөң уның өс йөҙ теше булыр,— тип мәғлүмәт бирә-бирә табышын берәмләп банкаға тултыра инәйем, өйгә ҡайтҡас.—Асыҡһындар, асыҡһалар, ауыртҡан ергә тиҙ ҡаба улар. Тирене тешләп өҙөп, ҡан һурған арала тәбиғәттән алған дарыуын да ебәреп өлгөрә.
Мин бер аҙ сирҡана биреп ҡуям. Абау, ошо мәхлүктәр тәнеңә йәбешһен әле.
... Әле көн боҙолоп, аяҡ-ҡулдарым һыҙлауына сыҙамай киткән саҡтарым бар. Инәйемдең һөлөклө һаҙына имгәкләп барырҙай булам.

 


1993 йыл