Һөнәрлеләр күрһәтәләр һөнәрен(әкиәт). Ф.Фәтҡуллина

Һөнәрлеләр күрһәтәләр һөнәрен ( әкиәт )
автор Ф.Фәтҡуллина
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Һөнәрлеләр күрһәтәләр һөнәрен


 Һайыҫҡандың: «Һабантуй! Һабантуй!» — тип шыҡрыҡлағанын ишеткәс тә, бөтөн йәнлектәр ҙә
байрамға дәррәү әҙерләнә башланы. Йүгеректәр уҙышҡа, көслөләр көрәшкә дәртләнде. Береһенең дә ситтә тороп ҡалғыһы килмәне, Сөнки бөтә ер йөҙөндәге йәнлектәр йыйыласаҡ бит.
Бына көткән көн дә килеп етте. Аттар сабышына барғанлыҡтан, Аҡбуҙат йәнлектәр ярышына Ҡарағол аҡ исемле тоғро этен генә ебәрҙе.
Һабантуй буласаҡ ялан гөрләп тора. Һабантуй сәркәтибе — Төлкө иң тәүҙә йүгереүселәргә ярыш иғлан итте. Йыйылған йәнлектәр быш-быш килеште:
— Илек беренсе буласаҡ!
— Ҡара-ҡара, был Дөйәғошҡа ни булған? Ҡош түгелме һуң ул? Йүгерә торғас, осоп китһә...
— Уны әйтәһегеҙ, ҡыҫҡа бот Бурһыҡҡа ни етмәгән?
— Терпе лә әҙерләнгән түгелме? Әкиәттәге кеүек, беренсе урынды алырмын, ти, микән? Ха- ха-ха...
Ләкин бәхәсте Төлкөнөң тауышы бүлде. Ул көслөләрҙе көрәш майҙанына саҡырҙы. Ҡарағолаҡ та шунда ашыҡты.
Майҙанда ике айыу көрәшә ине инде. Башҡа йәнлектәр, баҙнат итмәй, ситтән генә күҙәтеп тора. Ахырҙа йәшерәк Айыу еңеп ҡуйҙы. Арыҫлан түҙмәне, һикереп алға сыҡты:
— Ашыҡма, Тайыш табан, минең менән дә алышып ҡара.
Арыҫлан етеҙ ине. Айыу бер-ике хәрәкәт тә яһап өлгөрмәне, арҡаһы менән ергә барып та төштө. Арыҫланға «Йәнлектәр батшаһы» тигән исем һәм бүләк бирелде.
Көрәш тамамланғас, Ҡарағолаҡ башҡалар менән бергә йүгереүселәрҙе ҡаршы алырға йүнәлде. Тик Маймыл менән Айыу балаһы ғына бейек ҡолға янында ҡалды. Ике тәмле тамаҡ ҡолға осонда эленеп торған бүләкте сәлдермәксе булды. Маймыл, һә тигәнсе менеп етеп, кәнфитле кәрзинде эләктерҙе лә яҡындағы ағасҡа һикерҙе. Тәмлекәс ашап өйрәнгән Айыу балаһы, был хурлыҡты күтәрә алмай, шыңшый-шыңшый кире ергә төштө.
Шунда йүгереүселәр ҙә күренде. Бөтәһе лә:
— Гепард! Ура! Гепард алда! — тип сәпәкәйләп һикереште.
Ҡарағолаҡ та, уларҙы күрергә тырышып, алғараҡ сыҡты.
Гепардтан артта еңел машинаға ултырып алған Бүре елдерә ине.
Килеп туҡтағас, тирен һөртә-һөртә:
— Уф, арытты, сәғәтенә 110 километр тиҙлек менән ҡыуҙым, етә алманым. Маладис! Бир ҡулыңды, — тип Гепардты маҡтаны. Шулай итеп, Гепард иң етеҙ хайуан булып сыҡты.
Бер аҙ торғас, юлда бәләкәй баш күренде. Алҡышларға ауыҙҙарын асҡайнылар ҙа, Дөйәғошто күреп, өнһөҙ ҡалдылар.
— Ҡара уны, үҙе ҡош, үҙе шәп йүгерә, — тип бышылдаштылар. Дөйәғошҡа икенсе урын бирелде. Өсөнсө урынды Илек алды.
Ҡарағолаҡ, йүгереүселәрҙе ҡараған ваҡытта башҡа урында ла ярыштар булып үткәйне. Шулай ҙа һорашып Ҡарағолаҡ ошоларҙы яҙып алды:
«Һикереү буйынса —Көнгөрә,
Гер күтәреүҙә — Фил,
Мода күрһәтеүҙә —Тауис,
Йыр буйынса —Һандуғас,
Лирик бейеүҙә — Торна
беренселекте яулаған».
Кискә табан Ҡарағолаҡ һабантуй тураһында һөйләргә Аҡбуҙат янына йән-фарман ашыға ине.

 


1988 йыл