Әйләр. М.Аҡмулла


автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Әйләр


Ғәжәп, һәр кем, бай булһа, уға яҡшы дидар263 әйләр,

Фәҡир меҫкенгә пәруа264 юҡ, хурлыҡ менән зар әйләр.

Кейеме шәп, ялтырауыҡ ҡош тауистай,

Төҙөп майҙан, яландарҙа мәжлес ифтихар265 әйләр.

Ғәжәптер: күрә тороп, фәҡирҙе күҙенә алмаҫ,

Вә ләкин байҙарҙы бик күңел түренән кибар266 әйләр.

Эсендә бәғзе мулла бар, тәкәбберлек - Алла һаҡлаһын!

Кейеме иҫке ғәләмдән сәләм алыуҙы ғәр әйләр.

Уны шунса тоторҙар хур, дөрөҫләгән итерҙәр ғәр,

Гәрсә булһын ул ғалим - уны, гүйә, химар267 әйләр.

Күренһә ҡапҡанан бер бай, кәрәк ҡырғыҙ, кәрәк нуғай,

"Хуш килдең!" - тип уға, һай-һай, баш эйеп сәфар268 әйләр.

Гүзәллектә күркәм булһын, Лоҡмандай хикмәте булһын -

Ҡыҙғаныс! Бәхетһеҙ ирҙе фәҡирлек шәремсар269 әйләр.

Ҡаҙаҡта булһа хужа, шатлыҡ менән итер иҡбал270,

Өйҙәге үрмәксе төҫлө, фәҡирҙе тар-мар әйләр.

Хозур саҡтар менән мәғрур булып дәүер биш көнлөк,

Тамамлап үҙ көрлөктәрен фәҡирҙәрҙән нәфәр271 әйләр.

Фәҡир Аҡмулла, кил, сабыр ит заман барышына һин,

Үҙең мәхҙүл272, һүҙең мәрдүд273 - һиңә кем иғтибар әйләр.



Аңлатмалар

  • 263 Дидар (ф.) - йөҙ, бит, сырай.
  • 264 Пәруа (ф.) - ҡайғыртыу.
  • 265 Ифтихар (ғ.) - маҡтаныу, ғорурланыу.
  • 266 Кибар (ғ.) - ҙур, бөйөк; ихтирам.
  • 267 Химар (ғ.) - ишәк.
  • 268 Сәфар (ғ.) - әйләнеп, өйөрөлөп, бөтөрөлөп йөрөү.
  • 269 Шәремсар (ф.) - оятлы.
  • 270 Иҡбал (ғ.) - эштең алға барыуы, бәхет, уңыш.
  • 271 Нәфәр (ғ.) - ябай һалдат, йомошсо.
  • 272 Мәхҙүл (ғ.) - ситләтелгән, ҡыйырһытылған.
  • 273 Мәрдүд (ғ.) - кире ҡағылған, ҡыуылған.

Иҫкәрмәләр