Әйҙә, милләт! Шәйехзада Бабич

Әйҙә, милләт! (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1915.


Әйҙә, милләт!


Йөк ауыр, юл болғауыр булһа ла, милләт, әйҙәле:
Алда рәхәт ҡәҙерене белмәккә михнәт файҙалы.

Яҡты нурлы көндәрең — алдыңда. Был хаҡ вәғәҙәһе.
Ана күренә ҡибла яҡлап бик матур аҡ шәүләһе.


1915