“…Көмөш йүгән алып зыңғырҙатҡан –
Иң йолҡош ат уға башын борған,
Өсөнсөгә был хәл ҡабатланғас,
Ошо атты ҡороҡларға булған…”
Көмөш йүгәнемә тәңкә таҡтым,
Ҡороғон да үрҙем ҡылдан ғына.
Арабыҙҙа арҡан буйы түгел –
Арабыҙҙа тиҫтә йылдар ғына…
Муйыныңда һинең башҡа ҡороҡ,
Эйәреңдә башҡа һылыуҡай,
Мөмкин түгел йүгән сыңғырҙатыу,
Мөмкин түгел, беләм, ҡороҡлау.
Хыялымдың зәңгәр яланында,
Ҡыйыуланып киләм өйөргә,
Теҙген сыңғырҙатам, өмөтләнәм
Һинең күҙҙәреңде күрергә.
Һинең тының – йәшәү быуы кеүек,
Йәшлегемә кире саҡыра,
Ә унда мин - атланам да осам
Саф һөйөүгә сумған сағыма…
Ҡороҡ буйы етмәҫ ара ята,
һинең менән минең хыялымда…
Ай, аяуһыҙ тормош, әкиәткә
Ышаналыр, ахыры, хыялыйҙар.
Бер үк һыуҙы ике эсеп булмай,
Һөйөү ҙә бер килә кешегә.
Өмөтөмдән үргән йүгән генәм
Устарымды өтә, бешерә…