Әлдә әле ошо эшем бар…Фирүзә Абдуллина.

Әлдә әле ошо эшем бар… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 17.05.2014.. Нәшер ителгән: 12.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Бил ауырта бөгөн, аяҡ һыҙлай,
Быуыныма төшкән арыуым…
Ҡартлыҡ килеп ишек шаҡый микән?
Бөттө микән инде ҡарыуым?

Эшем бар шул! Эшкә барырға тип,
Эй һөйрәлеп килеп торам да,
Атлап китәм. Тәүҙә шығыр-шығыр…
Төҙ атларға кәрәк урамда!

Форма тотоу кәрәк! Кеше көлөр…
Шат йылмайып инәм мәктәпкә,
Һәр береһе балҡып сәләм бирһә,
Хәл өҫтәлә кеүек йөрәккә.

Күпме күҙҙәр өмөт менән баға,
Күпме күңелдәргә ут һалам…
Эй, балалар! Әлдә һеҙ бар әле!
Мин үҙем дә һеҙҙән ҡуҙ алам!

Онотола билдең ауыртҡаны,
Арыу ҡайҙа булған – белмәйем,
Көсөм ташып тора. Ә ҡартлыҡты
Бер еремә лә мин элмәйем!

Арыһам да, хатта әрләһәм дә,
Эшем барҙа әле ашым бар,
Сирҙе оноттороп, бәхет биргән
Әлдә әле ошо эшем бар!