Әллә алла, әллә иблес... Шәйехзада Бабич

Әллә алла, әллә иблес... (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1916.


Әллә алла, әллә иблес...


Күктә алла,
Ерҙә иблес.
Мин — малай.
Береһе — "дин", тип.
Береһе — "мин", тип
Тартҡылай.
Белмәйем:
Әллә алла,
Әллә иблес
Алдалай?!


1916