Әллә ямғыр, әллә ҡар яуа

Әллә ямғыр, әллә ҡар яуа (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (47-се бит) ISBN 5-295-03798-3


ӘЛЛӘ ЯМҒЫР, ӘЛЛӘ ҠАР ЯУА


Әллә ямғыр, әллә ҡар яуа,
Ауын ҡороп яҙғы һауаға.
Бар тәбиғәт “Яҙ!” тип, яр һала,
Әрнеү һибеп  асыҡ яраға.

Әллә ямғыр, әллә ҡар яуа,
“Ҡар!Ҡар!” тиҙәр ҡара ҡарғалар.
Һинһеҙ үтә көндәр, аҙналар,
Яҙ үҙенең йырын яҙмаған.

Әллә ямғыр, әллә ҡар яуа...
Һары һағыш ҡатыш наҙ яуа...
Йәш аралаш,
Ямғыр, ҡар аша
Ер менән Күк бөгөн тоташа...



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.