Әл-Ғәнкәбут сүрәһе

Ҡөрьән
автор Мөхәммәт пәйғәмбәр
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим. Илшат Хафизи тәржемәһе.


-

Ҡөрьән Кәрим
башҡортсаға тура ғәрәп теленән Илшат Хафизи


'

29 — Ғәнкәбут (Үрмәксе) сүрәһе

(Ғәнкәбут сүрәһе 69 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәнкә​бут» — үрмәксе тигән һүҙ. 41-се аятта кәферҙәрҙең мәкерле эштәре үрмәксе ояһына оҡшатыла; сүрәнең исеме шунан килә.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Әлиф. Ләм. Мим.

2. Иман килтерҙек (бер Аллаһҡа инандыҡ), тип әйткәндән һуң, ауырлыҡтар аша һыналмайбыҙ, беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырҙар, тип уйлайҙармы әллә кешеләр? (3) Хаҡтыр, Беҙ уларҙан элек йәшәп киткәндәрҙе лә һынауҙар аша уҙҙырҙыҡ. Әлбиттә, Аллаһ кем дингә тоғро, кем монафиҡ икәнде лә белеп тора.

4. Яманлыҡ ҡылғандар: Аллаһтан ҡасып ҡотолорбыҙ, тип уйлайҙармы әллә? Бик тә яңғылыш-насар фекерләй улар.

5. Кем Аллаһ менән ҡауышыуға өмөт итә, белеп торһон, Аллаһ билгеләгән ул ваҡыт (Ҡиәмәт), һис шикһеҙ, киләсәк. Ул бар нәмәне лә ишетә, күрә.

6. Жиһадта ҡатнашҡан, бары тик үҙ файҙаһы өсөн генә һуғышыр. Шөбһәһеҙ, Аллаһ бер нимәгә лә, бер кемгә лә мохтаж түгел.

7. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың хаталарын ки​сереп, (ҡылған изгелектәренән дә артыҡ) әжер бирербеҙ. (8) Беҙ кешеләргә ата-әсәгә изгелекле булыуҙарын васыят иттек. Әгәр улар һин танымаған, белмәгән башҡа бер нәмәне Миңә тиңләштерһәләр (һәм шуға инанырға ҡушһалар), уларға итәғәт итмә. Һеҙ Минең янға ҡайтарыласаҡһығыҙ. Шул саҡта Мин һеҙ ҡылғандар тураһында хәбәр бирермен. (9) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы саф мосолмандар хисабына яҙыр​быҙ. (10) Кешеләр араһында шундайҙары ла бар:

— Аллаһҡа инандыҡ, —тип әйтәләр ҙә, дин юлында ҡыйынлыҡтарға дусар булғас, кешеләр күрһәткән яфаларҙы улар Аллаһтың ғазабы булараҡ ҡабул итәләр. Аллаһ тарафынан берәй муллыҡ килһә, улар:

- Беҙ ҙә, ысынлап та, һеҙҙең менән бер юлда инек, — тип әйтерҙәр. Аллаһ ғәләмдәрҙә (һәр кешенең күңелендә) нимәләр барын бик яҡшы белеп тороусы түгелме? (11) Ысындан да, Аллаһ кемдең иман килтергәнен, кемдең монафиҡ икәнен бик яҡшы белә. (12) Кәферҙәр иманлыларға әйтер:

— Беҙгә эйәрегеҙ, (беҙҙең динде тотһағыҙ) беҙ һеҙҙең гөнаһтарҙы ла үҙ өҫтөбөҙгә алырбыҙ, — тип әйтерҙәр. Ләкин улар ул гөнаһтарҙың берһен дә үҙ өҫтәренә алмаҫ. Хаҡтыр, улар ялғансы. (13) Улар үҙ гөнаһтарын да, (үҙҙәре юлдан яҙҙырған мөьминдәрҙекен дә) үҙ елкәләрендә күтәреп Ҡиәмәткә алып килерҙәр, һәм ялғандары өсөн яуап тоторҙар.

14. Хаҡтыр, Беҙ Нухты үҙ халҡына (пәйғәмбәр итеп) күндерҙек. Ул үҙ халҡы араһында туғыҙ йөҙ илле йыл йәшәне. Уның халҡы барыбер иман килтермәне (боҙоҡлоҡ һәм гөнаһҡа батып бөттө) һәм уларҙы Туфан һыуы йотто. (15) Әммә Беҙ уны ла, кәмәләгеләрҙе лә һау-сәләмәт ҡотҡарҙыҡ һәм быны бөтөн донъяға үрнәк итеп ҡуйҙыҡ.

16. Ибраһимды ла (пәйғәмбәр иттек). Ул үҙ халҡына әйтте:

— Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ. Унан (язаһынан) ҡур​ҡығыҙ. Әгәр белһәгеҙ икән, был эш һеҙҙең өсөн ғәйәт хәйерле булыр ине, — тине. (17) — Һеҙ Аллаһҡа тиң тип, үҙегеҙ уйлап сығарған боттарға табынаһығыҙ һәм ялған һөйләйһегеҙ. Гәрсә, һеҙҙең Аллаһтан башҡа табынған һындарығыҙ һеҙҙең өсөн бер бөртөк ризыҡ бирергә һәләтһеҙ нәмәләр. Ризығығызҙҙы Аллаһ хозурында табырһығыҙ. Уға ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға шөкөр итегеҙ. Һеҙ бары тик Уның янына ғына ҡайтарыла​саҡһығыҙ; (18) әгәр һеҙ быларҙы ялған тип уйлаһағыҙ, һеҙҙән элек йәшәп киткән халыҡтар ҙа (үҙ пәйғәмбәрҙәрен) ялғансы тип атанылар (һеҙҙе лә шул ҡара яҙмыш көтә). Пәйғәмбәр​ҙәр өҫтөнә төшкән вазифа бары тик (Аллаһтың әмерҙәрен) ап-​асыҡ итеп аңлатыу.

19. Әллә һуң улар күрмәйме, нисек итеп Аллаһ башта бар​лыҡҡа килтерҙе, унан һуң юҡҡа сығарыр, һуңынан тағын те​релтер. Быларҙы эшләү Аллаһҡа бик тә еңел.

20. Әйт:

— Донъя буйлай сәйәхәт итегеҙ, ҡарағыҙ: Аллаһ нисек итеп башта барлыҡҡа килтергәнде күрегеҙ. Аллаһ тағын Әхирәт тормошон да бирәсәк. Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте етә, — тип.

21. — (Аллаһ) ихтыяр иткән кешеһен язалар, теләгәнен ярлыҡар. Барығыҙ ҙа бары тик Уға ҡайтарыласаҡһығыҙ, —тип әйт. (22) — Һеҙ Ерҙә лә, Күктә лә Аллаһты меҫкен хәлдә ҡалдыра алмаҫһығыҙ. Аллаһтан башҡа һеҙҙең һис бер яҡлаусығыҙ һәм ярҙамсығыҙ булмаҫ, — тип.

23. — Аллаһтың аяттарын һәм Уның менән (Әхирәттә те​релеп) ҡауышыуҙы инҡар иткән кәферҙәр рәхмәтемдән мәхрүм ҡаласаҡ. Аллаһтың әсе ғазабы ла уларға тейер.

24. Халҡы уға (Ибраһимға) шулай яуап ҡайтарҙы:

— Үлтерегеҙ уны йәки яндырығыҙ, — тине. Аллаһ уны ут​тан ҡотҡарып ҡалды. Хаҡтыр, иманлылар өсөн бында ғибрәттәр бар. (25) Һәм ул (Ибраһим) әйтте:

— Һеҙ донъя тереклегендә Аллаһтан башҡа боттар уйлап сығарып, шуларға барығыҙ ҙа мөхәббәт тәрбиә иттегеҙ. Ләкин ахырҙа, Ҡиәмәт көнөндә һеҙ бер-берегеҙҙән уаз кисеп, бер-берегеҙгә ләғнәт әйтәсәкһегеҙ. Һеҙ барасаҡ ер —утлы тамуҡтыр. Шунда һеҙҙең һис бер ярҙамсығыҙ булмаҫ, — тине.

26. Шунан һуң (Ибраһимдың туғандан туған энеһе) Лут иман килтерҙе. (Ибраһим) әйтте:

— Хаҡтыр, мин Раббым яғына һижрәт итәсәкмен (Аллаһ ҡушҡан ергә күсеп китәсәкмен). Шик юҡтыр, һәр ваҡыт еңеүсе, хөкөм һәм хикмәт эйәһе — Улдыр, — тине.

27. Беҙ уға Исхаҡ менән Яҡупты ебәрҙек. Пәйғәм​бәрлек һәм Китаптарҙы (Тәурат, Инжил, Зәбур, Ҡөръәнде) уның тоҡомона васыят иттек. Донъяла уға бүләктәр бир​ҙек. Хаҡтыр, ул Әхирәттә лә һәр хәлдә изгеләрҙән һаналасаҡтыр.

28. Лутты ла Беҙ (үҙ халҡына пәйғәмбәр итеп күндерҙек). Хәтерләйһеңме, ул халҡына былай тигән ине:

— Һеҙ быға тиклем донъяла һис бер халыҡ ҡылмаған нәжес эш эшләйһегеҙ, — тине. (29) Һеҙ һәр ваҡыт ирҙәрҙе (ҡатын итеп) ҡулланасаҡһығыҙмы, юлбаҫарлыҡ ҡылырһығыҙмы, өйөрөлөшөп, шәриғәттә булмаған боҙоҡлоҡтар ҡылырһығыҙмы? — тине. Халҡы былай яуапланы:— Әгәр ҙә һин дөрөҫ һөйләйһең икән, (хаҡлы икәнеңде иҫ​бат итер өсөн) өҫтөбөҙгә Аллаһтың язаһын индерт, — тинеләр.

(«Народу Лотову приписываются три порока — противоестественный грех, разбой на дорогах и свершение злодеяний на сборищах их. Поэтому неверно сводить все их прегрешения, описанные в итории Лота, лишь к противоестественному греху, якобы единственной причины их виновности »

Мөхәммәд Али тәфсиренән.)

30. (Лут ялбарып):

— Йә, Раббым, боҙоҡ халыҡҡа ҡаршы көрәшергә көс бир, - тине.

31. Илсе (фәрештәләребеҙ) Ибраһимға (улдары буласа​ғы тураһында) һөйөнсө алырға килгәс, әйттеләр:

— Беҙ был төбәктең боҙоҡ халҡын һәләк итәсәкбеҙ. Сөнки, ысындан да, ул залимдар гөнаһҡа кереп батҡандар. (32) (Иб​раһим әйтте):

— Улар араһында Лут та бар бит, — тине.

— Беҙ шунда кем булғанлығын бик тә яҡшы беләбеҙ, — тинеләр. — (Һәләкәткә дусар гөнаһлылар һәм) ҡатынынан баш​ҡа, уның үҙен һәм яҡындарын, һис шикһеҙ, ҡотҡарасаҡбыҙ.

33. Илселәребеҙ (фәрештәләр) килгәс, Лут хафаға тарыны (уның өйөнә килеп кергән фәрештәләр бик тә сибәр егеттәр рәүешендә ине. Лут уларҙы ҡатын итеп файҙаланырҙар, тип) ҡур​ҡа ҡалды.

— Ҡурҡма һин, борсолма, — тине (егет ҡиәфәтендәге фәрештәләр), — беҙ һине лә, яҡындарыңды ла ҡотҡарасаҡ​быҙ. Әлбиттә, (һәләк буласаҡ) ҡатыныңдан башҡа; (34) һис шикһеҙ, был төбәктең халҡына, ҡылған гөнаһтары өсөн, Күктән хәтәр яза индерәсәкбеҙ.

35. Хаҡтыр, аҡылы башында булғандарға Беҙ ошо ваҡиғаларҙы һабаҡ булһын, тип ҡалдырабыҙ.

36. Үҙ ҡәүеменә — Шөғәйепте (күндерҙек), ул әйтте:

— Әй, ҡәүемем, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ. Әхирәт көнөнә өмөт итегеҙ (Әхирәт көнөндә Аллаһ ҡаршыһында әжер алыр өсөн, гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланығыҙ). Ер йөҙөндә фетнә сығара торған боҙоҡлоҡтар таратмағыҙ, — тине. (37) Ләкин уны ялғансы тип атанылар. Шуға күрә, уларҙы хәтәр ер тетрәүе тотто һәм уларҙың барыһы ла үҙ өйҙәрендә муйындары аҫҡа килеп, (йөҙ түбән) харап булды.

38. Ғәд менән Сәмуд ҡәүемдәрен дә (һәләк иттек). (Улар менән нимә булғанын) һеҙ емеректәргә ҡалған өйҙәренән күреп белерһегеҙ. Уларҙың яман эштәрен шайтан яҡшы итеп, биҙәп күрһәтте һәм аҙҙырҙы. Юғиһә, улар донъяға асыҡ күҙ менән ҡарай ине.

39. Ҡарунды, Фирғәүенде, Һаманды ла (һәләк иттек). Хаҡтыр, Муса уларға ап-асыҡ дәлилдәр килтерҙе, ләкин улар донъяла тәкәбберләнделәр. Ғазаптан ҡотола алманылар.

40. Бына шулай итеп, Беҙ уларҙың һәммәһен дә гөнаһтарына күрә язаға тоттоҡ. Ҡайһыһының түбәһенә (таш яуҙыр​ған) дауыл менән (Лут халҡын), ҡайһыһын ҡот осҡос бер тауыш (Сур борғоһо) тотто (Мәдйән, Сәмуд ҡәүемдәрен), ҡайһыһын ергә йотторҙоҡ (Ҡарунды), ҡайһыһын һыуға батырҙыҡ (Фирғәүен һәм Нух тоҡомдарын), Аллаһ уларға золом килтермәне, улар үҙҙәренә-үҙҙәре золом килтерҙе.

41. Аллаһтан башҡа Илаһтар уйлап табыныусыларҙың ғәмәле пәрәүез (оя) ҡорған үрмәксенекенә оҡшаш. Әгәр улар аңлай торған заттар булһа, үрмәксе ояһы — пәрәүездең ни ​ҡәҙәр ҙә сыҙамһыҙ икәнен белерҙәр ине! (42) Аллаһ Үҙенән башҡа нәмәләргә табынғандарын, һис шикһеҙ, белә. Ул — һәр ваҡыт ҡөҙрәтле еңеүсе һәм хикмәттәр эйәһелер.

43. Бына беҙ был миҫалдарҙы, ғибрәттәрҙе кешеләр һа​баҡ алһын өсөн килтерәбеҙ. Уларҙы фәҡәт белемле, зиһенле кешеләр генә аңлар.

(«Ҡурайштың наҙан, башһыҙ әҙәмдәре: «Мөхәммәдтең Раббыһы, себен-серкәй, үрмәкселәрҙән миҫалдар килтерә», — тип мыҫҡыллы көлдөләр. Был миҫалдарҙың мәғәнәһен наҙандар, хайуан дәрәжәһен​дәге мәхлүҡ наҙандар аңламаҫ, әлбиттә». Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.)

44. Аллаһ күктәрҙе һәм Ерҙе ысынбарлыҡ булараҡ яралтты. Хаҡтыр, бында (Аллаһтың был мөғжизәле эштәрендә) иманлылар өсөн ғибрәт алырлыҡ нәмәләр бар.

45. (Рәсүлем Мөхәммәд) үҙеңә уахи ителгән Китапты уҡы һәм намаҙ ҡыл. Хаҡтыр, намаҙ бит боҙоҡлоҡтарҙан, аҡылға һәм шәриғәткә һыймаған нәмәләрҙән һаҡлай. Аллаһты зикер итеү, әлбиттә, (ғибәҙәттәрҙең) иң әһәмиәтлеһе. Аллаһ нимә ҡылһағыҙ, шуны белеп тороусы.

46. Залимдарынан башҡа, китаплылар (йәһүдтәр) менән бәхәсләшмәгеҙ, әҙәпле һөйләшегеҙ, матур мөғәмәләлә булы​ғыҙ. — Үҙебеҙгә индерелгәнгә (Ҡөръәнгә) лә, һеҙгә индерелгәнгә лә (Тәүрәткә лә) иман килтерҙек. Беҙҙең Тәңребеҙ ҙә, һеҙҙеке лә — бер Аллаһтыр. Һәм беҙ уға итәғәт иттек, — тип әйтегеҙ.

47. Шулай итеп, Беҙ һиңә (алда индерелеп тә, һуңынан кешеләр тарафынан боҙолған изге китаптарҙы дөрөҫләүсе) был Китапты индерҙек. Шуға күрә, китап әһелдәре (йәһүдтәр ҙә) быңа иман килтерҙе. Тегеләре араһында ла уға иман килтергәндәр бар. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы кәферҙәрҙән башҡаһы, белгән көйөнсә, бер кем дә инҡар итмәҫ. (48) Һин бынан әүәл һис бер китап уҡыманың. Ҡулың менән дә китап яҙма​ның. Әгәр шулай булған булһа, мөшриктәр (аяттарҙы ялған тип), әлбиттә, шикләнер ине.

49. Юҡ шул, ул (Ҡөръән Аллаһ тарафынан бирелгән һәм) ғилем эйәләренең күңелдәрендә яҡтылыҡ булып һаҡланыу​сы ап-асыҡ аяттарҙан тора. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ғәҙелһеҙ залимдарҙан башҡаһы инҡар итмәҫ.

50. Мөшриктәр әйтте:

— Уға (Мөхәммәдкә) Раббынан (уның пәйғәмбәрлеген иҫ​бат итә торған) мөғжизәләр индерелһә ине (беҙ иман килтерер инек), — тинеләр. Әйт һин уларға:

— Мөғжизәләр фәҡәт Аллаһ ихтыярында ғына. Мин бары тик Уның әмерҙәрен еренә еткереп киҫәтеүсе генә, — тип. (51) Һиңә индерелгән һәм уҡып аңлатыла торған Китап уларға мөғжизә түгелме ни? Уға иман килтергән ҡәүем өсөн, әлбиттә, киң рәхмәттәр һәм ғибрәттәр барҙыр. (52) Әйт һин:

— Минең менән һеҙҙең арала Аллаһтың, ысындан да, шаһит икәнлеге бик еткән, — тип. — Күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа, Ул шуларҙы белеп тора. Ялғанға йөҙ тотоп, Аллаһты инҡар итеп, кәфер булғандар байтаҡ. Бына шулар инде зыян күрәсәк.

53. Улар һинән ғазап килеүҙе (өҫтөбөҙгә таш яуҙыр, тип) ашыҡтырыр. Әгәр ҙә махсус билгеләнгән ваҡыт булмаһа, ул (яза) әллә ҡасан килеп тотар ине. Ул (яза) уларға абайламағанда, һис шикһеҙ, кинәттән киләсәк. (54) Әйе, улар язаның тиҙерәк килеүен теләйҙәр. Гәрсә, ысынлыҡта иһә йәһәннәм кәферҙәрҙе уратып алған бит инде. (55) Шул көндә ғазап уларҙы өҫтәренән дә, аяҡ аҫтарынан да тотасаҡ. Уларға әйтеләсәк:

— Ҡылған гөнаһтарығыҙҙың язаһын татып ҡарағыҙ, -тип әйтелер.

56. Әй, иман килтергән ҡолдарым, хаҡтыр, Минең ерем киндер. Шулай булғас, бары тик Миңә генә ғи​бәҙәт ҡылығыҙ. (57) Һәр йән эйәһе үлем әсеһен татыр. У​нан һуң һәр кем хозурыбыҙға күндерелер. (58) Иман килтереп, изгелек ҡылғандар ҙа байтаҡ. Беҙ уларҙы арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы йәннәттең иң түренә урынлаштырырбыҙ. Улар шунда мәңгегә ҡалыр. Ғәмәл ҡылғандарҙың әжере нисек гүзәл.

59. Улар (кәферҙәр, мөшриктәрҙең ҡыйырһытыуҙарына түҙеүселәр) сабыр итеүселәр һәм бары тик Раббыға ғына инанғандар. (60) Үҙҙәренә ризыҡ таба алмаған ни ҡәҙәр йәнле мәхлүҡ бар был донъяла. Шундайҙарға ла, һеҙгә лә Аллаһ ризыҡ бирә. Ул ысыны менән ишетеүсе һәм мөкәммәл белеп тороусы. (61) Уларҙан:

— Күктәрҙе һәм Ерҙе кем яралтҡан? Ҡояшты, Айҙы буйһондороп йөрөтөүсе кем? — тип һораһаң, улар мотлаҡ:

— Аллаһ, — тип яуап бирер. Шулай булғас, ни өсөн һуң улар йөҙ сөйөрәләр?

62. Теләгән кешеһенең ризыҡтарын Аллаһ киң итер. Ҡайһы ҡолдарының өлөшөн кәметер. Шик юҡ, Аллаһ һәр нәмәне дөрөҫө менән белеп тора.

63. Уларҙан:

— Күктән һыу индереп, ҡороған тупраҡты тергеҙгән кем? — тип һораһаң:

— Әлбиттә, Аллаһ, — тип яуап бирерҙәр. Әйт һин улар​ға:

— Әлхәмдүлилләһ, бөтөн маҡтаулар ҙа Аллаһҡа ғына булһын, тип. Ләкин уларҙың күбеһе шуны аңламай.

64. Был донъя тормошо уйын ғына, күңел асыу ғына - башҡа түгел. Ысын тормош — ул Әхирәт тормошо, был турала шик булырға мөмкин түгел. Улар шуны белһә (фани донъяла гөнаһ ҡылмаҫ) ине.

(«Имам Ғәлиҙән һорағандар, имеш: донъя нимә ул? — тип әйткәндәр. Хәҙрәти Ғәли әйткән: һине Аллаһтан айырып тороусы нәмә, - тигән». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

65. Кәмәлә барған саҡта (ҡурҡыныс янағанда) улар ысын мосолман кеүек, Аллаһҡа ялбаралар. Уларҙы иҫән-һау ки​леш ҡоро ергә сығарып баҫтырғас, Аллаһтан башҡаларға табыналар. (66) Үҙҙәренә биргән ниғмәттәргә шөкөр итмәйҙәр, кәйеф-сафа ҡоралар (рәхәтләнәләр). Ләкин улар оҙаҡламай (өҫтәренә нимә килаһен) белер. (67) Мәккәнең тирә-яғында кешеләрҙе тотоп алып китәләр ине, Мәккәне Беҙ (енәйәт ҡылыу) харам ителгән именлек урыны итеп яһаныҡ. Улар шуны күрмәҫ дәрәжәләме ни? Ялғанға ышанып, Аллаһтың ниғмәттәренә кәферлек ҡылырҙармы икән?

68. Аллаһ тураһында ялған һөйләгән (Уға тиңдәш эҙләүсе) йәки үҙҙәренә Хәҡиҡәт (Ҡөръән, пәйғәмбәрҙәр) килгәндән һуң да уны ялғанға сығарғандарҙан да залимыраҡ кем бар? Йәһәннәмдә кәферҙәргә урын бөткәнме?

69. Беҙҙең юлда тырышҡандарға (Жиһадта ҡатнашҡан​дарға) Беҙ, әлбиттә, тура юлды күрһәтербеҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ бары тик изгелек ҡылғандар менән генә бергә.