Ән-Ниса сүрәһе

Ҡөрьән
автор Мөхәммәт Кәрим
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.


-

Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙиев


'

4. ӘН-НИСА (ҠАТЫНДАР) СҮРӘҺЕ

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Эй һеҙ, кешеләр! Һеҙҙе бер йәндән барлыҡҡа килтергән, һәм унан уның ҡатынынан бар ҡылған һәм был икәүҙән күп ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы таратҡан Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ! Уның исеме менән бер-берегеҙгә ялбара торған Алланан ҡурҡығыҙ, һәм ҡәрҙәшлек бәйләнештәренән. Ысынлап та, Алла һеҙҙең өҫтөгөҙҙән күҙәтеүсе!
2. Етемдәргә уларҙың малдарын бирегеҙ һәм яҡшыны яман менән алмаштырмағыҙ. Уларҙың малдарын үҙ малығыҙға ҡушып ашамағыҙ. Был — бик оло гонаһ!
3. Әгәр һеҙ етемдәргә ғәҙел була алмауҙан ҡурҡһағыҙ, үҙегеҙгә оҡшаған ҡатындарға өйләнегеҙ — һәм икәүгә, өсәүгә, дүртәүгә. Әгәр ғәҙел була алмауҙан ҡурҡһағыҙ, берәүгә йәки уң ҡулдарығыҙ эйә булғандарға өйләнегеҙ. Был — юлдан таймаҫҡа яҡыныраҡ. 4. Һәм ҡатындарға бирнәләрен бүләк итеп бирегеҙ. Әгәр улар бирнәләренән нимәне булһа ла һеҙҙең файҙаға айырһалар, ул саҡта иҫәнлеккә-байлыҡҡа ашағыҙ.
5. Аҡылһыҙҙарға малығыҙҙы бирмәгеҙ, ул малды Алла һеҙгә таяныс булһын тип бирҙе бит. Шул малдан уларҙы ризыҡландырығыҙ һәм кейендерегеҙ, һәм уларға яҡшы һүҙ әйтегеҙ.
6. Никах йәше еткәнсе етемдәрҙе һынағыҙ, әгәр уларҙың аҡылдарының етешкәнлеген белһәгеҙ, уларға малдарын бирегеҙ; уны исраф итеп һәм ашығып ашамағыҙ,— улар үҫеп еткәнгә ҡәҙәр. Бай булған кеше тыйылһын, әгәр кемдер фәҡир булһа, яҡшылыҡ менән ашаһын. Уларға малдарын биргәндә, шаһиттар алығыҙ, хисап ҡылыуҙа Алла етәсәк.
7. Ирҙәргә ата-әсәләре һәм яҡындары ҡалдырған нәмәнән — өлөш, ҡатындарға ата-әсәләре һәм яҡындары ҡалдырған нәмәнән — өлөш. Ҡалдырған нәмә аҙ булһа ла, күп булһа ла — билдәле өлөш.
8. Мал бүлгән саҡта яҡын ҡәрҙәштәр, етемдәр, ярлылар булһа, уларҙы шунан ризыҡландырығыҙ һәм уларға яҡшы һүҙ әйтегеҙ.
9. Үҙҙәре артынан көсһөҙ бала-саға ҡалдырып, улар өсөн ҡурҡасаҡ кешеләр [етемдәргә йәбер итеүҙән] ҡурҡҡандар. Улар Алланан ҡурҡһындар һәм ныҡлы һүҙ әйтһендәр!
10. Етемдәрҙең малдарын ғәҙелһеҙлек менән ашаусылар — үҙҙәренең ҡорһаҡтарына ут ашаусылар, улар тамуҡта яныр!
11. Алла һеҙҙең балаларығыҙ тураһында уасыят ҡыла: ир балаға ике ҡыҙ бала өлөшө. Әгәр балалар ҡатындар енесенән булһа, һәм икенән артыҡ булһа, ул саҡта — унан ҡалған малдың өстән ике өлөшө, әгәр бер генә ҡыҙ булһа, уға яртыһы. Ата-әсәһенә, әгәр уның балаһы булһа, һәр ҡайһыһына ҡалған малдың алтынан бер өлөшө. Балаһы булмайынса ата-әсәһе уариҫ булып ҡалһа, ул уаҡытта әсәһенә — өстән бер өлөш. Әгәр уның туғандары булһа, уасыятын һәм бурыстарын түләгәндән һуң, әсәһенә алтынан бер өлөш. Ата-әсәләрегеҙ һәм балаларығыҙҙың, уларҙың файҙа яғынан — Алла тарафынан билдәләнгән буйынса — ҡайһыһы һеҙгә яҡыныраҡ икәнен белмәйһегеҙ. Ысынлап та, Алла белә, хикмәтле!
12. Һәм һеҙгә — ҡатындарығыҙ ҡалдырған малдың яртыһы, әгәр уларҙың балаһы булмаһа. Әгәр уларҙың балаһы булһа, уасыятын һәм бурысын түләгәндән һуң, һеҙгә — дүрттән бере. Әгәр балағыҙ булмаһа, ҡатындарығыҙға һеҙ ҡалдырған малдың дүрттән бере. Балағыҙ булһа, уасыятты һәм бурыстарҙы туләгәндән һуң — ҡатындарығыҙға һигеҙҙән бер өлөш. Әгәр ҙә ир йыраҡ туғанлыҡ аша уариҫ була икән, йәки ҡатын кеше, һәм уның ир йәки ҡыҙ ҡәрҙәше булһа, уларҙың һәр ҡайһыһына — алтынан бер өлөш, ул ҡәрҙәштәр бынан артыҡ булһа, уасыятты һәм бурыстарҙы түләгәндән һуң, улар өстән берҙе уртаҡлаша,— зарар килтермәйенсә, Алла уасыятынса. Ысынлап та, Алла белә, баҫынҡы!
13. Алланың сиктәре ошо. Кем дә кем Аллаға һәм Уның рәсүленә буйһонһа, Алла уны аҫтарында йылғалар ағып торған баҡсаларға индереп, ул унда мәңгегә ҡалыр, һәм был — бөйөк уңыш!
14. Кем Аллаға һәм Уның рәсүленә буйһонмаһа һәм Уның ҡуйған сиктәрен үтһә, Ул уны тамуҡҡа индерер, һәм ул тамукта мәңгегә ҡалыр, һәм уға —хурлыҡлы ғазап!
15. Әгәр ҡатындарығыҙҙан кемдер уйнаш ҡылһа, уға ҡаршы үҙегеҙҙең аранан дүрт шаһит алығыҙ һәм, әгәр улар шаһитлыҡ итһәләр, үлгәнсе йәки Алла уларға юл эшләгәнсе уларҙы өйҙә тотоғоҙ.
16. Ә арағыҙҙан икәү шуны ҡылһа — икеһен дә интектерегеҙ. Әгәр тәүбә итеп изге эштәр эшләһәләр, уларҙы ҡалдырығыҙ. Ысынлап та, Алла тәүбәне ҡабул итеүсе, рәхимле!
17. Аллала — наҙанлыҡ арҡаһында насар эш эшләп тиҙ тәүбә ҡылғандарҙың тәүбәһен ҡабул итеү. Уларға Алла йөҙөн бора. Ысынлап та, Алла белә, хикмәтле!
18. Насарлыҡ эшләгән кешеләрҙән алдына үлем килеп баҫҡас ҡына: «Мин хәҙер тәүбә итәм»,— тигәндәренән тәүбә ҡабул ителмәҫ. Шулай уҡ кафыр булып үлгән кешеләрҙең дә тәүбәһе ҡабул ителмәҫ. Ошо кешеләргә әҙерләнек Беҙ интектергес ғазапты.
19. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡатындарҙы мәжбури рәүештә мираҫ ҡылырға рөхсәт ителмәй. Һәм уларҙы үҙегеҙ биргән нәмәләрҙең ҡайһы берҙәрен алып китеүҙән тыймағыҙ, әгәр улар асыҡтан-асыҡ боҙоҡлоҡ ҡылмаһалар. Ҡатындар менән лайыҡлы рәүештә йәшәгеҙ. Әгәр уларҙы йәнегеҙ һөймәһә, ихтимал, һеҙ берәй нәмәне күрә алмайһығыҙҙыр ҙа, ә ул нәмәлә Алла күп яҡшылыҡ ҡылған.
20. Әгәр һеҙ бер ҡатынды икенсе ҡатын менән алмаштырырға теләһәгеҙ һәм уларҙың береһенә ҡинтар [күп мал] биргән булһағыҙ, унан бер нәмә лә алмағыҙ. Һеҙ алдау менән,— асыҡтан-асыҡ гонаһ итеп,— алмаҫһығыҙ бит?
21. Нисек ул малды ала алаһығыҙ, һеҙ бер-берегеҙ менән ҡушылғандан һуң һәм улар һеҙҙән ҡаты үәғәҙә алғандан һуң?
22. Үҙегеҙҙең атайығыҙ өйләнгән ҡатынға өйләнмәгеҙ, әгәр ул эш элек булмаһа инде. Ысынлап та, был — боҙоҡлоҡ һәм әшәкелек һәм насар юл!
23. Һеҙгә әсәләрегеҙгә, ҡыҙҙарығыҙға, апай-һеңлеләрегеҙгә, атай-әсәйегеҙ менән бер туған ҡатын-ҡыҙҙарға, ир туғандарығыҙҙың һәм ҡыҙ туғандарығыҙҙың ҡыҙҙарына, һөт әсәләрегеҙгә, имсәктәш апай-һеңлеләрегеҙгә, ҡатындарығыҙҙың әсәләренә, һеҙ ҡушылған ҡатынға эйәрә килгән аҫрау ҡыҙҙарығыҙға,— әгәр ҡатынға ҡушылмаған булһағыҙ, ул уаҡытта һеҙгә гонаһ булмай,— үҙ ҡанығыҙҙан булған улдарығыҙҙың ҡатындарына, һәм — әгәр электән эшләнгән булмаһа,— ике ҡыҙ туғанды бергә йыйып өйләнеү тыйыла. Ысынлап та, Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
24. Һәм һеҙгә ирле ҡатындарға өйләнеү тыйыла әгәр өҫтөгөҙҙә булған Алла китабы буйынса уң ҡулдарығыҙ уларға хужа булмаған булһа. Тотанаҡлыҡ менән һәм боҙоҡлоҡ ҡылмайынса үҙегеҙҙең малдарығыҙ ярҙамында әле әйтелгәндәрҙән тыш булғанда һеҙгә эҙләргә рөхсәт ителә. Ә уларҙан файҙаланғанығыҙ өсөн тейешле әжерен бирегеҙ. Бынан һуң үҙ-ара нимә тураһында килешһәгеҙ ҙә һеҙгә гонаһ юҡ. Ысынлап та, Алла белә, хикмәтле!
25. Әгәр һеҙҙең аранан берәй кешенең байлығы булмау сәбәпле иман килтергән ғиффәтле ҡатындарға өйләнергә көсө етмәһә, ул саҡта уң ҡулығыҙ биләгән иман килтергән кәнизәктәрегеҙгә өйләнегеҙ. Алла һеҙҙең иманығыҙҙы яҡшыраҡ белә. Һеҙ — берегеҙ икенсегеҙҙән. Уларға ғаиләләренең рөхсәте менән өйләнегеҙ, мәһәрҙәрен яҡшы итеп түләгеҙ,— ғиффәтлеләргә, зина ҡылмаусыларға һәм йәшерен дуҫтар тотмаусыларға. Һәм әгәр улар ғиффәтле булһалар... Әгәр ҙә улар фәхишәлек ҡылһалар, уларға ғиффәтле ҡатындарға бирелә торған ғазаптың яртыһы. Был арағыҙҙан ауырлыҡтан [зинанан] ҡурҡҡандар өсөн. Әгәр сабырлы булһағыҙ, был үҙегеҙ өсөн хәйерле. Алла — ярлыҡаусы, рәхимле!
26. Алла һеҙгә аңлатырға һәм һеҙзән элек йәшәгән кешеләрҙең йолалары буйынса алып барырға һәм тәүбәләрегеҙҙе ҡабул итергә теләй. Алла белә, хикмәтле! 27. Алла һеҙҙең тәүбәгеҙҙе ҡабул итергә теләй. Ә үҙ нәфсеһенә баш була алмаған кешеләр һеҙҙе бөйөк ауышыу менән ауыштырырға теләй.
28. Алла һеҙгә еңеләйтергә теләй; сөнки кеше көсһөҙ итеп яратылған.
29. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Үҙ арағыҙҙа малдарығыҙҙы әрәм итеп хаҡһыҙлыҡ менән ашамағыҙ, мәгәр ул бер-берегеҙҙең ризалығы менән һатыу итеү генә булмаһа. Үҙ-үҙегеҙҙе үлтермәгеҙ. Ысынлап та, Алла һеҙгә рәхимле!
30. Әгәр быны дошманлыҡ һәм золомлоҡ менән берәй кеше эшләһә, Беҙ уны утта яндырырбыҙ. Аллаға был еңел!
31. Әгәр һеҙгә тыйылған оло гонаһтарҙан һаҡланһағыҙ, Беҙ һеҙҙе бәләкәй насар эштәрегеҙҙән алыҫ тоторбоҙ, һәм һеҙҙе гүзәл индереү менән индерербеҙ!
32. Алла берәүҙәрегеҙгә икенселәрегеҙҙән өҫтөнлөк өсөн биргән нәмәне теләмәгеҙ. Ирҙәргә — үҙҙәре ҡаҙанған өлөш, ҡатындарға — үҙҙәре ҡаҙанған өлөш. Алланың рәхмәтен һорағыҙ, ысынлап та, Алла һәр нәмәне белә!
33. Һәр кемде ата-әсәләре һәм яҡындары ҡалдырған нәмәлә Беҙ уариҫтар яһаныҡ, ә анттарығыҙ менән килешеүҙе нығытҡандарға уларҙың өлөштәрен бирегеҙ. Ысынлап та, Алла һәр нәмәгә лә шаһит!
34. Алла кешеләрҙең береһен икенсеһенән өҫтөнөрәк иткәнгә күрә, һәм ирҙәр үҙ малдарын сарыф ҡылғанға күрә, улар ҡатындарға ҡарағанда өҫтөнөрәк. Әҙәпле ҡатындар — динлеләр, Алла һаҡлаған нәмәләге йәшеренде һаҡлайҙар. Ҡатындарҙың баш эймәүенән ҡурҡһағыҙ, уларҙы өгөтләгеҙ, түшәктә ташлап китегеҙ һәм уларға һуғығыҙ. Әгәр буйһонһалар, уларға ҡаршы юл эҙләмәгеҙ, ысынлап та, Алла юғары, бөйөк!
35. Әгәр уларҙың айырылышыуынан ҡурҡһағыҙ, ирҙең яҡындарынан да, ҡатындың яҡындарынан да килештереүсе билдәләгеҙ; улар килешергә теләһә, Алла улар араһына килешеү һалыр. Ысынлап та, Алла белә, хәбәрҙар!
36. Аллаға ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға һис бер нәмәне тиңдәш тотмағыҙ: ә ата-әсәләргә, яҡындарға, етемдәргә, ярлыларға, туғанлыҡ менән яҡын күршегә, күршелә булған дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулдарығыҙ хужа булғанға — изгелек ҡылыу! Ысынлап та, Алла тәкәббер, маҡтансыҡтарҙы яратмай,
37. бөхил кешеләрҙе һәм кешеләрҙе бөхиллеккә өндәүселәрҙе, Алла Үҙ йомартлығынан биргән нәмәләрҙе йәшереүселәрҙе! Һәм кафырҙарға Беҙ хурлыҡлы ғазап әҙерләнек,
38. малдарын кешеләр алдында икейөҙлөлөктән генә сарыф итеүселәргә, Аллаға ла, ахирәт көнөнә лә ышанмаусыларға, дуҫы шайтан булғандарға. Һәм дуҫ сифатында бик насар ул!
39. Ниңә уларға Аллаға һәм ахирәт көнөнә иман килтермәҫкә һәм Алла уларға биргәндән сарыф ҡылмаҫҡа һуң? Алла улар тураһында белә.
40. Ысынлап та, Алла туҙан бөртөгө ауырлығы ҡәҙәр ҙә йәберләмәҫ, һәм, әгәр яҡшы эш булһа, Ул быны ҡабатлап арттырыр һәм Үҙ тарафынан оло әжер бирер.
41. Беҙ һәр өммәттән шаһит менән килһәк һәм быларға ҡаршы һине шаһит итеп килһәк, нисек булыр?
42. Ул көндө Аллаға иман килтермәгән һәм рәсүлгә буйһонмаған кешеләр үҙҙәре менән ерҙең тигеҙләнеүен теләр. Һәм улар Алланан бер уаҡиғаны ла йәшерә алмаҫ.
43. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әйткән һүҙҙәрегеҙҙе аңлай алғанға тиклем иҫерек хәлдә намаҙға яҡын килмәгеҙ, һәм ғөсөлһөҙ булһағыҙ,— юлсы булыуҙан башҡа,— ғөсөлләнгәнгә саҡлы. Сирле булһағыҙ йәки сәфәрҙә булһағыҙ, йәки кем дә булһа берәү бәҙрәфтән килһә, йәки ҡатындарға яҡынлыҡ ҡылған булһағыҙ һәм һыу тапмаһағыҙ, ул уаҡытта таҙа ҡом менән тәйәмүм ҡылығыҙ, һәм йөҙҙәрегеҙҙе һәм ҡулдарығыҙҙы һыйпап сығығыҙ. Ысынлап та, Алла ғәфү итеүсе, ярлыҡаусы!
44. Китаптан өлөш бирелгән кешеләрҙең аҙашыу һатып алғандарын һәм һеҙҙе юлдан яҙҙырырға теләгәндәрен һин әллә күрмәнеңме?
45. Һеҙҙең дошмандарығыҙҙы Алла яҡшыраҡ белә: Алланың дуҫ булыуы һәм Алланың ярҙамсы булыуы етерлек!
46. Йәһүҙиҙәрҙән ҡайһы берәүҙәр, һүҙҙәрҙең урындарын үҙгәртеп; «Беҙ ишеттек һәм буйһонманыҡ, ишетмәгәнеңде ишет һәм беҙҙе ҡайғырт»,— тине, телдәре менән динде боҙоп һәм хурлап. Әгәр улар: «Беҙ ишеттек, буйһонабыҙ, тыңла һәм беҙгә ҡара!» — тиһәләр, был уларға хәйерлерәк һәм турараҡ булыр ине. Әммә Алла уларҙы кафырлыҡтары өсөн ләғнәтләне, уларҙың бик аҙы ғына иман килтерә.
47. Эй һеҙ, китап бирелгән кешеләр! Беҙ йөҙҙәрҙе боҙоп үҙгәртмәҫ һәм артҡа бормаҫ борон йәки шәмбе әһелдәрен ләғнәтләгән кеүек уларҙы ләғнәтләмәҫтән алда, үҙегеҙ менән булғанды раҫлап, Беҙ иңдергәнгә иман килтерегеҙ. Алланың бойороғо үтәлә!
48. Алла Үҙенә тиңдәш тотоуҙы ярлыҡамай, әммә унан беләкәйерәк гонаһтарҙы теләгән кешеһенә ярлыҡай. Аллаға тиңдәш тотҡан кеше оло ялған уйлап сығарған була.
49. Һин әллә үҙ-үҙҙәрен сафландырған кешеләрҙе күрмәнеңме? Юҡ, Алла Үҙе теләгән кешене сафландыра һәм улар хөрмә ҡабығы ҡәҙәр ҙә йәберләнмәҫ!
50. Уларҙың Аллаға нисек яла яғыуҙарын ҡара! Был бит асыҡ гонаһ!
51. Һин әллә китаптан өлөш бирелгән кешеләрҙе күрмәнеңме? Улар Әл-Джибиткә һәм Әт-Тағутҡа ышана һәм улар иман килтермәгән кешеләр тураһында: «Иман килтергәндәргә ҡарағанда, быларҙың юлдары тоғрораҡ»,— тиҙәр.
52. Былар — Алла ләғнәтләгән кешеләр. Ә инде Алла кемде ләғнәтләһә, уға ярҙамсы тапмаҫһың.
53. Әллә уларҙың хакимлыҡтан өлөштәре бармы һәм ул уаҡытта улар кешеләргә хөрмә һөйәге өҫтөндәге һыҙыҡ ҡәҙәр ҙә бирмәҫ!
54. Әллә улар Алла кешеләргә Үҙ йомартлығынан биргәнгә көнләшәләрме? Беҙ бит Ибраһим тоҡомона китап бирҙек, хикмәт бирҙек һәм уларға бөйөк хакимиәт бирҙек.
55. Улар араһынан Уға иман килтергәндәр ҙә һәм Унан баш тартыусылар ҙа булды. Һәм йәһәннәмдең ут булыуы еткән!
56. Ысынлап та, Беҙҙең аяттарыбыҙға иман килтермәгән кешеләрҙе утта яндырырбыҙ! Улар ғазапты татыһын өсөн тиреләре янған һайын, икенсе тире менән алмаштырырбыҙ. Ысынлап та, Алла бөйөк, хикмәтле!
57. Иман килтереп, изге эштәр эшләгән кешеләрҙе Беҙ аҫтында йылғалар ағып торған баҡсаларға индерербеҙ, улар унда мәңгегә ҡалыр. Улар өсөн унда саф ҡатындар, һәм Беҙ уларҙы еләҫ күләгәләргә индерербеҙ!
58. Ысынлап та, Алла һеҙгә, һеҙҙең ҡулға тапшырылған аманатты хужаһына ҡайтарырға һәм кешеләрҙе хөкөм иткәндә ғәҙеллек менән хөкөм итергә бойора! Ниндәй ниғмәтле Алланың һеҙҙе өгөтләгән нәмәһе! Ысынлап та, Алла ишетә, күрә!
59. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаға һәм рәсүлгә буйһоноғоҙ, үҙегеҙ араһынан булған башлыҡтарға буйһоноғоҙ. Әгәр һеҙ берәй нәмәлә һүҙ көрәштерһәгеҙ, уны Аллаға һәм Алланың рәсүленә ҡайтарығыҙ, әгәр Аллаға һәм ахирәт көнөнә ышанһағыҙ. Был — хәйерлерәк һәм аңлатма биреү яғынан яҡшыраҡ.
60. Һиңә һәм һиңә ҡәҙәр иңдерелгәндәргә иман килтерҙек тип әйткән кешеләрҙе күрмәнеңме ни һин? Улар үҙ араларын хөкөм итеү өсөн Әт-Тағутҡа йүнәлергә теләй, уларға уға ышанмаҫҡа бойоролһа ла. Һәм шайтан уларҙы бик алыҫҡа юлдан яҙҙырырға теләй.
61. Һәм уларға: «Алла иңдергәнгә һәм рәсүлгә килегеҙ!»— тип әйтелһә, һәм ике йөҙлөләрҙең һинән бик тиҙ баш тартыуҙарын күрәһең.
62. Әгәр улар ҡулдары менән элек эшләгән эштәре арҡаһында берәй бәлә-ҡазаға дусар булһа, Алла менән ант итеп, «Беҙ фәҡәт яҡшылыҡ һәм ярҙамлашыуҙы ғына теләйбеҙ»,— тип һиңә килеүҙәре нисек була һуң?
63. Быларҙың күңелдәрендә нимә бар икәнен Алла белә, уларҙан йөҙ сөй һәм уларҙы өгөтлә, һәм уларға үҙҙәре тураһында ышандырырлыҡ һүҙ һөйлә!
64. Беҙ һәр рәсүлде уға Алланың рөхсәте менән буйһонһондар өсөн ебәрҙек. Әгәр улар, үҙ-үҙҙәренә ғәҙелһеҙлек эшләп, һиңә килһәләр һәм Алланың ярлыҡауын һораһалар, һәм рәсүл дә улар өсөн ярлыҡау һораһа, әлбиттә, улар Алланы тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе һәм рәхимле итеп табыр ине.
65. Әммә — юҡ! Раббың менән ант итәм,— улар үҙҙәре араһындағы буталсыҡҡа һине хөкөм итеүсе иткәнгә тиклем иман килтермәҫтәр. Шунан һуң һин хөкөм ҡылған нәмәлә улар тарлыҡ тапмаҫтар һәм бөтөнләй баш эйерҙәр.
66. Әгәр Беҙ уларға: «Үҙ-үҙегеҙҙе үлтерегеҙ йәки үҙ йорттарығыҙҙан сығығыҙ!» — тип бойорһаҡ, уларҙың аҙ ғынаһы быны эшләр ине. Улар өгөтләгәнде эшләһәләр, үҙҙәре өсөн хәйерлерәк һәм иҫбатлау өсөн нығыраҡ та булыр ине.
67. Ул уаҡытта Беҙ уларға Үҙ тарафыбыҙҙан оло әжер бирер
68. һәм тура юлдан алып китер инек.
69. Кем дә кем Аллаға һәм рәсүлгә буйһонһа, ул уаҡытта улар Алла ниғмәтен биргән бәйғәмбәрҙәр, хаҡ һүҙ һөйләүселәр, шаһиттар һәм изгеләр менән бергә булыр. Иптәш булыуҙа ниндәй яҡшы улар!
70. Был — Алланың йомартлығынан. Алланың белемле булыуы еткән!
71. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һаҡ булығыҙ, һуғышҡа төркөм-төркөм булып сығығыҙ йәки барығыҙ ҙа бергә барығыҙ!
72. Һеҙҙең арағыҙҙа, һис шикһеҙ, артта ҡалыусы бар. Әгәр һеҙ бәләгә тарыһағыҙ, ул: «Алла миңә ниғмәтен ҡылды, ярай әле, арағыҙҙа шаһит булманым»,— ти.
73. Әгәр Алланан йомартлыҡ килһә, һеҙҙең менән уның араһында дуҫлыҡ булмаған кеүек: «Ах, әгәр мин һеҙҙең менән булһам ине, ҙур уңышҡа ирешкән булыр инем»,— тип әйтер.
74. Донъя бәрәбәренә ахирәтте һатып алыусылар Алла юлында һуғышһын! Кем Алла юлында һуғыша — йәки үлтерелә йәки еңә — Беҙ уға оло әжер бирербеҙ.
75. Һәм ниңә һуң һеҙ Алла юлында һәм көсһөҙ ирҙәр, һәм ҡатындар, һәм балалар өсөн һуғышмайһығыҙ? Улар: «Раббыбыҙ, беҙҙе был ауылдан сығар, уның халҡы — залим, Үҙеңдән беҙгә һаҡлаусы бир һәм Үҙеңдән беҙгә ярҙамсы булдыр!» — тиҙәр.
76. Иман килтергән кешеләр Алла юлында һуғыша, ә кафырҙар — Әт-Тағут юлында. Һуғышығыҙ шайтан дуҫтары менән! Шайтандың хәйләһе көсһөҙ!
77. Һин күрмәнеңме ни, «Ҡулығыҙҙы тыйығыҙ, намаҙ уҡығыҙ, зәкәт бирегеҙ!» — тип әйтелгәндәрҙе? Ә инде уларға һуғышырға бойоролғас, уларҙың бер төркөмө кешеләрҙән Алланан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡалар, хатта унан нығыраҡ ҡурҡалар. Һәм улар: «Раббыбыҙ! Ни өсөн Һин беҙгә һуғышырға бойораһың? Әгәр Һин уны бер аҙға кисектерһәң ине»,— тиҙәр. «Был донъянан файҙаланыу оҙаҡ түгел, ә ахирәт тәҡүәлеләргә хәйерлерәк, һәм һеҙ хөрмә ҡабығы ҡәҙәр ҙә йәберләнмәҫһегеҙ»,— тип әйт.
78. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, хатта бейек манараларҙа булһағыҙ ҙа, үлем һеҙҙе табыр. Әгәр уларға яҡшылыҡ килһә: «Был Алланан»,— тиҙәр. Ә инде уларға насарлыҡ килһә: «Был һинән»,— тиҙәр. «Барыһы ла Алланан!» — тип әйт уларға. Ни өсөн һуң был кешеләр һөйләгәнде аңламай?
79. Һиңә изгелектән килгән нәмә — Алланан, насарлыҡтан ирешкәнең — һинең үҙеңдән. Беҙ һине кешеләргә рәсүл итеп ебәрҙек. Алланың шаһит булыуы еткән!
80. Рәсүлгә буйһонған кеше Аллаға ла буйһона. Ә кем боролоп китһә, ул уаҡыт... Беҙ һине уларға һаҡсы итеп ебәрмәнек.
81. Улар: «Буйһоноу!» — тиҙәр. Әгәр улар һинең эргәңдән сыҡһа, төн менән уларҙың бер төркөмө һин әйткәндән башҡаны уйлай, һәм уларҙың төндә уйлағандарын Алла яҙып тора. Уларҙан йөҙ сөйөр, Аллаға тәүәккәллә, Алланың үәкиллеге етер!
82. Улар Ҡөрьән тураһында уйлап ҡарамаҫмы? Әгәр ул Алланан түгел, башҡанан булһа, улар унда күп ҡаршылыҡтар табыр ине.
83. Уларға именлек йәки хәүефле берәй эш килһә, улар ул турала хәбәр тарата. Әгәр уны рәсүлгә йәки үҙҙәренең араларынан булған башлыҡтарға ҡайтарһалар, ул уаҡытта уны төшөнөргә тырышыусылар белер ине. Әгәр һеҙгә Алланың йомартлығы һәм рәхмәте булмаһа, күптәрегеҙ шайтан артынан эйәрер ине.
84. Алла юлында һуғыш! Был — һинең үҙеңә генә йөкләмә, иман килтергән кешеләрҙе өндә. Ихтимал, Алла кафырҙарҙың ҡыйыулығын баҫыр: Алланың ғәйрәте һәм язаһы көслө!
85. Әгәр бер кеше яҡшылыҡ менән яҡлаһа, уға унан өлөш булыр, ә кем насарлыҡ менән яҡлаһа, уға ла шулай ук унан өлөш булыр. Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле!
86. Һеҙгә сәләм биргән һайын һеҙ унан яҡшыраҡ итеп сәләмләгеҙ йәки шундай уҡ сәләм ҡайтарығыҙ. Ысынлап та, Алла һәр бер нәмәне хисаплай.
87. Алла — Унан башҡа илаһ юҡ! Әлбиттә, ҡиәмәт көнөнә һеҙҙе йыйыр, бында һис шик юҡ! Алла һүҙенән дә хаҡ һүҙ әйтеүсе кем бар?
88. Ни өсөн һеҙ икейөҙлөләргә ҡарата ике төркөм булдығыҙ? Эшләгән эштәре өсөн Алла уларҙы ҡолатты, Алла юлдан яҙҙырғандарҙы һеҙ тоғро юлға күндерергә теләйһегеҙме әллә? Бер кешене Алла юлдан яҙҙырһа, һин уға һис юл табып бирә алмаҫһың!
89. Улар, үҙҙәре кафыр булған кеүек, һеҙҙең дә кафыр булыуығыҙҙы теләрҙәр ине. Улар Алла юлына күскәнгә ҡәҙәр уларҙы дуҫ итмәгеҙ. Әгәр йөҙ дүндерһәләр, ҡайҙа тапһағыҙ, шунда тотоп үлтерегеҙ. Уларҙы дуҫ та итмәгеҙ, уларҙы ярҙамсы итеп тә алмағыҙ,
90. мәгәр, һеҙҙең менән килешеүҙәре булған халыҡ менән бәйләнеш тотҡандарҙан булмаһалар, йәки һеҙҙең менән һуғышыуҙан, йәки үҙ халыҡтары менән һуғышыуҙан күңелдәре ҡайтып, һеҙгә килгән булмаһалар. Алла, әгәр теләһә, уларҙы һеҙҙән өҫтөн ҡуйыр һәм улар һеҙҙең менән һуғышыр ине. Әгәр һуғышмайынса һеҙҙән ситкә китһәләр һәм килешеү тәҡдим итһәләр, ул саҡта Алла уларға ҡаршы һеҙгә һис бер юл бирмәй.
91. Һеҙ үҙегеҙгә лә һәм үҙ халҡына ла ышаныслы булырға теләгән икенсе берәүҙәрҙе табырһығыҙ. Улар сыуалышҡа әйләндерелгән һайын унда ауҙарылырҙар. Әгәр һеҙҙе ҡалдырмаһалар һәм тыныслыҡ тәҡдим итмәһәләр, үҙ ҡулдарын тыймаһалар, ҡайҙа ғына тапһағыҙ ҙа, уларҙы шунда тотоп үлтерегеҙ. Улар өҫтөнән һеҙгә асыҡ хакимиәт эшләнек!
92. Иман килтергән кешенең иманлы кешене үлтереүе ярамай, әгәр яңылышлыҡ менән генә булмаһа инде. Әгәр кемдер иман килтергән кешене яңылышлыҡ менән үлтерһә, иман килтергән бер ҡолдо иреккә ебәрә һәм ҡан йоломон үлтерелгән кешенең ғаиләһенә тапшыра, әгәр ғаиләһе уны хәйер итеп таратмаһа. Әгәр ул иманлы һәм һеҙгә дошман халыҡтарҙан булһа, ул саҡта иман килтергән бер ҡол иреккә ебәрелә. Әгәр ул кеше һеҙҙең арала килешеү яһалған халыҡтан булһа, ул саҡта йоломдо ғаиләһенә тапшырырға һәм иман килтергән бер ҡолдо иреккә ебәрергә тейешле. Әгәр үлтереүсе кеше быларҙы тапмаһа, ул саҡта, Аллаға тәүбә итеп, тотош ике ай ураҙа тоторға кәрәк. Алла белә, хикмәтле!
93. Әгәр бер кеше иман килтергән кешене алдан уйлап үлтерһә, уның язаһы — тамуҡ! Ул унда мәңге ҡалыр. Уға Алла асыу тотто, һәм уны ләғнәтләне, һәм уға оло ғазап әҙерләне!
94. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Алла юлына сыҡҡан сағығыҙҙа айыра белегеҙ һәм һеҙгә тыныслыҡ тәҡдим иткән кешегә, донъя осраҡлыҡтарынан файҙаланырға теләп: «Һин — иман килтермәгән бит»,— тип әйтмәгеҙ. Алла ҡаршыһында табыштар күп бит. Һеҙ ҙә элек шулай булдығыҙ, әммә Алла һеҙгә рәхмәтен ҡылды. Айырығыҙ: ысынлап та, Алла һеҙ эшләгән эштәрҙән хәбәрҙар!
95. Иман килтергән кешеләрҙән — зәғифтәрҙән башҡа — ҡул ҡаушырып ултырыусылар һәм Алла юлында үҙ малдары һәм йәндәре менән тырышыусылар берҙәй булмаҫ. Үҙ йәндәре һәм малдары менән тырышыусыларҙы Алла ултырыусыларға ҡарағанда бер дәрәжәгә өҫтөн яһаны. Алла һәр береһенә ожмах үәғәҙә итте, әммә тырышыусыларҙы ултырыусыларҙан оло әжерҙә өҫтөнөрәк итте,
96. һәм Унан бирелгән дәрәжәләрҙә, һәм ярлыҡауҙа, һәм рәхмәттә. Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
97. Үҙ-үҙҙәренә золомлоҡ иткән кешеләрҙе шул рәүештәрендә уафат ҡылған саҡта, фәрештәләр: «Һеҙ ниндәй хәлдә булдығыҙ?» — тип әйтерҙәр. Ә тегеләр: «Беҙ Ер йөҙөндә көсһөҙҙәрҙән булдыҡ»,— тип әйтер. Фәрештәләр уларға: «Һеҙгә күсеп йөрөү өсөн Алланың ере киң булманымы ни?» — тип әйтерҙәр. Быларҙың урындары — тамуҡ, һәм ниндәй яман ер бит ул! —
98. күсеп китергә яйын һәм тура юлын таба алмаған көсһөҙ ирҙәрҙән, ҡатындарҙан һәм балаларҙан башҡа булмаһалар.
99. Ихтимал, быларҙы Алла ғәфу итер: Алла ғәфү итеүсе, ярлыҡаусы!
100. Кем Алла юлы менән өйөнән күсеп китһә, Ер өҫтөндә киң торасаҡ урын һәм иркенлек табыр. Кем Алла һәм Уның рәсүленә йүнәлеп өйөнән сыҡһа һәм шуның һуңынан уға үлем килһә, уның әжере Алла өҫтөндә була: Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
101. Әгәр Ер йөҙөндә сәфәр ҡылып йөрөһәгеҙ һәм кафырҙарҙың һеҙҙе фетнәләргә-һынарға тырышыуҙарынан ҡурҡһағыҙ, намаҙҙы ҡыҫҡартыуҙан гонаһ юҡ. Ысынлап та, кафырҙар һеҙгә асыҡ дошман.
102. Әгәр улар араһында булһаң һәм имам булып уларға намаҙ уҡытһаң, һинең менән уларҙан бер төркөм булһын һәм улар ҡоралдарын алһындар. Сәждә ҡылғандан һуң һеҙҙең артығыҙҙа булһындар, һәм, намаҙ уҡымаған икенсе төркөм килеп, барыһы ла һинең менән намаҙ укыһын, һәм һаҡ булһындар, һәм ҡоралдарын алһындар. Кафырҙар, һеҙ ҡоралдарығыҙға һәм мөлкәтегеҙгә ғәмһеҙ булып, улар һеҙгә бер ынтылыш менән ташланырға теләр ине. Әгәр һеҙ ямғырҙан интекһәгеҙ йәки ауырыу булһағыҙ, ҡоралығыҙҙы ҡуйып тороуҙан гонаһ юҡ, әммә һаҡ булығыҙ! Ысынлап та, Алла кафырҙарға хурлыҡлы ғазап әҙерләне.
103. Намаҙ уҡып бөткәс, аяҡ өҫтөндә лә, ултырғанда ла, ятҡанда ла Алланы иҫкә алығыҙ. Ҡурҡыныс бөткәс, намаҙ тороғоҙ. Ысынлап та, намаҙ иман килтергән кешеләр өсөн — уаҡыты билдәләнгән йөкләмә.
104. Ул халыҡтарҙы эҙләүҙә көсһөҙләнмәгеҙ, әгәр интекһәгеҙ, һеҙ интеккән кеүек улар ҙа интегә бит, һәм һеҙ Алланан улар өмөт итмәгән нәмәне өмөт итәһегеҙ. Алла белә, хикмәтле!
105. Һиңә Алла күрһәткәнсә кешеләр араһында хөкөм итеү өсөн, Беҙ һиңә хәҡиҡәт менән китап иңдерҙек. Хыянат ҡылыусылар өсөн һүҙ көрәштереүсе булма,
106. һәм Алланан ярлыҡау һора: Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
107. Үҙ-үҙҙәрен алдаған кешеләр өсөн һүҙ көрәштермә. Ысынлап та, Алла гонаһлыны һәм хыянатсыны яратмай!
108. Улар кешеләрҙән йәшеренә, әммә Алланан йәшеренә алмайҙар. Төндә, Аллаға оҡшамаған һүҙҙе уйлағанда ла, Ул — улар менән, Алла улар эшләгән эштәрҙе солғаусы!
109. Бына һеҙ улар өсөн был донъяла һүҙ көрәштерәһегеҙ, ә ҡиәмәт көнөндә улар өсөн Алла менән кем һүҙ көрәштерер һуң? Йәки уларға кем үәкил булыр?
110. Әгәр бер кеше яманлыҡ эшләһә йәки йәненә золом ҡылһа һәм бынан һуң Алланан ярлыҡау һораһа, ул Алланы ярлыҡаусы һәм рәхимле итеп табыр.
111. Әгәр бер кеше гонаһ эшләһә, ул уны үҙенә ҡаршы эшләй, Алла белә, хикмәтле!
112. Әгәр бер кеше ғәйепле эш эшләһә йәки гонаһ ҡылһа һәм шунан һуң ул эштә гонаһһыҙ кешене ғәйепләһә, ул үҙенә ялғанды һәм асыҡ гонаһты йөкмәп алыр.
113. Әгәр һиңә Алланың йомартлығы һәм рәхмәте булмаһа, уларҙың бер төркөмө һине юлдан яҙҙырырға теләр ине. Ләкин улар тик үҙ-үҙҙәрен генә яҙҙыралар һәм бер нәмәлә лә зарар итә алмайҙар. Алла бит һиңә китап һәм хикмәт иңдерҙе, һәм һин белмәгәндәрҙе өйрәтте. Алланың һиңә булған йомартлығы бөйөк!
114. Уларҙың йәшерен кәңәштәренең күбеһендә,— саҙаҡа биреүҙе йәки яҡшы эш эшләүҙе йәки кешеләр араһын килештереүҙе ҡушҡандарҙан башҡа,— яҡшылыҡ юҡ. Әгәр бер кеше, Алла ризалығын теләп, ошоларҙы эшләһә, уға оло әжер бирербеҙ.
115. Әгәр бер кеше, уға тура юл асыҡ булғандан һуң, рәсүлгә ҡаршылыҡ ҡылһа һәм иман килтергән кешеләр юлынан башҡа юлға китһә, Беҙ уны үҙе киткән юлға йүнәлдерербеҙ һәм уны йәһәннәмдә яндырырбыҙ. Ниндәй яман ер ул!
116. Ысынлап та, Алла Үҙенә тиңдәш тотҡан кешене ғәфү итмәй. Бынан кесерәкте Ул теләгән кешеһенә ғәфү итә. Аллаға тиңдәш тотҡан кеше бик алыҫҡа аҙашҡан!
117. Улар Унан башҡа фәҡәт ҡатын-ҡыҙ енесенән булған һындарға доға ҡылалар, һәм фәҡәт буйһоноуҙан сыҡҡан шайтанға табыналар.
118. Ләғнәтләне Алла уны, һәм ул шайтан әйтте: «Барыбер мин һинең ҡолдарыңдан билдәле бер өлөш аласаҡмын,
119. һәм уларҙы юлдан яҙҙырырмын һәм күңелдәрендә нәфсе-хыялдар тыуҙырырмын, уларға малдың ҡолаҡтарын киҫергә ҡушырмын, һәм уларға Алла яратҡанды үҙгәртергә ҡушырмын!» Кем Алланан башҡа шайтанды яҡлаусы итә, шул кеше асыҡтан-асыҡ зыян күрә.
120. Шайтан уларға үәғәҙә бирә һәм уларҙа хыялдар уята, эммә ләкин тик үҙ-үҙҙәрен алдау ғына үәғәҙә итә.
121. Уларҙың урындары — тамуҡ, һәм унан ҡотолоу тапмаҫтар!
122. Әммә, иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән кешеләрҙе Беҙ аҫтында йылғалар ағып торған йәннәт баҡсаларына индерербеҙ, улар унда, Алланың хаҡ үәғәҙәһе буйынса, мәңгегә ҡалыр. Ә Аллаға ҡарағанда һүҙҙә кем ышаныслыраҡ?
123. Был — һеҙҙең хыялығыҙ түгел һәм китап эйәләренең дә хыялдары түгел. Кем яманлыҡ эшләһә, уға шул яманлыҡ менән яза бирелер, һәм ул Алланан башҡа яҡлаусы ла, ярҙамсы ла тапмаҫ.
124. Әгәр ирҙәрҙән йәки ҡатындарҙан кемдер изге эштәр эшләһә һәм иман да килтергән булһа, ул ожмахҡа инер һәм хөрмә орлоғо өҫтөндәге һыҙыҡ ҡәҙәр ҙә йәберләнмәҫ.
125. Изге эш эшләп, хәниф Ибраһим мәҙһәбенә эйәреп, Аллаға йөҙ тотҡан кешенән дин яғынан кем яҡшыраҡ? Алла Ибраһимды дуҫ итте!
126. Күктәрҙәге нәмәләр ҙә, Ерҙәге нәмәләр ҙә Алланыҡы. Алла барлыҡ нәмәләрҙе солғай.
127. Һинең ҡатын-ҡыҙҙар тураһында фәтүә-ҡарарыңды һорайҙар. «Алла һеҙгә улар тураһындағы ҡарарын һәм һеҙгә китапта уҡыла торғанды — өйләнергә теләп, һеҙ уларға тейешле булғанды бирмәгән етем ҡатындар тураһында, һәм көсһөҙ балалар тураһында, һәм һеҙгә етемдәргә ғәҙеллек эшләү тураһында — бирә. Яҡшылыҡтан нимә генә эшләһәгеҙ ҙә Алла белә»,— тип әйт.
128. Әгәр бер ҡатын иренең яратмауынан йәки ситләшеүенән ҡурҡһа, үҙ-ара берәй төрлө килешеүгә килеүҙәрендә гонаһ юҡ. Килешеү хәйерлерәк бит. Күңелдәрҙә һәр уаҡыт һаранлыҡ булып тора. Әгәр һеҙ изгелек эшләһәгеҙ һәм тәҡүәле булһағыҙ, ул саҡта, ысынлап та, Алла һеҙ эшләгән эштәрҙән хәбәрҙар.
129. Ғәҙеллек ҡылырға теләһәгеҙ ҙә ҡатындарығыҙ араһында ғәҙеллек ҡылырға көсөгөҙ етмәҫ. Уларҙың береһен бәйләнгән шикелле ҡалдырмаҫ өсөн, береһенә бөтөн ауышыу менән йүнәлмәгеҙ. Әгәр килешһәгеҙ һәм тәҡүәле булһағыҙ, ысынлап та, Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
130. Әгәр улар икеһе айырылышһа, Алла уларҙың һәр ҡайһыһын үҙ муллығынан байытыр, Алла бар нәмәне солғаусы, хикмәтле!
131. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр Алланыҡы. Һеҙгә тиклем китап бирелгәндәргә лә, һеҙгә лә Алланан ҡурҡыуҙы уасыят иттек. Әгәр кафыр булһағыҙ, ул саҡта күктәрҙәге һәм Ерҙәге нәмәләр Алланыҡы бит! Алла бай, данлы!
132. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр — Алланыҡы. Алланың үәкиллеге етә!
133. Эй һеҙ, кешеләр! Алла теләһә, һеҙҙе алып китер һәм икенсе кешеләрҙе килтерер. Алла быға ҡөҙрәтле!
134. Әгәр бер кеше донъя сауабын теләһә, донъя сауабы ла, ахирәт сауабы ла Алла ҡаршыһында бит! Алла ишетеүсе лә, күреүсе лә!
135. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Ғәҙеллектә ныҡ булығыҙ, Алла алдында шаһит булығыҙ, хатта үҙегеҙгә, ата-әсәләрегеҙгә, яҡындарығыҙға ҡаршы булһа ла,— ул кеше бай йәки ярлы булһа ла,— Алла уларҙың икеһенә лә яҡын. Ғәҙеллекте боҙмаҫ өсөн нәфсе теләгенә эйәрмәгеҙ! Әгәр һеҙ ситләшһәгеҙ йәки кире ҡаҡһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙ эшләгән эштәрҙән хәбәрҙар!
136. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаға һәм Уның рәсүленә, һәм Үҙ рәсүленә иңдергән китапҡа, һәм Ул элек иңдергән китапҡа иман килтерегеҙ! Әгәр кем Аллаға, һәм Уның фәрештәләренә, һәм Уның китаптарына, һәм Уның рәсүлдәренә һәм ахирәт көнөнә иман килтермәһә, ул бик алыҫ аҙашыу менән аҙаша!
137. Ысынлап та, иман килтергән, һәм унан һуң кафыр булған, тағы иман килтергән һәм йәнә кафыр булған һәм бынан һуң кафырлыҡтарын көсәйткән кешеләрҙе Алла ғәфү итмәҫ һәм уларҙы тура юлдан алып бармаҫ.
138. Икейөҙлөләрҙе уларға буласаҡ интектергес ғазап тураһындағы хәбәр менән һөйөнсөлә,—
139. иман килтергән кешеләр урынына кафырҙарҙы дуҫ иткәндәрҙе! Әллә улар ҙа бөйөклөк эҙләйҙәрме икән? Ә, ысынын да, бар бөйөклөк — Аллала!
140. Алла һеҙгә китап та иңдерҙе инде: әгәр һеҙ тыңлаған Алла аяттарына ышанмайҙар һәм уларҙы мыҫҡыл итәләр икән, улар икенсе һүҙгә күскәнгә ҡәҙәр улар менән ултырмағыҙ, ултырһағыҙ, уларға оҡшайһығыҙ бит. Ысынлап та, Алла кафырҙарҙы ла, икейөҙлөләрҙе лә — бөтәһен дә тамуҡҡа йыйыр! —
141. һеҙгә нимә булыр икәнде көтөп тороусыларҙы. Әгәр Алла тарафынан еңеү һеҙгә бирелһә, улар: «Әллә беҙ һеҙҙең менән булманыҡмы?» — тиҙәр. Кафырҙарға насип булһа, улар: «Әллә беҙ һеҙгә ярҙам итергә тырышманыҡмы, иман килтергән кешеләрҙән һаҡламаныҡмы?» — тип әйтәләр. Әммә ҡиәмәт көнөндә Алла һеҙҙең арағыҙҙа хөкөм ҡылыр һәм һис бер уаҡытта Алла иман килтергән кешеләргә ҡаршы кафырҙарға юл ҡуймаҫ!
142. Ысынлап та, икейөҙлөләр Алланы алдарға тырыша, тик Ул уларҙың үҙҙәрен алдай. Намаҙ уҡырға баҫһалар, кешеләр алдында күҙ буяп ҡына, ялҡауланып ҡына торалар, һәм Алланы аҙ иҫкә алалар,
143. икеләнеп, былар араһында ла, тегеләр араһында ла түгелдәр. Алла кемделер юлдан яҙҙырһа, һин уға һис юл тапмаҫһың!
144. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Кафырзарҙы иман килтергән кешеләр урынына дуҫ итмәгеҙ! Әллә һеҙ Алла алдында үҙегеҙгә ҡаршы асыҡ дәлил бирергә теләйһегеҙме?
145. Ысынлап та, икейөҙлөләр тамуҡтың түбән ҡатында, һәм уларға һин ярҙамсы һис тапмаҫһың,—
146. тәүбә ҡылғандар, һәм килешкәндәр, һәм Аллаға һыйынғандар, һәм Алла ҡаршыһында үҙҙәренең динен сафландырғандарҙан башҡа! Улар иман килтергән кешеләр менән бергә, иман килтергән кешеләргә Алла оло әжер бирәсәк!
147. Әгәр шөкөр итһәгеҙ һәм иман килтергән булһағыҙ, Алла һеҙҙең ғазабығыҙ менән нимә эшләр? Алла — шөкөр итеүсе, белеүсе!
148. Алла насарлыҡ тураһындағы һүҙ менән тауыш сығарыуҙы яратмай, әгәр быны йәберләнгән кеше генә эшләмәһә. Алла ишетә, белә!
149. Әгәр яҡшы эште асыҡ эшләһәгеҙ йәки йәшерен ҡалдырһағыҙ, йәки берәй яманлыҡты ғәфү итһәгеҙ, ысынлап та, Алла кисереүсе һәм ҡөҙрәтле!
150. Ысынлап та, Аллаға һәм Уның рәсүлдәренә иман килтермәгән һәм Алланы Уның рәсүлдәренән айырырға теләүселәр: «Беҙ бәғзеләренә иман килтерәбеҙ һәм бәғзеләренә иман килтермәйбеҙ»,— тиҙәр. Ошоноң араһында юл табырға теләйҙәр,
151. улар, ысынлап та, кафырҙар! Һәм Беҙ кафырҙарға хурлыҡлы ғазап әҙерләнек!
152. Әммә Аллаға һәм Уның рәсүлдәренә иман килтергән, һәм улар араһында береһен дә айырмағандарға — быларға Беҙ әжерҙәрен бирәсәкбеҙ: Алла ярлыҡаусы, рәхимле!
153. Китап әһелдәре Күктән уларға китап иңдерелеүен һинән һорайҙар, Мусанан бынан да ҙурыраҡты һорағайнылар, һәм: «Күрһәт һин беҙгә Алланы асыҡ рәүештә»,— тип әйткәйнеләр. Уларҙы золомлоҡтары өсөн йәшен атты. Һәм, асыҡ аяттар уларға килгәндән һуң, быҙауға табындылар. Беҙ бынан һуң уларҙы ярлыҡаныҡ һәм Мусаға асыҡ хакимиәт бирҙек.
154. Улар менән үәғәҙәләшкәндә өҫтәренә тау күтәрҙек һәм: «Ишектән сәждә ҡылып инегеҙ!» — тинек, һәм, «Шәмбене боҙмағыҙ!» — тип әйттек, һәм Беҙ уларҙан ҡаты үәғәҙә алдыҡ.
155. Һәм улар үәғәҙәләрен боҙғандары, Алланың аяттарына ышанмағандары, һәм бәйғәмбәрҙәрҙе нахаҡҡа үлтергәндәре, һәм «Беҙҙең күңелдәребеҙ томаланған»,— тигән һүҙҙәре өсөн. Юҡ! Алла, кафыр булғандары өсөн, уларҙың күңелдәрен ҡапланы, уларҙан бик аҙ кешеләр иман килтерә,
156. һәм уларҙың кафырлыҡтары өсөн, Мәрйәмгә оло ялған яҡҡандары өсөн,
157. һәм уларҙың: «Беҙ бит Мәрйәм улы Әл-Мәсих Ғайсаны, Алланың рәсүлен үлтерҙек»,— тигән һүҙҙәре өсөн, ә улар уны үлтермәне лә, әүернә ағасына [ҡулдарынан] ҡаҙаҡлап та ҡуйманы, үлтергән һымаҡ куренде генә уларға. Һәм был турала һүҙ көрәштереүселәр шикләнәләр, уларҙың фаразға ғына эйәреүҙәренән башҡа был турала бер төрлө лә белемдәре юҡ, ысынында улар уны үлтермәне,
158. ә бәлки Алла уны Үҙе янына олғаштырҙы: Алла бөйөк, хикмәтле!
159. Ысынлап та, китап әһелдәренән, уға үлмәҫ борон иман килтермәгән һис кем булмаҫ, ә ҡиәмәт көнөндә ул уларға ҡаршы шаһит булыр.
160. Һәм бына Беҙ йәһүҙилекте тотоусыларҙың золомо өсөн уларға рөхсәт ителгән яҡшы нәмәләрҙе харам ҡылдыҡ, һәм күп кешеләрҙе Алла юлынан яҙҙырғандары өсөн,
161. һәм уларға тыйылған рибаны алғандары, кеше малдарын юҡҡа сығарып ашағандары өсөн, уларҙың араларындағы кафырҙарға интектергес ғазап әҙерләнек.
162. Ләкин уларҙан белемдә ныҡ булғандарға, иман килтереп, һиңә иңдерелгәнгә һәм һиңә ҡәҙәр иңдерелгән нәмәләргә, намаҙ тороусыларға, зәкәт биреүселәргә, Аллаға һәм ахирәт көнөнә иман килтергән кешеләргә оло әжер бирербеҙ!
163. Беҙ, Нухҡа һәм унан һуңғы бәйғәмбәрҙәргә үәхи ҡылған кеүек, һиңә лә үәхи ҡылдыҡ, һәм Беҙ Ибраһимға, Исмәғилгә, Исхаҡҡа, Яҡупҡа, һәм быуындарға [балаларына], Ғайсаға, Әйүпкә, Юнысҡа, Һарунға, Сөләймәнгә астыҡ, һәм Дауытҡа Зәбүр бирҙек.
164. Һәм Беҙ быға тиклем һиңә һөйләнгән бәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙек, һәм Беҙ һиңә һөйләмәгән бәйғәмбәрҙәрҙе лә ебәрҙек,— ә Алла Муса менән һөйләште,—
165. һөйөнсөләүсе һәм өгөтләү-иҫкәртеүсе бәйғәмбәрҙәрҙе, бәйғәмбәрҙәрҙән һуң кешеләрҙең Аллаға ҡаршы дәлилдәре булмаһын өсөн. Алла бөйөк, хикмәтле!
166. Ләкин Алла һиңә иңдерелгән нәмәне Ул Үҙенең белеме менән иңдереүенә шаһитлыҡ ҡыла, һәм фәрештәләр ҙә шаһитлыҡ ҡылалар, һәм Алланың шаһит булыуы етә!
167. Ысынлап та, иман килтермәгән һәм Алла юлынан яҙғандар алыҫ аҙашыу менән аҙашты!
168. Иман килтермәгән һәм залим булғандарға Алла ярлыҡаусы ла булмаҫ һәм тура юлдан да алып бармаҫ,
169. тамуҡ юлынан ғына булмаһа — улар унда мәңгегә ҡалыр! Был Аллаға еңел!
170. Эй һеҙ, кешеләр! Һеҙгә Раббығыҙҙан хаҡлыҡ менән рәсүл килде, иман килтерегеҙсе! Был һеҙҙең өсөн хәйерлерәк. Әгәр иман килтермәһәгеҙ, күктәрҙә һәм Ерҙә булғандар — Алланыҡы бит! Алла белә, хикмәтле!
171. Эй һеҙ китап әһелдәре! Динегеҙҙә сиктән уҙмағыҙ, Аллаға ҡаршы хәҡиҡәттән башҡаны һөйләмәгеҙ. Мәрйәм улы Әл-Мәсих Ғайса Алланың рәсүле генә, һәм Мәрйәмгә ташлаған һүҙе һәм Уның рухы ғына. Аллаға һәм Уның рәсүлдәренә иман килтерегеҙ һәм «өс»,— тип әйтмәгеҙ. Тыйылығыҙ, был һеҙҙең өсөн хәйерле. Ысынлап та, Алла — бер генә илаһ бит. Уның балаһы булыуҙан саф Ул. Күктәрҙәге нәмәләр ҙә, Ерҙәге нәмәләр ҙә Алланыҡы. Алланың үәкил булыуы етә!
172. Әл-Мәсих тә, Аллаға яҡынлаштырылған фәрештәләр ҙә Аллаға ҡол булыуҙан хурланмай! Әгәр берәү Уға ҡоллоҡ ҡылыуҙан хурланһа һәм тәкәбберләнһә, Ул уларҙы, ҡубарып, барыһын да Үҙ янына йыйыр.
173. Әммә, иман килтереп, изге эштәр эшләгән кешеләргә уларҙың әжерҙәрен тулыһынса бирер һәм уларға Үҙенең йомартлығынан да арттырыр, ә инде эреләнгән һәм тәкәбберләнгән кешеләрҙе интектергес ғазап менән ғазаплар. Уларға Алланан башҡа яҡлаусы ла, ярҙамсы ла табылмаҫ!
174. Эй һеҙ, кешеләр! Раббығыҙҙан иҫбатлау килде, һәм Беҙ һеҙгә асыҡ нур иңдерҙек.
175. Һәм Аллаға иман килтереп Уға һыйынған кешеләрҙе Ул Үҙенең рәхмәтенә һәм йомартлығына индерер һәм уларҙы Үҙенә тура юл менән алып барыр.
176. Һинән аңлатып биреүҙе һорайҙар. «Алла һеҙгә йыраҡ туғанлыҡ тураһында ҡарарын бирә. Әгәр бер кеше үлһә һәм балаһы булмай апаһы йәки һеңлеһе булһа, апаһына йәки һеңлеһенә — унан ҡалғаң малдың яртыһы. Һәм апаһы йәки һеңлеһенең балаһы булмаһа, алыҫ туған уларға уариҫ була. Әгәр ике ҡыҙ туғаны булһа, ул саҡта уларҙың икеһенә ҡалған малдың өстән ике өлөшө тейер. Әгәр туғандар ир һәм ҡыҙ булһа, ир туғанға ҡыҙ туғандың икеһенә тейгән өлөш тейер»,— тип әйт. Һеҙ аҙашмаһын өсөн аңлата һеҙгә Алла. Алла һәр нәмәне лә белә!