Әсәйемдең халаты. Фирүзә Абдуллина.


Әсәйемдең халаты. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 03.07.2014.. Нәшер ителгән: 02.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Һыйыр һауырға йүгерәм
Өлгөрөүгә таң атып,
Тиҙ-тиҙ генә эләктереп
Әсәйемдең халатын.

Кемдер көндө намаҙ менән,
Доға менән башлаһа,
Минең өсөн һәр яңы көн
Әсәйемдән баш ала.

Тиҫтә ярым йыл үтһә лә,
Ғәҙәткә тоғро ҡалам,
Әсәйемдән һәр бер көнгә,
Гүйә, фәтиха алам.

Эш бөткәс тә халатымды
Ҡәҙерләп ҡуям элеп:
Һаҡлап ҡына кейгәнемде
Әсәйем торһон белеп.

“Яҡла, әсәй! Һаҡла, әсәй!”-
Таң һайын һорап торам,
Халат тотоп ҡабатлаған
Минең көндәлек доғам…