Әсәйемдең 80 йәшенә. Фирүзә Абдуллина.


Әсәйемдең 80 йәшенә. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 03.01.1998.. Нәшер ителгән: 08.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Әсәйем Герой-әсә Байтурина Йәмилә Ғәлим ҡыҙына.

Ҡартайғанһың.
            Йыйырсыҡтар
Маңлайыңда, ҡулдарыңда.
Йәшлегең һәм матурлығың
Ҡыҙҙарыңда, улдарыңда.

…Ун балаға ғүмер биреп,
Тәрбиәләп үҫтергәнһең,
Шатлығын да, ҡайғыһын да
Ғүмереңдә күп күргәнһең.

Балалар ас булмаһын, тип,
Ҡайғы-хәсрәт күрмәһен, тип,
Тырышҡанһың, ярышҡанһың,
Яҙмыш менән алышҡанһың.

Дүрт балалы әсә булып,
Дүрт йыл һуғыш кисергәнһең,
Ир-аттарға ауыр йөктө
Бөгөлмәйсә, күтәргәнһең.

Беҙҙең өсөн йәшәгәнһең,
Ҡыйралғанһың, имгәнгәнһең,
Булмағандыр эш һуңынан
Туя ашап кинәнгәнең.

Буйың-һының зифа саҡта,
Матур кейем эләкмәгән,
Беҙҙең өҫ-баш бөтөн булһа,
Һиңә бер ни кәрәкмәгән.

…Һикһән йәштә һинең алда
Балаларың, ейәндәрең,
Бөтәбеҙ ҙә бергә саҡта,
Йөҙөң яҡты, тыныс йәнең.

Атай-әсәй булһаҡ та беҙ,
Һинең наҙға мохтажлыбыҙ.
Һау-сәләмәт, оҙаҡ йәшә!
Мәңге йылыт, ҡояшыбыҙ!!!