Әсәйем(шиғыр). Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

Әсәйем ( шиғыр )
автор Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Әсәйем


 Ҙур үҫәйем, әсәйемде
 Ҡарармын үҙем генә,
 Тәмле сәйҙәр эсерермен,
 Һыу ташып үҙем генә.
 Әҙерләрмен аш-һыуын да,
 Керҙәрен дә йыуырмын,
 Бөхтә йөрөһөн әсәй, тип
 Үтекләп тә ҡуйырмын.
 Иркәләрмен гел генә,
 Әсәйем бит бер генә.

 


2006 йыл