Әсәйем(шиғыр). Ф.Мөхәмәтйәнов

Әсәйем ( шиғыр )
автор Ф.Мөхәмәтйәнов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Әсәйем


 Әсәйем кем тиһегеҙме?
 Белмәйһегеҙ шуны ла,
 «Алтын ҡуллы апай» тиеп
 Йөрөтәләр уны ла.
 Ҡулы былай алтын кеүек
 Ялтырап-нитеп тормай,
 Ашханала, бысаҡ тотоп,
 Картуф, кәбеҫтә турай.
 Бәлеш һала, туҡмас киҫә,
 Тәмле аштар бешерә,
 Торт яһаһа, өҫтәренә
 Һырлап сәскә төшөрә!
 Аш-һыуына, тәм-томона
 Бөтә халыҡ һоҡлана,
 Шуға, алтынға тиң күреп,
 Әсәй ҡулы маҡтала!

 


1988 йыл