Әсәйем ҡайтҡас...(шиғыр)


Әсәйем ҡайтҡас (Шиғыр )
автор Лилиә Батыршина- Әбйәлил районы Әбдрәш урта мәктәбе
Ижад итеү ваҡыты: билдәһеҙ. Нәшер ителгән: 2003 йыл. Сығанаҡ: "Аҡбуҙат" журналы №3, 2003 йыл


Әсәйем ҡайтҡас


Әсәйем эштә бөгөн,
Ҡайтыр ул кискә генә.
Булмағас әсәй өйҙә,
Инде күңелһеҙ миңә.
Бер уй килде башыма:
Йыуҙым мин һауыт-һаба,
Иҙәнемде һеперҙем,
Гөлдәргә лә һыу һиптем.
"Шәмбе кис"те ҡарай-ҡарай,
Һырлап бешерҙем ҡалас.
Шиғыр яҙҙым әсәйемә,
Тағы ваҡытым ҡалғас.
Бына әсәйем ҡайтты,
Гөлдәр уға йылмайҙы,
Сынаяҡтар сыңланы,
Хәтерләтеп нур-айҙы.
Ә мин шиғыр һөйләйем,
Әсәйем һөйөп алды.
Беҙҙең йәмле өйөбөҙ
Йылы нурҙарға тулды.


2003 йыл