Әсәй, әсәкәй. Гүзәл Ситдиҡова

Әсәй, әсәкәй



Әсәй, әсәй, әсәкәйем,
Тапмаһа - илай, сәсәй:
Биш йәшендәге сабыйға
Донъя кендеге - әсәй.
Ун биштә бала "Үҙем", - ти
Еңешә, бирмәй һүҙен,
Аҡыл ингәнен көтөргә
Әсәгә бирһен түҙем!
Егерме биш тулғанында
Әсәйгә аҡыл һата,
Ул - үҙе донъя кендеге,
Тыуған йорт ситтә ята.
Әсәһе иҫенә төшә
Тулғанда утыҙ бише,
Ниһайәт һиҙҙерә үҙен
Кешегә аҡыл теше.
Илле йәше тулғанында
Йәнә: "Әсәкәй, әсәй!”
Ағартҡан сәстәре өсөн
Үҙе хәсрәттән сәсәй.
Етмеш тулғас, етмеш илай
Әсәһен күреп төштә...
Терелһә, яратыр ине
Яратҡан кеүек биштә...


2013