Ҡапыл көслө ел сыҡты. Ҡара ямғыр болоттары ҡояшты ҡапланы. Әле генә тыныс ятҡан быуа тулҡындар тибрәтте. Рәхәтләнеп, һыуҙа сумып йөрөгән ҡаҙҙар-өйрәктәр балаларын саҡырып ярға ашыҡтырҙы. Эре тамсылы ямғыр, уларҙың ауылға инеүен генә көтөп торғандай, күктә утлы таҫмаларын һуҙа-һуҙа, шыбырлап яуа ла башланы.
— Балаҡайҙарым, тиҙерәк булығыҙ!— тип сипылданы бәләкәй генә һап-һары бәпкәләренә инә өйрәк. Балалары уның артынан бер аҙым да ҡалмай йүгерҙе, тик берәүһе, бесәй тешләп имгәндергән тәпәйлеһе генә, аҡһаҡлап иң артта барҙы.
— Йүгер, ҡыҙым, ана шулай, ана шулай,— тип дәртләндерҙе өйрәк уны.
— Әсәй, мин арыным,— тип шыңшыны аҡһаҡ бәпкә.— Әсәй...
Өйрәк артына боролоп ҡарай ҙа тынысһыҙланып уны көтөп ала һәм тағы ла алға йүгерә.
Ямғыр көсәйә төштө,
«Бәләкәйҙәремдең көсө юҡ, ямғыр уларҙы һәләк итәсәк,— тип ҡобараһы осоп уйланы Әсә,— етмәһә, бынау бахырҡайым бөтөнләй арыны. Өйгә ҡайтып етмәһәк тә, яҡындағы ҡойма буйына барып етергә ине».
— Әсәй, беҙ өшөнөк,— тип өҙлөкһөҙ сипылдашты бәпкәләр.
— Хәҙер, хәҙер, бәләкәстәрем, саҡ ҡына түҙегеҙ.
Әсә тағы ла туҡтап, аҡһаҡ бәпкәһенә ҡараны ла, йөрәге семтеп алды. Бәпкә бөтөнләй хәлдән тайып ятып ҡалғайны.
— Торсо...
Ул кире йүгерҙе.
— Ана, ҡойма янына бер аҙым ғына ҡалды, әйҙә, үҫкәнем, тор инде.
Бәпкә ҡалҡынды, көс-хәл менән ҡойма эргәһенә килеп етте.
— Әйҙәгеҙ, тиҙерәк ҡанатым аҫтына инегеҙ.
Бәпкәләр ашығып өйрәктең йылы ҡанаты аҫтына һыйынды, берәү генәһе лә тышта тороп ҡалманы. Тик әсә бер үҙе, йәшен йәшнәгән һайын күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, ямғыр аҫтында сыланып ултырҙы.