Әсә күңеле(шиғыр). Абдулхаҡ Игебаев

Әсә күңеле ( шиғыр )
автор Абдулхаҡ Игебаев
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Әсә күңеле


Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,
Унда күпме ынйы бар!
һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән
Бала өсөн саф мөхәббәт
Ынйылары бит улар!
Әсә күңелен дала тиҙәр,
Ул тылсымлы, киң дала.
Ошо күңелдән башлана
Һәр кемдең дә ҙур бәхеткә
Аҡ юлдары донъяла!
Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,
Унда күпме яҡтылыҡ!
Шул күңелдең яҡтыһынан
Тормош тағы балҡып китә,
Ерҙә арта яҡшылыҡ!

 


1988 йыл