Өлгөр һүҙ. М.Аҡмулла

Өлгөр һүҙ
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Өлгөр һүҙ


Асманда тыуған йондоҙҙан

Яҡтырып тыуған ай артыҡ;

Жабы237 тыуған эш атынан

Ҡазанат238 тыуған тай артыҡ;

Башы боҙоҡ хакимдан

Хәйерле, шым яй239 артыҡ;

Шәрә булһа, тауҙан да

Ағасы бар сай240 артыҡ;

Дөйә һуйған йыйындан

Туҡлы һуйған туй артыҡ;

Һүҙ тыңламаҫ улыңдан,

Һыйҙаш булһа, сит артыҡ;

Әрһеҙ айыу килендән

Көсөкләгән эт артыҡ;

Ауыл гиҙгән ҡыҙыңдан

Бишектәге ул артыҡ;

Күреп алған күркәмленән

Күрмәй алған ҡыҙ артыҡ!



Аңлатмалар

  • 237 Жабы (ҡ.) - ҡатнаш, төрлө тоҡомло аттан тыуған.
  • 238 Ҡазанат (ҡ.) - таҙа ҡанлы.
  • 239 Яй, жай (ҡ.) - ябай, түбән ҡатлам кешеһе.
  • 240 Сай (ҡ.) - йырғанаҡ.

Иҫкәрмәләр