Иң беренсе булып тыуғас,
Яҙмыш һиңә ҡырыҫ булған,
Улай ҡаҡҡан, былай һуҡҡан,
Ике тартһа, берҙе йыҡҡан,
Өлкән апай.
Ауыр йылдар, наҡыҫ аштар,
Алты һеңлең бетле баштар,
Әүрәткән дә, таҙартҡан да,
Әрләгән дә, яратҡан да
Өлкән апай.
Өс ҡустыңа өлгө булып,
Бурыс хисен алдан ҡуйып,
Утын ярып, бесән сапҡан,
Бөтә эшкә алдан сапҡан
Өлкән апай.
Ағас йығып, таҡта ярып,
Эшләгән ул арып-талып,
Ҙур тормошҡа юл өйрәткән,
Ярҙам итеп арттан эткән,
Өлкән апай.
Төпкөл ауыл, юлһыҙ юлдар,
Ҡайтыу хәтәр, китеү мәхшәр,
Ҡайтыр булһаҡ, ул ҡайғыртҡан,
Китер булһаҡ, сара тапҡан
Өлкән апай.
Хәҙер инде нигеҙ ҙә юҡ,
Атай ҙа юҡ, әсәй ҙә юҡ,
Һин бар ҡайтып баш терәргә,
Хәл һорашып, хәл һөйләргә,
Өлкән апай.
Йомартлығы уның сикһеҙ,
Келәт-һандыҡтары бикһеҙ,
Ни алырға, ни бирергә,
Белмәй, ҡайтһаҡ беҙ күрергә,
Өлкән апай.
Балаларға терәк булып,
Бөтәбеҙгә кәрәк булып,
Ҡартлығыңда ҡәҙер күреп,
Йәшә әле рәхәт белеп,
Өлкән апай.