Өләсәйем — йырсы минең, Оҙон көйҙәр көйләй ул. Төндәр буйы әкиәттәр, Риүәйәттәр һөйләй ул. Йомшаҡ ҡулдары яғымлы Беҙҙе иркәләп һөйгән. Әсәйҙе лә ошо ҡулдар Наҙлай-наҙлай үҫтергән.