Өмөт. Ситдиҡова Гүзәл.

Өмөт

Өмөт


Көн ҡояшһыҙ, тимәһәңсе,
Ҡояш сыҡмай көн тыуамы,
Күкте болот ҡаплағандан
Бер ҙә уҙмаҫ төн буламы?..
Яҙмыш яҙған һәр көнөңдә
Ҡояш балҡыу түгел зарур.
Зарур бары инаныуың -
Бар ул ҡояш, ҡояш бар ул!


2012