Өмөт. Тамара Искәндәриә

Өмөт (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Өмөт


Һүрәнәйеп кенә һүрелде ут
Янар тауҙың иң-иң үрендә.
Башҡа берәү
Ҡояшыңда ҡыҙына,
Башҡа берәү –
Хыял түреңдә.

Һүрәнәйеп кенә һүнде өмөт
Һөйөүеңде көтөп төңөлөп.
Миңә тигән ҡояш ҡабынмаған
Йөрәк түрҙәреңдә иң элек.

Миңә тигән көмбәҙ нурланмаған
Һинең күңелеңдән сағылып.
Йылы тандыр елдәр
Туҡтап ҡалған
Ҡырыҫ
Ҡаяларға
Ҡағылып.

Хуш, һөйөклөм!