Өс таған (Повесть)
автор Мостай Кәрим (1919—2005)
Ижад итеү ваҡыты: 1966. Нәшер ителгән: 1966.

.

Бөркөтлө

edit

Һеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур ауылдарҙың береһен күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән? Ҡыйындыр, әлбиттә. Ә бит Бөркөтлөнө күреү генә түгел, шунда тыуып, шунда үҫкән кешеләр бар. Уларға рәхәт, исмаһам, тыуҙыңмы, рәхим ит: Бөркөтлө.

Шулай ҙа кешеләрҙе аңламаҫһың. Бөркөтлөләр үҙ ихтыярҙары менән ҡайҙағылыр алыҫ ҡалаларға, күҙ күрмәҫ, ҡолаҡ ишетмәҫ илдәргә барып йөрөп ҡайталар. Күргәндәрен мәрәкә итеп һөйләйҙәр. (Мин һуғышты әйтмәйем. Унда берәү ҙә мәрәкә күрәйем тип бармаған.)

Йорттан сыға алмағандары лимон-әфлисундар үҫкән йыраҡ ерҙәр, шаулы диңгеҙҙәр, ҡыш булмай торған илдәр, төн булмай торған яҡтар тураһында хыялланалар. "Их, шуларҙы барып күрһәң ине!" - тиҙәр. Ә бына: "Их Бөркөтлөнө күрһәң ине!" - тип уфтанған кешене, ниңәлер, осратырға тура килмәне. Кешеләрҙең шундай ҡыҙыҡһынмаусан булыуына аптырарһың. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. Бөркөтлөлә, әйткәнемсә, донъя күргән кешеләр байтаҡ. Күрмәгәндәре лә сей наҙан түгел. Аҡты ҡаранан айыралар. Ана һарыҡ көтөүсеһе Шәрифулланы ғына тыңлап ҡарағыҙ. Алтмышҡа етеп, ситкә аяҡ атлағаны юҡ, ә үҙе ер шарын биш бармағы кеүек белә. "Ҡыҙыл буяуҙы Ҡыҙыл диңгеҙ һыуынан, ҡара буяуҙы Ҡара диңгеҙ һыуынан, аҡ буяуҙы Аҡ диңгеҙ һыуынан яһайҙар, йәнә һары диңгеҙ, Йәшел диңгеҙ, Зәңгәр диңгеҙ бар... - ти ул. - Йылы яҡта шундай тигеҙ далалар бар, ҡояш сыҡҡанда йомортҡа тәгәрәтеп ебәрһәң, ҡояш батҡансы туҡтамай барасаҡ", - ти.

Ә Бөркөтлө ҡарағас, ҡайын, ҡарағай урмандары менән ҡапланған тауҙар араһында - Урал итәгендә ултыра. Уның ике яғында ике ҙур күл. Береһен - Ҡалҡанкүл, икенсеһен Ҡылыскүл тип атап йөрөтәләр. Ҡалҡаны алыҫыраҡ, Ҡылысы ауыл эргәһендә генә. Тау битләүендә үлән йәшәреүгә Ҡалҡандың һыуы йылынып та өлгөрә, ә Ҡылыстың һыуы йәй уртаһында ла, боҙ кеүек, һалҡын була, инһәң, тәнде ҡурып ала.

Донъяла бер нәмә лә үҙ-үҙенән генә яралмай. Әлеге күлдәрҙең барлыҡҡа килеүе тураһында ошондай әңгәмә йөрөй. Имеш, борон-борон заманда, Уралды илбаҫарҙарҙан һаҡлағанда, бәһлеүәнгә уҡ тейгән. Ул гөрһөлдәп ергә ауған. Уң ҡулындағы ҡылысы бер яҡҡа, һул ҡулындағы ҡалҡаны икенсе яҡҡа барып төшкән. Ҡалҡан төшкән ерҙә йылы күл, ҡылыс төшкән ерҙә һалҡын күл ҡалҡҡан. "Ни өсөн шулай ике төрлө һыу сыҡҡан?" - тип һораһағыҙ, баяғы Шәрифулла былай тип яуап бирер: "Сөнки ҡылыс йән ҡыя торған яман ҡорал, ә ҡалҡан йән һаҡлай торған яҡшы нәмә",- тиер.

Бөркөтлөнөң күрке күлдәр генә түгел. Уның тирәһендә кемуҙарҙан ярышып күккә үрләгән тауҙар, тау араларындағы йәшел үҙәндәр, ҡаяларҙан урғылып сыҡҡан шишмәләр, таштан-ташҡа һикереп уйнаған ҡыр кәзәләре, яҙғы шарлауыҡтарҙан көҙгө ҡырауҙарға тиклем тынмай һайраған ҡоштар йәм өҫтөнә йәм өҫтәй. Яҙғы күкрәүҙәр ваҡытында бында тауҙар гөрләп тора. Әйтерһең, улар үҙҙәре күкте күкрәтәләр. Урмандарҙа беләк йыуанлығы көпшәләр үҫә, аҡландарҙа турғай башы ҙурлығы еләктәр бешә. Кеше аяғы баҫмаған түбәләрҙә бөркөттәр бала сығара. Улар йыш ҡына саңҡ-саңҡ итеп ауыл өҫтөнән осоп үтәләр. Ана шул бөркөттәр инде бынан бик күп йылдар әүәл ауылға исем биргәндәр: Бөркөтлө.

Күкрәктауҙағы әңгәмә

edit

Ҡылыскүл эргәһендәге бейек түбәне Күкрәктау тип йөрөтәләр. Уның төньяҡ битләүен ҡуйы ҡарағай урманы ҡаплаған, ә көньяҡ битләүе тап-таҡыр сиҙәмлек. Бер ҡараһаң, ул яртылаш сәсе алынған малай башына оҡшап ҡуя. Был яҡта ул шулай: ағастар тауҙарҙың төньяҡ итәктәренә һыйынып үҫәләр. Әйтерһең, улар тауҙарҙы һалҡын елдәрҙән ышыҡлар өсөн шулай итәләр.

Күкрәктау башына менеп ҡараһаң, күк сите әллә ҡайҙа алыҫҡа күсеп китә. Түбәндә Яйыҡ буйына ултырған Тирмә ауылының йорттары умарталыҡтағы умарталар саҡлы ғына күренә. Ә Урал итәгендә көтөүселәр яҡҡан усаҡтың төтөнө Шәрифулла төрөпкәһенән сыҡҡан төтөн хәтле генә. Тик әллә ҡайҙа ятҡан Кирәмәт кенә аяҙ көндәрҙә ҡараған һайын яҡынайған һымаҡ күренә. Тулҡын-тулҡын булып күгәреп ятҡан бүтән түбәләр араһында уның ғына башы ҡояшта ялтырап ағарып тора, йәйге селләгә тиклем унда ҡар ята.

Кирәмәт башына менеү тураһында күп малайҙар хыяллана. Ләкин унда менеү өсөн ҡара урмандар, текә ҡаялар, тәрән соҡорҙар аша уралып-уралып киткән тар, хәтәр һуҡмаҡ менән бер көн, бер төн барырға кәрәк. Ирмен тигән кеше Кирәмәткә менмәй ҡалмаҫ, әлбиттә. Ә хәҙергә Күкрәктауҙың көньяҡ битләүендә Шәрифулланың һарыҡтары керт-керт үлән ашап йөрөй. Тау башында эреле-ваҡлы биш кеше ултыра. Һары мыйыҡлы, ас яңаҡлы Шәрифулла ағай үҙе инде. Ә ҡалған дүртеһе тураһында һеҙҙең хатта ишеткәнегеҙ ҙә юҡтыр. Ғәжәп тә түгел. Уларҙың әлегә һис ни менән дан ҡаҙанғандары юҡ шул. Өсөһө кисә генә төрлө-төрлө билдәләр менән бишенсе класты тамамлап сыҡты. Тәртип яғы ла ал да гөл генә булманы. Шулай ҙа ҡойроҡ-фәлән эйәрмәне.

Ыҫмала төҫлө ҡара ҡуйы сәсле, ҡылыс танаулы, сандыр малай Ғабдулла исемле. Уның сәсенә ҡулыңды тейҙерһәң, бармаҡтарың сатнап йәбешер һымаҡ. Йәмшек танаулы, табаҡ битле йыуаны - Вәзир, һыуыҡта ла, эҫелә лә уның ике бит алмаһы гел ҡыҙарып янып тора. Вәзирҙең күҙҙәрен сылт-сылт йома торған ғәҙәте бар. Бер саҡ яңы килгән уҡытыусы апай, үсекләшә тип уйлап, ошо ҡылығы өсөн уны кластан да ҡыуып сығарҙы. Үҙе шундай булһа ла рогатканан һәләк мәргән ата ул. Өсөнсөһө - Бөркөтлөлә берҙән-бер ерән сәсле, һипкелле малай Айҙар. Уның "Ҡыр кәзәһе" тигән ҡушаматы ла бар. Шәп йүгергән өсөн шулай тип йөрөтәләр. Дүртенсеһе саҡ ҡына ситтәрәк ултыра. Уның әле етеһе лә тулмаған. Сысҡан ҡойроғо кеүек кенә толомона матур ҡыҙыл таҫма ҡушып үргән. Исеме лә матур уның - Гөлнур. Тик алғы тештәре генә юҡ. Теш булмағас, ауыҙында һис кенә лә һүҙ тормай.

Шәрифулла ағай бик серле тауыш менән нимә тураһындалыр әңгәмә һөйләй. Ҡалған дүртеһе тын да алмай тыңлап ултыра. Байыр яҡҡа тәгәрәгән ҡояштың һарғылт нурҙары Шәрифулланың ыҫланған мыйыҡ остарына төшөп йымылдайҙар. Йымылдайҙар ҙа уның аҫҡы ирененә һикереп төшәләр. Шуға күрә уның ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙе ниндәйҙер бер яңы серҙе аса һымаҡ.

Нимә һөйләй икән ул? Әйҙәгеҙ, ҡолаҡ һалып ҡарайыҡ.

- ...Кирәмәт башына менеү - бөркөт осор бейеклеккә күтәрелеү тигән һүҙ ул. Төндәрен уның өҫтөндә, - ти Шәрифулла, - усаҡ тирәһендә әйләнгән күбәләктәр төҫлө, йондоҙҙар һикерешеп уйнай. Улар түбән үк төшәләр - үрел дә тот үҙҙәрен! Ҡайһы бер үтә шуҡтары, яңылыш ҡаяға һуғылып, селпәрәмә лә киләләр. Ана шуны инде йондоҙ атылыу тиҙәр.

Әммә Кирәмәттең ҙур хәсрәте бар. Уның башындағы кескәй генә күлдә әүәл заман алтын-көмөш балыҡтар мыжғып торған. Бәлки йондоҙҙар шулар менән шаярыр өсөн тау түбәһенә төшкәндәрҙер ҙә. Балыҡтарҙың күптән инде заты ҡороған, ә йондоҙҙар иҫке ғәҙәттәрен һаман да ташламағандар. Балыҡтарҙы бер яман кеше һәләк иткән. Ул күлгә бер генә суртан ебәргән. Шул суртан аҙмы-күпме ғүмер үтеүгә алтын-көмөш балыҡтарҙы йотоп бөтөргән. Тау быға ҡайғырған. Шул ҡайғынан түбәһендәге күле лә кибә башлаған. Ул кибеп бөтһә, Кирәмәт дөм һуҡыр булып ҡаласаҡ. Ҡояш яҡтыһын да, болоттар аҡҡанын да, йондоҙҙар йымылдауын да күрмәйәсәк. Теге ҡомһоҙ суртан да дөмөгөүен дөмөккән, тик күлдәге йән эйәләрен бөтөрөп дөмөккән.

Әгәр батыр егеттәр табылып, беҙҙең Ҡылыстағы төҫлө алтын-көмөш балыҡтарҙы шунда илтеп ебәрмәһәләр, ул күл кибәсәк. Кирәмәт хәсрәтенән ишелеп төшәсәк. Көндәрҙән бер көндө анау аҡ нур сәсеп торған бейек тау урынында бушлыҡ тороп ҡалһа, бик күңелһеҙ буласаҡ. Шулай түгелме ни, егеттәр?

Егеттәр өндәшмәне.


Башлыҡ һайлау

edit

Ҡояш алыҫтағы урманға барып төртөлгәндә, Шәрифулла һарыҡтарын фермаға табан ҡыуып китте. Малайҙар ҙа ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Башлап Вәзир өндәште:

- Кирәмәттең хәле мөшкөл икән...

- Бер суртан арҡаһында... - тип ҡушылды Айҙар.

- Суртан түгел, бер яман кеше арҡаһында, - тип төҙәтте Ғабдулла. - Кирәмәтте был хәлдә ҡалдырырға ярамай.

- Күп итеп ыуылдырыҡ йыяйыҡ та,- тип кәңәш бирҙе Вәзир, - илтеп һалайыҡ. Балыҡ ул ыуылдырыҡтан ярала.

Айҙар уны ҡырт киҫте:

- Ыуылдырыҡ түгел, тере балыҡ ебәрергә көрәк!

- Ҡыҙыл ыуылдырыҡ магазинда лә бар,- тип хәбәр итте Гөлнур.

Малайҙар бер-береһенә ҡарашып алдылар. Шундай ҙур эш тураһында кәңәш барғанда был "ике ҡолаҡтың" артыҡ булыуы һәр кемгә асыҡ ине. Ҡарышырға урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп, Айҙар һеңлеһенә бойороҡ бирҙе:

- Ысҡын бынан! Ләкин Гөлнур ҡарышты:

- Ысҡынмайым.

- Шыл тиҙәр һиңә!

- Шылмайым, үҙең шыл. Айҙар ҡаты бойороҡто ҡапыл йомшаҡ вәғәҙәгә алмаштырҙы:

- Тыңлаһаң, турғай балаһы тотоп бирермен, һылыуым, хатта икене.

- Антмы?

- Ант!

Гөлнур шунда уҡ ауыл яғына тороп йүгерҙе. Сыбар күлдәге генә елберләп ҡалды. Беҙҙең яҡта кешеләр етди нәмә тураһында аяғөҫтө баҫып һөйләшмәйҙәр. Аҡылды ултырып йыялар. Малайҙар йәшел үлән өҫтөнә аҡыл йыйырға ултырҙылар.

"Кирәмәтте ҡотҡарырғамы, юҡмы?" - тигән һорауҙы ҡабатлауҙың кәрәге юҡ ине. Ул һис шикһеҙ ҡотҡарылырға тейеш. Ә ҡотҡарыу юлдары тураһында фекер төрлөсәрәк булды. Айҙар колхоздың балыҡсылар бригадаһына барып ярҙам һорарға кәңәш итте. Вәзир уны үсекләргә үк кереште:

- Ярҙам, ярҙам, имеш... Бар, бөтә ауылға сығып ҡысҡыр, ярҙам, һора. Бахыр. - Ул теш араһынан серт итеп төкөрөп ҡуйҙы.

- Башта уҡ ант итәйек, - тине Ғабдулла,- был - сер. Өндә лә, төштә лә, аҫһалар ҙа, киҫһәләр ҙә серҙе сисмәҫтән булһын. Кем дә кем телен тыя алмай, ул һатлыҡ йән тип аталасаҡ. Антмы?

Үҙе ҡуш ҡулын маңлайына ҡуйып ант итте:

- Ант!

Уның артынан Вәзир менән Айҙар ҡабатланы:

- Ант!

- Ант!

- Ыуылдырыҡлыһын һайлап ҡына беҙгә дәү бер күнәк балыҡ тоторға кәрәк, - тине Ғабдулла.

Вәзир һикереп үк торҙо:

- Ниңә уны тотоп торорға? Мин Ҡылыстағы балыҡсыларҙың балығы ҡайҙа торғанын беләм. Эңер төшкәс, бер түгел, ике күнәк сәлдереп килтерәм мин һеҙгә. Тик һалып торорға мурҙа ғына булһын.

- Батмай. Тура эште кәкере ҡул менән эшләмәйҙәр! - Был һүҙҙәрҙе Ғабдулла әйтте. Ләкин улар баяғы Шәрифулла һүҙҙәре ине.

Вәзир ҙә тиҙ генә ҡойолоп төшмәне:

- Ҡалайыраҡ эре сирттергән була, - тине ул, һуҙа биреп, - әйтерһең, башлыҡ...

- Малайҙар! - тип ҡысҡырҙы Айҙар. - Беҙгә, ысынлап та, бер башлыҡ кәрәк. Кем башлыҡ була?

Ҡалған икәү, йәнәһе төптән уйлаған булып, байтаҡ ҡына өндәшмәй торҙо. Сөнки кәңәш ваҡытында һәр һүҙгә тиҙ үк ҡушылып барыу ир кешегә килешмәй. Шулай ҙа Айҙар тәҡдимен иғтибарға алмау мөмкин түгел ине.

- Башлыҡты һайларға кәрәк, - тине һайлау-һайланыуҙарҙың рәтен яҡшы уҡ белгән Ғабдулла.

Шул саҡ Вәзир үҙенең барлы-юҡлы баҫалҡылығын бөтөнләй юғалтып ташланы. Ул, ҡыҫыҡ ҡара күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, ялбарырға тотондо:

- Малайҙар, ә, малайҙар, минең бер генә лә башлыҡ булғаным юҡ...- Хатта уның тауышы ҡалтыранды. - Айҙар ҡыш буйы класта староста булды, Ғабдулла стена газетаһына һайланды, район слетына барҙы. Бер мин генә...

Вәзирҙең уң күҙенән бер бөртөк йәш бына-бына тәгәрәп төшәм тигәндә, Ғабдулланың, тау еле кеүек, һалҡын тауышы уны тыйып ҡалды:

- Башлыҡты һорап алмайҙар!

Ләкин Вәзир өмөтөнән тиҙ генә баш тартманы. Ул үҙенсә шундай хәйләкәр юл уйлап тапты: - Шыбаға! Кем өҫкә сыға, шул башлыҡ була.

Инде уға Айҙар ҡаршы төштө:

- Шыбағаны уйында ғына тоталар. Тапҡан уйын! Кемуҙарҙан ярышырға ла, уҙған кеше башлыҡ була.

Хәҙер Вәзир арҡа терәберәк һүҙ башланы:

- Харап икән. Йүгеректе башлыҡ итергә, имеш. "Башлыҡ" ул "аяҡ" һүҙенән түгел, "баш" һүҙенән алынған - белмәһәң, бел. Иң йәтеше уның мәргәнлектә ярышыу. Кем мәргән ата, шул командир. Ана, Ғабдулла әйтһен!

Ғабдулла, әлбиттә, үҙ фекерен әйтеүҙән баш тартманы:

- Иң дөрөҫөн әйтәйемме?

- Әйт!

- Иң дөрөҫө - көрәштә көс һынашыу. Кем алышта еңә, шул башлыҡ.

Ғабдуллаға ҡаршы төшөү урынһыҙ булһа ла, малайҙар оҙаҡ бәхәсләштеләр. "Ҡара көс күрһәтеп кенә башлыҡ булыу замандары үткән инде", - тигән өсөн Вәзирҙең саҡ-саҡ ҡына яңағына эләкмәне. Шулай ҙа, аҙаҡ килеп, ғәҙеллек еңде. Өсөһөнөң дә һүҙе һүҙ булды. Башта малайҙар үҙҙәре ултырған ерҙән ауыл ситендәге яңғыҙ ҡарағасҡа тиклем йүгереп уҙышырға булдылар. Өсөһө лә, балаҡтарын төрөп, Айҙар таяҡ менән һыҙып билдәләгән һыҙыҡҡа баҫтылар.

Вәзир команда бирҙе:

- Раз, два, пли!

Йәйәнән ысҡынған уҡ шикелле, Айҙар шунда уҡ атлығып алға сыҡты. Их, йүгерә лә һуң! Табандары ергә лә теймәй, тик үксәләре генә алмаш-тилмәш ялтырап бара. Байтаҡ ара Ғабдулла ла унан артыҡ ҡалышманы. Вәзир, инәһенә эйәрер-эйәрмәҫ барған ялҡау ҡолон һымаҡ, артта уҡ тороп ҡалды. Уның Айҙарға асыуы килде: "Ерән шайтан! - тине ул эсенән. - Ботон таш менән бәреп һындыраһыңмы ни? һөрлөгөп тә китмәй бит, исмаһам!" Айҙарҙың һөрлөгөргә самаһы юҡ ине. Ул, Ғабдулланы дилбегә буйы артта ҡалдырып, ҡарағасты килеп ҡосаҡланы. Ғабдулла икенсе урынды алды.

Ярты юлға еткәс, Вәзир лап итеп ергә ултырҙы. Уң аяғын күтәреп, нимәлер соҡонорға тотондо. Күрәһең, табанына сүп кергәндер. Бер аҙҙан ул, аҡһай биреп, иптәштәрен ҡыуып етте.

- Ниңә шул тиклем йән-фарман сабаһың, аяҡтарыңды ҡыҙғаныр инең саҡ ҡына, - тип көлдө унан Айҙар.

- Аяғыма сүп керҙе,- тине Вәзир.- Мине ярышта ҡатнашмаған тип иҫәпләгеҙ!

Вәзирҙең аяҡ табанына, белгестәрсә ентекләп, тикшереү үткәрҙеләр. Ләкин унда былтырғы яраларҙың йөйҙәренән башҡа телгә алырлыҡ һис нәмә табылманы. Вәзир, бәхәскә инмәй генә, үҙенең еңелеү оятын күтәрергә мәжбүр булды.

Эште оҙаҡҡа һуҙмай, ярыштың яңы төрө башланды. Тәүҙә өсөһө лә һәр саҡ янда йөрөй торған ҡоралдарын - рогаткаларын салбар кеҫәләренән һурып сығарҙылар. Бер тауыштан ярыштың шарттары раҫланды. Ҡарағастың түбәндә генә һерәйеп торған ҡоро ботағына Айҙарҙың сигелгән түбәтәйен ҡуйҙылар. Ҡарағастан утыҙ аҙым үлсәп, таяҡ ҡаҙанылар. Ошонан тороп атырға тейештәр. Кеҫәләрҙә һәр саҡ йөрөй торған запастан иң йоморо, иң шыма өсәр таш алдылар. Өс атыуҙа түбәтәйгә кем күберәк тейҙерә, тимәк шул ота. Сиратты алфавит буйынса билдәләнеләр. Беренсе булып Айҙар атты. Тәүге таш выжлап осоп китте, ләкин ҡайҙа барып тейгәнен берәү ҙә күрмәне. Икенсеһе шап итеп ҡарағастың үҙенә һуғылды. Өсөнсөһөн Айҙар бик оҙаҡ тоҫҡаны. Инде быныһы түбәтәйҙе осороп алып китергә тейеш ине. Ләкин таш үҙ юлына китте, түбәтәй ҡымшанмай тора бирҙе.

Икенсе булып майҙанға Вәзир сыҡты. Башта ул бик етди ҡиәфәт менән бер талай сәпкә ҡарап торҙо. Ашыҡмай ғына рогаткаһын ҡорҙо. Бына ул тоҫҡай башланы. Тап шул ваҡытта уның йәлпәк танауына бер серәкәй килеп ҡунды.

Ләкин Вәзирҙең уға иҫе китмәне. Быны күреп торған Айҙарҙың эсе бошто: "Ҡурҡаҡ һин, серәкәй,- тип әрләне ул эсенән теге оҙон морондо. - Танауына ҡунғансы, күҙенә килеп инһәң, ни ерең кәмер ине, йүнһеҙ... Етмәһә, минең сигелгән түбәтәйгә ата". Айҙар һуҡранып та бөтә алманы, түбәтәй осоп та китте.

- Бер ҡоймаҡты майланыҡ, - тине Вәзир эре генә. Ғабдулла йүгереп барып түбәтәйҙе кире урынына ҡуйҙы. Икенсе атыуҙа түбәтәй, йәмшәйеп, тағы ла килеп төштө. Был юлы Айҙарҙың башы сатнап китте. Таш, әйтерһең, уның түбәтәйенә түгел, маңлайына килеп тейҙе. Вәзир үҙенекен ҡабатлай бирҙе:

- Ике ҡоймаҡты майланыҡ!

Өсөнсө атыу бәхәсле булын сыҡты. Түбәтәй төшөүен төштө, ләкин ул ботаҡ һелкенеүҙән генә төштө. Таш был юлы түбәтәйгә түгел, ботаҡҡа тейгәйне. Вәзир тағы ла тантаналыраҡ итеп йәнә ҡысҡырған булды:

- Өс ҡоймаҡты майланыҡ!

- Майламайыраҡ тор әле... - тине Айҙар, эстән һөйөнөп, - майың етмәҫ!

- Күҙең ҡыҙамы? Эсең әрнейме?- Өсөнсө атыуҙың буш булыуын Вәзир үҙе лә белә ине. Ләкин маһайған йүгеректе үсекләгеһе килде уның.

- Бына шулай атырға кәрәк, Айҙар мырҙам, - тип кәпрәйҙе ул. - Был һиңә тыр-мыр йүгереү түгел.

- Шул тиклем маҡтаныуҙан нисек телдәре талмай, - тип бошондо Ғабдулла. - Вәзирҙең өсөнсө ташы барыбер иҫәпләнмәй. Харамлашһа ла!

Вәзир ҙә артыҡ ныҡышманы. Сөнки ул Ғабдулланың уҙа алмаҫын яҡшы белә ине. ысынлап та, Ғабдулла, өс атыуҙан бары бер генә тейҙереп, икенсе урынға сыҡты.

Яңғыҙ ҡарағастың күләгәһе Вәлиҙәрҙең картуф баҡсаһына барып еткәндә, көрәш майҙаны асылды. Шыбаға буйынса, тәүҙә Вәзир менән Айҙар, устарына төкөрөп, ҡара-ҡаршы килеп баҫтылар.

- Алыш бармы, еңеш бармы? - тине Айҙар.

- Алыш та бар, еңеш тә бар! - тин, Вәзир тағы бер тапҡыр усына төкөрҙө.

Һабантуй майҙанындағы көрәшселәргә оҡшатып, улар яурынға яурын һуғып алдылар. Шунан һуң ғына, бер-береһенең күлдәген арттан бороп тотоп, билдән алыштылар. Улар, орсоҡ кеүек әйләнеп, байтаҡ йөрөнөләр, икеһе лә мышнап төштө. Ләкин берәү ҙә бил бирмәй. Малайҙарҙың көс бер сама булһа ла, Айҙар киҫкә кеүек ауыр Вәзирҙе күтәреп сөйөргә иҫәп тотмай ине. Ул бер нисә тапҡыр, үҙе ҡырын йығылып, Вәзирҙе баш аша осорорға маташып ҡараны, әммә теге гөрҫ итеп уның өҫтөнә ауып торҙо. Хатта бер ваҡыт Айҙарҙың үпкәһе боғаҙына килгәндәй булды.

Алыш тауышһыҙ-тынһыҙ дауам итте. Аяҡ салыу кеүек харамлашыуға берәү ҙә барманы. Бер саҡ иҫләмәгәндә генә Вәзир Айҙарҙы бөрөп алды ла, билен өҙөрҙәй ҡыҫып, күкрәгенә күтәрҙе. Айҙарҙың яҙғы себешкенән яңы ғына ҡотолоп килгән аяҡтары ерҙән өҙөлдө. Улар, таяныс эҙләгән шикелле, тыбырсынырға тотондолар, тик таяныс таба алманылар. Вәзир, ҡырын йығыла биреп, оҙонса буйлы ҡаҡса Айҙарҙы баш аша ырғытты. Шул ваҡыт нимәлер пыр-р-р итеп йыртылып китте.

Тәгәрәп ятҡан Айҙарҙың ике усында Вәзир өҫтөндәге зәңгәр күлдәктең ике итәге ине. Хужа өҫтөндә бары ике еңе менән яғаһы ғына эленеп ҡалған. Вәзирҙең ғәҙәттән тыш батыр ҡиәфәтен башта күргән Ғабдулла ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Ҡабырғаһы менән осло ташҡа барып төшкән Айҙар, ауыртыныуын онотоп, Ғабдуллага ҡушылды:

- Юлбарыҫ тиреһе ябынған баһадир! Хаха-ха!

Әлегә бер нәмә лә аңламаған Вәзир, битендәге тирен һөртмәксе булып, күлдәк итәген ҡапшаны. Ләкин ҡулы яланғас ҡорһағына тейҙе. Ул бары шунда ғына Айҙар ҡулындағы сепрәктәрҙең ҡайҙан йолҡоп алынғанын төшөндө.

Вәзир бына хәҙер йә ҡысҡырып илар, йә Айҙар менән һуғыша башлар тип көтәһегеҙҙер, бәлки. Көтмәгеҙ, көтөүегеҙ бушҡа сығасаҡ. Вәзир донъяның ваҡ-төйәгенә иҫе китеп бара торған малай түгел. Йәнә шуны ла әйтеп үтергә кәрәк. Кейем-һалым һандығы уның бөтөнләй үк буш та түгел. Өйҙә тағы бер күлдәге бар. Тик бына төҫөн генә хәтерләүе ҡыйын. Дөрөҫөрәге, уның төҫө юҡ. Көн ашаған.

Шулай ҙа "Юлбарыҫ тиреһе ябынған баһадир" иптәштәренә ҡушылып көлмәне. Ниңәлер, көлгөһө килмәне. Танауын йыйыра биреп, ғорур ғына әйтеп ҡуйҙы:

- Баш һау булһа, мал табылыр әле.- Был саҡ ул үҙендә дейеүҙе еңерлек көс һиҙҙе. Автомобиль тәгәрмәсенә тын өргән шикелле, кемдер уның беләктәренә көс өрөп тултыра, уның мускулдары ҡабарып тулыша ла таш булып ҡата, имеш.

Көрәш әле бөтмәгәйне. Вәзир Ғабдулла ҡаршыһына килеп баҫты:

- Алыш бармы, һалыш бармы?

- Алыш та бар, һалыш та бар!

Сәмләнеүҙең сигенә еткән Вәзир йән асыуы менән Ғабдулланың салбар ҡайышынан эләктереп алды. Ләкин Ғабдулла көрәште ҡабул итмәне. Сөнки "дошмандың" өҫтөндә күлдәге лә, билендә ҡайышы ла юҡ ине. Етмәһә, салбары ла өлтөрәп кенә тора. Ҡыҫҡаһы, уның тотонор нәмәһе юҡ ине. Айҙар үҙ ҡайышын сисеп Вәзиргә бирҙе. Баштарын сайҡай-сайҡай һөҙөшөргә килгән йәш үгеҙҙәр кеүек ғәйрәтләнеп, малайҙар бер-береһенә ташландылар. Алыш был юлы баяғынан да яманыраҡ барҙы. Хәйләкәр Вәзир, бил бирмәҫкә тырышып, осаһын һуҙып, гел эйелеп йөрөнө. Ул башта Ғабдулланың хәлен бөтөрөргә иҫәп тотто. Ләкин беше имән кеүек Ғабдулла тиҙ генә әлһерәп төшә торғандарҙан түгел ине. Ул Вәзирҙең хәйләһенә ирек ҡуйҙы. Бара торғас, улар алышҡан ер, үләне тапалып, тап-таҡыр булып ҡалды. Үҙәнгә һалҡынса шыйыҡ эңер төшә башланы. Ә "батырҙар" йән-фарман килеп һаман алыша бирҙе. Вәзирҙең итләс арҡаһына бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡты. Ә Ғабдулланың күлдәгендә әле дым күренмәй ине. "Уңған аттың тире сыҡҡансы, ялҡау аттың йәне сығыр", - тигәндәре ошо булалыр инде.

Вәзир көйөнә йөрөп, Ғабдулла ялҡыуҙың сигенә сыҡты. Ул, ҡапыл теҙләнеп, Вәзирҙең күкрәк аҫтына инде. Күҙ асып йомғансы, тегене яурынына алды ла зырылдатып әйләнергә тотондо. Әйләнеп-әйләнеп йөрөнө лә, үҙе йығылып, Вәзирҙе баш аша тәгәрәтеп ебәрҙе. Оҙаҡ барған ҡаты алыш шулай кинәт кенә тамам булды.

Нимә тип былай көс һынашыуҙарын малайҙар онотоп та өлгөргәйне инде. Арала иң зирәк иҫәпләнгән Айҙар, беренсе булып, бәхәстең башын хәтергә төшөрҙө.

- Һайлауҙар бөттө, - тине ул.- Башлыҡҡа суҡмарҙы тапшырырға ваҡыттыр инде.

Дүрт күҙ берсә Ғабдуллаға төбәлде. Иң күп отош, әлбиттә, уның яғында ине. Хәтер ҡалыуҙың йәки үс һаҡлауҙың нимә икәнен белмәй торған Вәзир тәүбашлап Ғабдулла алдына килеп баҫты:

- Теләһәң утҡа, теләһәң һыуға алып ин! Беҙ һинең тоғро юлдаштарың.

- Малайҙар, - тине Ғабдулла, - әкиәттә лә бит батырҙар өсәү булған: береһе йүгерек, береһе мәргән, береһе көрәшсе. Ҡалай һәйбәт булып сыҡты.

- Юҡ инде, иптәшкәй, баш берәү генә була, һин - Башлыҡ, һиңә - ура! - Айҙар тауҙарҙы яңғыратып һөрән һалды.

Башлыҡҡа хас етди тауыш менән Ғабдулла үҙенең беренсе фарманын халыҡҡа иғлан итте:

- Кирәмәтте ҡотҡарыу өсөн төҙөлгән отрядҡа "Өс таған" тип исем ҡушырға. Ризамы?

- Риза. Артистар бейей торған шундай бейеү ҙә бар хатта, - тип өҫтәне Вәзир. Айҙар баш ҡына ҡаҡты.

Ошо тарихи фарманды ҡабул иткәндән һуң, малайҙар ҡосаҡлашып ауыл яғына атланылар. "Өс таған" был мәлдә үҙен мәңге ҡаҡшамаҫлыҡ итеп һиҙә ине.

Вәзирҙең беренсе һәләкәте

edit

Уң ҡулы менән Башлыҡты ҡосаҡлап барғанда, мәргәндең күңеле үҫеп китте. Ун ике йәшкә тиклем башлыҡ булмай йәшәгән икән, бынан һуң да йәшәр. Бына ниндәй кәрәкле кеше ул!

Вәзирҙең кемгәлер яҡшылыҡ ишләгеһе, кемделер ҡыуандырғыһы килде. Ул салбарының һул кеҫәһендәге һалҡын ғына тос нәмәне ҡапшап ҡараны.

- Малайҙар, ә, малайҙар, туҡтағыҙ әле, - тине ул. - Башлыҡҡа ҡоралһыҙ йөрөү килешмәҫ. Мә, Ғабдулла, ал. - Ул кеҫәһенән һөйәк һаплы боронғо бәке сығарып Ғабдуллаға һуҙҙы.

Башлыҡ менән йүгеректең дүрт күҙе һигеҙ булды. Бындай затлы нәмәне улар беренсе тапҡыр күрәләр ине.

- Ҡайҙан ҡулға төшөрҙөң быны?

- Һорашып торма, биргәндә ал.

Ләкин Башлыҡ бүләкте алырға ашыҡманы. Бәке оҡшаны уға, бик оҡшаны. Тик: "Был нәмә Вәзир ҡулына яҙып-яңылышып килеп инмәнеме икән", - тигән шик уны тыйып ҡалды. Сөнки мәргән ҡулына ундай малдар кереп сыҡҡылай ине шул.

- Ҡайҙан алдың, дөрөҫөн әйт. Юғиһә бәкеңә бармаҡ осомдо ла тейҙермәйем.

- Дөрөҫө ни инде уның... Биргәс, ал да ҡуй.

- Ҡайҙан алдың тиҙәр һиңә?

- Ҡайҙан тип ни... Дөрөҫө генә... - Вәзир ҡапыл төйөлөп ҡалды.

- Нимә, дөрөҫө генә?

- Дөрөҫөн генә әйткәндә, бая мин уны Шәрифулланың сумкаһынан сәлдерҙем. Ниңә, оҡшамаймы ни? - Был ваҡыт Вәзир үҙенең яҙа атҡанын һиҙеп ҡалғайны инде.

- Урланыңмы? - Башлыҡ ике юлдашын ике яҡҡа этәреп ебәрҙе. Күҙҙәренән уның уҫал осҡондар сәсрәп сыҡты. - Урланыңмы, эт ҡайышы?

- Урламаным, сәлдерҙем, - тип аҡланды Вәзир, - һабы күренеп тора ине.

- Ух, бәке ҡарағы! - Ғабдулла уға бер ҡунып та төштө. Икенсе һелтәгәндә уның ҡулын Айҙар тотоп ҡалды. -- Ҡулыңды бысратма шуға һуғып, - тине ул.

Башлыҡ шунда уҡ үҙенең икенсе фарманын иғлан итте:

- Көтөүсе Шәрифулланың һөйәк һаплы бәкеһен урлаған өсөн, ҡараҡ Вәзирҙе "Өс таған"дан сығарып ташларға. Бынан һуң уға ҡул бирмәҫкә, һүҙ ҡушмаҫҡа. Мәсхәрә!

- Ҡараҡҡа мәсхәрә! - тип ҡабатланы Айҙар.

Вәзир, үҙ хәленең бөтә әшәкелеген аңлап, башын түбән эйҙе. Уның күҙҙәре үлән төбөндәге үҙенең бәләкәс кенә өңөнән имгәкләп сығып килгән ҡуңыҙға туҡталды. Ҡуңыҙ тишектән сыҡҡас, тирә-яҡҡа һынаулы ҡараш ташлағандай, саҡ ҡына туҡтап торҙо ла үҙ юлына китеп барҙы. Уның эштәре Вәзирҙекенә ҡарағанда шәберәк ине.

Мәргән өҫтөндәге зәңгәр сәләмәләрҙе киске һалҡынса ел тартҡылай. Буй-буй ҡара эҙ ҡалдырып, маңлайынан тир аға, күҙҙәре ғәҙәттәгенән дә йышыраҡ сылтлап йомола. Тик иҙеүендәге ҙур аҡ төймә генә, һис нәмә булмағандай, үҙ урынында тыныс ултыра. Был минутта Вәзирҙәге берҙән-бер аҡ тап ана шул төймә ине. Ошо мәлдә ситтән генә берәй кеше ҡарап торһа, ул былай тип әйтер ине: "Ер йөҙөндә хәҙер иң ҡайғылы кеше Вәзир. Ҡыҙғанығыҙ уны, ғәфү итегеҙ",- тиер ине. Ләкин мәргәндең элекке иптәштәре уға ситтән генә ҡараманылар. Ҡыҙғаныу, ғәфү итеү кеүек йомшаҡлыҡтарға улар күңелендә урын ҡалмағайны.

Был кистә "Өс таған" буйынса өсөнсө фарман яңғыраны:

- Бәкене хәҙер үк хужаһына илтеп бирергә, Шәрифулланың аяғына йығылып, ғәфү үтенергә! Әгәр ҡарышһа, "ҡараҡ" тигән яманатты бөтә ауылға таратырға!

Башлыҡ икенсе фармандың аҙағын яңынан ҡабатланы:

- Ҡараҡҡа ҡул бирмәҫкә, һүҙ ҡушмаҫҡа! Мәсхәрә!


- Мәсхәрә!

"Өс таған"дың икеһе, ҡапыл боролоп, ҡайтыр яҡҡа китте. Бер-ике аҙым атлағас, улар артҡа әйләнеп, Вәзиргә мыҫҡыллы ҡараш ташланылар, һәм теш араһынан төкөрөп ҡуйҙылар.

Өсөнсө "таған" һерәйеп баҫып ҡалды. Оҙаҡ торҙо ул. Бөгөн донъя бөтһә, ул Башлыҡтың һуңғы фарманын, бәлки, үтәмәҫ тә ине. Ләкин иртәгә лә көн бар бит. Шуны уйлап, Вәзир туп-тура ферма яғына йүгерҙе. Шәрифулла, эшен бөтөрөп, ҡайтырға сыҡҡайны.

- Бына, ағай, Күкрәктауҙа таптым...- тип шыуҙырҙы ул. Дөрөҫөн әйтеп, ғәфү һорарға уның көсө етмәне.

- Вәт маладис, мырҙам! Ғәҙел егет икәнһең. Рәхмәт үҙеңә, - тине Шәрифулла.

Ләкин бындай маҡтауҙар һәм рәхмәттәр "ғәҙел егетте" ҡыуандырманы. Сөнки был юлы бер рәхмәт Вәзирҙе мең бәләнән дә ҡотҡарасаҡ түгел ине .

Өйҙә зарығып көткәндәр, ахырыһы

edit

Хәҙер малайҙарҙың өй эстәренә күҙ һалайыҡ. Кемдән башлайыҡ икән? Башлыҡтан башлайыҡ. Юғиһә хәтере ҡалыр. Ғабдулланың өй эсендә өс кеше. Әсәһе яҙ башында уҡ йәйләүгә күсеп китте. Ул һауынсы булып эшләй. Өйҙә улар өләсәһе Нәғимә инәй менән икәү генә ҡалдылар. Атаһы һуғыштан ҡайтманы, "гармунсы Мөхәммәт" тип, уны ауылда әле лә иҫкә алғылайҙар. Мөхәммәт тураһындағы яман ҡағыҙ һуғыш бөтөргә ун-ун биш көн ҡалғас ҡына килде. Унда: "Ватан өсөн көрәштә батырҙарса һәләк булды", - тип яҙылғайны. Әсәһе менән өләсәһе һыҡтап-һыҡтап бик оҙаҡ иланылар, унан һуң бөтөнләй шымып ҡалдылар. Оҙон көндәр буйына ауыҙ асып өндәшмәгән саҡтары булды. Ул ваҡытта Ғабдулланың етеһе лә тулмағайны. Шулай ҙа ул йортҡа ҡот осҡос бәлә килгәнен үҙенең бәләкәс кенә йөрәге менән аңланы һәм ололарға үҙ ҡайғыларын ҡайғыртырға ҡамасауламаны. Атаһының иҫке һырмаһын бөркәнеп, көндәр буйы ҡапҡа төбөндәге яҫы таш өҫтөндә ултырҙы. Йылы килде ул яҙ. Апрель бөтмәҫ борон уҡ үләндәр йәшәрҙе, ҡоштар һайрай башланы, күлдә аҡ сабаҡтар һикерешеп уйнаны. Тик урамдан үтеп-һүтеп йөрөүсе апайҙар ғына, Ғабдулла тураһына еткәс, уға тултырып ҡарайҙар ҙа, баштарын ситкә бороп, бышылдайҙар: "Бахырҡай..." - тип ҡыҙғаналар. Ҡайһылары ең осо менән күҙҙәрен дә һөртөп алалар. Ғабдулла ул ваҡытта атайҙың кем икәнен һәм уның ниңә кәрәклеген белеп еткермәй ине. Шулай ҙа бала күңеленә ауыр шом керҙе.

Бер аҙҙан һуң Мөхәммәттең "Батырлыҡ өсөн" тигән миҙалы килеп төштө. Иптәштәре ебәргән икән.

Бына алтынсы йыл инде Нәғимә инәй һәр кесаҙна көндө кис шул миҙалды аҡбур менән ялтыратып улының стеналағы берҙән-бер һүрәте аҫтына элеп ҡуя.

Ғабдулла ҡайтып ингәндә, Нәғимә инәй әлеге миҙалды ялтыратып ултыра ине. Ул ауыр көрһөнөп ҡуйҙы ла ейәнен шелтәләргә кереште: - Атаһыҙ бала - йүгәнһеҙ ат шул инде. Бөтөнләй баш бирмәй башланыңсы. Төнгә саҡлы әллә ҡайҙа шайтан ҡыуып йөрөйһөң. Ана Яҡуптан саҡ ҡына өлгө алыр инең. Нисә ҡарама, өй тирәһендә урала. Ваҡытында ашаған, ваҡытында эскән. Өҫ-башы ҡыйып ҡарағыһыҙ. Ә һин шул Вәзирҙән тотам да ҡалмай эйәреп йөрөйһөң. Өҫ-башың ни эшләп бөткән?!

- Вәзир үҙе миңә эйәрә ул, эйәртеүсе булһа, - тип мығырланы Башлыҡ.

Нәғимә инәй әлегә тиклем ябай ғына малай иҫәпләнгән ейәненең "Өс таған"ға башлыҡ булыуын белмәй ине шул. Белһә, моғайын, башҡасараҡ һөйләшер ине. Ул һаман үҙенекен тылҡый бирҙе.

- Ана, Яҡуптан өлгө алыр инең...

- Ҡуй әле шул Яҡупты, өләсәй!

Яҡуп бөтә урамда иң йыуаш һәм тыңлаусан малай ине. Отҡорлоғо самалы булһа ла, ул дәрестә лә тырышлығы менән алдыра ине. Мәктәптә уҡытыусылар, өйҙә әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр малайҙарҙы әрләгәндә йыш ҡына Яҡупты өлгө итеп ҡуялар. Өҙөшөп-тартышып кейемдәрен йыртһалар ҙа, ыҙғышып ауыҙ-морон ҡанатышһалар ҙа малайҙар гел шул бер һүҙҙе ишеттеләр: "Ана, Яҡуптан өлгө алыр инең, исмаһам..." Шуның арҡаһында Яҡупҡа "Өлгө Яҡуп" тигән ҡушамат үҙенән-үҙе йәбеште лә ҡуйҙы. Уны йыш ҡына ситкә тибәрҙеләр, хатта ҡаҡҡылап-һуҡҡылап та алғыланылар. Ләкин Яҡуп берәүгә лә ҡаршы өндәшмәне, ҡул күтәреп һуҡманы. Ғабдуллаға эләккән шелтә шунан уҙманы. Өләсәһе өҫтәл яғына ишара яһаны. Унда быуы сығып торған бер туҫтаҡ тары бутҡаһы ултыра ине.

- Башта һәйбәтләп ҡулыңды йыуып ин,- тип бойорҙо Нәғимә инәй. Үҙе тағы ла ауыр көрһөнөп миҙалды улының һүрәте аҫтына элеп ҡуйҙы. Быға тиклем миҙалға Ғабдулланың бер ҙә иҫе китмәй ине. Бөгөн ул алдындағы ашын ашап бөтөргәнсе унан күҙен дә алманы. Электр яҡтыһында көмөш миҙал нур сәсеп тора ине.

Ни тиһәң дә, Башлыҡты өйҙә майлы бутҡа менән ҡаршыланылар. Ә Вәзирҙе Ҡорбанбикә еңгә, бөтә ауылды яңғыратып, янап ҡаршыланы. Ҡорбанбикә еңгәнең ҡылығы үтә ҡырҡыу шул. Әгәр һыйыры көтөүҙән ҡайтмаһа, урам буйлап һөрән һалып уҙа:

- Бүре лә быуып йыҡмай бит шул мәлғүнде! Бүре йыҡһа, Әжмәғол муллаға хәйерҙәр бирер инем!

Тауыҡтары картуф баҡсаһына инеп тибенә башлаһа, күрше тирә-яҡ йәнә Ҡорбанбикә еңгәнең әсе ҡарғышын ишетә:

- Үләт тә ҡырмай бит, исмаһам, шуларҙы! Көш! Үләт ҡырһа, йәндәрем тыныр ине! Кө-ө-ш!

Ҡайтып инер алдынан Вәзир зәңгәр күлдәктең ҡалдыҡ-боҫтоҡтарын сисеп ҡултығына ҡыҫтырғайны. Ул ҡапҡанан инеү менән, асыҡ тәҙрәнән әсәһенең сағыу тауышы яңғыраны.

- Вәзир, тим, малай аламаһы! Ҡайтып ҡына ин! Бәреп үлтерәм хәҙер, муйының һынғыры! Йомош ҡушһаң, елкә йоҡа, уйын тиһәң, донъяһын онота! Анау Яҡуптан өлгө алыр инең саҡ ҡына!

Ун ике йыллыҡ ғүмерендә янауҙарҙы күп ишеткән Вәзир был юлы ла, үҙенең күрәсәге алдында баш эйеп, яй ғына өйгә табан атланы. Ләкин шуны ла әйтергә кәрәк: Ҡорбанбикә еңгә телгә уҫал булһа ла Вәзиргә һис ҡасан ҡул күтәрмәне.

Элекке зәңгәр күлдәкте соландағы һандыҡ артына йәшереп, Вәзир өйгә инде. Атаһы ҡарауылға киткәйне, һуғыштан бер аяҡһыҙ ҡайтҡан Сәмиғулла ҡарауылдан башҡа эшкә ярамай ине. Өс йәшкә кесе ҡустыһы Насип өҫтәл эргәһендә, стенаға һөйәлеп, йоҡлап ултыра. Уның ике урты бүлтәйеп сыҡҡан. Күрәһең, ул ауыҙындағы икмәген сәйнәп бөтөрмәйенсә ойоп киткән.

- Күлдәгеңде ҡайҙа иттең, йүнһеҙ?

- Мин быйыл йәй күлдәк кеймәҫкә булдым, әсәй. Тәнде сыныҡтырырға кәрәк, - тип Вәзир ипле генә яуап бирҙе.

- Сыныҡтырырға түгел, һине сыбыҡларға кәрәк! Күлдәгең ҡайҙа?

- Ул саҡ ҡына һүтелеп киткәйне, әсәй, мин уны соланда ҡалдырҙым.

- Ана, йөрө әйҙә, иҫәр Ғабдрәфиҡ кеүек. Ыштаныңды ла һалып ташла...

- Миңә бит күкрәкте генә сыныҡтырырға кәрәк, әсәй.

Ҡорбанбикә еңгә, ҡоро һалам кеүек, дөрләп яна ла, ҡапыл һүнә лә ине. Был юлы лә уның ялҡыны оҙаҡҡа барманы.

- Ана, бүлтерек борос, ултыр, аша, - тине ул, йомшара төшөп.

Айҙарҙы өйҙә иҫкә алыусы ла булманы. Туғыҙ бала араһында берәүҙең юҡлығын һиҙмәнеләр ҙә. Ул, аласыҡҡа инеп, көршәктәге ҡатыҡты күтәреп эсте лә бесәнлеккә, үҙ урынына, инеп ятты. Ятҡас та йоҡлап китте.

Вәзир, болдорға сығып, байтаҡ ҡына йондоҙҙарға ҡарап ултырҙы. Аралағы иң тоноҡ йондоҙ - уның йондоҙо һымаҡ тойолдо. Ниңә бер уға ғына бөтәһе лә тиҫкәре килеп тора икән? Ниңә?

Башлыҡты ла был төндө бик оҙаҡ йоҡо алманы. Бер терәүе серек булып сыҡҡан "Өс таған"ды аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине. Өсөнсө терәү кәрәк ине тағанға. Кемгә ышанырға? Кемгә таянырға?

Өсөнсө терәү

edit

Ғабдулла йоҡонан уянғанда, өләсәһе өйҙә юҡ ине. Уның ҡарашы иң тәүҙә ҡаршы стеналағы йылтыр түңәрәккә төштө. Ул һикереп торҙо ла миҙалға үрелде. Ләкин ҡапыл тыйылып ҡалды. Сөнки Нәғимә инәй уға ҡағылырға берәүгә лә рөхсәт итмәй ине. Әсәһенең муйынсаһындағы иң ҙур тәңкәнән дә дәүерәк көмөш түңәрәктәге яҙыуҙы Ғабдулла яттан белә. Шулай ҙа уны бөгөн һәр ижегенә баҫым яһап, тағы бер ҡат ҡысҡырып уҡыны: "За от-ва-гу". һәм малай ҡапыл был һүҙҙәрҙең оло мәғәнәһенә төшөнөп алды. Әлегә тиклем Ғабдулла уларҙың мәғәнәһе тураһында уйламағайны.

"Батырлыҡ өсөн"! Тимәк уның атаһы батыр булған! Ниңә һуң уны "Мөхәммәт батыр" тим һөйләмәйҙәр? Күрәһең, белмәйҙәрҙер. Әкиәттәге батыр үлһә, ул үҙенең ҡылыс-ҡалҡанын, уҡ-һаҙағын улына васыят иткән. Бәлки, Ғабдулланың атаһы ла: "Миҙалымды улыма бирегеҙ, төҫөм итеп, күкрәгенә таҡһын", - тигәндер. Моғайын, шулай иткәндер. Юғиһә ул миҙалды ебәреп тә тормаҫтар ине. Ғабдулла атаһы мираҫын һаҡлыҡ менән генә алды ла күкрәгенең уң яғына таҡты. Стенаға беркетелеп ҡуйылған тутлы көҙгө ҡаршыһына килеп баҫты. Башлыҡ кешегә миҙал килешеп тора икән. Бынан һуң ул гел генә тағып йөрөтәсәк уны. Өләсәй менән килешеү әллә ни ҡыйын булмаясаҡ. Бер һуҡраныр ҙа бер бөтөр.

Миҙалын ялтыратып Ғабдулла урамға сыҡҡанда, ҡапҡа төбөндә тоғро юлдашы Айҙар ултыра ине. Күптән килгән булһа ла, өйгә инеп, Башлыҡты борсоманы. Ул әрһеҙ, сабырһыҙ малай түгел ине. Миҙалды күргәс тә Айҙарҙың артыҡ иҫе китмәне. Киреһенсә, атай кешенең миҙалын уйынсыҡ урынына тағып сығыуҙы ул килештереп етмәне. Ләкин, Башлыҡтың хәтерен һаҡлап, был турала өндәшмәҫ булды. Тик көлөмһөрәп былай тине:

- "Батырлыҡ өсөн" миҙалын һул яҡҡа, йөрәк тураһына тағалар...

Дуҫының шаҡ ҡатмауына аптыраған Ғабдулла миҙалды һүҙһеҙ генә һул яҡҡа күсереп таҡты. Айҙарға уның хатта бер аҙ асыуы ла килде. "Белмәгәне юҡ ошоноң", - тип, эсенән һуҡранып ҡуйҙы.

- Дөрөҫөн генә әйткәндә, Кирәмәт емерелә тип, Шәрифулла ағай арттыра. Ерле юҡҡа тау емерелмәй ул, ер тетрәмәһә...


- Нимә һин, "Өс таған"ды емерер өсөн, ҡотҡо таратаһыңмы? - тип ҡыҙып китте былай ҙа кәйефе ҡырылған Башлыҡ. - Шөрләйһеңме, ҡурҡаҡ?

- Мин ҡурҡаҡмы?

- Һин!

- Ә һин сәбәләнмә, - тине Айҙар тыныс ҡына. - Мин ситләтеп кенә атайымдан һораштым. Кирәмәт башында, ысынлап та, күл бар, ти, тик балығы ғына юҡ, ти, балыҡһыҙ күл ул һуҡыр күҙ ише, ти. Белдеңме?

- Нимәне?

- Нимәне, нимәне? Беҙ шунда балыҡ ебәреп үрсетһәк, ҡалай һәйбәт буласаҡ. Күлдең эсенә йән кереп китәсәк.

- Һин шулай тип атайыңа ла әйттеңме?

- Әйтте ти ана.

Тоҡтомалға дуҫына ҡаты бәрелгәне өсөн, Ғабдулла эстән үкенеп ҡуйҙы. Уның тауышы йомшаҡ, яғымлыға әйләнде.

- Беләһеңме, Айҙар, - тине ул, - Кирәмәт емерелмәһен дә, ти. Ә кешеләргә бер күл тултырып балыҡ үрсетеп бирһәк, ул да ярап ҡалыр. Иң тәүҙә беҙгә мурҙа үрергә кәрәк. Тотҡан балыҡты шунда һалырбыҙ. Ҡылыстың арғы башында һәләк йәтеш ҡамышлыҡ бар. Балыҡ унда илереп ҡаба.

- Мурҙаны мин уны һә тигәнсе үреп ташлайым, - тине Айҙар.

Малайҙар бөгөн үк Ҡылыстың арғы башындағы таллыҡҡа барып мурҙа үрергә булдылар. Ләкин "Өс таған"дың икегә ҡалыуы уларҙы һаман борсой ине әле. Эште боҙҙо бит тинтәк Вәзир. Нисек кенә булһа ла өсөнсө терәүҙе табырға кәрәк ине. Малайҙар көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп ултырғанда, Өлгө Яҡуп, ҡулына оҙон сыбыҡ тотоп, күл яғына ҡаҙҙар ҡыуып бара ине. Уны күргән Ғабдулла менән Айҙар бер-береһенә ҡарашып алды.

- Эй, Яҡуп, кил әле бында! - тип ҡысҡырҙы уға Айҙар.

- Ҡаҙҙар ҡыуамсы, - тине тегенеһе, үҙе ниндәйҙер меҫкен йылмайыу менән йылмайҙы.

- Ҡаҙҙар юлды үҙҙәре лә беләләр. Кил тиҙәр бит һиңә!

Кеше саҡырғас, Яҡуп тыңламай булдыра алманы. Сыбығын һөйрәп, йүгереп килеп тә етте.

- Ултыр! - тип бойорҙо уға Башлыҡ. Яҡуп тубыҡланып ергә ултырҙы. - Һинең батыр булғың киләме?

- Килә лә... Нисек булырға һуң? - Яҡуп күҙҙәрен йылтыратып Ғабдулла күкрәгендәге миҙалға ҡарап алды. "Их, бәхетле кешеләр була бит..." тигәндәй, көрһөнөп ҡуйҙы.

Башлыҡ Яҡупты тағы бер ҡат баштан-аяҡ һынап тикшереп сыҡты. Ғабдулланың һынаулы үткер ҡарашын күргән Яҡуп, бөршәйеп, бәп-бәләкәс булып ҡалды. "Нимә эшләтерҙәр икән?" - тип тынын да алмай ултырҙы. Әммә шөрләүе бушҡа булды. Ғабдулла, үҙ тиңдәше менән һөйләшкәндәй, уға етди һәм тыныс тауыш менән мөрәжәғәт итте.

- Һинең, Яҡуп, Күкрәктауға менгәнең бармы?

- Ниңә, бар.

- Ағарып торған Кирәмәтте күргәнең бармы?

- Ниңә, бар.

- Ана шуның башында түңәрәк күл бар. Ә күлдә балыҡ юҡ.

- Ҡуй, балыҡһыҙ күл булмай ҙа ул.

- Була шул. Беҙ - "Өс таған" тигән отряд - шунда балыҡ ебәреп үрсетергә булдыҡ. Өсөнсө булып беҙгә ҡушылаһыңмы? Отрядтың башлығы мин.

- Ҡалай ирмәк! - Яҡуп көлөп үк ебәрҙе. Башлыҡ һорауын ҡабатланы:

- Ҡушылаһыңмы?

- Әсәйемдән һорап ҡарармын.

- Мәмәй һин, Яҡуп. Был сер. Белеп тор: аҫһалар ҙа, киҫһәләр ҙә, был турала һис кемгә әйтмәҫкә! Ғабдулла бурысты яйлап ҡына аңлатып бирҙе:

- Башта күп итеп ыуылдырыҡлы балыҡ тотабыҙ ҙа мурҙаға йыябыҙ. Унан һуң күнәктәргә яртылаш һыу, яртылаш тере балыҡ һалып Кирәмәткә шылабыҙ, һыу алыштырам тиһәң, юлда аҙым һайын шишмә. Ҡурҡыр булһаң, башта уҡ әйт!

- Әрләмәҫтәрме һуң?

- Кемдәр?

- Әсәйҙәр.

- Әрләрҙәр. Бер әрләрҙәр ҙә бер туҡтарҙар. Ҙур эш башҡарған кешеләрҙе элек тә аңлап еткермәгәндәр.

"Өс таған" алдындағы маҡсаттың бөтә бөйөклөгөн Яҡуп та аңлап еткермәне, әлбиттә. Уны икенсе нәмә ҡыҙыҡһындырҙы. Гел ситкә тибәрелеп йөрөгән малайҙың үҙ тиҫтерҙәре араһында булғыһы, бергә уйнағыһы, шаярғыһы килде. Шуға күрә ул, сер һаҡларға ант итеп, үҙе теләп "Өс таған"ға инде. Башлыҡ уға йәнә шундай шарт ҡуйҙы:

- Өс көн эсендә үҙеңдең өлгөлөгөңдө бөтөр! Мәргән атырға, ағас башына үрмәләргә, ҡаянан ҡаяға һикерергә, һыуҙа йөҙөргә, ишкәк ишергә өйрән! Бөтәһе лә кәрәк буласаҡ.- Ғабдулла киҫәтеп йәнә өҫтәп ҡуйҙы. - Вәзиргә ҡул бирмәҫкә!

- Ә ниңә?

- Быныһын хәҙергә белмәй торһаң да ярар.

- Ризамы шуларға? Антмы?

- Риза, ант! - тине "Өс таған"дың яңы терәүе. Иң һуңынан Башлыҡ тағы шундай киҫәтеү яһаны:

- Быларҙың көнө миңә ҡалған икән тип маһайма. Беҙ һине әҙәм итергә самалайбыҙ. Бел шуны.

- Ярай, - тип, Яҡуп баш ҡаҡты. Ошо сәғәттән алып ҙур сәйәхәткә әҙерлек башланды. Һөйләшеп килешеү буйынса, Ғабдулла менән Айҙар Ҡылыстың арғы башындағы таллыҡҡа мурҙа үрергә китергә булды. Ә Яҡуп, үҙенең өлгөлөгөн бөтөрөү өсөн, ауылда ҡалырға тейеш ине. Уға бирелгән өс көндөң тәүгеһе күптән башланғайны.

Дан кәпәс түгел

edit

Айҙар урамда тороп ҡалды. Ғабдулла, йүгереп, өйгә инеп китте. Бер ҡыйырсыҡ икмәк менән өләсәһенең һалма киҫә торған бысағын эләктереп болдорға сыҡҡас ҡына, Нәғимә инәй ҡайтып инде. Ғабдулла бысаҡты тиҙ генә артына йәшерҙе. Өләсәһе һиҙмәй ҙә ҡалды, ахырыһы. Ләкин ейәненең күкрәгендәге миҙалды ул шунда уҡ күрҙе. Нәгимә инәйҙең йөҙө ҡапыл үҙгәреп китте. Уның йөрәген сәнсеү алды, быуындары таралды. Ләкин ул сәпсәләнмәне, ҡысҡырынманы. Ғабдулланың арҡаһынан йомшаҡ ҡына һөйҙө лә өйгә саҡырҙы:

- Әйҙә, улым, өйгә инәйек әле.

- Беҙ ни, өләсәй, Айҙар менән Ҡылыс башына...

- Хәҙер китерһегеҙ, Айҙар бәләкәс кенә сабыр итер.

Өйгә ингәс, Нәғимә инәй ейәнен эргәһенә ултыртты ла арҡаһынан тағы бер ҡат һөйөп алды.

- Миҙал килешеп тора тағы үҙеңә.

- Ысынлапмы, өләсәй?

- Өләсәйең бушты һөйләмәҫ. Бына һин, биш ҡыш һабаҡ уҡыған кеше, өләсәйеңә төшөндөрөп бирсе: миҙалды ни өсөн бирәләр?

- Батырлыҡ өсөн. Бында шулай тип яҙылған да, өләсәй. Русса.

- Ярай, быныһын аңлаттың, рәхмәт.

- Ә кемгә бирәләр уны?

- Батырҙарға.

Нәғимә инәй ейәненең күкрәгенә эйәге менән ишара яһаны. (Беҙҙең яҡта изге һаналған нәмәгә бармаҡ менән төртөп түгел, эйәк менән ымлап күрһәтәләр.)

- Ә быны кемгә биргәндәр?

- Беләһең дә инде, өләсәй... Атайыма.

- Шулай булғас, уны кем тағырға тейеш ине?

- Атайым да... Ул ҡайтманы лабаһа. Мин ни уны, өләсәй, атайымдың төҫө итеп кенә таҡҡайным.

Нәғимә инәй байтаҡ өндәшмәй торҙо. Ғәҙәтенсә, тәрән итеп көрһөндө. Бәлки, ул ҡасандыр ошолай ялан аяҡтарын урындыҡтан һәлендереп ултырған Мөхәммәтте иҫенә төшөргәндер. Ғабдулла атаһына оҡшағайны. Уның ҡылыҡтары, һөйләшеүе, тыйнаҡлы йылмайыуы Мөхәммәттең бала сағын хәтерләтә. Нәғимә инәй ейәненә ҡарап берсә ҡыуана, берсә ҡайғылары яңырып, эсе өҙөлөп китә. Ғабдулла ла быны аңлай һәм шундай саҡтарҙа өләсәһенә тағы ла яғымлыраҡ булырға тырыша. Нәғимә инәй өҙөлгән һүҙҙе ашыҡмай ғына йәнә ялғаны:

- Улай булғас, тыңла. Батыр үлһә, улына ҡылысы ҡала, мәргән үлһә, уҡ-һаҙағы ҡала. Кәрәк саҡта, ил ҡушҡанда, ата ҡоралын уландары ҡулға алғандар. Атанан мираҫ ҡалған һабан менән улдары ер һөрәләр. Уның сүкеше менән тимер сүкейҙәр, көрәге менән ер ҡаҙыйҙар. Атанан ҡалған көпө-кәпәсте балалары кейә. Ана һинең башыңда ла атайың мәрхүмдең кәпәсе. Әммә атанан ҡалған дан-шөһрәт кәпәс түгел. Балалары уны алмаш-тилмәш кейеп йөрөй алмай. Мөрйәнән сыҡҡан төтөн донъяны йылытмаған кеүек, ата даны ла баланы биҙәмәй. Бына үҙең, атайыңа лайыҡлы булып, ил һоҡланырлыҡ, кешеләр хайран ҡалырлыҡ эштәр башҡарһаң икән...

- Беҙ башҡарасаҡбыҙ, өләсәй. Күр ҙә тор бына. Үҙең дә шаҡ ҡатырһың хатта.

- Күрергә насип булһын, - Нәғимә инәй йәнә өҫтәп ҡуйҙы: - Үҙеңә оҡшаһа, тағып йөрө миҙалды әйтәм. Мин ҡаршы түгел. Ғабдулла өндәшмәне. Күкрәгендәге миҙалды алды ла һүрәт аҫтына кире элеп ҡуйҙы. Шул саҡ урамда әсе итеп Айҙар һыҙғырып ебәрҙе. Хатта уның да сыҙамлығы бөттө, ахырыһы.

- Хәҙер бар инде, - тине Ғабдуллаға өләсәһе. - Бысаҡты юғалта күрмә берүк! - Һалма бысағына башҡа ваҡыт тотонорға рөхсәт итмәһә лә, был юлы ул ейәненә һүҙ әйтмәне. Бер ҡатарҙан ике нәмә менән уның күңелен төшөргөһө килмәгәндер инде.

- Ярай, өләсәй, - тине лә Ғабдулла атылып сығып китте.

Ейәне сығып киткәс, Нәғимә инәй миҙалды усына алып, бер талай ҡарап торҙо. Ең осо менән уны һаҡ ҡына һөртөп алды ла кире элеп ҡуйҙы.

"Өлгө"ләр ҡыйрала башланы

edit

Өйгә ҡайтҡас, үҙенең өлгөлөгөн бөтөрөү тураһында Яҡуп байтаҡ баш ватты. Эште ниҙән башларға?

Кесе йәштән үк Яҡуп һәр аҙымын үлсәп атларға өйрәнгәйне. Ул үҙен һәр ваҡыт тар ғына баҫманан атлаған һымаҡ хис итте. Бына-бына яҙа баҫыр ҙа ҡолап төшөр кеүек булды. Сөнки әсә үҙенең берҙән-бер балаһын артыҡ һаҡлап, ҡәҙерләп үҫтерҙе. Бәләкәс Яҡупҡа ерҙәге нәмәләр менән танышыу тотош "ярамай"ҙан башланды. Болдорҙан ергә һикереп уйнарға ярамай, ҡойма башына менергә ярамай, таш ырғытырға ярамай, күрше Сабирҙарҙың Алабайын һыйпап ҡарарға ярамай. Быларҙы уға әсәһе гел шулай тылҡып торҙо. Торған һайын "ярамай"ҙар арта барҙы. Малайҙар менән урманға барырға ярамай - аҙашырһың; күлдә һыу керергә ярамай - батырһың; тауға менергә ярамай - ҡаянан йығылып төшөрһөң; йәй кәпәсеңде һалма - башыңа эҫе ҡабыр; яҙ туныңды һалма - тымау төшөр. Бына шундай "ярамай"ҙарҙың осо ла, ҡырыйы ла булманы. Ә бит уларҙың бер сиге булырға тейеш ине. Әсә улының әхлағы хаҡында ла күп ҡайғыртты. Тегенең менән уйнама, бының менән дуҫ булма, тегене өйгә саҡырма, бының өйөнә барма. Тора-бара Яҡуп менән берәү ҙә аралашмаҫ булды. Элегерәк тиҫтерҙәре уны йыш ҡына үсекләй, хатта еңел-елпе төрткөләп тә ала торғайнылар. Һуңыраҡ уға бөтөнләй иғтибар ҙа итмәй башланылар. Бармы Яҡуп донъяла, юҡмы - был бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай ине. Тик әсәйҙәр йәки өләсәйҙәр генә ғәҙәт буйынса уны үҙ балаларына һаман да өлгө итеп ҡуя бирҙеләр. Ләкин ҡаты башлы малайҙар Яҡуптан өлгө алырға теләмәнеләр.

Ғабдулла менән Айҙар үҙ эргәләренә саҡырҡас, Яҡуп башта ғәжәпләнде, һуңынан ҡурҡты. Сөнки уны күптән инде берәү ҙә һанға һуҡмай ине. Килгәс, Яҡуп шуны төшөнөп алды: тимәк, әле тиҫтерҙәре унан бөтөнләй ҡул һелтәмәгәндәр икән. Әммә берәүҙең бәхетһеҙлеге икенсегә ҡыуаныс килтергәнде ул белмәй ине. Вәзир шундай хурлыҡҡа төшмәгән булһа, Яҡуп һаман "өлгө" булып йөрөй бирер ине.

Бына хәҙер уның "өлгө"лөгө үҙенең һуңғы минуттарын кисерә. Тик ниҙән башларға? Моғайын, рогатканан башларға кәрәктер. Юғиһә ул хәтәр ҡорал бөтә малайҙарҙың да кеҫәләрендә йөрөмәҫ ине. Ул, бысаҡ алып, утынлыҡҡа сыҡты. Ике йәпле ағас эҙләп тапты. Хәҙер таманлап киҫергә лә, матурлап юнырга ғына ҡалды. Киҫкәгә сабылған балтаны көс-хәл менән һурып алып, ике йәпте таманлап ҡыҫҡартырға тотондо. Ләкин икенсе сабыуҙа бер йәпте яңылыш төбөнән үк ҡырҡып ташланы. Бүтән ағас эҙләп табырға тура килде. Быныһын арыу йәтеш кенә сапты. Инде бысаҡ менән рогатканың һабын, йәптәрен юнып шымартырға ғына ҡалды. Рогаткаһы шәп булырға оҡшай.

Башта уны ул ап-аҡ итеп йышҡылар, унан Вәзирҙеке кеүек ҡыҙыл буяуға буяр. Яҡупта буяуҙар етерлек. Шунан атаһының иҫке велосипед камераһынан матур ғына итеп резинка телеп алыр, иҫке итек ҡуңысынан түңәрәк кенә итеп күн уйып алыр. Әлбиттә, уның әлегә тиклем был ҡоралды яһағаны юҡ. Шулай ҙа уның рогатканы күргәне, хатта тотоп ҡарағаны бар. Башҡалар яһағанды ул яһай алмаҫ, тиһегеҙме? Яһар, шикһеҙ яһар. Яһар ҙа, йоморо ғына таш ҡуйып, анау аласыҡ башында ултырған бесәйгә тоҫҡап атып та ебәрер. Шундай татлы уйҙарға батып, ағасын юна ғына башлағайны, үткер бысаҡ, кескәй генә бер ботаҡты киҫеп, һул ҡулдың баш бармағына килеп тә тейҙе. Бармаҡтан атылып ҡан сыҡты. Яҡуп сарбайлап ҡысҡырып ебәрҙе:

- Әсәй!

Ул шунда уҡ үҙенең хатаһын аңлап алды. Аяҡ-ҡулы ҡанағанда, малайҙарҙың береһе лә әсәһенә йүгереп ҡайтмай, тота ла ағас сөрөгө һибә. Ана бит ошо утынлыҡта уҡ серек бүрәнә башы ята. Ул арала Яҡуптың әсәһе, сәсрәп, болдорға килеп сыҡты:

- Ни булды, балаҡайым?!

Әсәһенән йәлләтеп торорға был элекке Яҡуп түгел ине инде. Ул ҡулын тиҙ генә артҡа йәшерҙе.

- Мин һиңә түгел, ана бесәйгә "бесәй!" тип ҡысҡырҙым.

- Ҡоттарымды алдыңсы, - тине лә әсә кире инеп китте.

Бүрәнәнән сөрөк алып, Яҡуп йәрәхәтенә һипте, күп итеп һипте. Ҡан башта сөрөк аша ла һарҡып сыҡты, ләкин бер аҙҙан туҡтаны. Башланған эште бөтөрөргә кәрәк ине. Әле генә бәлә килтергән яман бысаҡты Яҡуп яңынан ҡулына алды. Шулай ҙа эш барманы. Киҫелгән бармаҡ һулҡып һыҙларға кереште.

Яҡуп "өлгө"лөктө бөтөрөүҙең планын үҙгәртте. Бөгөнгә ҡул эшкә ярамай икән, аяҡтар бар. Ул хәҙер Күкрәктауҙың ослайып торған ҡаялы еренә барыр ҙа таштан-ташҡа һикерергә, өйрәнер. Башлыҡ ҡуйған бурысты үтәр. Әсәһенең һиҙгер күҙҙәре шикләнеп ҡарамаһын тип, ул башта яй ғына ҡапҡа төбөнә килде. Ҡойма буйында ятҡан тупты алып, ҡапҡаға бәреп уйнаған булды. Бер аҙҙан һуң тубын ҡапҡа аҫтынан урамға тәгәрәтеп сығарҙы. Үрелеп, бәләкәй ҡапҡаны асты. Ҡапҡа шығырлап ҡуйҙы. Быны ишеткән әсәһе шунда уҡ асыҡ тәҙрә эргәһенә йүгереп килде:

- Яҡуп, тим, ҡайҙа бараһың?

- Тубым урамға тәгәрәп сыҡты, әсәй, - тип, Яҡуп дөрөҫөн әйтте.

Әсәһе тәҙрә янынан киткәнсе, Яҡуп, тубын ҡапҡаға бәреп, урам яҡта уйнаны. Юрамалмы, ысынмы - туп тау яғына сыға торған тыҡрыҡҡа табан тәгәрәне. Яҡуп уны ҡыуа китте. Туп тәгәрәй - ул йүгерә, туп тәгәрәй - ул йүгерә. Ләкин туп йомшаҡ үләндә оҙаҡ бара алманы, туҡтаны. Ә Яҡуп бер йүгерә башлағас, тиҙ генә туҡтай алманы. Күкрәктауға тиклем барып етте. Ул, үрмәләп, осло ҡая эргәһенә менде. Унда һандыҡ дәүмәле, хатта унан да эрерәк таштар береһе өҫтөнә икенсеһе өйөлгән. Бүтән малайҙар, "һуғыш уйыны" уйнағанда, ошо таштар араһына боҫоп атышалар ине. Был ерҙә бик хәтәр. Яҙа баҫһаң, йығылып, башың тишелеүҙе көт тә тор. Яҡуп башта бәләкәсерәк таштар араһында һикергеләп йөрөнө. Бер тапҡыр, һөрлөгөп, тубығын бәрҙе. Әммә бирешмәне, һаман һикереүен белде, һуңыраҡ ул эре таштар ятҡан яҡҡа күсте. Ауыл яғынан күҙ һалыусы булһа, ҡурсаҡ ҙурлығы ғына бер нәмәнең ҡая итәгендә һикереп уйнауын күреп, ғәжәпләнер ине. Әммә уға күҙ һалыусы булманы. Улының бындай ярамаған эш эшләүе әсәһенең хатта уйына ла килмәне. Яҡуп һаман һикерҙе лә һикерҙе. Был уның өсөн уйын түгел, ә иң ҡыҫтау эш ине. Малайҙың, йығылып, беләге һыҙырылды, сикәһе сыйылды, маңлайы ҡабарып сыҡты. Яраһы күбәйгән һайын уның сәме артты, йөрәге ярһыны. Шәрифулла әйтмешләй, бәлки уның йөрәгенә лә бөркөт оялаған булғандыр. Тик әлегә тиклем ҡанат ҡына йәйә алмағандыр.

Яҡуп менән мауығып, кисә беҙҙән бик алама хәлдә ҡалған Вәзирҙе онотоп ебәрҙек бит. Әйҙә, Яҡуп үҙ эшен эшләй торһон, беҙ Вәзирҙәр яғына ҡағылып үтәйек. Улар Яҡуптарға ҡыйғас ҡына урам аша тора.

Йоморо-йоморо йомғағым...

edit

Һуғыш йылдарында ла, һуғыштан һуң да Вәзирҙәр ғаиләһе, башҡалар кеүек үк, ашау-эсеүгә наҡыҫ, бик наҡыҫ йәшәне. Шуға күрәлерме, Ҡорбанбикә еңгәлә бер сәйер ғәҙәт булды. Ул икмәк-тоҙон, сәй-шәкәрен, май-ҡаймағын иренән, балаларынан йыйып, йәшереп тотто, һандыҡ, шкаф, келәт, аласыҡ асҡыстарын һәр ваҡыт үҙе менән йөрөттө. Ул ғәҙәтен йылдар именләнә төшкәс тә ҡуйманы. Бөтә ашамлыҡ затын йыйҙы, йәшерҙе. Әммә сепрәк-сапраҡ затына уның иҫе китмәне.

Өйҙә бөтә нәмә йоҙаҡлы булғанлыҡтан, Вәзир бәләкәйҙән үк аҡтарынырға, һәрмәләнергә өйрәнде. Дүрт-биш йәшлек саҡта уҡ әле мендәр араһына йәшерелгән арыш көлсәһен тапты. Юҡ, ҡомһоҙланып, бер үҙе генә ашаманы. Нәҡ яртыһын бүлеп, ҡустыһы Насипкә бирҙе, һуңыраҡ, аласыҡ йоҙағын ҡаҙау менән асып, икәүләп һөт эстеләр, һандыҡҡа ла асҡыс яраттылар. Унан "ҡунаҡ өсөн" генә һаҡланған өс шаҡмаҡ шәкәрҙең береһен сәлдерҙеләр. Балта менән сабып, шаҡмаҡты икегә бүлделәр. Бәләкәйерәге Насипкә эләкте. Малайҙар бөтә йоҙаҡтарҙың да телдәрен тиҙ төшөнөп алдылар. Тора-бара йоҙаҡтар үҙ хеҙмәттәрен үтәүҙән бөтөнләй баш тарттылар.

Быны Ҡорбанбикә еңгә лә бик тиҙ һиҙҙе. Иҫәпһеҙ һыйҙары юҡ ине шул уның. Малайҙарҙың башына күп ҡарғыштар яуҙы. Ләкин улар ныҡыш булдылар, эҙләнеүҙәрен дауам иттеләр. Ҡорбанбикә еңгә лә үҙенең хәйләһен үҙгәртте. Нәмәләрен ул һандыҡҡа йәки соланға бикләмәй башланы. Шәкәр, кәнфит кеүек нәмәләр өйҙәге иҫке тун киҫәгенә, осормалағы быйма ҡуңысына йәки келәттә ғүмер баҡый буш эленеп торған тубалға йәшерелде. Май-ҡаймаҡ аласыҡ мөгәрәбенән емерек мунса мейесенә күсерелде. Әммә был саралар ҙа көткән нәтижәне бирмәне. Малайҙар бер сер артынан икенсеһен аса барҙылар. Әйтергә кәрәк, улар бер нәмәне лә умырып алманылар. Йәшерелгән әйберҙәрҙе табыу үҙе бер ирмәк уйынға, ҡыҙыҡлы кәсепкә әйләнде.

Был уйындан аҡса тигән зат та ситтә тороп ҡалманы. Әйтәйек, мейес ҡыуышында ултырған һуҡыр лампа аҫтындағы биш һум аҡсаны табып, уға перәник һатып алыу, ул перәникте малайҙар менән бүлешеп ашау ҡыҙыҡ түгелме ни? Вәзир уны ҡыҙыҡҡа һананы һәм шулай эшләне лә. Әрләүҙәр, ҡарғауҙар, өй түбәһенә яуған борсаҡ кеүек һикерешеп, ситкә тәгәрәп торҙолар. Шулай ҙа йәшерелгән аҡсаны табыу еңел эш түгел икән. Бер таптылар, ике таптылар, ләкин өсөнсөгә уларҙың һәрмәнеү һәләтлеге етмәне. Бөгөн Вәзир эҙләнеүҙәрен яңынан башланы. Уға аҡса бик кәрәк ине. Кисәге хурлыҡты, иптәштәре менән килешеп, яҡшылыҡ менән генә юйырға мөмкин. Уның башында бик йәтеш бер план тыуҙы. Аҡса табып, лавканан перәник һатып алырға ла, иптәштәрҙе һыйлап, ғәфү үтенергә. Ололар ҙа бит беҙҙең яҡта нахаҡҡа хәтерен ҡалдырған кешеһен саҡырып һыйлайҙар ҙа ғәфү итеүен һорайҙар. Вәзир ҙә шулай эшләйәсәк.

Ҡарауылдан ҡайтҡан атаһы соланда йоҡлап ята. Әсәһе эшкә киткән. Артыҡ шаһит булмаһын тип, Вәзир Насипте күл буйына бәпкә һаҡларға ҡыуып ебәрҙе лә, аулаҡ ҡалған өйҙөң аҫтын-өҫкә килтереп, аҡтарынырға кереште. Китап эстәрен, тоҙ һауыттарын, ишек-тәҙрә баштарын тотош тентеп сыҡты. Әммә эҙләгәнен таба алманы.

Уның күҙ ҡарашы әлеге мейес ҡыуышындағы ҙур ғына йөн йомғаҡҡа туҡталды. Вәзир йомғаҡты алып ҡыҫҡылап ҡараны. Ул ашыҡ-бошоҡ ҡына сырмалғанға оҡшай. Үтә йомшаҡ ине. Вәзир йомғаҡты ҡолағына килтереп тағы ла ҡыҫҡыланы. Йомғаҡ эсенән ҡыштырлау ишетелде. Был йомғаҡта ниндәйҙер сер бар ине.

Вәзир йомғаҡтың осон табып алды ла һүтеп сырмарға кереште. Уның йөрәге, айыу эҙенә төшкән һунарсы йөрәге һымаҡ, ярһып тибергә тотондо. Үҙе йомғаҡты һүтә, һуҙып-һуҙып көйләй:

- Йоморо-йоморо йомғағым, күрмәнеңме аҡсамды? - ти. Шунда уҡ йомғаҡ өсөн яуап та ҡайтара:

- Йоморо-йоморо йомғаҡмын, һүтелеп бөткәс, әйтермен...

- Әйтмәһәң дә, белермен...

Һүтә торғас, йөн еп икенсе йомғаҡҡа сырмалып бөттө. Вәзир ҡулында ҡат-ҡат бөкләнгән йәшкелт ҡағыҙ ғына тороп ҡалды. Вәзир уны ашыҡмай ғына һүтте. Был өр-яңы илле һумлыҡ аҡса ине. Уның эсенән тағы бер егерме бишлек, бер бишлек килеп сыҡты. Вәзиргә күп кәрәкмәй ине.

- Ата-әсәһенә теймәйек, беҙгә балаһы ла еткән, - тип бишлекте алып салбар кеҫәһенә тыҡты. Ҡалғандарын элеккесә кире бөкләп, уларға йомғаҡты яңынан һүтеп сырмарға тотондо. Үҙе сырмай, үҙе һуҙып-һуҙып һөйләй:

- Йоморо-йоморо йомғағым, ни күрҙең дә ни белдең? Йомғаҡ өсөн яуапты үҙе ҡайтара:

- Ай күрҙе, ҡояш алды, мин бер ни ҙә күрмәнем...

Йомғаҡты элекке хәленә килтереп урынына ҡуйғас та, Вәзир лавкаға йүгерҙе. Биш һумлыҡ перәник үлсәтеп, ике салбар кеҫәһенә тултырҙы. Тик ниңәлер һатыусы апай уға бер аҙ шикләнеп ҡарап ҡалды. Әйтерһең, Вәзир биш һум аҡса табырлыҡ малай түгел. Юҡ, һатыусы апай уға шикләнеп ҡараманы. Ул бөтөнләй башҡа нәмә хаҡында уйланы: "Әсәһе кер йыуалыр, күрәһең. Бахырҙың алмаш күлдәге юҡмы икән ни?" - тип бошондо ул. Вәзирҙең тән сыныҡтырып йөрөүен белмәй ине шул. Вәзир перәникте ҡайтарып аҙбар ситәне араһындағы һаламға йәшерҙе. Яйы килгәс, тегеләрҙең ҡолағына төшөрөр ҙә, шунан улар өсәүләп тауға менерҙәр. Иптәштәре: "Ни булыр икән?" - тип көтөп торғанда, ул кеҫәләрендәге һигеҙ перәникте берәм-берәм сығарып, үлән өҫтөнә ҡуйыр, унан өләшергә тотонор. Иптәштәренә өсәрҙе бирер, үҙенә икене алыр. Үҙенә хатта берәү ҡалмаһа ла, риза. Ҡунаҡ һыйлауҙың йолаһын белә ул. Ошо уйҙарҙан уның түбәһе күккә тейҙе. Был минуттарҙа унан да шатыраҡ, унан да бәхетлерәк кеше юҡ ине. Вәзир, эре генә атлап, урамға сыҡты. Ҡулдарын артҡа ҡуйып, ялангас ҡорһағын кирә биреп, байтаҡ ҡына тирә-яҡҡа ҡаранғылап торҙо. Ул үҙенән сиктән тыш риза ине.

Шул арала тау тыҡрығынан, былт итеп, Яҡуп килеп сыҡты. Уның ҡабармаған, сыйылмаған ере юҡ ине.

- Эй, Өлгө, ҡайҙа барҙың? - тине уға Вәзир.

- Мин Өлгө түгел, мин - Яҡуп,- тип ҡарыулашты тегеһе.

- Әллә айыу менән алыштыңмы, бәһлеүән?

Яҡуп, иптәштәренә биргән антын шунда уҡ хәтеренә төшөрөп, үҙ юлына китә башланы. Ләкин ул бит "ҡул бирмәҫкә" ант итте. Һөйләшеү ул ҡул биреү тигән һүҙ түгел дә. Вәзир эргәһенән маһайған кеше һымаҡ үтеп китеүҙе ул килештермәне.

- Мин быҙау эҙләнем,- тип шылдырҙы ул.

- Маңлайыңды ташҡа ора-ора эҙләнеңме ни ул быҙауҙы?

- Булды инде, - тине Яҡуп. Бәйнә-бәйнә һөйләп биреүҙе кәрәк тапманы.

- Ну биҙәнгәнһең, әй... Нисауа, төҙәлер әле. Ямауы өҫтөндә,- тип тынысландырҙы Вәзир. Уның бөгөн күңеле күтәренке ине. Кемгә булһа ла берәй яҡшылыҡ эшләгеһе килеп кенә тора. Шуга күрә әллә ҡасан күҙҙән төшкән Өлгө Яҡупҡа ла, тиң күреп, һүҙ ҡушты, иғтибар күрһәтте, уның йәрәхәттәрен күреп, хатта ҡыҙғанып та ҡуйҙы. Ләкин был ғына аҙыраҡ тойолдо уға. Яҡупты нимә менәндер ҡыуандырғыһы килде уның. Ә Яҡуп иһә был минутта башҡасараҡ уйҙа ине: ул Вәзиргә сәләм дә бирмәй үтеп китәһе урында, хәтер һаҡлап, уның менән һөйләшеп тора, түбәнселек күрһәтә.

Әгәр Яҡуптың ошо уйҙарын Вәзир һиҙеп ҡалһа, һис шикһеҙ, Өлгөнөң маңлайына тағы бер-ике оро өҫтәлер ине. Юҡ, бер ни ҙә һиҙенмәне Вәзир. Рәхәтлек кисереүселәр шулай һуҡыр булалар инде. Киреһенсә, Яҡупҡа ҡарата уның яҡшылығы артҡандан-арта барҙы. Оҙаҡ көттөрмәйенсә, салбар кеҫәһенән рогатка килеп сыҡты. Был - бөтә урамда дан тотҡан теге ҡыҙыл һаплы рогатка ине инде.

- Оҡшаймы һиңә? - тине Вәзир.

- Ниңә, оҡшай ҙа...

- Кәрәкме һиңә?

- Кәрәк тә...

- Кәрәкһә, ал. Мин һиңә бөтөнләйгә бирәм.

Яҡуптың ҡапыл башы әйләнеп киткәндәй булды. Күҙ алдында ниндәйҙер кескәй генә ҡыҙыл шәүләләр һикерешеп уйнаны. Был ваҡыт Вәзир ҡыҙыл һаплы рогатканы уға һуҙып тора ине.

- Биргәндә, ал!- тип бойорҙо Вәзир. Уның тупаҫ тауышы Яҡупты айнытып ебәрҙе.

- Ә мин һиңә резина туп, йәнә велосипед звоногы бирермен, һәләк ирмәк шылтырай ул,- тип бышылданы Яҡуп.

- Кәрәкмәй. Бүләкте һатып бирмәйҙәр. Рогаткалар миндә бер ҡумта ул...

Яҡуп ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына рогаткаға үрелде. Алдатмаймы икән тип шикләнде ул. Ләкин киң күңелле, йомарт Вәзир ундай ваҡсыл шаярыуҙарҙан өҫтөн ине.

Яҡуп рогатканы алып, ҡалтырана-ҡалтырана, салбар кеҫәһенә тыҡты.

- Мин дә һиңә... - тип нимәлер вәғәҙә итергә керешкәйне, Вәзир уны шып туҡтатты:

- Кәрәкмәй. Бар, ҡайт та атырға өйрән!

- Ярай! - тип теге шунда уҡ өйөнә йүгерҙе.

Яҡуптың китеүе булды, ауыҙы ҡолаҡ артына еткән Гөлнурҙың Вәзир ҡаршыһына килеп баҫыуы булды. Ул ҡултыҡ аҫтына сәскәле ҡыҙыл ситса төрөп ҡыҫтырғайны.

- Абау, мәсхәрә, күлдәк тә кеймәгән! - тип сәрелдәргә тотондо Гөлнур.

- Бар, юлыңда бул.

- Барам шул. Мин түбән ос Йәмлихә апайымдарға ситса илтәм, ул миңә матур күлдәк тегә, - тип хәбәр һалды ҡыҙ. - Айҙар менән Ғабдулла Ҡылыстың арғы башына китте. Мине эйәртмәнеләр. Улар миңә турғай балаһы тотоп ҡайталар. Икене. Гөлнур үҙ юлына китеп барҙы. Вәзирҙең ҡобараһы осоп, эсе әрнеп ҡалыуын ул һиҙмәне лә. Ас ҡәҙерен туҡ белмәй шул инде. Әле генә ҡуҡырайып баҫып торған Вәзир ҡапыл бөршәйеп ҡалды. Уның кисәге ҡайғыһы яңырып китте: тимәк, тегеләрҙең Вәзирҙән бөтөнләй ҡул һелтәүҙәре раҫ. Уның Өлгө Яҡуп хәленә төшөүе, күрәһең, ошолор инде. Бөгөндән алып Яҡуптың йондоҙо юғарыға үрләй башлауын белмәй ине шул ул. Белһә, үҙ ҡулы менән үҙ ҡоралын уға тоттороп та ебәрмәҫ ине.

"Нисек тә яйын табып, бөгөн кис үк иптәштәрҙе һыйлап, ғәфү үтенергә кәрәк. Юғиһә донъяның ҡыҙығы ҡалманы..." - тип уйланы ул. "Өлгө"ләр сылтырап ҡыйрала

Яҡуп ҡайтып күренгәс, әсәһе бер ағарҙы, бер күгәрҙе. Тамағына төйөр тығылып, башта ул байтаҡ өндәшә алмай торҙо, унан әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе:

- Үлтергәндәр балаҡайымды! Үлтергәндәр! Иларлыҡ та хәле ҡалмаған бит. Ҡайһы, ҡоторған эте таланы шулай, балаҡайым?

"Үлергә" самаһында ла булмаған Яҡуп тыныс, хатта бер аҙ тантаналы тауыш менән яуап ҡайтарҙы:

- Мин ҡая ташта һикереп уйнаным, әсәй. һәләк ирмәк булды. Шунда яҙа баҫып...

Гөлйемеш апай уны тыңларға ла теләмәне, һаман сәрелдәй бирҙе:

- Әлеге Вәзирҙер инде, йөҙө ҡара! Кәнсәгә башырып, аҡылға ултыртмаһаммы шуны:

Әле генә, шундай йомартлыҡ күрһәтеп, рогатка биргән Вәзирҙең ғәйепһеҙ әрләнеүен Яҡуп тыныс ҡына тыңлап тора алманы. Уның хатта эсе әрнеп ҡуйҙы.

- Вәзиргә тел тейҙермә, әсәй. Ул минең дуҫым хәҙер. Мин үҙем йығылдым. Үҙе йығылған - иламаҫ.

Әсә торған һайын ярһый ғына барҙы:

- Һин үҙе йығыла торған бала түгел, һөйләмә бушты! Нисәмә әйттем, шул Вәзирҙәргә аяҡ баҫма, тип. Нисәмәләр әйттем...

Әсәһен ышандырырға әмәл тапмай торған Яҡуптың башына шундай хәтәр бер уй төштө:

- Улайһа, әсәй, - тине ул, - бына күр ҙә тор. Анау ҡараманың иң осона менәм дә һикереп төшәм. Ыһ та итмәйем.

Шулай тип әйтеүе булды, ҡойма буйындағы яңғыҙ ҡарамаға табан йүгереүе булды. Яҡуп иң түбәндәге ботаҡҡа үрелергә лә өлгөрмәне, әсәһе уны килеп ҡосаҡлап та алды. Әйтергә кәрәк, күпме тырышып ҡарамаһын, быға тиклем ул ҡарама башына Яҡуптың бер тапҡыр ҙа менә алғаны юҡ ине әле. Был юлы ла менеүе бик шикле ине.

- Иҫәрләнмә, балам, - тине Гөлйемеш апай. Һәм үҙ һүҙенән тәне эҫеле-һыуыҡлы булын китте. Уның күңелендә бер шик яралды: "Әллә бер-бер төрлө шауҡым ҡағылдымы был балаға? Аҡылына зәғифлек килдеме юғиһә?" - тип ҡото осто. Ысынлап та, быға тиклем һәр аҙымын әсәһе ҡушҡанса ғына атлап өйрәнгән Яҡуптың был ҡылығына иҫ китерлек ине. Яҡуп әсәһенең ҡосағында тыпырсынырға тотондо:

- Ебәр, тим, әсәй! Һикерәм тигәс, һикерәм...

Гөлйемеш апай тамам ҡаушап, хәлһеҙләнеп ҡалды. Был баланың боларыуы тиктәҫкә түгел ине.

- Һикерерһең, улым, һикерерһең. Тик иртәгә, йәме? - тип тынысландырҙы ул Яҡупты. - Ә хәҙер өйгә инәйек. Үҙеңде ҡаймаҡ менән һыйлармын. Сәксәк тә бирермен.

Шундай тәмле нәмәләрҙең исемен ишеткәс, Яҡуп башҡаса туламаны. Әсәһе уны өйгә шул ҡосағында килеш күтәреп индерҙе. Малай, әлбиттә, әсәһенең ҡурҡыныс уйҙарға батыуын һиҙмәне. "Әсәйҙе барыбер ышандырҙым", - тип кенә уйланы. Өйгә ингәс, Яҡуп бер сынаяҡ ҡаймаҡ менән арыу ғына өйөм сәксәкте тиҙ үк һелтәп ҡуйҙы. Булһа, тағы ла ашар ине, тик һорарға ғына ҡыйманы. Гөлйемеш апай улынан күҙҙәрен алмай ҡарап ултырҙы. "Атаһы ла китте лә олаҡты. Ҡайҙа барып һуғылмаҡ кәрәк хәҙер?"- тип эстән өҙгөләнде ул. Ә Яҡуп, рәхәтләнеп туйынып алғас, ултырған ерендә хатта бер талпынып ҡуйҙы.

- Йәрәхәттәрең һыҙлаймы, балам? - тип һораны әсә.

- Юҡ, - тине улы. Үҙе маңлайындағы күкһел ҡара ороно һыйпап ҡуйҙы. Гөлйемеш апайҙың йөрәге жыу итеп китте. "Сире шулай уҡ ҡатымы икән ни? - тип әрнене ул. - Шул тиклем һыҙлауҙарҙы ла һиҙмәй бит был бала!"

- Ятып ал, балам, арығанһыңдыр, - тине әсә, шунда уҡ урын түшәргә тотондо. Үҙенең "өлгө"лөгөнә ҡаршы иртәнән бирле көрәшкән Яҡуп байтаҡ йонсоғайны. Шуға күрә ул ҡарышманы. Түшәгән урынға барып ятты. Ятҡас та уң ботона ниндәйҙер ҡаты нәмә тейҙе. Яҡуп уны һәрмәп ҡараны. Был баяғы ҡыҙыл һаплы рогатка ине. Тимәк, ул кеҫәлә ята. Яҡуптың бөтә арығанлығы бер юлы әллә ҡайҙа осоп юғалды. Ул ҡапыл һикереп тормаҡсы булғайны ла... торманы. Йоҡлаған кеше булып, күҙҙәрен йомдо, ә бер аҙҙан килештереп хырылдап та ебәрҙе. Улының йоҡлап китеүенә тамам ышанған Гөлйемеш апай шым ғына ишеккә табан йүнәлде. Ул ауылдан бер саҡрым самаһы ситтәрәк йәшәгән урман ҡарауылсыһына барырға ҡарар иткәйне. Ҡарауылсы ҡарттың ҡалалағы врач ҡыҙы элекке көндө генә бала-сағаһы менән ялға ҡайтҡайны. Гөлйемеш апай шул врачты саҡырмаҡсы булды.

Әсә соланға сыҡты. Бына аҡрын ғына ишек асылып ябылды, унан ҡапҡа шығырлап ҡуйҙы. Яҡуп шуларҙың бөтәһен дә ишетеп ятты. Ул ырғып урынынан торҙо ла, иҙәнгә төшкәс, бер-ике ҡат үрә һикереп алды. Унан һуң тышҡа тороп йүгерҙе. Ҡойма буйына килеп боҫто ла әсәһенең ҡайһы яҡҡа киткәнен ярыҡ аша күҙәтеп торҙо. Әсәһе Вәзирҙәргә лә инмәне, канцелярия яғына ла боролманы, тыҡрыҡ аша ауыл ситенә сығып китте.

Яҡуп ҡыҙыл һаплы рогатканы кеҫәһенән һурыл сығарҙы ла уға байтаҡ ара һоҡланып ҡарап торҙо. Егет ҡулына ниндәй генә малдар төшмәй! Хәҙер эшкә тотонаһы ғына ҡалды.

Өй алдына ваҡ таш ҡатыш ҡом һибелгән. Башта Яҡуп фуражкаһына күп итеп ваҡ таш йыйҙы. Унан яйлап ҡына болдорға менеп ултырҙы. Хәҙер атыр өсөн йәтеш сәп табып алырға кәрәк ине. Аҡ келәт эргәһендәге бағана йәбенә түңкәреп элеп ҡуйылған йәшел күнәктән дә шәберәк сәпте эҙләп тә таба алмаҫһың. Яҡуптың ҡарашы шул күнәккә туҡталды. Ул, йоморо ғына бер таш менән рогаткаһын ҡороп, тоҫҡарға тотондо. Оҙаҡ тоҫҡаны. Рогатканың резина кереше, һуҙыла торғас, нәп-нәҙек булып ҡалды. Яҡуп кереште ысҡындырҙы. Таш үҙ юлына осоп китте, ә ҡапыл ысҡынған кереш бая ғына киҫелгән баш бармаҡҡа килтереп һуҡты. Яҡуптың күҙ алдында ҡыҙыл түңәрәктәр һикерешеп уйнарға кереште. Элегерәк шундай хәл булһа, Яҡуп рогаткаһын атып бәрер ҙә илай-илай өйгә йүгерер ине. Хәҙер ундай саҡтар үтте шул.

Был тәүге бәлә малайҙың бары сәмен генә арттырҙы. Ауыртҡан бармағына бер-ике тапҡыр өрөп алды ла яңынан үҙ эшенә тотондо. Бер атты, ике атты, биш атты, әммә йәшел күнәк иҫе лә китмәй эленеп тора бирҙе. Зыңлап та ҡараманы. Яҡуп, болдорҙан төшөп, бер-ике аҙым келәткә яҡынлашты. Ул баҫып атырға тотондо. Өсөнсө таш йәшел күнәктең ҡабырғаһына барып тейҙе. Күнәк зың итеп ҡалды. Яҡуп Вәзирҙән күп тапҡырҙар ишеткән һүҙҙәрҙе ҡабатлап ҡуйҙы:

- Бер ҡоймаҡты майланыҡ!

Ләкин "икенсе ҡоймаҡ" бик оҙаҡ "майланмай" яфаланы. Инде тейҙерҙем тип кенә атҡанда, йәшел күнәк ҡымшанмай ҙа тороп ҡалды, ә аҡ келәт тәҙрәһенең бер өлгөһө сылтырап ҡойолоп төштө. Был ваҡыт шығырлап ҡапҡа асылды. Әммә Яҡуп уны ишетмәне. Ул, сәмләнә төшөп, күнәккә йәнә атып ебәрҙе. Был юлы баяғы тәҙрәнең түбәнге өлгөһө селпәрәмә килде. Ҡапҡанан килеп ингән Гөлйемеш апай менән врач, ни тиергә лә белмәй, башта аптырап ҡалды. Әсә үҙәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.

- Балаҡайым!- Ул, йүгереп килеп, Яҡупты етәкләп алды. Был арала Яҡуп рогатканы кеҫәһенә йәшерергә өлгөргәйне. Ләкин әсәлә рогатка ҡайғыһы юҡ ине.

- Ауырыу балағыҙ ошомо? - тип һораны врач.

- Ошо шул. Минең берҙән бергенәм ул.

Яҡупты өйгә алып инделәр. Врач уның тамағын, күҙҙәрен ҡараны, ятҡырып ҡорһағын ҡапшаны. Ике ҡолағына ике резина эсәк тығып, ул малайҙың арҡаһын, күкрәген тыңланы, шунан һуң тағы бер тапҡыр күҙҙәрен ҡараны.

- Балағыҙ сәләмәт. Сәп-сәләмәт, - тине.

- Сәләмәт бала шулай буламы ни? Янмаған, күгәрмәгән ере юҡ бит.

- Сирле булһа, ырғымаҫ, һикермәҫ ине. Һикермәһә, йығылмаҫ та ине. Шулаймы, егет кеше? - тине врач.

"Егет кеше" баш ҡаҡты.

Әсә һаман үҙенекен тылҡый бирҙе:

- Бынау ороларына, уйылған-сыйылган ерҙәренә ниндәй дарыу һөртәйем һуң?

- Дарыу һөртөп тораһы юҡ, төҙәлер.

"Эсендә йәне юҡтыр был докторҙың",-тип иланы Гөлйемеш апай. Ә докторҙың эсендә йәне бар ине. Ләкин юҡ сирҙе бар итеп һөрән һалыусыларҙы уның ене һөймәй ине. Врач, әйберҙәрен йыйып, кескәй ҡумтаһына һалды ла хушлашып сығып китте.

- Ярай инде, улай булғас, - тип тороп ҡалды Гөлйемеш апай.

Кискә тиклем әсә улын тышҡа сығарманы, һағалап ултырҙы. Тик көтөү ҡайтыр алдынан ғына, быҙау эҙләп алып ҡайтырға тип, тау яғына сыҡты. Унда ла улын киҫәтеп китте: "Тышҡа аяҡ атлайһы булма!" - тине. Үҙ һүҙҙәренең көсөнә ышанып етмәй, ишекте тыштан элеп тә ҡуйҙы. Ишекте элмәһә, Яҡуп, бәлки, өйҙә лә ултырыр ине. Аҙбарға ябылған кәзә бәрәсе кеүек, нисек бик аҫтында ултырһын инде ул? Тәҙрәнән һикереп, Яҡуп тышҡа сыҡты. Ул башланған эшен бер тиклем ослап ҡуйырға булды. Сөнки уға бирелгән өс көндөң береһе үтеп бара ине. Әсәһе ҡайтҡансы, ул мунса мөрйәһенең осона ҡуйылған ҡалай торбаны атып төшөрөргә лә, уң күрше Сабирҙарҙың нигеҙ өйөмөндә торған балсыҡ көршәкте ватырға ла, һул күрше Йомабикә ҡарсыҡтың үлән өҫтөндә ултырған еҙ ҡомғанын йәмшәйтергә лә өлгөрҙө. Яҙа атыуҙан түгел, уларҙың һәр береһенә тоҫҡап атты ул. Йомабикә ҡарсыҡ ишетмәне лә, күрмәне лә, әммә Сәрби апай Яҡуптың тетмәһен тетте. "Икенсе Вәзир булдыңмы әллә, аҙғын малай?! Яҡшынан яман тыуған! Тәртиптең нимә икәнен белмәгән йүнһеҙ! Бына әсәйең генә ҡайтһын әле..."

Яҡуп ғүмерендә беренсе ҡат "тәртипһеҙ" тигән һүҙ ишетте. Юҡ, быға ул бошонманы. Тимәк, хәҙер уны берәү ҙә "Өлгө Яҡуп" тип үсекләй алмаясаҡ.

Күл өҫтөндә балыҡ уйнай

edit

Көн кискә ауышып бара. Күл өҫтөндә иртәнән бирле йүгерешеп уйнаған ваҡ тулҡындар, ярға һыйынып, тынып ҡалғандар. Талсыҡҡандарҙыр, күрәһең. "Былар ял итһендәр әле", - тигән һымаҡ, ел дә тау яғына китеп олаҡҡан. Был мәлдә ул, моғайын, ҡарағай ботаҡтарын һелкетеп йөрөйҙөр әле. Уның эше бер ваҡытта ла бөтмәй.

Ә бына ҡоштар, исмаһам, миҙгелен белеп кенә һайрайҙар. Көн эҫеһендә улар һайрау яғына бик әүәҫ булмайҙар, һалҡын төшә башлағас, уларҙы тотоп та тыя алмаҫһың. Ҡылыс буйындағы һәр ҡыуаҡ йыр моң сәсеп тора. Тыңлап ҡына өлгөр.

Балыҡтар ҙа иртәле-кисле шаяныраҡ булалар. Әле лә бына, һыу өҫтөндә иҫәпһеҙ-хисапһыҙ түңәрәктәр яһап, балыҡ уйнай. Ҡайһы бер үтә шуҡтары өҫкә һикереп сығалар ҙа, үҙҙәренең тәңкәләрен йылтыратып, маҡтанған булалар. Йәнәһе: "Күрегеҙ, беҙ ниндәй һылыубыҙ!"- тиҙәр. Шулай ҙа тәмһеҙҙәр улар, балыҡтарҙы әйтәм. Әле күлде бер итеп уйнап йөрөгән сабаҡтарҙың һәм ҡыҙылғанаттарҙың байтағына бер нисә көндән, үҙ күлдәрен ташлап, Кирәмәт башындағы ят күлгә күсергә тура киләсәк. Һәм улар бер ҡасан да Ҡылысҡа кире әйләнеп ҡайта алмаясаҡтар. Был хаҡта балыҡтар бер нәмә лә белмәйҙәр. Хатта уйҙарына ла килтермәйҙәр. Саҡ ҡына һиҙенһәләр ҙә, шул тиклем үк уйынсаҡ булмаҫтар ине.

Ҡоштарҙың эше бөтөнләй башҡа. Уларҙы һин әллә ҡайҙағы урмандарға илтеп ташла, барыбер теләгән саҡтарында үҙ ҡыуаҡтарына ҡайталар ҙа киләләр. Бына бит ул ер өҫтөндә йәшәү нисек һәйбәт, һыу аҫтында йәшәү ише түгел инде. Әйҙә, балыҡтар һикерешә, ҡоштар һайраша торһон. Беҙ яр буйындағы тал ҡыуаҡтары араһына күҙ һалайыҡ. Иң тәүҙә беҙ унда бер сөм-ҡара, бер ерән баш күрербеҙ. Кәүҙәләрен ҡамыш ҡаплай. Шулай ҙа ул баштарҙың кемдәрҙеке икәнен таныуы ҡыйын түгел. Ҡараһы: "Мин Ғабдулла", ерәне "Мин Айҙар",- тап әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора.

"Өс таған"дың ике терәге тауышһыҙ-тынһыҙ мурҙа үреп ултыра. Хәҙер эш бөтөүгә бара инде. Ләкин шуны әйтергә кәрәк, Ғабдуллаға, Башлыҡ булһа ла, бары ҡара иштәрҙе генә башҡарырға, дөрөҫөрәге, Айҙарҙың ярҙамсыһы ғына булырға тура килде. Ул өләсәһенең һалма бысағы менән сыбыҡ ҡырҡып, уларҙы ботаҡтарҙан әрсеп, Айҙар алдына һалып торҙо. Был саҡта ул үҙенең Башлыҡ икәнен бөтөнләй онотоп ебәрҙе. Киреһенсә, Айҙарға һоҡланып, уны өҫтөн итеп ҡараны. Хатта бер саҡ: "Ну оҫта икәнһең, малай", - тип иптәше алдында ярамһаҡлана биреп тә ҡуйҙы. Ҡулың һөнәр белмәгәс, шулайыраҡ була шул.

Айҙарҙың ярылып бөткән йүгерек ҡулдарына ысынлап та һоҡланып туймаҫлыҡ ине. Нескә, оҙон тал сыбыҡтары уның бәләкәс бармаҡтарында, ебәк таҫма урынына, бөгөлөп-һығылып уйнай. Әйтерһең дә, ул тал сыбыҡтарынан мурҙа түгел, ә ебәктән селтәр үрә ине. үҙенең булдыҡлылығы менән ул бер генә тапҡыр ҙа шапырынманы, уның йөҙөндә ҡуҡырайыуҙың әҫәре лә сағылманы. Ара-тирә танауын тартҡылап, бары эшләй бирҙе. Ысын оҫталар ана шундай булалар ҙа инде.

Балыҡтар һикерешеүендә, ҡоштар һайрашыуында, малайҙар мурҙа үреүендә булды, һәр кем үҙ һөнәре менән мәшғүл ине. Шуға күрә улар яр башындағы тар һуҡмаҡ буйлап боҫа-ҡаса үтеп барыусы күлдәкһеҙ малайға иғтибар ҙа итмәнеләр. Малайҙың яланғас беләктәренә тейеп ҡалған тал япраҡтары нимәлер шыбырларға итеп ҡараһалар ҙа, уларға ҡолаҡ һалыусы булманы. Бер аҙ уҙа биргәс, әлеге малай йөҙтүбән ятып, ҡамыш араһындағы икәүҙе күҙәтергә кереште. Уның сылт-сылт йомолоп торған күҙҙәре бөтәһен дә күрҙе, бөтәһен дә шәйләне. Бер аҙҙан һуң ул ҡамыш төбөндәге йәш күрәнде шәлкем итеп усына йыйып тотто ла, ат ҡойроғо төйнәгән кеүек, төйнәп ҡуйҙы. Беҙҙең урман яғында кешеләр эҙ юғалтмаҫ өсөн шулай билдә ҡалдыралар. Күрәһең, был малай ҙа әлеге урынды билдәләп үтергә булды. Сөнки Ҡылыс буйы ҙур. Ҡайҙа ҡарама, йырып сыҡҡыһыҙ ҡамышлыҡ.

Йәй көнө, тән яндырып, күлдәкһеҙ йөрөгән малайҙар һирәк осрамай. Ләкин бының кеүек етеҙ һәм һаҡ хәрәкәт итеүселәр Бөркөтлөлә күп түгел. Уның һәр ҡыймылдауы: "Мин Вәзир!"- тип ҡысҡырып тора. Үҙенә кәрәктең бөтәһен дә барлап, тикшереп сыҡҡас, Вәзир, аҡрын ғына шыуышып, артҡа сигенде. Артта урман. Урманға инеп алғас, ул, ҡуйы үлән араһындағы бүҙәнә кеүек, йылт итеп кенә ҡалды. Был арала Айҙар менән Ғабдулла ла мурҙаны үреп бөтөрҙө. Ысынлап та матур нәмә килеп сыҡты. Шулай ҙа Айҙар һөнәр эйәләренә генә хас бер ентеклелек менән үҙ эшен тағы бер ҡат тикшереп сыҡты, ҡапҡасын бер ябып, бер асып ҡараны. Шунан һуң ғына малайҙар салбарҙарын сисеп ырғыттылар. Ике-өс күнәк балыҡ һыйышлығы ауҙың эсенә ҙур ғына ике таш һалып, уны күл эсенә, ҡамыштар араһына күтәреп индерҙеләр. Мурҙа тиҙ генә батырға теләмәне. Уны, түбән тарттырып, ҡамыш һабаҡтары менән бәйләштергеләргә тура килде. Ҡыҫала-фәлән инмәһен тип, мурҙаның ҡапҡасын ябып, нығытып ҡуйҙылар. Сөнки беҙҙең балыҡсылар бер ҡатлы түгелдәр. Улар балыҡсылау кәсебенең рәтен беләләр. Был миҙгелдә мурҙаға яҙып-яңылышып ингән балыҡты көтөп тороу йүнһеҙлек булыр ине. Ундай аҙашҡан сабаҡтарҙы ғына аңдып ултырһаң, йәй үтеп китер. Иртәгә үк кәм тигәндә дүрт ҡармаҡ менән эшкә тотонорға тура киләсәк. Ана бит һыу өҫтөндә күпме балыҡ сиртә. Малайҙар оҙаҡ итеп күлгә ҡарап торҙо. Уларҙың күҙ алдында һикереп уйнаған балыҡ тик ҡармаҡҡа ҡабыр өсөн генә ашҡына. Бәлки, улар үҙҙәренең яңы күлгә китәсәктәрен һиҙеп шулай ҡыуанышаларҙыр. Ил гиҙеүҙе, донъя күреүҙе кем генә яратмай һуң?

- Уйнағыҙ, уйнағыҙ, - тине Ғабдулла, - уйнар көнөгөҙ алда әле.

Һәм үтә мөһим эш башҡарған малайҙар, салбарҙарын кейеп, ауыл яғына ыңғайланы.

Иртә ямғырлы булды

edit

Беҙҙең яҡта хатта йәйге ямғырҙар ҙа ултырып яуа. Бер башлаһа, тәүлек буйына талғын ғына шыбырлай бирә. Шуға күрә уны: "Ултырып яуа", - тиҙәр. Был саҡта инде ер, майлы бутҡа ашаған малай ирендәре кеүек, йылтырап, рәхәт сигеп ята. Төн уртаһында башланған ямғыр иртә менән дә туҡтаманы. Ләкин барыбер дүрт өйҙәге дүрт малай ҡул ҡаушырып тик ултырманы. Ҡыҙыл туҡалды көтөүгә ҡыуып ҡайтҡан ыңғайҙа уҡ Ғабдулла Айҙарҙарға инде. Улар аласыҡта бынамын тигән дүрт ҡармаҡ рәтләнеләр. Иҫке ауҙы ҡырҡып, селтәр тоҡ йүнәттеләр. Ул тоҡтоң ниңә кәрәклеген балыҡсылар үҙҙәре генә белә. Унан аҙбар артына сығып консерва ҡалайына селәүсен йыйҙылар. Ер еүеш булғас, бөгөн селәүсендәр теремектәр ине. Ҡомһоҙ балыҡты улар үҙҙәре үк саҡырыл торасаҡ.

- Йыға һуҡты был ямғыр,- тине Ғабдулла, уфтанып. - Тапты яуыр ваҡыт!

Һәр нәмәне яҡшыға юрарға өйрәнгән Айҙар дуҫын тынысландырырға кереште:

- Яуһын әйҙә. Игендәр үҫер. Яуыр, яуыр ҙа туҡтар. Иртәгә лә көн беҙҙеке бит. Ямғырҙан һуң балыҡ һәләк шәп ҡаба ул.

- Һиңә бөтәһе лә шәп инде, үҙ башың менән уйламағас, - тип Ғабдулла үҙенең Башлыҡ икәнен хәтергә төшөрөп алды. - Ә бына ҡайҙан кәмә табырға? Кәмә! Һинең уйыңа кергәне бармы шул?

- Ә ниңә кәрәк ул? Яр башынан да тупылдап ҡабып тора.

- Юҡ инде. Селбәрә аулаған ыбыр-сыбыр малайҙар кеүек, яр башынан ҡармаҡ һалып йөрөп булмаҫ, - Ғабдулла эре генә өҫтәп тә ҡуйҙы: - Ул замандар үткән.

Ысынлап та, үҙен "балыҡсымын" тигән кеше беҙҙең Ҡылыс буйында яр башынан ҡармаҡ һалып йөрөмәҫ. Балыҡтың эреһе - күл эсендә, балыҡсының йүнлеһе - күл өҫтөндә булыр.

- Ярай, табылыр әле, - тип килеште Айҙар.- Өлгөнөң олатаһы ҡалала ҡунаҡта йөрөй. Тик кәмәһен һәләк ҙур йоҙаҡ менән йоҙаҡлап киткән. Асҡыс яратып булһа...

Башлыҡ яңы фарманын иғлан итте:

- Кәмә табыуҙы Өлгө Яҡупҡа йөкләтергә!

Был ваҡыт Вәзирҙәр өйөндә ошондай күңелле һөйләшеү бара ине:

- Таңдан тороп, бөгөн ҡоймаҡ иҙгәйнем. Балаларымды бер һыйлайым әле, исмаһам, - тип теҙеп китте Ҡорбанбикә еңгә. - Хәҙер дөрләтеп мейес яғып ебәрәм.

- Әсәй, - тине Насип, - ҡоймаҡтың шыма яғын майларһыңмы әллә шаҙра яғынмы?

- Шыма яғын да, шаҙра яғын да майлармын, улым. Бар әле йүгереп кенә аласыҡтан ҡоро утын алып ин.

- Их, тәмле була икән! - тип Насип хатта сәпәкәй итеп алды. Ул һә тигәнсе, ҡосаҡ тултырып, утын да кертеп ташланы. Вәзиргә лә эш ҡалғайны әле:

- Ә һин, Вәзир, йүгереп кенә Йәмлегөл инәйҙәрҙән таба алып ҡайт. Ике таба менән сыжлатып ҡына бешереп алырмын. Ҡара уны, бер аяғың унда, икенсеһе бында булһын!

Бүтән йомош булһа, Вәзир, бәлки: "Ана, Насибең барһын", - тип ҡарышып та торор ине. Әммә был йомош ҡарыша торған йомош түгел ине. Ул атаһының оло итектәрен ҡуңалтаҡ кейеп кенә тышҡа атылды.

- Ҡойоп ямғыр яуа бит. Яланғас йөрөмә шулай әҙәм көлдөрөп, йүнһеҙ! Ана һырмаңды булһа ла элеп ал! - тип ҡысҡырып ҡалды Ҡорбанбикә еңгә.

Вәзир әйләнеп тә ҡараманы. Ағаһы өсөн яуапты Насип ҡайтарҙы:

- Тән сыныҡтыра бит ул, әсәй. Вәзир ағайым баһадир кеүек көслө буласаҡ. Бына күр ҙә тор. Анау уҫал үгеҙ бар бит әле, ана шуны сәтәкәй бармағы менән генә төртөп осорасаҡ ул.

- Бик осорор әле, һалҡын тейҙереп, анау Кашаф кеүек, ҡых-ҡых ҡыһылдай башлаһа...

- Баһадирға һалҡын теймәй ҙә ул, әсәй.

- Бына тағы икенсе бер иҫәүән. Һиңә генә етмәгәйне тағы, тәтелдәк.

Ҡорбанбикә еңгәнең бөгөн күңеле күтәренке ине. Өфөнөң үҙенән килгән күҙлекле ағай кисә уның эшен маҡтап китте:

- Тауыҡтарың йырлап тора, эшең ырап тора икән, килен. Районда алдынғылар рәтенә сығып бараһың бит, - тине.

- Яҡшы һүҙең - йән аҙығы, рәхмәт, ағай, - тип ҡыуанып ҡалды Ҡорбанбикә еңгә. Шулай итеп, бөгөнгө ҡоймаҡтың әсеткеһе кисә үк һалынғайны. Эшенә маҡтау ишеткән әсә, ҡоймаҡ менән һыйлап, балаларын да ҡыуандырырға булды.

Мейескә ут та яғылды. Күмер ҙә төштө. Яңғыҙ таба күп тапҡырҙар сыжлап мейескә лә кереп сыҡты. Тик Вәзир генә китте лә батты.

Кәмәне йөҙөргә өйрәтәм...

Бөтә йорттар урамға теҙелешеп ултырған. Бер Йәмлегөл инәйҙең генә кескәй өйө, көтөүҙән айырылған кәзә бәрәсе һымаҡ, күл тыҡрығының арғы башына яр ситенә сығып баҫҡан. Уның ике тәҙрәһе күл яғына ҡарап тора. Әллә бер-бер нәмәгә үпкәләп, был өй шулай ауылға арты менән әйләнгән инде? Улай тиһәң, бөтә Бөркөтлө Йәмлегөл инәйҙе аһ итеп тора. Күрше-тирә уны аш-һыуҙан ҡалдырмай. Был өйҙөң үҙ тарихы, үҙ яҙмышы бар. Өйҙөң төп хужаһы Мырҙабай атаҡлы балыҡсы ине. "Балыҡсы урыны һыу янында булырға тейеш", - тип ул нигеҙен яр буйына ҡорҙо. Бик матур ғүмер иттеләр, улдар үҫтерҙеләр. Күл өҫтө тып-тын бер көндө Йәмлегөл инәйҙең өрлөк кеүек ике улы бер юлы ошо өйҙән һуғышҡа сығып китте. Икеһенең береһе әйләнеп ҡайтманы. Һуғыш баҫылыр алдынан ғына Мырҙабай ҡарт үҙе лә үлеп китте. Донъялар именләнә башлағас, колхоз идараһы Йәмлегөл инәйҙең өйөн ауыл уртаһындағы буш урынға күсереп һалырға ҡарар сығарҙы. Ләкин ул риза булманы: "Улдарымдың нигеҙенән ҡуҙғалмайым", - тине. Әгәр Йәмлегөл инәй теге саҡта өйөн күсереп һалырға ризалашҡан булһа, бая таба алырға сыҡҡан Вәзир шунда уҡ әйләнеп ҡайтыр ине. Ә ул китте лә олаҡты.

Вәзир, ҡыптыр-ҡыптыр йүгереп, тыҡрыҡ башына килеп сыҡты. Йәмлегөл инәйҙең урам ҡапҡаһын инде үрелеп астым тигәндә генә, уның йылғыр күҙҙәре ямғыр селтәре аша күл өҫтөн ҡапшап сыҡты. Яр ситендә ҡаҙҙар күшегеп ултыра. Ә эстәрәк кемдер кәмәлә ишкәк ишеп булаша.

Бәй, был Яҡуп табаһа!

Яҡуптың кәмәлә йөрөүен Вәзир яҡындан ҡарап китмәй булдыра алманы, әлбиттә. Быға уның көсө етмәне. Ҡойоп ямғыр яуғанда Өлгө Яҡуп кәмәлә йөрөһөн дә, һин шуны иҫәпкә алмай уҙып кит, имеш. Юҡ инде. Бындай мәрәкәләр һирәк була ул. Вәзир күл ситенә йүгереп килде. Башта бер аҙ өндәшмәй ҡарап торҙо. Яҡуп уның килгәнен дә, торғанын да күрмәне. Үҙ мәшәҡәте үҙенә еткәйне уның. Нисек кенә ишеп ҡарамаһын, кәмә алға ла китмәй, артҡа ла сикмәй, бер урында әйләнеп тик тора. Ә яр яғынан иҫкән ел уны аҡрын-аҡрын ғына эскә ҡыуа.

Вәзир сыҙаманы:

- Эй, Өлгө, ни эшләйһең унда?- тип ҡысҡырҙы.

Яҡуп ҡапыл тертләп китте. Ләкин үҙен тиҙ үк ҡулға алды:

- Олатайымдың яңы кәмәһен йөҙөргә өйрәтәм, - тип- яуап ҡайтарҙы.

- Их, һин. Бер ишкәкле кәмәне ултырып ишәләрме ни? Уны аяғүрә баҫып ишәләр. Баҫ хәҙер үк! - тип бойорҙо Вәзир.

Яҡуп, кәмә ситенә үрелә биреп, һыуға ҡарап алды:

- Һыу тәрән бит...

- Ҡурҡма, йүнһеҙ, бында һай, һине лә буйламай.

- Мин ҡурҡмайым да ул.

Яҡуп кәмәнең нәҡ уртаһында ултыра ине. Шул ултырған еренә аяғүрә баҫты. Вәзир уға яңы команда бирҙе:

- Артҡа күс! Уртаға баҫып кем ишкәк ишә, ә?

Яҡуп һаҡ ҡына артҡа сигенде.

- Бына шулай, - тип хупланы уны Вәзир. - Хәҙер ишә башла. Башта уң яҡтан иш! Уң яҡтан тим бит! Уң менән һулды айырмайһыңмы ни? Әммә был юлы Вәзир уң менән һулды үҙе бутаны. Уға ҡаршы баҫҡан Яҡуптың уң яҡтан ишеүе һул булып күренде. Быны Вәзир үҙе лә һиҙеп алды. Тик сер генә бирмәне.

- Ярай, әләйһә, белгәнеңде иш, - тигән булды. Яҡуп ишә бирҙе, ә яр башынан команда ҡабатлана торҙо: "Аръяҡтан иш, шулай, шулай! Бирьяҡтан иш! Аръяҡтан иш!" Әйләнеп-тулғанып булһа ла, кәмә ярға яҡынлаша башланы. Ләкин был ғына Вәзирҙе ҡәнәғәтләндермәне. Ул, ике ҡулын алмаш-тилмәш һелтәй биреп, бойороҡ өҫтөнә бойороҡто яуҙырып ҡына торҙо: "Ишкәгеңде батырма! Киңерәк һелтә! Киңерәк! Ниңә сәғәт теле кеүек һелкенеп тораһың? Тура баҫып иш! Ана шулай!"

Яҡуп һәр бер бойороҡто теүәл үтәргә тырышты. Тик инде өйрәнеп бөттөм тигәндә генә, көтөлмәгән бәлә килеп сыҡты. Яҡуптың киң генә һелтәп, һул яҡтан ишеп ебәреүе булды, кәмәнең ҡырынайып китеүе булды. Тегеләй сайҡалды кәмә, былай сайҡалды. Кәмәнән былайыраҡ Яҡуп сайҡалды. Вәзир: "Ултыр!" - тип ҡысҡырырға ла өлгөрмәне, Яҡуп гөпөрт итеп һыуға ла сумды. Ҡурҡыуынан һөрәнләргә лә онотто. Ҡолап төшкәс, Яҡуп бер талай бөтөнләй күренмәй торҙо. Тулҡын өҫтөндә уның шаҡмаҡлы кепкаһы ғына тороп ҡалды. Лысма еүеш кепка бата башлауға, Яҡуптың башы ҡалҡып сыҡты.

Вәзир, рогатканан атылған таштай, күлгә ташланды. Һыуға инеү менән, уның итектәре үҙенән-үҙе төшөп ҡалды. Яҡуптың башы күренеүгә, Вәзир кәмә эргәһенә барып та етте. Был урында күл ысынлап та тәрән түгел. Шулай ҙа Яҡуптың ҡолағына етерлек ине. Йөҙә белмәгән кешене батырырға күп кәрәкме ни?

Вәзир, бешмәгән ишкәксенең яғаһынан эләктереп, ярға табан һөйрәне. Бер нисә аҙымдан һуң уны баҫтырып ҡуйҙы. Яҡуптың йөҙө борған сепрәк төҫлө ап-аҡ ине.

- Күл һыуы тәмлеме? - тип шаяртмаҡсы булды Вәзир. Тегеһе баш ҡына сайҡаны. Күрәһең, бик үк тәмле түгелдер.

- Бар, сыға тор, - тине Вәзир.- Мин сумып, кепкаңды эҙләйем.

Шунда ғына Яҡуп телгә килде.

- Кәрәкмәй, - тине ул, ҡалтырана-ҡалтырана, - баш һау булһа, кәпәс табылыр әле.

Кепкаһы - кепка. Ә бына кәмә менән ишкәк икеһе ике ерҙә, тулҡын өҫтөндә аҡрын ғына бәүелгән булып, эскә табан ыңғайларға самалай түгелме? Шулай шул. Юҡ инде. Бындай баш-баштаҡлыҡҡа юл ҡуйып булмай. Вәзир, ҡолас һалып, яңынан күлгә йөҙөп инде. Башта ул ишкәкте барып тотто. Унан, кәмәнең ҡойроғона сығып, бер ынтылыуҙа менеп тә баҫты. Яҡуптың хәле мөшкәлерәк булһа ла, сая иптәшенә һоҡланмай булдыра алманы ул. "Их, шулай йөҙә белһәң ине", - тип эсенән көнләшеп ҡуйҙы.

Кәмә мороно ярға төртөлгәс тә, Вәзир һикереп төштө. Күл ситендә ҡуңыстары ғына күренеп ятҡан итектәрҙе табып, уларҙың эсендәге һыуҙы түкте. "Атайымдың итектәре йыуылды. Һәйбәт булып ҡалды әле, - тип, был мәшәҡәттәргә яҡшы һөҙөмтә лә сығарып ҡуйҙы ул. - Былай булғас, яланаяҡ ҡына ҡайтырға тура килә инде".

Яҡуп баҫҡан урынында ҡуҙғалмай ҡатып тик торҙо.

- Һинән рәт сығасаҡ,- тип йыуатты уны Вәзир.- Тик әлегә таҫыл яғы ғына самалыраҡ. Ә рәт сығасаҡ.

- Ысынмы?

- "Ысынмы?" "Ысынмы?", имеш... Мин ҡасан бушты һөйләгәнем бар?

- Юҡ та.

- Ә хәҙер ни эшләйбеҙ?

- Әлләсе. Олатайымдың кәмәһен урынына илтеп ҡуяйыҡ.

Малайҙар кәмәне яңынан һыуға этәреп төшөрҙөләр.

- Ал ишкәкте, түлке ашыҡмай иш! - тине оҫта үҙенең өйрәнсегенә.

Күл ситенән генә Яҡуп кәмәне үҙ урынына алып китте. Вәзир уға үҙ кәңәштәрен һаман бирә барҙы. Бер сирҡаныс алған Яҡуп үҙе лә был юлы ишкәк менән ҡыйыуыраҡ эш итте. Утыҙ-ҡырҡ аҙым араны үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

Кәмәнең сылбырын бағанаға урап, йоҙаҡ элеп торғанда ғына, тыҡрыҡ осонан Яҡуптың әсәһе сәрелдәп килеп сыҡты.

- Утҡа ла һала, һыуға ла батыра бит был бала мине! Әлеге Вәзирҙең эшелер инде! Көшөл кеүек булғанһың бит, балаҡайым! Бөгөн үк кәнсәләргә барып башырмаһаммы - исемем Гөлйемеш булмаһын. Ҡайҙа иттең уның кәпәсен? Ниңә шул балаға ҡаныҡтың һин! Торғаны менән бер юлбаҫар үҫә бит!

Гөлйемеш апай Яҡуптың беләгенән тотмаҡсы итте. Ләкин Яҡуп ситкә тайшанды.

- Әгәр, әсәй, Вәзиргә тағы ла тел тейҙерһәң, хәҙер ук ошо кәмәгә ултырам да күл эсенә инәм дә китәм. Бер инһәм, мәңге сығасаҡ башым юҡ. Бел дә тор.

Һүҙһеҙ генә башын эйеп торған Вәзиргә зәһәрле ҡараш ташлап алды ла Гөлйемеш апай һүҙен ҡапыл икенсегә борҙо:

- Ярай, ярай, тел тейҙермәм; әйҙә, һинеңсә булһын, - тип улын етәкләргә ынтылды.

- Етәкләмә мине,- тип ҡарышты Яҡуп.- Етәкләмәһәң дә ҡайтырмын... Тик Вәзиргә тел тейҙермәҫтән булһын. Юғиһә...

- Ярай, ярай, бөттө тим бит инде.

Әсә менән улы ҡайтыр яҡҡа китте. Ике итеген ике ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, Вәзир күл ситендә баҫып ҡалды. Унда таба ҡайғыһы ла, ҡоймаҡ шатлығы ла юҡ ине инде.

Ямғырҙан һуң

edit

Көн буйы яуған ямғыр кискә ҡарай ҡапыл туҡтаны. Китмәҫкә килгәндәй түшәлеп торған болоттар әллә ни арала таралып та өлгөрҙө. Ямғырҙа йыуылып таҙарған асыҡ зәңгәр күккә ҡояш яңынан хужа булды. Тик ҡайҙалыр бейектә аҙашып ҡалған ваҡ тамсылар ғына һирәк-һаяҡ тамғылап ҡуя. Эре тамсылар ергә төшкән саҡта, улар, уйынға мауығып, һауала тороп ҡалғандар, күрәһең. Ни тиһәң дә, бәләкәстәр шул. Уйынға бер керешеп китһәләр, донъяларын оноталар.

Ул кескәй тамсылар шундай йылы, яғымлы булалар. Ҡулыңды һуҙып торһаң, усыңа һикереп иркәләнәләр, шаяралар. Усыңды йомһаң, бармаҡ араларынан сығып ҡасалар. Ҡалай шаяндар!

- Әһә, ҡаптыңмы ҡармаҡҡа, эләктеңме бармаҡҡа! - ти Гөлнур, усына тамған тамсыны йомарлап. - Үҙе ҡалай йылыҡай... Унда, ҡояш эргәһендә, йылылыр шул. - Ул яңынан усын аса ла бүтән тамсыны саҡыра. - Йә, там инде, тағы бер генә там! Ҡыҙҙың кескәй усына тамсы тағы тама. Ул шарҡылдап көлөп ебәрә.

Гөлнур ҡойма буйындағы йыуан бүрәнәнең бер башына атланған да ямғыр тамсылары менән һөйләшә. Ә бүрәнәнең арғы осонда Айҙар менән Ғабдулла байтаҡтан бирле һүҙһеҙ ултыра. Малайҙарҙың кәйефе һүрән күренә. Эше ҡалған кешеләр шундайыраҡ була инде. Улар бөтә урамды бер итеп шарлауыҡ эсендә сабышып уйнаусы ваҡ малайҙарҙың сыр-сыуына ла, Гөлнурҙың өҙлөкһөҙ һайрауына ла иғтибар итмәйҙәр. Үҙ мәшәҡәттәре үҙҙәренә еткән.

- Был Өлгөнән дә уңманыҡ, - тине Айҙар, ниндәйҙер фекерҙәренә йомғаҡ яһап. - Кәрәкмәгәндә гел эргәлә урала, кәрәк саҡта күҙгә лә күренмәй, мәмәй.

Һүҙгә ҡушылыу урынына Ғабдулла теш араһынан төкөрөп кенә ҡуйҙы. Был инде асыуҙың сиген аңлата ине. Бер аҙҙан Айҙар тағы һүҙ ҡуҙғатты:

- Йә ул шөрләгәндер әле... Ә ҡарттың кәмәһе бер тигән. Тамсы ла һыу кермәй.

Малайҙарға Яҡуптан бигерәк кәмә кәрәк ине.

- Мине Башлыҡ тип һанайһыңмы? - тине Ғабдулла ҡапыл ғына.

- Һанайым.

- Һанаһаң, бар хәҙер үк Өлгөнө бында саҡырып килтер.

- Әсәһе мине күреп ҡалһа, ғүмерҙә ебәрәсәк башы юҡ. Хәҙер сәрелдәргә тотонор.

Нәҡ шул саҡ Айҙарҙың ҡолағына Гөлнур тауышы сағылып ҡалды. Ул инде аҡ таш эргәһендә үҫеп ултырған үлән ҡыяғы менән һөйләшә ине. Айҙар һеңлеһен үҙ эргәһенә саҡырып алды:

- Гөлнур һылыуым, - тине ул, ярамһаҡланып, - һиңә турғай балаһы кәрәкме?

- Кәрәк тә... Һин бит тота белмәйһең.

- Беләм. Бына күр ҙә тор. Һинең тәтәй күлдәгеңде ҡотлап, бер юлы икене тотоп бирермен, йәме. Йә тип, Гөлнур үҙ юлына китмәксе итте. Уның баяғы үлән ҡыяғы менән һөйләшер һүҙе бөтмәгәйне әле. Ләкин ағаһы уны тиҙ генә ҡотҡарманы.

- Ул турғай балаларына мин ситлек тә яһап бирермен, зәңгәргә буяп. Йәме.

- Йә, - тип баш ҡаҡты Гөлнур. - Мин уларға ем һибермен. Эйеме?

- Һиберһең. Шуның өсөн һин дә минең йомошомдо тыңла. Һин үҫкән бит инде. Был юлы "үҫкән" булғыһы килмәһә лә, Гөлнур ҡаршы өндәшмәне. Сөнки уға турғай балаһы бик кәрәк ине. Әлфиә исемле ҡыҙҙың турғайы булһын да, Гөлнурҙыҡы булмаһын, имеш. Ул, теләһә ниндәй йомошто тыңларға әҙер икәнен белдереп, ағаһының күҙҙәренә ҡараны.

- Бар, һылыуым, тиҙ генә Яҡупты саҡырып кил, - тине Айҙар. - Тик ҡара уны, әсәһе күреп ҡалмаһын. Әрләшә ул.

Яланаяҡтары менән бысраҡты сәпелдәтә-сәпелдәтә, Гөлнур Яҡуптар яғына ҡарай йүгерҙе. Барып еткәс тә, ул дөбөрләтеп ҡапҡанан килеп инмәне. Ҡойма ярығынан башта йорт алдын күҙәтеп сыҡты. Уның ҡарашы утынлыҡта нимәлер юнып ултырған Яҡупҡа туҡталды. Тегеһе үҙ эше менән шул саҡлы мауыҡҡан, хатта күтәрелеп тә ҡарамай. Ҡысҡырһаң, әсәһенең ишетеүе бар. Күп уйлап-нитеп тормай, Гөлнур йоҙроҡ ҙурлығы таш алып ҡойма аша ырғытты. Таш сәп итеп батҡаҡҡа килеп төштө. Яҡуп һиҫкәнеп китте. Шунда уҡ ҡойма ярығынан кескәй генә бармаҡ килеп сыҡты. Яҡуп, әлбиттә, алыҫтан бармаҡты күрмәне. Шулай ҙа ул, нимәлер һиҙенеп, ҡойма эргәһенә килде. Баяғы бармаҡ ҡытыр-ҡытыр ҡойманы тырнарға кереште.

- Кем унда? - тип бышылданы Яҡуп. Урам яҡтан Гөлнур сипылдап яуап ҡайтарҙы:

- Мин. Айҙар ағайым менән Ғабдулла һине саҡырҙы. Тиҙ үк килһен, тинеләр. Был Өлгөнән дә уңманыҡ, тип асыуланырҙар, юғиһә. Улар беҙҙең бүрәнә өҫтөндә ултыра.

- Ярар, күп телеңә һалынма, бар, ысҡын!

- Ысҡынырмын шул!

Әммә Гөлнур ҡайтыр яҡҡа "ысҡынманы". Ҡапыл уның иҫенә тегелеп ятҡан күлдәге килеп төштө. Яңы күлдәктең хәлен белергә тип, ул Йәмлихә апайҙарына тороп йүгерҙе. Уны бит бер юлы ике шатлыҡ көтә: тәтәй күлдәк тә, күлдәктең һөйөнсөһө лә! Яҡуп иптәштәрен оҙаҡ көттөрмәне. Картуф баҡсаһы аша башта ул күл яғына сыҡты, унан тыҡрыҡ буйлап урамға менде. Урауыраҡ булһа ла, был юл ҡурҡынысһыҙ ине. Сөнки шығырҙыҡ урам ҡапҡаһы һәр ингән-сыҡҡанды Гөлйемеш апайға ошаҡлап ҡына тора. Ғабдулла менән Айҙарҙың Яҡупты ике көн күргәндәре юҡ ине. Был арала Яҡуп бер аҙ тартыла төшкән. Маңлайы ҡара көйөп күгәргән, сикәләре, яңаҡтары ҡутырлап бөткән. Ә шулай ҙа ул элеккегә ҡарағанда нисектер үҫеп, турайып киткән һымаҡ күренә.

- Кем үҙеңде шулай килештереп биҙәне? - тип ҡаршыланы уны Башлыҡ.

- Үҙем.

- Шыттырма!

- Икмәк өҫтө. Мин ҡаянан һикерергә өйрәндем. Үҙең ҡуштың да. Минең өлгөлөк бөттө инде. Тик йөҙә генә белмәйем.

- Бер-ике күнәк күл һыуы эсһәң, өйрәнерһең әле.

- Өйрәнермен дә ул... - иртән уртлаған күл һыуынан уның әле лә күңеле болғана ине. Был ике көн эсендә нимәләр эшләгәнен Яҡуп берәм-берәм һөйләп бирмәксе ине лә, Башлыҡ үҙе һорамағас, сабыр итергә булды.

- Олатайың ҡасан ҡайта? - тип һораны Айҙар.

- Олатай ни ул тиҙ генә ҡайтмаҫ әле. Ә ниңә?

- Уның кәмә асҡысы ҡайҙа?

- Әллә.

- Һин күп әлләләмә әле, - тине Башлыҡ ҡырҡа ғына, - иртәгә таңдан күлгә төшөргә кәрәк. Яҡтырыр-яҡтырмаҫ Йәмлегөл инәйҙең мунсаһы артында йыйылышабыҙ. Кәмәң кистән үк әҙер булһын.

Иптәштәренең йомошо төшөүгә Яҡуп сиктән тыш шатланды. Быға тиклем гел ситкә тибәрелеп йөрөгән кешегә "Өс таған"дың Башлығы үҙе эш йөкләтһен дә, шатланырһыңмы, юҡмы? Яҡуптың аҡһыл йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, күҙҙәрендә бығаса күренмәгән яҡты нур балҡыны. Тиңдәштәрең араһында үҙеңде тиң һиҙеү бик рәхәт була икән.

- Кәмә ни ул әҙер!- Яҡуп ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. - Хыт хәҙер үк ултыр ҙа сыҡ та кит.

- Әҙер, имеш, унда бейәләй дәүмәле йоҙаҡ эленеп тора.

- Дәү булһа ла, алдаҡ йоҙаҡ ул. Заһиттарҙың алабайы һымаҡ, өрмәй ҙә, тешләмәй ҙә. Олатайым уны былай ғына элеп ҡуя.

- Олатайың аҙаҡтан әрләмәҫме һуң? - Тип Айҙар арт яҡты ҡайғыртып ҡуйҙы.

- Әрләмәҫ. Олатайым үҙемдеке әле.

"Өс таған"дың өс терәүе шундай мөһим нәмә хаҡында һөйләшеп ултырғанда, ике ҡулын кеҫәһенә тығып, урамдың аръяғынан Вәзир үтеп китте. Үҙе ниндәйҙер көйгә һыҙғырған була. Йәнәһе, уның быларға иҫе лә китмәй. Йәнәһе, уның эшләнәһе эше эшләнгән, донъяһы тигеҙ, урамға ла ул былай ғына, тән сыныҡтырып йөрөү өсөн генә сыҡҡан.

Ары үтте Вәзир, бире үтте. Ләкин уға әйләнеп ҡараусы ла булманы. Дөрөҫөрәге, әйләнеп ҡаранылар, тик сер бирмәнеләр. Бүрәнә өҫтөндәгеләрҙең береһе лә Вәзир исемен телгә алып һүҙ башларға баҙнат итмәне. Әйтерһең, урамда уларҙың элекке дуҫы түгел, ә инер ҡапҡаһын тапмай аҙашҡан һарыҡ бәрәсе йөрөй ине. Юҡ, аҙашҡан бәрәс булһа, уны һәр ҡайһыһы ҡапҡа асып индерер ине.

Юғары остан урап ҡайтҡанда, Вәзир урамдың был яғына сыҡты. "Өс таған"ға яҡынлаша башлағас, һыҙғырыуҙан туҡтаны, кеҫәләренән ҡулдарын алды, мөмкин тиклем меҫкенерәк ҡиәфәткә инергә тырышты. Ә меҫкен булыу уға шул тиклем ауыр ине. Үҙ-үҙен ҡыҙғаныуҙан хатта күңеле тулып китте. Әммә, түбәнһенеп булһа ла, уға иптәштәре менән яңынан аралашырға кәрәк ине. Яңғыҙлыҡҡа сыҙай торғандарҙан түгел ине Вәзир. Малайҙар тураһына еткәс, ул, бөтә көсөн йыйып, һүҙ ҡушты:

- Ғабдулла, - тине ул үҙәк өҙгөс ҡыҙғаныс тауыш менән, - теге бәкене мин шунда уҡ... ышанмаһаң, Шәрифулланың үҙенән барып һора. Бынан һуң кеше әйберенә тейһәм, ҡулым ҡороһон. - Уға иң тәүҙә Ғабдулланың күңелен иретергә кәрәк ине. Айҙары иһә Башлыҡ һүҙенән сығасаҡ түгел.

Ғабдулла, тупаҫ ҡына яуап ҡайтарырға әҙерләнеп, Вәзирҙең йөҙөнә күтәрелеп ҡараны. Ләкин әйтер һүҙен әйтә алманы. Уның алдында күҙҙәрен сылт-сылт йомоп торған Вәзир бөтә ҡиәфәте, ҡарашы Башлыҡтың барлыҡ асыуҙарын берсә таратып ебәрҙе. Уның беләктәренә, күкрәктәренә ҡаҙ тәне ҡалҡҡан, өҫкө ирене дер-дер ҡалтырай, ҡорһағында буй-буйға сыйылған эҙ ята, - ул эҙ иртән күлдә Яҡуптың кәмәһенә үрмәләп менгән саҡта һалынғайны.

Ғабдуллала ҡыҙғаныу тойғоһо уянды тиеү генә аҙ булыр. Малайҙың йөрәген нимәлер, әрнетерлек итеп, семтеп алды. Уның күҙ ҡарашына әлеге Вәзир түгел, элекке дуҫ, бәләкәстән бергә үҫкән Вәзир килеп баҫты. Шундай саҡта бөтәһе лә бер юлы хәтергә төшә бит ул... Әле мәктәпкә лә йөрөмәйҙәр ине, буғай. Бер саҡ урманда кәпәс сөйөп уйнағанда, Ғабдулланың кепкаһы иң өҫтәге ҡоро ботаҡҡа эленеп ҡалды. Күпме таяҡ, таш ырғыттылар улар, ләкин кепканы бәреп төшөрә алманылар. Ә ағас башына үрмәләргә Вәзирҙән башҡа берәүҙең да һоло етмәне. Кепканы ул менеп алды. Төшкән саҡта яҙа баҫып, үҙе лә ҡолап төштө. Хатта шыңшып та ҡараманы ул. "Йөрөмәгән йығылмаҫ", - тип кенә ҡуйҙы.

Ғабдулла менән Вәзир бергәләп күпме балыҡҡа йөрөнөләр. Ғабдулланың балыҡтан бәхете гел самалы булды. Вәзир ике-өстө ҡаптырғанда, ул берҙе лә эләктерә алмай йонсоно. Шулай ҙа Вәзир, кис ҡайтҡанда, балыҡты, эреһен эрегә, вағын ваҡҡа айырып, һәр ваҡыт ҡап уртаға бүлде.

Ә былтыр шундай хәл булды. Ҡайһылыр бер яманы күл тыҡрығындағы тәрән ҡоҙоҡҡа бесәй балаһы ташлап киткән. Бесәй һыуға батмаған, ә иң түбәндә сығып торған бер бураға менеп ултырған. Төшкә тиклем ҡысҡырҙы бисара. Дилбегәгә күнәк бәйләп төшөрөп ҡаранылар. Бесәй балаһының күнәккә күсеп ултырырға башы етмәне. Ололар ҙа, малайҙар ҙа әллә ни саҡлы булаштылар, тик эш сығара алманылар. Шул саҡ, оҙон арҡан һөйрәп, Вәзир килеп етте. Бер осон бағанаға бәйләне лә, арҡанға тотоноп, тәрән ҡараңғы ҡоҙоҡҡа төшөп тә китте. Башта теге күнәккә ултыртып бесәй балаһын мендереп ебәрҙе, унан үҙе менде. Бына шул малай хәҙер, ғәйепле башын түбән эйеп, иптәштәренән һүҙһеҙ генә ғәфү үтенә. Ғабдулла ла, Айҙар ҙа уны ғәфү итергә әҙер ине. Әммә "Өс таған"дың намыҫына тап төшөргән кешегә ҡарата тиҙ үк сиселеп китеүҙе Башлыҡ урынһыҙ тапты. "Бындай саҡта нескә тойғоло булырға ярамай", - тип уйланы ул, шуға күрә лә Ғабдулла ғәмһеҙ, һалҡын тауыш менән һорау бирҙе:

- Нимә кәрәк һиңә?

- Кәрәкмәй.

- Кәрәкмәгәс, ниңә был тирәлә уралаһың?

- Һеҙ кәрәк миңә, - Вәзирҙең хатта тауышы ҡалтыранып китте.

Вәзирҙе йәлләп, Яҡуп саҡ-саҡ илап ебәрмәне. Егетлектә, саялыҡта һәр саҡ өлгө булған малайҙың шундай хәлгә төшөүе уның башына һыймай ине. Бөтә урамды дер һелкетеп торған Вәзиргә ни булды икән? Иптәштәре ниңә уны ситкә тибәрәләр? Дуҫына хөрмәт йөҙөнән ул кеҫәһендәге ҡыҙыл һаплы рогатканы ҡапшап ҡуйҙы.

- Теләһәгеҙ әрләгеҙ, теләһәгеҙ туҡмағыҙ,- тине Вәзир,- тик бер һүҙемде генә тыңлағыҙ, малайҙар.

- Йә, һал хәбәреңде. Юғиһә беҙҙең ваҡыт юҡ.

- Беҙҙең аҙбарҙа бер ирмәк нәмә бар. Ирмәк тип ни инде, әллә ни ирмәк тә түгел. Әйҙәгеҙ шуны барып ҡарайбыҙ.

- Йә берәй хәйләлер әле, - тип шик белдерҙе Айҙар.

- Хәйлә түгел ул.

- Ә нимә?

- Барғас, күрерһегеҙ.

"Өс таған"дың өс терәүе бер-береһенә ҡарашып алды. Тәүге һүҙҙе, әлбиттә, Башлыҡ әйтергә тейеш ине. Һәм ул әйтте лә:

- Барһаҡ та, һине һынар өсөн генә барабыҙ. Ҡара уны, хәйлә-мәйлә ҡороп маташһаң, аҙаҡ үпкәләштән булмаһын... - Башлыҡ үҙенең тос йоҙроғон күрһәтеп алды.

- Әйтәм бит, теләһәгеҙ аҫырһығыҙ, теләһәгеҙ киҫерһегеҙ...

Ғабдулла "Өс таған"ға команда бирҙе:

- Әйҙәгеҙ, ҡарап ҡарайыҡ әле.

Яҡупты саҡырыу Вәзирҙең самаһына тура килмәй ине. Унан да бигерәк, был урында Өлгө бөтөнләй артыҡ ине. Әҙәм араһына керергә уға иртәрәк әле.

- Ә һиңә, Яҡуп, эйәрмәһәң дә була,- тине ул. Яҡуп күҙҙәрен мөлдөрәтеп Ғабдуллаға ҡараны. Уның өсөн яуапты Башлыҡ үҙе бирҙе:

- Эйәрһен! Ул беҙҙең өсөнсө таған.

Вәзирҙең йөрәге жыу итеп китте. Әммә сер бирмәне.

- Барһын әләйһә, - тигән булды. Шунда уҡ уйында яңы иҫәп сығарып алды: "Ғабдулла менән Айҙарға өсәр перәник тейһә, Яҡуп менән үҙемә берәр ҙә еткән. Әгәр улай тура килмәй икән, кеше башына икешәр сығасаҡ..." Вәзирҙең икенсе һәләкәте

Аҙбарға килеп ингәс, Вәзир үҙен хужа итеп һиҙҙе. Уның тауышы ла хәҙер көрөрәк яңғырай башланы. Ни тиһәң дә, бөгөн ул табын хужаһы буласаҡ.

- Малайҙар, - тине ул тантаналы тауыш менән, - һеҙҙең өсөн бәләкәс кенә һыйым бар. Аҙ булһа ла күп итеп ҡабул итегеҙ.- Был һүҙҙәрҙе табын йыйған саҡта уның атаһы йыш ҡына әйтә торғайны.

"Ниндәй һый булыр икән?" - тип малайҙарҙың күҙҙәре йылтырай башланы. Тәмле тамаҡ Яҡуп хатта ирендәрен сәпелдәтеп, һеләгәйен йотоп ҡуйҙы.

- Һый тип ни, әллә ниндәй һый ҙа түгел инде, - ҡыуанысынан Вәзир бер туҡтауһыҙ тәтелдәне. - Ҡана, Яҡуп, фуражкаңды биреп торсо. Яҡуптың башында атаһының иҫке фуражкаһы ине.

Вәзир, фуражканы алып, аҙбарҙың ҡараңғы мөйөшөнә китте. Ситән араһына ҡулын тығып, ул һәрмәнергә кереште. Ҡалған алты күҙ уны күҙәтеп торҙо.

- Әһә, эләктегеҙме, тәмлекәйҙер! - тип ул ситән араһындағы перәниктәрҙе берәм-берәм фуражкаға тултырҙы.- Бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, ете, һигеҙ, Ғабдулла менән Айҙарға өсәр перәник, ҡалғандарға - берәр, бөтәһенә лә тигеҙ. Әлбиттә, һый малайҙар көткәндән артығыраҡ ине. Иҫ итмәгәндә перәник менән һыйланыу һирәк эләгә ул. Яҡуп йәнә бер тапҡыр иренен сәпелдәтеп ҡуйҙы. Бүтәндәрҙең дә тамаҡ төптәре ҡытыҡланып китте. Вәзир фуражканың ике ситенән бөрөп тотоп алды. Ҡунаҡтарҙы аҙбарҙа һыйлауҙы ул яҡшыһынманы. Аҙбарҙа көйшәп ултырырға улар быҙау түгел дә.

- Әйҙәгеҙ, аласыҡ артына барабыҙ, унда һәләк аулаҡ, - тип саҡырҙы ул ҡунаҡтарын. Ҡунаҡтар хужаның һүҙен йыҡманылар. Аласыҡ артында яҫы ҙур таш ята. Табынды шунда ҡороп ебәргәндә, бик йәтеш буласаҡ. Бына хәҙер хужа шул таш өҫтөнә перәниктәрҙе таратып ташлар. Ҡунаҡтар ҡыҫтатҡан булыр. Вәзир уларҙы өҙлөкһөҙ ҡыҫтап торор, Яҡупты, бәлки, артыҡ ҡыҫтамаҫ та. Ҡунаҡ һыйлауҙан да күңеллерәк нәмә бармы икән был донъяла?

Аласыҡ артына сыҡҡас, Вәзир фуражкалағы мөлкәтте таш өҫтөнә сәсеп ебәрҙе лә бушаған "һауыт"ты Яҡупҡа ырғытты. Әммә ҡунаҡтарға ни булды? Әле генә йылмайған ирендәр ҡапыл ғына турһайҙы, йылтырап торған күҙҙәр тоноп китте. Ни булды был ҡунаҡтарға? Таш өҫтөндәге һигеҙ перәниктең береһе генә лә бөтөн түгел ине. Ҡайһыһының башы, ҡайһыһының ҡырыйы кимерелгән, бер нисәһе үтәнән-үтә тишелгән. Күрәһең, перәникте малайҙар ғына түгел, сысҡандар ҙа ярата икән. Ике көн эсендә улар байтаҡ хөрмәт күрергә өлгөргәндәр.

- Сысҡандан ҡалған һыйыңды үҙең генә һоғон инде, - тине Башлыҡ.

Вәзир тамам ҡойолоп төштө. Кеше башына бәлә килеүен килер ҙә, был тиклем үк килмәҫ инде.

- Кисә генә ҡайтарып ҡуйғайным да, - тип мығырҙаны ул, - ышанмаһағыҙ ана... Яҡуп эште төҙәтергә тырышып ҡараны:

- Сысҡандан ҡалғанды ашаһаң, теш ныҡ була икән ул, - тигән булды. Айҙар уны шып туҡтатты:

- Беҙҙең тештәр былай ҙа ныҡ. Һинең кеүек беҙ шәкәр кимереп үҫмәгән.

Шул тиклем ымһынып ҡал да, ғәрлегең килерме, юҡмы? Малайҙарҙың ғәрлеге эстәренә һыймай ине.

- Рәхмәт, һыйланғандан да артыҡ булды,- тине Ғабдулла. "Өс таған"ға шунда уҡ бойороҡ бирҙе: - Киттек! Ҡунаҡтар яй ғына китеп барҙылар. Вәзир тәүҙә таш өҫтөндәге перәниктәргә бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Унан тегеләрҙе берәм-берәм картуф баҡсаһына тондора башланы. Һелтәгән һайын әсенеп бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: "Мә һиңә!" "Мә һиңә!" "Мә һиңә!" Был һүҙҙәрҙе ул сысҡандарға ҡаратамы, перәниктәргә ҡаратамы, иптәштәренә ҡаратамы, үҙенә ҡаратамы әйтте, - уныһы билдәһеҙ ине. Һуңғы перәникте ырғытҡас, ул лап итеп таш өҫтөнә ултырҙы ла быуылып иларға кереште. Күптән инде илау-һыҡтауҙың ни икәнен белмәгән Вәзир оҙаҡ, бик оҙаҡ үкһене. Күҙҙәрендә йәше бөткәнсе иланы ул.

Ҡаптыңмы, балыҡ ҡарағы!

edit

Көн тыуғанда беҙҙең Ҡылыс күлен күргәнегеҙ бармы? Юҡтыр шул. Бер генә тапҡыр күрһәгеҙ ҙә, хайран ҡалыр инегеҙ. Мин был хаҡта маҡтаныр өсөн һүҙ ҡуҙғатмайым. Ҡылысты ла, уның таңдарын да беҙ яһамаған, уларҙы тәбиғәт шулай яратҡан. Беҙҙең маҡтаныр урыныбыҙ юҡ. Мин тик шуның өсөн генә әйтәм: ошо матурлыҡтан һеҙгә лә өлөш сығарғы килә.

Яңы көндөң тәүге нурҙары башта Ҡылыс аръяғындағы бейек текә ҡаяға килеп бәрелә. Шунан һуң, сәселеп, тирә-яҡҡа тарала. Был ваҡыт әле күл, ап аҡ томандан һырылған йомшаҡ юрғанын баштан-аяҡ ябынып, йоҡлап ята. Таң яҡтыһы ғына уны рәхәт йоҡоһонан уята алмай, киреһенсә, күл юрғанын тағы ла нығыраҡ бөркәнә төшә. Беҙҙең тау яғында йәйге иртәләр һалҡынса була шул. Тик ҡояш үҙе күренгәс кенә, Ҡылыс, ҡынынан һурып алынған ҡылыс төҫлө, ялтырай башлай.

- Оҙаҡ йоҡлайһың, Ҡылыс, - тип шелтәләй уны ҡояш. - Ниндәй төштәр күрҙең?

- Замандар имен ваҡытта ҡылыс йоҡларға тейеш, - тип шаяра күл.- Яҡшы төштәр күрҙем, ҡояш. Рәхмәт! Ҡояш уға башҡаса һүҙ ҡушып тормай, үҙ юлына китә. Ерҙәге һәр нәмә менән оҙон-оҙаҡ әңгәмәләшеп торһа, бер көн эсендә күкте нисек урап сыҡһын ти ул!

Был мәлдә күл өҫтө тигеҙ, яғымлы була. Шул тигеҙлектә яланаяҡ йүгереп уйнағы, һикерге килә. Яңы көн тыуғанда, яңы шатлыҡтар, яңы өмөттәр ҙә тыуа бит. Тик томандар ғына бойоҡ, сөнки уларҙың ғүмерҙәре ҡыҫҡа. Шулай ҙа, яр ситендәге ҡамыштарға, тал ҡыуаҡтарына, томбойоҡ япраҡтарына уралып булһа ла, күл эргәһендә ҡалырға тырышалар улар. Әммә юҡҡа. Ҡояш менән томан һыйышып оҙаҡ йәшәй алмай. Быны һәр кем белә. Бөтә ауылды бер итеп әтәстәр ҡысҡырғанда, өс малай кәмәгә ултырҙы. Ғабдулла менән Айҙар бесәнлектә бергә йоҡланылар. Уларҙың торғанын да, киткәнен дә күреүсе булманы. Ләкин Яҡуп тауыш-тынһыҙ ғына ысҡына алманы. Ул таң һыҙыла башлағас та уянғайны. Байтаҡ ара ҡуҙғалмай ятты. Унан һуң шым ғына кейенергә кереште. Салбарының бер балағын кейгәс тә, әсәһе уянды.

- Ниңә иртә уяндың, улым? Әллә яман төш күрҙеңме?

- Күрмәнем. Беҙ бөгөн малайҙар менән балыҡҡа барабыҙ.

- Балыҡҡа? Күлгәме? - Гөлйемеш апай һикереп үк торҙо.

- Балыҡ күлдә була инде ул, әсәй.

- Ауыҙыңды ла асма. Шул ғына етмәгәйне тағы.

- Мин иптәштәремә вәғәҙә бирҙем, әсәй. Вәғәҙәне боҙорға ярамай.

- Ярамағаны бар, ярағаны бар. Аяғыңды ла атламайһың. Бына шул.

- Мин кемдән кәм, әсәй? Бүтәндәргә яраған ниңә бер миңә генә ярамай ул?

- Бүтәндәрҙә эшем юҡ. Минең балам берәү генә.

- Беләһеңме, әсәй, әгәр иптәштәрем менән бергә ебәрмәһәң, олатайымдың кәмәһенә ултырам да бер үҙем күлгә инәм дә китәм. Бына күр ҙә тор. Гел генә мине тыйып тора алмаҫһың, мин хәҙер ҙур инде. Гөлйемеш апайҙың күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ни булды был балаға? Ниндәй генә зәхмәттәр ҡағылды икән? Өй тауығы кеүек йыуаш малай ике-өс көн эсендә бөтөнләй ҡулдан ысҡынды. "Әгәр уны хәҙер ебәрмәһәң, барыбер һүҙен һүҙ итер, тәки кәмәгә ултырып сығып китер", - тип уйланы әсә.

- Иптәштәрең кем һуң? Шул Вәзирҙер әле, - тине ул, бер талай һүҙһеҙ торғас.

- Ғабдулла ла Айҙар! - тин ғорурланып яуап ҡайтарҙы Яҡуп.

Байтаҡ һатыулашҡандан һуң, әсә илай-һыҡтай ғына риза булды. Был Яҡуптың ҙур ғына еңеүе ине.

- Алдыңды-артыңды ҡарап йөрөй күр инде, балам, - тип ҡалды әсә. Бына хәҙер Яҡуп, ишкәк тотоп, кәмәнең артына баҫты, Ғабдулла уртаға, Айҙар осҡа ултырҙы. Ишкәксе арыу һолло ғына ишә башланы. Кәмә яр буйлап яй ғына алға шыуҙы, бер аҙҙан ул бөтөнләй томан эсенә инеп юғалды. Ҡылыстың арғы башына, мурҙа тураһындағы ҡамышлыҡҡа еткәс, малайҙар, кәмәне туҡтатып, ҡармаҡ һала башланылар. Был ваҡытта инде ҡояш сығып, күл өҫтөндәге томандарҙы ҡыуып ебәргәйне.

Тәүҙә балыҡ арыу сиртте. Айҙарға матур ғына һигеҙ сабаҡ, ике алабуға, бер ҡыҙылғанат эләкте. Ғабдулла ла, вағыраҡ булһа ла, алты-ете баш ҡаптырҙы. Яҡуп ҡына берҙе лә ала алманы. Сөнки ул, балыҡ емде ҡымтығас та, ҡармағын кинәт тарта. Эләккән һәр балыҡ кәмә ситенән һыуға төшөрөлгән селтәр тоҡҡа һалына барҙы. Улар, яңынан күлгә ҡайттыҡ, тип рәхәтләнеп йөҙәләр, һикерешәләр.

Балыҡ ҡаптырғанда шауларға ярамай. Ләкин ҡармаҡ ташлағанда тылсымлы һүҙҙәр әйтеү беҙҙең яҡта йолаға кергән. Ул шаулауға ла иҫәпләнмәй.

- Ир маҡтаныр, ҡорал эшләр, төкөрөп һалдым, һикереп сыҡ, бер сабағын алып сыҡ,- тип һәр юлы ҡармағын сихырлай Ғабдулла.

Теге ҡыҙылғанат эләккәс, Айҙар башта уның ауыҙына төкөрҙө, шунан таҡмаҡларға тотондо:

- Ҡыҙылғанат, Ғиҙелбанат, әсәйеңде саҡыр, атайыңды саҡыр, ағайыңды саҡыр, апайыңды саҡыр. Саҡыр ҡат-ҡат! Ҡыҙылғанат, ҡап, ҡап!

- Ҡап-ҡап ҡармаҡҡа, эләгерһең бармаҡҡа, эләкмәһәң ҡармаҡҡа, әйләнерһең һармаҡҡа, - тип тегеләргә ҡушылды Яҡуп. Күрәһең, балыҡтар ҡармаҡҡа эләгеүгә ҡарағанда һармаҡҡа әйләнеүҙе яҡшыраҡҡа һанағандарҙыр. Улар Яҡуптың янауҙарына ҡолаҡ та һалманылар. Бәлки, ҡолаҡ һалырҙар ине лә, уларҙың ҡолаҡтары юҡ шул.

Ҡояш юғарыраҡ күтәрелгән һайын, һирәгерәк сиртә башланы. Балыҡсылар бер нисә тапҡыр күсеп тә ҡаранылар, барыбер балыҡтар, һүҙ берләшкәндәй, ҡармаҡҡа ҡатылмаҫҡа булдылар. Артыҡ ултырыуҙың файҙаһы юҡ ине. Бар балыҡты, иҫән-һау сығарып, мурҙаға ебәрергә кәрәк. Юғиһә эстә лә эттәр өрә башланы.

Мурҙа тураһындағы ҡамыштарҙы ярып, кәмә ярға килеп төртөлдө. Ғабдулла менән Айҙар, салбарҙарын сисеп, мурҙа эргәһенә ашыҡтылар. Ул тап үҙ урынында тора. Туҡта, туҡта! Мурҙа тирәһендәге ҡамыштар һелкенә түгелме? Малайҙар мурҙаны күреп алды. Ни тамаша был? Мурҙа эсендә эре-эре сабаҡтар, ҡыҙылғанаттар, алабуғалар сәпелдәтеп ята. Ун биш-егерме баш булыр. Нисек кергәндәр улар? Бына һиңә мәрәкә! Мурҙаның ауыҙы нәҡ элек ябып киткәнсә. Тимәк, был эште ниндәйҙер әҙәм ҡулы эшләгән. Ауҙан балыҡ сәлдереү ғәҙәте бар ул беҙҙә. Әле иҫәрерәк саҡта Ғабдулла менән Айҙар үҙҙәре лә кеше ауына бер-ике тапҡыр ҡул һалғайнылар. Вәзирҙе әйтеп тораһы ла юҡ. Әммә сит мурҙаға балыҡ килтереп һалған кешене уларҙың күргәндәре лә, ишеткәндәре лә юҡ ине. Бөркөтлөлә бындай хәл булғанын хәтерләүсе табылмаҫ, һөйләһәң, әҙәм ышанмаҫлыҡ мәрәкә был.

- Бына һиңә, өләсәйем әйтмешләй, бирәһе килгән ҡолона - сығарып ҡуйған юлына! Әйҙә, иш янына ҡуш булыр, - тине Ғабдулла.

- Йә берәйһе, үҙемдең мурҙам тип, яңылыш һалып киткәндер әле,- тигән фекер әйтте Айҙар.

- Китте ти ана, тот ҡапсығыңды.

- Улайһа бер-бер хәйлә барҙыр, - тип йәнә шик белдерҙе Айҙар.

- Һинең өсөн бөтәһе лә хәйлә инде.

- Беләһегеҙме, быны кем эшләгән? - тине яр башындағы Яҡуп.- Балыҡсыларға ҡот килтереүсе изге рух эшләгән.

- Изге рух, имеш. Етмәһә, үҙе пионер тағы, - тип Айҙар уның һүҙен бушҡа сығарҙы.

Малайҙар аптырашта ҡалдылар шулай ҙа. Хатта Башлыҡ үҙе лә бының серенә төшөнә алманы, йомаҡ сиселмәй ҡалды. Икенсе көндө балыҡсыларҙың кәсебе уңышлыраҡ булды: ярты күнәк самаһы балыҡ тотоп сыҡтылар. Ләкин уларҙы кисәгегә ҡарағанда ла нығыраҡ борсоу алды. Мурҙала балыҡ тағы ла арта төшкән. Етмәһә, арала өс һарытабан да бар. Был юлы малайҙар бөтөнләй телдән ҡалды. Шатланырғамы быға әллә ҡайғырырғамы? Мурҙала балыҡ кәмеһә, бер хәл ине. "Ниндәйҙер бер кәкере ҡулдың эше", - тиерҙәр ине. Шик иң тәүҙә, әлбиттә, Вәзиргә төшөр ине.

- Малайҙар, - тине Яҡуп, - әйҙәгеҙ яҡшыға юрайыҡ. Тимәк, беҙгә ҡот килгән. Беҙ кешенекен урламаған да.

- Көс түкмәй табылған нәмә барыбер урлау менән бәрәбәр ул, - тине Башлыҡ.

- Беҙ үҙебеҙ тотҡандарҙы таныйбыҙ бит. Әләйһә, сит балыҡтарҙы сығарайыҡ та ебәрәйек. Эше лә бөттө. - Был ҡыйыу тәҡдимде Айҙар индерҙе.

Шулай ҙа ҡыйыу һүҙҙән ҡыйыу эшкә күсергә малайҙарҙың ҡулы барманы. Бынау йылҡылдап торған балыҡтарҙы үҙ ҡулдарың менән кире күлгә ебәр, имеш. Был ахмаҡлыҡ булыр ине.

- Төптән уйлап ҡараһаң, беҙ ни өсөн балыҡ тотабыҙ? Табала ҡурып, кетерҙәтеп ашар өсөнмө ни? - тигән һорау ҡуйҙы Башлыҡ.

- Кетерҙәтеп ашар өсөн түгел.

- Шулай булғас, тора бирһендәр. Аҙаҡтан күҙ күрер.

- Әгәр харамдан ҡурҡһағыҙ, минең өлөштән булыр. Миңә бит барыбер балыҡ ҡапмай,- тип Яҡуп яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаҡсы булды.

- Бында һинеке-минеке юҡ! - тине Ғабдулла. - Бөтәһе лә уртаҡ.

Нисек кенә булмаһын, серле мажара малайҙарҙың маҙаһын китәрҙе.

Әммә беҙҙең балыҡсылар асыҡ ауыҙҙарҙан түгел ине. Өсөнсө көндө улар, бер күл уртаһына инеп, бер ҡамышлыҡҡа һуғылып, аҙ ғына ҡармаҡ һалып йөрөгән булдылар ҙа мурҙанан байтаҡ ситтә ярға сыҡтылар. Кәмәләрен ҡамыш араһына йәшерҙеләр ҙә, мурҙа тураһына килеп, күрән эсенә боҫтолар. Был хәйләне улар кисә үк ҡорғайнылар. Нисек тә серҙе сисергә кәрәк ине. Уларҙың башҡаса сыҙар хәле ҡалманы. Мурҙа яғынан күҙ ҙә алмайынса, малайҙар байтаҡ яттылар. Ләкин шылт иткән тауыш та ишетелмәне. Ҡамыш һабаҡтары, ағас япраҡтары, үлән ҡыяҡтары әле иртәнге йоҡоларынан уянмағайны. Ә ҡыуаҡ һайын үҙ йырҙарын йырлаған ҡоштарға малайҙар иғтибар итмәне. Ҡоштарҙа уларҙың эше юҡ ине.

Бына бер саҡ күл өҫтөн шаҙралатып ел йүгереп үтте. Ҡамыштар: "Ниңә уяттың?" - тигән һымаҡ, бер-береһен әрләп, ҡыштырҙашып алдылар. Ә ағас япраҡтары яҙын йомшаҡ күңелле булалар. Улар әрләшмәнеләр. Киреһенсә, бер-береһенә яғымлы итеп сәләм бирҙеләр. Ел үтеп киткәс, тирә-яҡ йәнә тып-тын булып ҡалды. Хатта күбәләк осҡаны ла ишетелә ине.

Бәлки ике, бәлки өс сәғәт үткәндер. Малайҙарҙың ҡул сәғәте лә, кеҫә сәғәте лә юҡ ине. Бала саҡта сәғәт ҡорһаҡта була ул. Асыҡтыңмы, ана шул сәғәт йә иртәнгене, йә төшкөнө, йә кискене ашарға ваҡыт еткәнен күрһәтә. Балыҡсыларҙың ҡорһағындағы сәғәте, иртәнгене күптән һуғып, төшкә табан ыңғайлай ине. Бындай саҡта түҙемлек тигән нәмәнең дә рәте китә башлай.

- Юҡты бушҡа бушатып ят инде, - тип бошоноп ҡуйҙы Яҡуп. Айҙар шунда уҡ түбәтәйе менән иптәшенең ауыҙын ҡапланы. Унан йоҙроҡ күрһәтеп алды. Яҡуп бөтәһен дә төшөндө һәм шымып ҡалды. Яҡында ғына ағасты ағас ҡырған тауыш ишетелде. Был тауышты балыҡсы булған кеше тиҙ таный. Кәмә ситенә ишкәк тейгәндә сыға ул. Унан һуң һыу сапылдауы, ҡамыш ҡыштырҙауы ҡолаҡҡа салынды. Әммә был ишкәксе йүнле юлда йөрөмәй ине. Ул нимәнәндер шикләнеп, үтә һаҡ ҡылана ине.

Ҡамыш араһынан, ялғаш дәүмәле генә кәмәгә баҫып, Вәзир килеп сыҡты. Ул башта алан-йолан ҡаранып алды. Кеше заты юҡлыҡҡа ышанғас ҡына, кәмәһенән һикереп төштө. Кәмә ҡойроғона нимәлер таҡҡан түгелме һуң? Эйе шул. Вәзир ҡойроҡтан һәленеп йөҙөп килгән шул нәмәне сисеп алды. Ул ҙур арыш тоҡ булып сыҡты. Тоҡ төбөндә нимәлер сәпелдәргә тотондо. Вәзир тоҡто яңынан һыуға батырҙы ла мурҙа эргәһенә һөйрәп китте. Тимәк, уға үҙе тотҡан балыҡ ҡына етмәгән. Ниндәй ҡомһоҙ! Хәҙер мурҙалағын сәлдерергә самалай. Барып сыҡмаҫ! Һинең һәр аҙымыңды алты күҙ күҙәтеп тора. Тейеп кенә ҡараһын! Кемдер берәү йәшерен ярҙам итә. Ә Вәзир уларҙы таларға маташа.

Ғабдулланың башынан ана шундай уйҙар йүгереп үтте. Ҡалғандар ҙа ҡараҡ тотоп фашлау тантанаһын кисерә башлағайнылар инде. Ух, эләгәсәк тә һуң Вәзиргә!

Вәзир мурҙаның ҡапҡасын асты. Ул ярға арты менән баҫҡайны. Уның кәүҙәһе ҡулдары нимә эшләгәнде күҙәтселәрҙән ышыҡланы. Балыҡ сәпелдәгән тауыш ишетелде. Әһә, мурҙалағы балыҡтарҙы берәм-берәм тоғона күсерә түгелме һуң? Ҡараҡ, үҙ эшен еренә еткереп, ҡапҡасты элеккесә ябып нығытып ҡуйҙы. Тап шул ваҡыт ярҙан Ғабдулланың зәһәр тауышы яңғыраны.

- Ҡаптыңмы, балыҡ ҡарағы! Вәзир һиҫкәнеп китте. Башта ул ҡарашы менән тирә-яҡты байҡап алды. Иптәштәрен күргәс, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, йылмайып ебәрҙе. Был йылмайыу малайҙарҙың асыуын ғына килтерҙе. Ғабдулланың килеп етеүе булды, Вәзирҙең яңағына ҡунып төшөүе булды. Айҙар ҙа берҙе өҫтәп ебәрҙе, Ләкин Вәзир яуап ҡайтарманы, төп кеүек ҡымшанмай тик торҙо.

- Балыҡ ашағың килдеме, тәмле тамаҡ? - тип ярһыны Башлыҡ. - Мә улайһа тағы бер суртанды! - Ул Вәзиргә йәнә киҙәнде. Шул саҡ Вәзир ҡулындағы буш тоғон күтәрҙе. Уның төбөнән сөбөрҙәп һыу аға ине. Әммә тоҡ эсендә ҡыймылдаған нәмә һиҙелмәне.

- Ҡайҙа иттең балыҡты? Беҙгә үсләшеп, күлгә ебәрҙеңме?

- Ана мурҙаны ҡара, ышанмаһаң...

Ғабдулла менән Айҙар мурҙаға ташланды. Күтәреп ҡараһалар, уның төбө туп-тулы балыҡ ине. Баяғыға ҡарағанда ла күберәк. Яр башындағы Яҡуп ҡыуанысынан хатта һыҙғырып ебәрҙе.

Малайҙар мурҙаны кире һыуға батырҙылар. Дөрөҫөрәге, ул үҙе ҡулдан төшөп китте лә аҡрын ғына бата башланы. Бына нисек булып сыҡты! Ғабдулла менән Айҙар, телдән яҙып, Вәзиргә ҡарап ҡаттылар. Тегеһе "их, һеҙ" тигән һымаҡ, башта йылмайып ҡуйҙы, һуңынан шарҡылдап көлөргә кереште. Көлгәндә уның яланғас ҡорһағы, һыу өҫтөндә ваҡ тулҡын сығарып, бейеп тора ине. Быны күргәс, Айҙар көлөүенән тыйылып ҡала алманы. Уларға Башлыҡ үҙе лә ҡушылды.

Билдән һыуҙа торған өс малай, бөтә күл буйын яңғыратып, шулай байтаҡ хахылданы. Ситтән ҡарап торған берәү: "Был ниндәй иҫәрҙәр?"

- тип уйлар ине.

Бөтәһенән дә бигерәк Яҡуп ҡыуанды. Быға тиклем ул үҙен гел ике ут араһында һымаҡ һиҙә ине.


- Ҡалай ирмәк булып сыҡты!-тип һикереп ҡуйҙы ул.

- Кисә лә һин һалдыңмы? - тип һораны Ғабдулла, ярға сыҡҡас.

- Эйе, - тип баш ҡаҡты Вәзир.

- Элекке көндө ләме?

- Эйе.

- Ә ни өсөн?

- Тик, былай, һеҙҙең мурҙағыҙ тиҙерәк тулһын өсөн. Шулай ҙа йоҙроғоң тос икән, малай. - Вәзир яңағын һыйпап алды.

- Йә, ярар инде, - тине ғәйебен таныған Ғабдулла. - Бөтһөн дә ҡуйһын ошонда. Үҙең бит...

- Вәзирҙең балыҡтан ҡото бар,- тип һүҙҙе икенсегә борҙо Яҡуп. - Гел эреһен генә ҡаптырған.

- Ыбыр-сыбырын мин уның кире ебәреп барҙым да...

Башлыҡтың башына бынамын тигән бер фекер килеп төштө:

- Тағанда нисә терәү була? Ғабдулланың был кинәйәле һорауын зирәк Айҙар шунда уҡ аңлап алды:

- Нисәне терәһәң, шул саҡлы була. Терәүсенең үҙ ҡулында ул. Теләһәң унды терә. Был юлы Башлыҡ ғәҙәтенсә бойороҡ иғлан итмәне, ә иптәштәренән кәңәш һораны. Вәзирҙе нахаҡҡа йәберләүе өсөн ул эсенән бик бошона ине. Шуга күрә бойороҡ бирергә үҙен хаҡһыҙ һананы. Башлыҡ кеше сабырыраҡ, тотанаҡлыраҡ булырға тейеш ине.

- Малайҙар, - тине ул, - Вәзирҙе "Өс таған"ға яңынан алһаҡ, ҡалай йәтеш булыр ине. Кем дә кем риза, шул ҡул күтәрә. Малайҙар берҙәм ҡул күтәрҙе. Иптәштәренә ҡушылып, хатта Вәзир үҙе лә күтәрҙе. Бөтәһе лә эстән үтә шат ине. Тик уны тышҡа сығарыуҙы һәр кем урынһыҙ һананы.

Байтаҡ михнәттәр күргән "Өс таған" шулай итеп яңынан ныҡлап аяҡҡа баҫты. Был юлы ул ҡаҡшамаҫ дүрт терәүгә таянды. Малайҙар кейемдәрен бороп кейҙеләр. Вәзир бөтәһенән дә алдараҡ өлгөрҙө. Уның бар кейеме - бер ҡат салбар ине.

- Ниңә, һинең бүтән күлдәгең юҡмы ни?- тип хәстәрлек күрһәтте Башлыҡ. - Ямғырҙа ла яланғас йөрөйһөң.

- Бар, һандыҡта ята. Мин, тән сыныҡтырып, юрамал күлдәкһеҙ йөрөйөм. Иптәштәре уның тән сыныҡтырыуын белмәй ине шул.

Кирәмәт күленә йән индереү сәғәте алыҫ түгел ине инде. Юлға сығыу берһегөнгә билдәләнде. Көндө лә көтөп тормайынса, улар таң атҡансы уҡ ҡуҙғаласаҡтар. Ә хәҙергә ике кәмә ауыл яғына ҡарай йөҙөп китте. Алдағыһына өсәү, арттағы кескәйенә берәү ултырған. Кәмәләр күл уртаһына еткәс, бик моңло йыр яңғыраны. Беҙҙең Айҙар шулай моңло йырлай. "Бигерәк моңло балаһың, бәхетһеҙ булмаһаң ярай инде",- ти торғайны уға өләсәһе. Ни эшләп бәхетһеҙ булһын ти ул? Кешеләр күңелен йыр менән иркәләү үҙе ҙур бәхет түгелме һуң? Бына әле лә уның матур тауышы күл өҫтөнә һибелә лә ярҙарға килеп бәрелә. Юҡ, ярҙарға ғына түгел, кешеләр ҡолағына барып һуғыла ла йөрәктәргә үтеп инә.

Ҡайҙарҙа ғына булмай, ниҙәр күрмәй

Ир-егеткәй менән ат башы...

Үгеҙ менән алышыу

edit

Ауыл осонан көтөү күренде. Иң алдан Йәмлегөл инәйҙең һыңар мөгөҙлө ала кәзәһе килә. Ул Бөркөтлө көтөүенең алдан йөрөүсеһе. Хатта иң шуҡ һарыҡ бәрәстәре лә яланда уны уҙырға баҙнат итмәйҙәр. Тик ауылға кергәс кенә ала кәзә бер ситкәрәк сығып, башҡаларға юл бирә. Шуны ғына көтөп килгән һарыҡтар, баҡырыша-баҡырыша, йүгерә башлай. Был саҡ инде бөтә урамды яңғыратып ваҡ малайҙар оран һала:

- Көтөү ҡайтты! Көтөү ҡайтты!

Оранды ишетеп, һәр өйҙән кем дә булһа берәү көтөү ҡаршыларға ҡапҡа төбөнә сыға. Эштән ҡайтып өлгөрмәгән яңғыҙ кешеләрҙең малын күрше-күләндең бала-сағаһы ҡаршылай. Был беҙҙең Бөркөтлөлә ғүмер баҡый шулай. Йәше-ҡарты, төрлөһө төрлө тауышҡа ҡысҡырып, мал саҡыра:

- Бәрәс, бәрәс...

- Кәзәкәй-кәзәкәй...

- Һәү-һәш, һәү-һәш...

Бөгөн көтөү ҡаршыларға Ғабдулла сыҡты. Өләсәһе өйҙә юҡ ине. Әле бая уҡ уларға Яҡуп килгәйне. Ул Башлыҡҡа Вәзир биргән рогатканы күрһәтте. Быға тиклем Яҡуп теге ваҡытта Вәзир менән аралашҡаны өсөн шөрләп йөрөй ине. Хәҙер бөтәһе лә үҙ кешеләр. Ғабдулла ла уға үпкә һүҙе әйтмәне. Киреһенсә, Яҡуп бер нисә тапҡыр мәргөн генә атып күрһәткәс, уны маҡтап ҡуйҙы. Хәҙер ҙә улар көтөү ҡаршыларға бергә сыҡтылар. Ғабдулларҙың башта ике һарығы, унан һыйыры ҡайтты. Ләкин малайҙар шунда уҡ кире өйгә инмәнеләр. Бөркөтлөлә һәр кем шулай. Үҙ малы ҡайтҡас та, боролоп ҡына инмәй. Ҡалған көтөүҙе оҙатып ебәрә. Был шау-шыулы бер нисә минуттың үҙ йәме бар. Кескәй генә байрамға оҡшап ҡала ул.

Иң ялҡау һыйырҙарҙан да йөҙ-йөҙ илле аҙым артта ҡалып, түбән остоң ҡыҙыл күҙле ҡоба үгеҙе ҡайта. Үҙе әллә ни ҙур ҙа түгел, әммә һөҙгәк, тиҙәр. Ул үткәндә, бала-сағаның ҡото оса. Ҡайһыһы ҡапҡа артына боҫа, ҡайһыһы кәртә башына менә. Бына әле лә, ул яҡынлаша башлағас, Ғабдулла менән Яҡуп, ҡурҡып түгел, тик былай ғына, кәртәгә менеп атландылар. Яҡуп, кеҫәһенән ҙур ғына йоморо таш алып, рогаткаһын ҡорҙо. Донъя хәлен белеп булмай, кәрәк булып ҡуйыуы бар.

Үгеҙ Ғабдуллалар тураһына еткәндә генә, күршеләрҙең өй алдындағы ағас ышығынан Гөлнур килеп сыҡты. Ул, яңы ҡыҙыл күлдәген кейеп, тегенсенән ҡайтып килә ине. Гөлнурҙың түбәһе күккә тейгән. Ул бер уңға, бер һулға борғолана, күлдәгенең матур төймәләрен тотоп ҡарай, эйелеп-эйелеп, балитәктәрен һыйпап ала. Үҙе нимәлер бышылдай. Ә-ә-ә... "Күлдәгең бик матур икән, Гөлнур, ҡотло булһын. Йылы тәнеңдә туҙһын!.." - ти икән ул. Был һүҙҙәрҙе уға әле бер генә апай әйткәйне.

Ысынлап та, ҡыҙыл күлдәктең килмәгән ере юҡ ине. Урам уртаһынан ғәмһеҙ уҙып барған ҡоба үгеҙ ҙә иғтибарһыҙ ғына үтә алманы. Тәүҙә ул, туҡтап, күҙҙәрен аҡайтып ҡарап торҙо. Шунан һуң, башын эйә биреп, аҡрын ғына Гөлнурға табан атланы. Был саҡ Гөлнур күлдәгенең түшендәге йәшел бәрхәт күбәләккә нимәлер һөйләй ине.

- Гөлнур! Ҡас! - тип ҡысҡырҙы Ғабдулла.

Гөлнур тертләп китте, ләкин ҡот осҡос бәлә килгәнен аңламаны, сөнки бөтә донъяла уның өсөн тәтәй күлдәктән башҡа нәмә юҡ ине. Шул арала үгеҙ кескәй канауҙы һикереп сыҡты ла, башын ҡырын һала биреп, Гөлнурға ташланды. Бына-бына ҡыҙыл күлдәкле кескәй ҡыҙҙы мөгөҙөнә элеп ырғытасаҡ ул.

- Әсәкәй! - тип ҡысҡырып илап ебәрҙе Гөлнур.

Кәртә башындағы Ғабдулла һикереп түгел, осоп төштө. Осло мөгөҙҙәр инде Гөлнурга сәнселде тигәндә генә, ул ҡыҙҙы күтәреп кәртә аша ырғытты. Был турала эстә Ғабдуллаларҙың ҡыяр баҡсаһы ине. Ҡыҙ йомшаҡ түтәлгә барып төштө. Ярһыған үгеҙ, аҙ ғына сигенә биреп, Ғабдуллаға ынтылды һәм уны элеп тә алды. Мөгөҙ уға ҡаҙалманы. Ғабдулланың кәүҙәһе ике мөгөҙ араһына тура килеп ҡыҫылды. Был хатаһына асыуы килеп шашынған үгеҙ, башын ҡапыл юғары күтәреп, Ғабдулланы сөйөп ырғытты. Ул кәртә буйында ятҡан ҡырлы таш өҫтөнә барып төштө. Ыһ тип бер генә һыҡтаны ла ул бөгәрләнеп ятты. Үгеҙ, тағы артҡа сигенеп, яңынан ташланырға әҙерләнде. Инде ынтылдым тигәндә генә уның ҡан һауған күҙенә сәп итеп таш килеп тейҙе. Ул ташты Яҡуп шулай рогатканан ҡыйыш атып тура тейҙерҙе. Ауыртыуға сыҙай алмай ҡоба йыртҡыс хатта үкереп ебәрҙе. Башын сайҡай-сайҡай бер урында зырлап әйләнде лә урам буйлап тороп йүгерҙе.

Был хәл күҙ асып йомған арала булды.

Ғабдулла эргәһенә халыҡ йыйылды. Ул, ауыртыуҙан ыңғырашып ебәрмәҫ өсөн, күлдәк итәген сәйнәп ята ине. Кемдер уны күтәреп алмаҡсы итте:

- Ах, ҡулым! - тип ҡысҡырып ебәрҙе Ғабдулла. Уның ауыҙ ситенән, нескә генә эҙ ҡалдырып, ҡан аға ине. Быны күргән Гөлнур сыйылдап илап ебәрҙе.

- Баҡырма әле! - тип туҡтатты уны яңы ғына килеп еткән Айҙар. Йыйылған халыҡ гөж килде, һәр кем үҙ һүҙен әйтергә, үҙ кәңәшен бирергә тырышты. Берәүҙәр үгеҙҙе һүкте, икенселәр уның хужаһын әрләне.

- Мал үҙ эйәһенә оҡшамай буламы?

- Уның эйәһе лә йылан аяғы киҫкән нәмә.

- Харап иткән баланы...

- Һүҙ менән һөйәк ялғап булмаҫ. Сараһын күрергә кәрәк, - Сараһы ни уның шул - тиҙ үк больницаға оҙатырға кәрәк.

- Ике машинаның береһе өйҙә юҡ, исмаһам...

- Бар, йәһәт кенә ат егеп кил, Яуымбаев!

- Ой, туҡта әле, - тип ҡысҡырҙы Шәрифулла еңел кырандаста уҙып барыусы оло ғына бер кешегә. Юлсы, атын туҡтатып, халыҡ яғына килде.

- Бына малайҙы үгеҙ һөҙөп имгәтте,- тинеләр уға.

Юлсы күп төпсөнөп торманы:

- Һалығыҙ малайҙы кырандасҡа, - тине.

Шәрифулла, һаҡ ҡына алып, Ғабдулланы төбөнә йомшаҡ бесән түшәлгән кырандасҡа илтеп һалды. Ғабдулла, күлдәк итәген йомарлап, йәнә ауыҙына тыҡты. Уның йөҙөндә ҡан әҫәре юҡ ине.

- Йә, ҡайһығыҙ бара? - тине ат хужаһы. - Ҡуҙғалырға кәрәк.

- Өләсәһе өйҙә юҡ бит әле, - тине берәү.

- Үҙем барам.

- Үҙем...

- Минһеҙ эш сыҡмаҫ, - тип Шәрифулла кырандас күсеренә менеп үк ултырҙы.

Айҙар менән Вәзир ҙә һорап ҡараны, тик уларҙы ултыртманылар.

Әле генә осҡон кеүек һикереп йөрөгән Ғабдулланы, һоло тоғо урынына һалып, бынан егерме саҡрым ерҙәге Ҡултабан больницаһына алып киттеләр. Кырандастағылар, күл башын урап, ҡалҡыулыҡ артына күмелгәс тә, халыҡ таралыша башланы. Ғабдуллалар ҡапҡа төбөндә иң һуңынан өсәү ҡалды. Улар тау аша киткән алыҫ юлға оҙаҡ ҡарап торҙолар. Инәләрен бесәй урлап ҡасҡан турғай балаларына оҡшай ине был өсәү.

Хат

edit

Ғабдулла киткәндән һуң, малайҙар балыҡҡа төшмәне. Ләкин һәр көн мурҙалағы балыҡты барлап, ем һибеп ҡайттылар. Был арала ауылда әллә ни иҫ китмәле ваҡиғалар булманы. Улай тиһәң дә теге ҡоба үгеҙҙе хужаһы йығып һуйҙы. Һуймаҫ та ине, халыҡ тауыш күтәрҙе: "Юғиһә үҙеңде үгеҙең-ниең менән судҡа бирәбеҙ", - тип ҡурҡыттылар.

Йәнә шул бар икән: Айҙар һеңлеһе Гөлнурға биргән вәғәҙәһен үтәне. Ферма ҡыйығына менеп, яңы ғына ҡанаттары сыҡҡан ике тургай балаһы тотоп бирҙе. Тик ағаһы ситлек яһағансы, Гөлнур уларҙың икеһен дә осороп ебәрҙе. Вәзиргә әсәһе һары сатин күлдәк тектерҙе, әммә Вәзир уны барыбер кеймәне. "Һабантуйҙа кейермен әле", - тине. Яҡуптың иҫке йәрәхәттәре уңала барҙы, яңылары өҫтәлә торҙо, (ләкин уның менмәгән ҡаяһы, үрмәләмәгән ағасы, аша һикермәгән соҡор-саҡыры ҡалманы. Быға хатта Гөлйемеш апай ҙа күнегә төштө. Ғабдулланың имгәнеү хәбәре йәйләүҙәге әсәһенә лә барып етте. Ул икенсе төндө өҙгөләнеп ҡайтып килде. Еккән атын да туғармай, шунда уҡ Ҡултабанға сапты. Уны ауылда күреүсе лә булманы. Улының тере икәнен күргәс кенә, әсә бер аҙ тынысланды. Ғабдулланың ике ҡабырғаһы, һул ҡулы һынгайны. Йәш һөйәк тиҙ үк ялғаныр, - тине доктор. - Малайың сыҙам икән. Ай-һай-һай. Шәп егет буласаҡ". Кешене үлемдән ҡотҡарған ҡыйыу улы өсөн әсә ғорурланып та ҡуйҙы. "Хәс тә атаһы инде", - тип уйланы ул.

Ауылда ла Ғабдулланың исеме бер нисә көн телдән төшмәне. Гөлнурҙың әсәһе, өй беренсә йөрөп, Ғабдулланы илай-илай маҡтап һөйләне: "Мәңге түләп бөтөргөһөҙ бурыслыбыҙ инде ул балаға", - тине. Ғабдулла ҡайтҡас һыйлармын тип, йомортҡа йыйып, май яҙып ҡуйҙы. Бөтә ауырлыҡты һүҙһеҙ кисерергә өйрәнгән Нәғимә инәй был юлы ла кешегә белдереп аһ-ваһ килмәне. Әммә эсе бик өҙөлдө. "Ҡарап торған берҙән-бер ейәнемдән тороп ҡалмаһам ярар ине", - тип әрнене ул. Яңы ҡайғыһы ни тиклем генә ҙур булмаһын, ул кесаҙна көндө кис улы Мөхәммәттең "Батырлыҡ өсөн" миҙалын аҡбур менән ялтыратып ҡуйырға онотманы.

Ун көн тигәндә, өләсәһенә Ғабдулланан хат килеп төштө. Үҙе уҡый белмәһә лә, Нәғимә инәй хатты асмай түҙә алманы. Ул һаҡ ҡына конверттың елемен ҡуптарҙы. Хатты сығарып әйләндереп-әйләндереп ҡарап торҙо. Шунан ғына ейәненең өс дуҫын хат уҡырға саҡырҙы. Арала иң еренә еткереп уҡыусы Яҡуп ине. Тыңлаусылар теҙелешеп һикегә ултырҙы. Яҡуп ҡаршыға баҫты. Ул тамағын ҡырып алды ла уҡырға кереште.

Хат башы - яҙ ҡаршы.

Ҡәҙерле һәм хөрмәтле өләсәйем! Әлегә тиклем ни өсөн хат яҙмай торҙоң, тип һораһаң, яуап бирәм. Минең ике ҡабырғам, һул ҡулым һынған булып сыҡты. Йәнә өс көн ҡан төкөрөп яттым, эс-бауырым ҡуҙғалған икән. Хәҙер урынына ултырҙы инде. Мине карауатҡа һалып ҡуйҙылар ҙа бер аҙна торғоҙманылар. Тышҡа сығаһы килгәндә лә, ҡуҙғатманылар, аҫҡа сынаяҡ һауыт ҡуйып ҡына торҙолар. Мин оялып бөттөм. Һул ҡулымды, аҡ балсыҡ һылап, ҡатырҙылар. Хәҙер ҡуҙғатып ҡарайым да, ҡулым яман ауыр. Ҡулымдың һыҙлауы бөттө. Тик балсыҡ аҫтында ҡысытып маҙамды ебәрә. Тын алғанда, һул ҡабырғам сәнсешә. Сәнсешһә лә әүәлге кеүек ҡыйын түгел. Мин тынымды самалап ҡына алырға тырышам. Күлдәгемде, салбарымды һалдырып алдылар. Ғәләмәт ҙур аҡ күлдәк-ыштан кейҙерҙеләр. Ыштанымды сестра апай яра бәйләй торған оҙон тар марля менән быуып ҡуйҙы. Больницала бик эҫе. Себен кермәһен өсөн, тәҙрәләргә селтәр көпләгәндәр. Себен барыбер керә. Ашап туйғас, көн дә емеш һыуы эсерәләр. Компот тиҙәр уны. һәләк тәмле була икән ул компот. (Һуңғы һүҙҙәрҙе уҡығанда, Яҡуп ирекһеҙҙән ирендәрен сәпелдәтеп алды.) Докторҙар ифрат һәйбәттәр, өләсәй. Иң баш доктор минең менән гел шаярып һөйләшә. Бүлмәгә килеп ингәс тә: "Шәпме, батыр!" - тигән була. Минең сәсемде машинка менән алдылар. Ул машинка тамсы ла ауырттырмай икән. Аллабирҙе олатай башымды бәке менән ҡырғанда, күҙҙән уттар күренә торғайны. Бер бүлмәлә беҙ өсәүбеҙ. Тәҙрә янында ятҡан ағай иҫерек көйө ҡыҙыл араҡы тип ҡараңғыла шыйыҡ елем эскән. Ҡағыҙ йәбештерә торған елем. Уның эсе эскә йәбешкән. Радио ҡумтаһы эргәһендәге ағайҙы урман ҡырҡҡанда ағас баҫҡан. Ул телен тешләп өҙгән, хәҙер һөйләшә алмай. Мин бында бик еләнем инде. Ерһеп китмәһәм ярар ине тип ҡурҡам. Күлдәк менән салбарҙы бирһәләр, бөгөн үк ҡайтып китер инем. Өләсәй, был хатты, моғайын, йә Вәзир, йә Айҙар, йә Яҡуп уҡып бирер. Кем уҡыһа ла әйт: теге балыҡтарҙың хәлен белеп торһондар, ем илтеп һипһендәр. Астан үлерҙәр юғиһә. Әсәйемдән һорарға ла онотҡанмын: Гөлнурҙың аяҡ-ҡулы иҫәнме? Өләсәй, мин һиңә бәләкәс кенә күстәнәс йыйҙым: ун бер печенье, һигеҙ кәнфит, ун шаҡмаҡ шәкәр. Был үҙ ауыҙынан өҙә икән, тип уйлама тағы. Быныһы - артып ҡалғаны. Хат ахырында шуны яҙам: бөтә нәҫел-ырыуға, дуҫ-ишкә айырмайынса минән сәләм тапшыр. Үҙең менән әсәйемә, йәнә Айҙарға, Яҡупҡа, Вәзиргә айырым-айырым сәләм. Минең өсөн хәҙер борсолма инде, өләсәй. "Батыр яраһыҙ булмаҫ", - тине доктор. Шуның менән хат тамам. Алыусыһы өләсәйем, яҙыусыһы Ғабдулла. 1950 йыл, 9 июнь.

Хатты тыңлап бөткәс, Нәғимә инәй Яҡупҡа буш конверт һуҙҙы:

- Мә әле, улым, бынауҙың артына ла нимәлер яҙған түгелме?

Конверт артына ошондай һүҙҙәр яҙылғайны:

"Был конвертты теге елем эскән ағай бирҙе. Маркаһы ла өҫтөндә".

Нәғимә инәй үҙе хат тыңланы, үҙе Ғабдулланың ун ике йыллыҡ бөтә ғүмерен күҙ алдынан кисереп ултырҙы. Әле күптәнме һуң ул ейәне тураһында: "Ҡасан тәпәй баҫыр?", унан: Ҡасан һөйләшә башлар?", "Ҡасан мәктәпкә китер?" тип уйлай торғайны. Бына хәҙер уның ейәне ер аяғы, ер башы ерҙән, Ҡултабан ауылынан, килештереп хат яҙып ебәргән. Ғабдулланың ғүмерендә беренсе яҙған хаты ине был.

Яуап

edit

Яуап яҙыуҙы оҙаҡҡа һуҙманылар. Ғабдулланың яҙылып бөтмәгән дәфтәренән ҡағыҙ йыртып алдылар. Ләкин өйҙә ҡәләм заты ла, яҙыу ҡараһы ла табылманы. Башлыҡ һаҡсыл кешеләрҙән түгел ине. Әлеге Яҡуп йүгереп өйҙән ҡәләм алып килде. Хатты яҙа башлағансы уҡ, Нәғимә инәй, ҡулына аҡса тоттороп, Айҙарҙы почтальонға маркалы конверт алырға ебәрҙе. Хатты Вәзир яҙҙы, сөнки уның яҙыуы арала иң матуры ине. Яҙҙы тигәс тә, үҙ башынан уйлап сығарманы. Уға Нәғимә инәй бөтәһен дә теҙеп әйтеп торҙо.

- Һеҙки ғиззәтле вә хөрмәтле булып тороусы ейәнем Ғабдулла! Яҙҙыңмы? - тип һораны Нәғимә инәй.

- Яҙҙым да, "ғиззәтле" һүҙендә ике "з" яҙайыҡмы әллә берәү ҙә еткәнме?

- Нисәү кәрәк, шул тиклем яҙ. Етмәй ҡалғансы, артыҡ булһын, икене ҡуй.

- Нимә тигән һүҙ ул ғиззәтле?

- Мин үҙем дә белеп еткермәйем уны. Әммә хат башына уны ҡуймай килешмәй, һин күп төпсөнмә, әйткәнде яҙа ултыр. Әйҙә, баштан башлайыҡ: - Һеҙки ғиззәтле вә хөрмәтле булып тороусы ейәнем Ғабдулла!

Бер кәлимә һүҙемде әйтерҙән әүәл, бер генә шәлкем сәскә кеүек сәләмдәремде һиңә күндереп ҡалайым, тим. һин ятҡан Ҡултабан яҡтарынан күҙҙәрен дә алмай зарығып көткән өләсәйеңдән күптән-күп сәләм, йәнә Яйыҡ буйында йәйләүҙә һыйыр һауып, һинең өсөн янып-көйөп йәшәүсе әсәйеңдән сәләм. Дәхи атайыңдың да, әсәйеңдең дә кендеген киҫеп, өйҙә лә, илдә лә хөрмәт күреп торған Йәмлегөл инәйеңдән сәләм. Олатайыңдың һупарҙаш дуҫы Аллабирҙе олатайыңдарҙың бөтә өй эсенән сәләм. Оло башын кесе ҡылып, юҡ ваҡытын бар күреп, һине духтырға үҙ ҡулдары менән илтеп тапшырған Шәрифулла ағайыңдан сәләм. Атайыңдың иң яҡын ҡорҙашы, хәҙергеһе көндә кәнсәлә счет төймәһе тартып ултырыусы сатан Сәхипгәрәйҙән сәләм. Ике яҡ ут күршеләрҙән өй эстәре менән сәләм. Сәләм шуның менән тамам.

- Ә беҙҙән? - тине Яҡуп. Нәғимә инәй хатаһын тиҙ үк аңлап алды ла дауам итте:

- Тамам тигәнсе өҫтәп яҙ: - Бергә уйнап үҫкән тиҫтерҙәрең Вәзирҙән, Яҡуптан, Айҙарҙан күп сәләм. Сәләм шуның менән тамам. Ейәнем Ғабдулла, һинең ебәктән затлы, алтындан ҡиммәтле хатыңды мең дә туғыҙ йөҙ ҙә илленсе йылдың ун икенсе июнь көнөндә өйлә ваҡытында алып тиҫтерҙәрең Айҙар, Яҡуп, Вәзир менән ҡат-ҡат уҡып сыҡтыҡ, һинең аҫыл һөйәктәрең һыҙлағанда минең йөрәккәйем әрнеү бушҡа ғына булмаған икән. Ярай, аҙағы хәйерле бөтһөн инде. Бер сабый баланы һәләкәттән ҡотҡарып, күпме кешенең ҡайғыһын юйҙың бит һин. Әгәр ҙә ки һинең күҙ алдыңда шул баланы үгеҙ һөҙөп үлтерһә, ғүмер буйы йәнең ғазаптан сыҡмаҫ ине. Йән ғазабы тән ғазабынан әсерәк була ул. Инде хәҙер духтырҙарыңды тыңлап ҡына тор. Һауыҡҡас, телефон сыбығы аша хәбәр ит. Колхоз рәисе Дәүләт ағайың әйтте, Ғабдулланы алырға иң яҡшы айғырҙы ектерермен, тине. Ундай айғырға элек губернатор ғына ултырып йөрөй ине. Беләгем ҡысыта, тигәнһең. Әйт духтырыңа, мунса яғып кертһендәр. Ҡайын миндеге менән сабып ҡарағыҙ. Әммә үтә эҫе сапмағыҙ. Күстәнәстәреңде ашағандан да артыҡ булдым. Эсең бошҡанда, һин үҙең аша уларҙы. Өләсәйеңдең күстәнәсе итеп аша. Әллә берәй тиҫтә йомортҡа, берәй көршәк ҡаймаҡ ебәрәйемме тигәйнем дә, Дәүләт ағайың кире һүрҙе. "Бәлнистә ашау етә ул", - тине.

Йәнә шул да мәғлүм булһын. Йорт-ер, малтыуар, ҡош-ҡорт бары менән шөкөр, имен. Тауыҡтар йомортҡа һалып тора. Теге сыбар тауыҡ ун ике себеш сығарҙы. Һыйырҙың да һөтө был арала арта төштө. Элекке көндө, эсебеҙ бошоп, Йәмлегөл инәйең менән баҫыуға сыҡҡайныҡ. Игендәр бик матур күренә. Түбән ос Әмирхандарҙың мунсаһы янып китте. Башҡа бәлә-ҡаза күреүсе юҡ. Именлек улай. Хәҙер инде һинең һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуыңды зар-интизар булып көтөп ҡалабыҙ. Ҡайтып күҙемә күренһәң, атайыңдың миҙалын берәй көн тағып йөрөргә биреп торормон тип торам әле. Бер көн миҙал тағып йөрөрлөк кенә эш күрһәтмәнең түгел, күрһәттең. Гөлнур тураһында һорағанһың. Ул һау-сәләмәт, йүгереп йөрөй. Ҡош телендәй генә хатымды ошо ерҙә тамамлап, һиңә аҡ юлдар теләп ҡалыусы өләсәйең.

- Ә балыҡтар хаҡында, өләсәй?

- Бая ла һорармын тинем дә, оноттом. Ниндәй балыҡтар һуң ул?

- Уныһы сер, өләсәй.

- Һеҙҙең серегеҙ бөтөрмө. Әләйһә, белгәнеңде үҙең өҫтәп яҙ ҙа ҡуй.

Вәзир үҙ белдеге менән өҫтәп ҡуйҙы: Ғабдулла, балыҡтар өсөн ҡайғырма. Улар иҫән. Тиҙерәк ҡайт! Хатты әйтеп тороусы өләсәйең, яҙыусы Вәзир.

Айҙар хат яҙылып бөткәнсе үк урап ҡайтҡайны. Баҫма хәрефтәр менән Вәзир бик матур итеп адрес яҙҙы. "Тапшырырға: Ғабдулла Юламановҡа" тигән һүҙҙәрҙең аҫтына ла һыҙып ҡуйҙы.

- Ҡана, өләсәй, үҙем йүгереп кенә почта тартмаһына һалып киләйем, - тине Яҡуп.

- Рәхмәт, балалар, үҙем юл ыңғайында һалып китермен әле. Шул яҡҡа бараһым да бар ине, - тине Нәғимә инәй. Мейес артындағы тартманан алып, ул малайҙарға икешәр йомортҡа һондо. Тегеләр алмаҫҡа итеп ҡараһалар ҙа, булдыра алманылар, һыйҙан оло булырға ярамай. Бөркөтлөлә йола боҙоу ғәйепкә һанала.

- Тора биргәсерәк инеп сыҡһаң, Яҡуп, тағы бер ҡат уҡып ишеттерер инең, - тип ҡалды Нәғимә инәй.

Яҡуп баш ҡаҡты.

Малайҙар сығып киткәс, Нәғимә инәй, һандыҡтан алып, оҙон сыбар күлдәген, йәшел бәрхәт камзулын кейҙе, яңы ҡушъяулығын бәйләне. Уның башҡа барыр ере юҡ ине. Ейәненә хатты инәйҙең үҙ ҡулдары менән һалғыһы килде. Ә шундай күңелле эште ул байрамса кейенеп эшләргә булды.

Нәғимә инәй йүгерә-атлай клуб эргәһенә килде. Ана, ишектең һул яғында ғына почта тартмаһы эленеп тора. Ниндәй уңмағандар был почта кешеләре! Тартманы бер иле туҙан баҫҡан бит. Нәғимә инәй тартма өҫтөнә ҡунған туҙанды башта өрөп төшөрмәксе итте. Былай ғына барып сыҡмағас, камзул кеҫәһенән ҡулъяулыҡ алып, уны һәйбәтләп һөрттө. Шунан һуң ғына, кескәй ҡапҡасты асып, хатты эскә төшөрҙө. Ул тиҙ генә боролоп китмәне. Тартмаға байтаҡ ҡарап торҙо ла йомшаҡ ҡартлас ҡулдары менән уны һыйпап, һөйөп ҡуйҙы.

- Ҡош ҡанатҡайҙары юлдаш булһын! - тине ул.

Юл

edit

Үҙ башың менән ныҡлап уйлаһаң, теләһә ниндәй нәмәнең осона сығырға була. Бер көндө кис тау яғында һыйыр ашатҡанда малайҙар, уйлай торғас, шундай фекергә килделәр: иртәгә үк Ғабдулла янына барырға кәрәк. Нимә эшләп һуң әле был уй уларға элегерәк килмәгән? "Өс таған"дың башлығы ғазап сигеп больницала ята, ә былар, һис нәмә булмағандай, шаярып йөрөй. Дуҫтарының хәлен барып белеү иҫтәрендә лә юҡ. Шул да булдымы иптәшлек?

Малайҙарҙың өсөһө лә өйҙәренә ҡайтҡас, иртәгә ҡояш менән бергә юлға сығасаҡтарын әйттеләр. Ғабдулла исеме сыҡҡас, ата-әсәләрҙән берәү ҙә ҡаршы төшмәне. Хатта Гөлйемеш апай ҙа икеләнеп-нитеп тормай риза булды. Ә Айҙарҙың әсәһе ҡыуанып уҡ китте.

- Әллә ҡасан кәрәк ине! Йөрөйһөгөҙ шунда йыйын йүнһеҙ, - тине ул. Үҙ балалары ауыҙынан өҙөп булһа ла Ғабдуллаға тип әҙерләгән йомортҡаһынан, майынан күстәнәс йүнәтте. Яҡуптың әсәһе кескәй банкаға һалып бал, байтаҡ ҡына йыуаса ҡуйҙы. Ҡорбанбикә еңгә осормалағы йөн араһына йәшергән ҡарағат ҡағынан бер оло йәймә алып бирҙе. "Сәйенә һалып эсһен, һөйәкте йомшарта ул", - тине. Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса үҙ өҫтөнә алган Айҙар кистән үк иптәштәренә төрлө бойороҡтар бирҙе. Кейем-һалымға арала иң бөтөн иҫәпләнгән Яҡупҡа ике ҡат салбар, ике ҡат күлдәк кейергә ҡушты.

- Эҫе булыр бит, - тип ҡараны тегеһе.

- Эҫе һөйәк һындырмай ул. Яҡуп төпсөнөргә тотондо:

- Ә ниңә ике ҡат?

- Кәрәк булыуы бар.

Был юлы Вәзиргә лә һары сатин күлдәкте кейергә тура килде. Әллә ҡайҙа сит ергә барып күлдәкһеҙ йөрөү абруйһыҙлыҡ булыр ине. Һәр нәмәнең самаһын белергә кәрәк.

Ҡояштың тәүге нурҙары офоҡ ситен тишеп сыҡҡанда, ҡулдарына төйөнсөктәр тотҡан өс малай юлда ине инде. Башта улар бик йылдам атланылар, тау түбәне тура килгәндә, йүгергеләп тә алдылар. Ҡояш күтәрелгән һайын, юлсыларҙың аҙымы һүлпәнләнә барҙы. Таш араһынан сылтырап ҡына аҡҡан бер шишмә янында һыу эсергә туҡтанылар. Ләкин улар, һыуһауҙан былай, асыҡҡайнылар инде.

- Әйҙәгеҙ, тамаҡ ялғап алабыҙ,- тине Вәзир. Был урынлы тәҡдимде берәү ҙә кире ҡаҡманы.

- Тамаҡ ялғарға ғына ултырған малайҙар ошо шишмә янында көнлөк аҙыҡтарын йылт иттереп кенә ҡалдырҙылар. Ашап туйғас, Айҙар килештереп нәтижә лә сығарып ҡуйҙы:

- Ярай, көнлөк аҙыҡ ҡорһаҡта булыр.

Шишмәнән ятып һыу эстеләр ҙә юлсылар йәнә юлдарында булдылар. Уларҙы байтаҡ ара атлы ла, машина ла ҡыуып етмәне. Малайҙар, урман, тау араларын үтеп, дала юлына сыҡтылар. Ҡултабан дала яғында. Вәзир юлды яҡшы белә. Ул, атаһына ултырып, былтыр ғына ике тапҡыр Ҡултабан баҙарына барғайны.

Ярты юлды үткәс, малайҙарҙы оҙон бүрәнә тейәгән тағылма арбалы машина ажғырып ҡыуып етте. Өсөһө лә ҡулдарын күтәрҙеләр. Машина былар тураһына яй ғына килеп туҡтаны. Шофер ишекте асып ебәрҙе. Ул ун ете-ун һигеҙ йәшлек кенә егет ине:

- Ҡайҙа юл тоттогоҙ, юлсылар?

- Ҡултабанға.

- Ни етмәгән унда һеҙгә?

- Беҙҙең иптәшебеҙ больницала ята. Үгеҙ һөҙөп имгәтте. Шуның хәлен белергә барабыҙ.

- Ултыртығыҙ әле, ағай?

- Йөк бик ауыр, - тип шаяртты шофер,- машина тарта алһа ярай ҙа.

- Тартыр әле. Юл тигеҙ бит,- тип тынысландырҙы уны Яҡуп. - Беҙ еп-еңелбеҙ.

- Улайһа ултырығыҙ. Тик кабинаға бөтәгеҙ ҙә һыймаҫһығыҙ. Берегеҙгә өҫкә ҡунаҡларға тура килер. - Өҫөбөҙ ҙә өҫтә барайыҡ, ағай.

- Ҡарағыҙ уны, осоп төшмәгеҙ. Бәләгеҙ үҙегеҙҙән ҙур булыр.

Һә тигәнсе малайҙар бүрәнә өҫтөнә менеп ҡунаҡланылар.

Дала юлы тигеҙ, йомшаҡ ине. Машина бәүелтеп кенә алып бара. Малайҙарҙың күңел күтәрелеп китте. Юлдың ике яғында игендәр күкрәп үҫеп ултыра. Баҫыу өҫтөндә еңелсә ел йүгереп уйнай. Алыҫта, артта, тауҙар күгәреп ята. Бөркөтлө лә шул яҡта күмелеп ҡалды. Тауҙар итәгендә төтөн бағаналары күренә. Йәйләүҙәгеләр усаҡ яҡҡандар, күрәһең. Бөтә түбәләрҙән юғары булып, Кирәмәттең аҡ түбәһе ялтырап тора. Беҙҙең яҡта Кирәмәтте тауҙар батшаһы тиҙәр.

Рәхәтлеккә сыҙай алмай, Айҙар йырлап ебәрҙе:

Тыуған еркәйемә ҡайтыр инем,

Аяҡ балтырҙарым талһа ла, имгәкләп...

Йырлағанда ул бөтә донъяһын онота. Әле лә йырлай торғас, төйөнсөгөн яңылыш бүрәнәгә бәреп алды. Сепрәк аша шыйыҡ нәмә һарҡый башланы. Ғабдуллаға күстәнәскә тигән йомортҡалар шундай йоҡа ҡабыҡлы булып сыҡты. Ләкин Айҙар ҙа, башҡалар ҙа быны күрмәне, һарҡып сыҡҡан йомортҡа шыйығы ҡояшта тиҙ үк кибеп тә өлгөрҙө. Ҡара сепрәк бөтә серҙе йәшереп ҡалдырҙы. Ҡултабанға еткәс, шофер машинаһын туҡтатты.

- Мин, ауылға инеп тормай, тура китәм. Ғәйепләштән булмаһын, егеттәр, илтеп үк еткерә алмайым, - тине ул, ишектән башын сығарып. - Ҡайһығыҙҙыр бик шәп йырлай икән. Юл һиҙелмәй ҙә ҡалды.

- Бына был, - тип Айҙарға төртөп күрһәтте Яҡуп.

- Молодец, ҡустым! Малайҙар машинанан төштө.

- Рәхмәт, ағай! - тине өсөһө лә аллыартлы. Ғабдулла өлөшөнә инеп, Айҙар шоферға ике йомортҡа ла бирергә уйлағайны, баҙнат итмәне. "Йә алмаҫ, алмаһа оят булыр", - тип икеләнде.

- Больница ауылдың арғы осонда, урман ситендә булыр. Оло урамдан туп-тура менәһегеҙ ҙә китәһегеҙ, - тип юл өйрәтте лә шофер ҡуҙғалып китте.

Юлсылар йәнә йәйәүгә ҡалдылар. Ләкин больница күҙ күреме ерҙә генә ине. Ауыл уртаһындағы йылғаға еткәс, малайҙар өҫтәрендәге туҙанды ҡаҡтылар, йыуынып алдылар. Улар бит мал аҙбарына бармайҙар, больницаға баралар, һәр нәмәнең үҙ рәте була. Больница болдоронда аҡ халатлы оло ғына бер ҡатын һарыҡ йөнөнән шәл бәйләп ултыра ине. Ихата эсендәрәк тағы бер ағас йорт бар. Уның эргәһендәге эскәмйә артына һөйәлеп, йәш кенә ҡатын бала имеҙеп тора. Ҡойма буйындағы йыуан ҡарағасҡа арҡаларын терәп, ике ир сүкәйгән. Ситтән килгән ауырыуҙарҙы врачтар ошо йортта ҡабул итә.

Ихатала ағастан-ағасҡа тартылған бер нисә оҙон епкә аҡ кер эленгән. Болдорҙа ултырған ҡатын, бәйләүенән туҡтамай ғына, ара-тирә керҙәргә күҙ һалып ала. Күрәһең, шул тирәлә уралыусы кәзәләрҙән һаҡлай торғандыр. Кәзә малы аҡ кер сәйнәргә һәүәҫ була ул.

- Апай, - тине Вәзир, - беҙ иптәшебеҙҙең хәлен белергә килгәйнек. Юламанов Ғабдулланы күрергә кәрәк ине.

- Уның хәле шәп хәҙер, - тине апай. - Дүртенсе палатала яңғыҙы ята. Тик әле инергә ярамай. Иртәнге аштан һуң йоҡо сәғәте. Төштән һуң үҙе сығыр.

Дуҫтарын күрергә атлығып килгән малайҙар өсөн был күңелле хәбәр түгел ине.

- Беҙ шым ғына инербеҙ, апай, аяҡ остарына ғына баҫып. Кертегеҙ инде, - тип ялбарҙы Яҡуп.

- Аяҡ остарына баҫып та ярамай, бармаҡ остарына баҫып та ярамай. Барығыҙ. Аҙаҡ килерһегеҙ.

- Беҙ бик алыҫтан килдек бит, апай. Бөркөтлө ауылынан.

- Бөркөтлөнән ни ҙә, Ҡарғалынан ни - барыбер ярамай.

Малайҙар урман ситенә барып, ҙур ҡайын күләгәһенә һуҙылып яттылар.

- Эштәр шәптән түгел. Көн үтә, - тине Айҙар.

- Юл уңманы былай булғас, - тип өҫтәне Яҡуп.

- Юл уңманы тип уфтанып ятһаҡ, уңмаҫ инде. Уңдырырға кәрәк уны, - тине Вәзир.

Юлсылар быш-быш һөйләшеп, ниндәйҙер кәңәш ҡороп алдылар.

Малайҙар йәнә больница эргәһенә әйләнеп килделәр. Болдорҙа шул уҡ ҡатын шул уҡ шәлен бәйләп ултыра ине.

- Ваҡыт бер ҙә үтмәй бит әле, апай, - тиген булды Вәзир, - берәй эшегеҙ бармы шунда? Тик йөрөгәнсе, эшләй торор инек.

- Эшләйем тигән кешегә эш бөтәме...

- Теләһә нимә ҡушығыҙ, беҙ өсәүләп тотонһаҡ...

- Иренмәһәгеҙ ни... анау керҙәр кибеп ҡатып бөтәләр инде. Алымымды сығайым тип һаман ҡулым теймәй. Шуларҙы бынау аласыҡҡа ташыһағыҙ, бер ҙә ҡулығыҙ ҡалмаҫ. Рәхмәт алырһығыҙ. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара ул. Ҡарағыҙ уны, төшөрөп бысрата күрмәгеҙ!

- Беҙ ипләп кенә, апай...

Малайҙар шунда уҡ эшкә кереште. Әлегә апайға мөмкин тиклем ярарға тырышыл, улар үтә һаҡ, үтә ипле тотондолар.

- Була бит балалар, - тин эсенән һоҡланып ултырҙы апай. - Минеке ҡушҡанды ла эшләмәй, ҡарыша. Кер эленеп торған урында бер аҙҙан төйөнлө-төйөнлө аҡ ептәр генә тороп ҡалды.

- Бына рәхмәт үҙегеҙгә! Уңған балалар икенһегеҙ, - тип маҡтаны апай.

- Рәхмәтте алдыҡ инде, апай, - тине Айҙар, - хәҙер шул рәхмәтегеҙ беҙҙе бәләнән дә ҡотҡарһын. Беҙгә иптәш янына инергә кәрәк.

- Ах, шаяндар, ах, хәйләкәрҙәр! Һеҙҙең менән ни эшләмәк кәрәк инде. Врач күреп ҡалһа, бөтәбеҙгә лә эләгәсәк.

- Беҙ эләгеүҙән ҡурҡмайбыҙ ҙа ул.

- Юҡ, юҡ, ярамай... Өсөгөҙҙө лә индерә алмайым.

- Һеҙ икебеҙҙе генә индерегеҙ. Бына был тышта көтөп торор. - Айҙар Вәзирҙең еңенән тартып ҡуйҙы.

- Ҡарағыҙ уны, тынығыҙ ҙа сығаһы булмаһын. - Ҡатын тирә-яҡҡа күҙ йөрөтөп алды. - Дүртенсе палата. Ингәс тә уң ҡулда икенсе ишек. Айҙар менән Яҡуп, аяҡ остарына ғына баҫып, эскә инеп китте. Вәзир болдорҙа ултырып ҡалды.

- Кемгә бәйләйһегеҙ был шәлде? - тип һүҙ ҡушты Вәзир. Уға ҡатындың иғтибарын ситкә ебәрмәҫкә кәрәк ине.

- Кейәүҙәге ҡыҙым һорағайны. Үҙе быҙау ҡарай. Бер ҙә генә бушамай.

- Минең әсәйем тауыҡ фермаһында эшләй.

- Тауыҡтары һаламы һуң?

- Тәгәрәтеп кенә торалар. Йыйып өлгөрөп булмай. - Быныһын, әлбиттә, Вәзир арттырыбыраҡ ебәрҙе.

Ҡатын бик һүҙсән булып сыҡты. Әңгәмә ҡуйырғандан-ҡуйыра барҙы. Вәзиргә шул кәрәк тә ине. Ҡатын үҙенең бөтә белгән һөнәрҙәрен берәм-берәм теҙеп китте. Ул шәл дә бәйләй, мейес тә һала, кейем дә тегә, ҡурай ҙа тарта, быйма ла баҫа, театрҙа ла уйнай икән. Үҫмер ваҡытында һабантуйҙарҙа малайҙар рәтенә хатта ат та саптырған. Шундай сая ҡыҙ булған ул...

Иптәштәре килеп ингәндә, Ғабдулла, түшәмдәге себендәрҙе һанап, карауатында салҡан ята ине. Ул ҡапыл һиҫкәнеп тороп ултырҙы. Иҫән ҡулы менән күҙҙәрен ыуып алды. Тегеләре инделәр ҙә ишек төбөндә ҡатып ҡалдылар.

- Килдегеҙме ни?- тине Ғабдулла, башҡа һүҙ тапмағас.

- Килдек. Терелдеңме инде?

- Терелдем.

- Ҡулың да һыҙламаймы?

- Хәҙер һыҙламай инде.

Малайҙар тәүтапҡыр бер-береһенә ҡул биреп күрештеләр.

- Вәзир ниңә килмәне?

- Килде. Уны индермәнеләр, тышта ҡалды.

- Бына һиңә күстәнәс килтерҙек. Ҡағы Вәзирҙеке.

- Күстәнәс өсөн рәхмәт тә, тик тамаҡҡа аш бармай. Өйгә ҡайтҡы килә. Өләсәйем иҫәнме? Балыҡтар тереме?

- Бөтәһе лә һикерешеп тора. Һине ҡасан ҡайтаралар?

- Тағы ун көндән, тиҙәр. Бер аҙнанан балсығын ҡуптарасаҡтар.

- О-һо-о!

- Салбар булһа, әллә ҡасан тәҙрәнән сығып ысҡыныр инем. Салбарҙы ғына бирмәйҙәр. - Ғабдулла тәҙрә эргәһенә килде. Был яҡ урманға ҡарай ине.

- Эт тә күрәсәк түгел, - тип өҫтәне ул.- Бынау селтәрҙе ысҡындырып алаһың да...

- Кейем-һалым беҙҙә етерлек ул, - тине Айҙар. - Ана Яҡупта ике ҡат.

Башҡаса һүҙ артыҡ ине. Ғабдулла өҫтөндәге аҡ күлдәк-ыштанды һалдырып ташланылар. Уға салбар кейергә булыштылар. Салбар таман булды. Тик күлдәк кенә тарыраҡ ине. Гипстағы ҡул еңгә һыйманы. Малайҙар быға аптырап ҡалманылар. Буйлы зәңгәр күлдәктең еңен Яҡуп шатырҙатып төптән үк йыртты ла алды.

- Ҡайтҡас, әсәйем тегеп ҡуйыр әле, - тине ул.

Ғабдулланың өләсәһенә тип йыйған күстәнәстәрен өҙөлгән еңгә тултырып, ике баштан төйнәп ҡуйҙылар. Айҙар тәҙрәгә көпләнгән селтәрҙе һаҡ ҡына ысҡындырҙы, һикерергә генә йыйынғанда, Ғабдулла иптәштәрен туҡтатты.

- Билдә бирмәй китеү ярамаҫ, - тине ул. Тумбочка тартмаһынан ҡәләм-ҡағыҙ алып, кескәй генә яҙыу яҙҙы.

"Ҡәҙерле доктор ағай! Һеҙгә күп рәхмәттәр яуһын. Мин һауығып бөттөм инде. Хәҙер ауылға ҡайтып китәм. Иптәштәрем кейем килтергән. Балсығын ҡуптарырға бер аҙнанан үҙем килеп етермен. Ғәйепләп ҡалмағыҙ.

Ғабдулла Юламанов".

Тәҙрәнән башта Айҙар төштө. Шунан Ғабдулла сыҡты. Айҙар уны биленән ҡосаҡлап күтәреп үк алды. Иң һуңынан Яҡуп һикерҙе. Ул, һөрлөгөп китеп, тубығын ҡарағай тамырына бәрҙе. Күҙенән уттар күренде. Әммә ыһ та итмәне. Урман араһына инеп, кеше күҙенән йәшеренгәс кенә, Айҙар, ҡош һайрауына оҡшатып, һыҙғырып алды. Вәзирҙең зирәк ҡолағына был иң матур моң булып ишетелде. Шулай ҙа ул кинәт кенә тороп йүгермәне.

- Анау ҡыуаҡ артына барып ҡына киләйемсе, бик ҡыҫталдым, - тигән булды.

Был саҡ теге ҡатын уға үҙҙәре ҡуйған һуңғы спектаклдең эстәлеген һөйләп ултыра ине.

- Һөйләп кенә бөтөрәйем дә...

- Ул театрҙы беҙҙең ауылда ла ҡуйҙылар. Мин ҡараным уны.

Ҡарағас, ниңә башта уҡ әйтмәнең? Мин бүтәнен һөйләр инем. Әләйһә, бына быныһын күргәнең бармы?..

Больница артында "ҡош" йәнә һайрап ҡуйҙы.

- Их, йәмле лә һуң ошо йәй айҙары!- тип һоҡланды ҡатып. - Өҙҙөрөп ҡоштары һайрап тора.

- Уф, эсем!- тип Вәзир бөгөлөп үк төштө.

- Бар, больница артына, ҡыуаҡ араһына йүгер, - тип кәңәш бирҙе ҡатын.

Вәзир, эсен тотоп, урам яғына йүгерҙе.

Алда Кирәмәт

edit

Ҡайтҡан саҡта малайҙарға машина ла, ат та тура килмәне. Улар оҙон-оҙон юлды йәйәү ҡайттылар. Ләкин арыу-талыуҙың әҫәре лә юҡ ине. Көн кисләүгә, дүрт юлсы Ҡылыс аръяғындағы ҡалҡыулыҡҡа килеп етте. Ҡояш был ваҡыт Кирәмәттең нәҡ түбәһендә ултыра ине. Бынан ҡарағанда ул ялҡын бөркөп торған янар тау төҫлө күренә. Матур ҙа, шомло ла. Малайҙар, алыҫ тауға һоҡланып, оҙаҡ ҡарап торҙолар. Айҙар, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡысҡырып йырлап ебәрҙе.

Алыҫтарҙан ғына ай күренә

Кирәмәлкәй тауҙың аҡ ташы,

Ҡайҙарҙа ғына булмай, ниҙәр күрмәй

Ир-егеткәй менән ат башы.

Алда Кирәмәт. Бер нисә көндән дүрт терәүгә таянған "Өс таған" уның күленә йән индерер өсөн юлға сығыр. Ә юлға бер сыҡҡан кеше маҡсатына барып етмәй кире боролмай ул. "Өс таған" да кире боролмаҫ, ә бейек һәм бөйөк тауҙың түбәһенә күтәрелер. Йәнә йылдар үтер. Был малайҙар егет булып етер. Шул саҡ улар Кирәмәттән дә бейегерәк түбәләргә күтәрелерҙәр. Ерҙе генә түгел, күкте лә биҙәрҙәр улар.

Һеҙ быға ышанаһығыҙмы? Мин ышанам.