Өфөләргә барам әле…Фирүзә Абдуллина.


Өфөләргә барам әле… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 12.06.2014. Нәшер ителгән: 12.12.2014. Сығанаҡ: "Бәйләнештә" сайтындағы "Ғәжәп донъя" төркөмөнән.


Өфөләргә барам әле…


Өфөләргә барам әле –
Ҡыҙым күсте Өфөгә!
Иҫем китеп ҡарап торам
Өфөләге кешегә!

Әллә ҡайҙа ашығалар,
Әллә ҡайҙа сабалар?
Мин ҡыҙыма барам инде –
Былар ҡайҙа баралар?!

Һәр бер йорто минең өҫкә
Йығылырға самалай,
Ҡурҡып торам атларға ла,
Яңы баҫҡан балалай.

Машиналар һәр береһе
Мине тапарға уйлай…
Тын алырлыҡ форсат та юҡ,
Нисек йәшәйҙәр былай?

Гүзәл Өфөм – башҡалам, тип,
Йыр итеп йырлай-йырлай,
Йәшәй бирергә ауылда,
Өфөнө уйлай-уйлай…


12.06.2014