АЙЫТҠУЖАНЫҢ ӨШӨРӘГӘ ӘЙТКӘНЕ
Минеңсә был әйтештең
Бары ҡыҙ-ҡырҡын өсөн
Шуға күрә ир-егеттєр
Әҙ ҡулланалар көсөн
Теләк - еңемде һыҙғанып
Бәйгегә сығыу ине.
Ҡыҙтәкә лә булғы килмәй –
Тәртә борорға инде.
Кем теләһә шул саҡырһын,
Үҙем ҡапҡамды асмам.
Әйтешкә саҡырыусынан,
Ҡарыу ҡайтҡан тип ҡасмам.
Әйтеште башлап ебәреп,
Ҡайҙа ҡасты Өшөрә?
Әллә ул да абыстаймы,
Ҡайҙа кемде өшкөрә.
Оялсан ғына булғастын
Үҙең дә гүзәлһеңдер
Минең кеүек егеттәрҙең
Үҙәген өҙәһеңдер.
Миңә ҡарап ҡаш һикертмәй,
Нисек һин түҙәһеңдер.
************
ӨШӨРӘНЕҢ АЙЫТҠУЖАҒА ӘЙТКӘНЕ:
Ҡатын-ҡыҙ ул - бишек йыры көйләмәгә,
Балаһына әкиәттәр һөйләмәгә,
Нишләйек һуң, ир-азамат ята боҫоп,
Тәүбә, ҡайсаҡ насывай тартып, шешә ҡосоп.
Ҡай береһе мал табырға Себер киткән,
Бәғзеләре уй уйлауҙан күптән үткән,
Ҡыҫҡа телен оҙон итеп бисә бахыр,
Донъя йөгө тартҡан була ҡалтыр-ҡалтыр.
Сәсәнлек ул бисә-сәсә эше түгел,
Йоҙ(о)роҡҡа йоҙроҡ бәрер кеше түгел,
Әммә тиһәң, ләкине лә ҡороп ҡалмай,
Бер ҡыҙҙиһә яуапһыҙ ҙа тороп ҡалмай.
Ҡыҙҙар хәҙер егет тапмай йорт ҡормаға,
Көн-төн эштә, ваҡыты юҡ арт бормаға,
Ҡаш һикертер мода күптән үткән инде,
Муйын түгел, баш булыр саҡ еткән инде.
Ысын әйтәм, баш булырға теләмәйбеҙ
Һүҙҙе юҡҡа иләк тотоп иләмәйбеҙ,
Бәлки берәй ир табылыр, ғәре килеп,
Ил уятыр һүҙен әйтер, кәре килеп.
2
АЙЫТҠУЖАНЫҢ ӨШӨРӘГӘ ӘЙТКӘНЕ
Яуабыңа минең һүҙем - аҡыллыһың,
Сәпкә тейә атҡан уғың, һин хаҡлыһың.
Һиҙемләйем, һин һис кенә лә түгел ябай.
Яуап биргән саҡта кәрәк булыу абай.
Шулай ҙа уйҙарымды әйтеп үтәм.
Өндәшмәйсә тауыш-тынһыҙ үтеп китмәм.
Ир-егетте бигүк артыҡ яманлама,
Бисәләрҙе ил тотҡаһы тип һанама.
Эркет һыуы болғағандан ҡымыҙ булмай,
Һыйыр һыйырға артылып быуаҙ булмай.
Аҡса табып ирҙәр ҡырҙан ялға ҡайта,
Тапҡан малы бисәһенең ҡулына ята.
Ял итә лә вахта тиеп тағы китә,
Бисәләре ойоштора банкет-кисә.
Аулаҡ өйҙә әхирәттәр типтерәләр,
Байтаҡ ҡына аҡсаны ла бөтөрәләр.
Белеп-күреп йөрөйөм мин ундайҙарҙы.
Ят бауырға ҡойроҡтарын болғауҙарын.
Һәүетемсә төптән генә уйлағанда,
Яңғыҙ һыйыр бар көтөүҙе буяғандай.
Был донъяла ирмен тигән ирҙәр ҙә бар,
Хан ҡыҙында беҙ күрмәгән керҙәр ҙә бар.
Әйткәндәр бит, ирҙе ир иткән дә ҡатын,
Күптәренең йөрәктәре иргә ҡаты,
Аҡса өсөн күңелдәре һаҙға батты.
Алашалар юл бирмәйҙәр сәмле тайға,
Уйлайҙармы: беҙҙән алда осор Айға.
Улар түрҙә, ил күгендә ҡыһыр болот,
Яумайҙар ҙа, китмәйҙәр ҙә елгә туҙып.
******************
ӨШӨРӘНЕҢ АЙЫТҠУЖАҒА ӘЙТКӘНЕ:
Бисә-сәсә ваҡ-төйәккә гел көймәй ул,
Тел теймәҫкә тик торғандан тел теймәй ул.
Ҡатын-ҡыҙҙы юҡҡа ғына гөл тимәйҙәр,
Наҙын һөйһәң, ҡәҙерҙәрен бел тимәйҙәр.
Гөлгә кәрәк ваҡытында һыуҙар һибеү,
Оҙаҡ түгел ҡоролоҡта ҡыулап кибеү.
Йортоң баҡса булһын тиһәң - һуҡма аҡса,
Үҙе юҡтың күҙе лә юҡ, ҡыйбат такса.
Баҡса ҡиммәт алһыуланған емеш менән,
Көҙҙәрендә ҡыуандырған уңыш менән,
Аҡса ғына бәхет булып ҡунырмы һуң,
Атай күрмәй үҫкән бала уңырмы һуң?
Уйлай белһәң - өй эсендә эш бөткәнме,
Олатайҙар мал табам тип эт көткәнме?!
Бәрәкәтһеҙ ситтә йөрөп ятмағыҙҙар,
Китеп бөтмәҫ шул сағында ятҡа ҡыҙҙар.
Оятыраҡ телгә алыу үгеҙҙәрҙе,
Ҡыҙтәкәләр баҫып бара бит беҙҙәрҙе,
Аҡһаҡалдар ниңә шуны күҙәтмәйҙәр,
Ваҡытында шул афәтте төҙәтмәйҙәр!
Заң боҙмаһаҡ, быуаҙ булыр тана-тыуса,
Кем ғәйебе - аҡ улыңдан ҡара тыуһа?!
Белеп-күреп йөрөгәстен - тыя белең,
Таҙартмаһаң ваҡытында - серер күлең.
Арҡа һөйәк-атайҙар тип танытылған,
Ҡабырғанан ҡатын заты яралтылған.
Көкерәймәҫ үҙ яйына ҡабырға ла,
Арҡа һөйәк тейешенсә тура булһа.
3
АЙЫТҠУЖАНЫҢ ӨШӨРӘГӘ ӘЙТКӘНЕ:
Гөлдәрҙең дә мәк исемле сағыуы бар.
Матурҙарҙың башҡа етер ағыуы бар.
Совет иле бабайҙарҙан тартып алды,
Тәрбиәне, кеше көнлө комсомолдың иңенә һалды.
Ауылдарҙа ағинәйҙәр ҡоро бар ҙа,
Таҡмаҡ әйтеп сәй эсәләр, ҡайҙа файҙа?
Һайланмаған депутаттар ил түрендә,
Кәпәстәрен уйлағанға ни күренә?
Ни әйтер?- тип улар ҡарай Мәскәү яғын,
Ҡайһылары ҡайғырталар кеҫә яғын.
Миллионды урлаусыға тик условный,
Ике ҡуян аулаусыға катушка - полный.
Районда ашағандар Өфөгә ҡаса,
Әйҙүк тиеп ҡала уға ҡолас аса.
Яҙғаныңды уҡыным да уйға баттым,
Ҙур суртандың тештәренә килеп ҡаптым.
Уйлауымса һин түгелһеңдер талибә.
Иң кәмендә ҙур белемле мөғәллимә.
Тыйнаҡлығың әйтеп тора, мөслимәһең,
Минең менән сағыштырһаҡ, көслөлә һин.
Әйҙә әле ныҡлап ҡына танышайыҡ,
Әсе-әсе һүҙҙәр әйтеп талашмайыҡ.
Был донъяла күптәр бар ул минең ише,
Ике тапҡыр алиментщик булған кеше.
Эшләгәнем осеменатор - колхоздыҡы,
Һыйым малы өсөн түгел - тауыҡтыҡы.
Хаҡлы ялға сығырға ла байтаҡ әле,
Ололарға сағыштырһам байтал әле.
Таныштырып үтһәң ине үҙең менән,
Тартынмаһаң ҡыҫҡа ғына һүҙең менән.
*****************
ӨШӨРӘНЕҢ АЙЫТҠУЖАҒА ӘЙТКӘНЕ:
Һүҙ башлайым әле бөгөн ҡойроҡ яҡтан,
Затым һорап, Айытҡужа ҡороҡ атҡан.
Мин бер инәй, бинзе ашап өйҙә ятам,
Интернетта ваҡыт-ваҡыт хәбәр һатам,
Ир бисәһе, әсәймен дә, өләсәймен,
Бер һеләүһен була алам, бер бесәймен.
Теш күрһәтеп ала алам яуыз ятҡа -
Тормош шулай әйләндерә төрлө затҡа.
Бауырҙашым, һис теләк юҡ талашырға,
Экран аша аҡырайып ҡарашырға,
Һинең менән бүлешерҙәй юҡ та малым ,
Һинең заттан беҙгә килгән юҡ та ҡалым.
Башҡорт хәле ҡайҙа ла бер - ала-сола,
Һирәк толпар, күберәген аҡһаҡ ҡола.
Беҙ үҙебеҙ була алһаҡ ныҡлы силәк,
Ҡапҡасыбыҙ булыр шәптән, түгел иләк.
Ағинәйҙәр башлаһындар әйҙә сәйҙән,
Бәлки шулай ҡотолорбоҙ хәрәм мәйҙән,
Шаҡшы ғәҙәт - ҡыҫтап-ҡыҫтап ағыу һоноу,
Эсмәгәнгә яман әйтеп осоп ҡуныу.
Ағинәйҙәр эшкинмәй тип ятмағыҙсы,
Аҡһаҡалдар ни эш ҡыра, нимә ҡурсый?
Ир-егеткә ҡытлыҡ тиеп ҡотормағыҙ,
Өйләндермәй, ҡыу ҡалдырып ултырмағыҙ.
Үҙ өйөндә һәр береһе үҙе түрә
Депутат та, хөкүмәт тә - Хоҙай күрә,
Сабыйына хәләл һөтөн бирһен әсә,
Хәләл ризыҡ менән тулһын туҫтаҡ-кәсә.
Урлашҡандың һәммәһенең гонаһы бер,
Дөйәһе ни, энәһе ни - утлы күмер,
Йәһәннәмгә утын йыя үҙе өсөн
Мал тапҡандар, һалмайынса хәләл көсөн.
Урлап-талап Өфө яҡҡа китеү менән,
Ҡотолалмаҫ Хаҡ тәғәлә хөкөмөнән.
Балы-майы булһын хәләл, үҙебеҙҙән,
Иман нуры юғалмаһын йөҙөбөҙҙән.
4
АЙЫТҠУЖАНЫҢ ӨШӨРӘГӘ ӘЙТКӘНЕ:
Тартай таба теленән,
Барыһы ла үҙемдән.
Ҡыҙыҡһындым да баҫтым,
Үҙем ҡапҡанға ҡаптым.
Һин минеңсә ғалимә,
Һинең янда мин нимә?
Һин бөркөт, мин бүҙәнә,
Ҡарағайға бүтәгә,
Мин сыбыҡ һин әрҙәнә.
Дим буйында тыуҙыңмы,
Сәс толомон йыуҙыңмы?
Алла биргән зиһен менән
Ҙур ғалимә булдыңмы?
Афарин тием инәй,
Йә апай, йәки еңгәй.
Көс етмәҫ менән алышып,
Ауыр йөк алдым иңгә.
Үҙем арыҡҡынамын,
Халыҡса ырыҡтамын.
Йәш тә түгел, әлегә ҡыр(ы)ҡтамын.
***************
ӨШӨРӘНЕҢ АЙЫТҠУЖАҒА ӘЙТКӘНЕ:
Йәле, ҡустым, улай бик тиҙ билең бирмә,
Ҡул еленән йығылырмы әллә тирмәң,
Оло күреп ахыры миңә һырт биреүең,
Барып етмәй борола бит ҡырҡ сиреүең.
Нишләйһең һуң - ҡындан алып уҡ атылған,
Уҡҡынайың килеп тейҙе тейҙе ҡыҙ-ҡатынға,
Мин дә башҡорт - өйрәнгәнмен бил бирмәҫкә,
Ирҙәр бөтһә, илбаҫарға ил бирмәҫкә.
Телең үткер, күҙең осҡор - аҙарынма,
Хәлем етмәй ҡуйыр тиеп ағарынма,
Өҙөлһә лә, эстән ялға эсәгеңде,
Булмағыҙсы, ир-егеттәр, бисә көнлө!
Үҙ-үҙеңде бахыр тимә, әйтмә аслан,
Башҡорт ире йөгөнһә лә - заты арыҫлан,
Үҙең түгел, дошманың да әйтер: БАТЫР,
Еңеп булмаҫ быны тиер, боҫоп ятыр.
Дим буйынан түгел дә мин, мин - Өшөрә,
Өшөрәләр ҡыйыу була, эш бешерә,
Тик шулай ҙа уйлай белә ирҙең хаҡын,
Үҙең түгел, уйлауымса, арыҡ атың.
Батырға ла өс көн йоҡлап алыу кәрәк,
Ҡайһы саҡта ялтанып та ҡалыу кәрәк,
Оят булыр, бер әбейгә, еңдең, тиһәң,
Минән алда яу атына мендең, тиһәң
5
АЙЫТҠУЖАНЫҢ ӨШӨРӘГӘ ӘЙТКӘНЕ:
Урмандағы айыуҙан ҡурҡып, өйҙә торғаным юҡ,
Юл ауыр тип, кире тәртә борғаным юҡ.
Елгә бөгөлгән тал түгелмен, холҡомдо яҡшы беләм,
Ҡултыҡ аҫтымды ҡытыҡлап, ауыр ваҡытта көләм.
Билең ныҡтан, маҡтып тотор таҫтамал ҡыҫҡа,
Майҙан тотҡас, хәнйәремде тыҡмаҫмын ҡынға.
Бәйгегә лә сыҡмаҫ инем, әгәр ҡурҡһам,
Ҡатын-ҡыҙға яра һалыр уҡтан ҡурҡам.
Һиңә ярҙам итә ғилем, ә мин яңғыҙ.
Ҡытыҡлап та еңер инем, булһаң балдыҙ.
Әбей ҡарсыҡтан була тип, яҙған Мостай,
Йөн иләүсе әбей түгел, һин ныҡ оҫта.
Алышамын булмаһа ла миндә ғилем,
Балта тотоп эшләй торған түгел килем.
Һиңә бирмәк булдым әле мин бер һорау,
Яуап бирсе, китмәйенсә юлдан урау.
Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы
Сысҡан аулап бейеп торған торомтаймы?
Башлыҡ ала унда көҙгө әтәстәрен,
Үҙе генә ныҡ яратҡан кәпәстәрен.
Барғандарҙың күбеһендә юҡ илдә ғәме,
Уйлағаны банкеттағы аш-һыу тәме.
Делегаттар телмәр тота урыҫ телендә,
Әллә ЕГЭ тапшыралармы тием дә?
************
ӨШӨРӘНЕҢ АЙЫТҠУЖАҒА ӘЙТКӘНЕ:
Ярай егет, арыу булды был яуабың,
Ил тип янғас, булмай ҡалмаҫ Хаҡ сауабы,
Аңланым шул апай тиеп аяғанды,
Халҡыбыҙҙың тәртибенә таянғанды.
Айыу аңдып йөрөй торған аусы булғас,
Имәнһеңдер, түгелһеңдер бер йүкәғас.
Ҡарабойҙай сыға микән аҡ бойҙайҙан,
Уҡытыуҙан түгел ғилем, ул - Хоҙайҙан.
Мин дә бына филфак бөткән кеше түгел,
Әйтешеү ҙә өйрәтелгән эшем түгел,
Остазым ул - халҡыбыҙҙың мәргән теле,
Сәпкә тоҫҡап, үҙәгенә бәргән теле.
Тура яуап һораһаң да, урап әйтәм,
Һүҙ елеген һөйәгенә ҡорап әйтәм,
Башҡорт борон батшаларға һеҙ тигәнме,
Ни әйтерһең, хужам, тиеп, баш эйгәнме?
Урталыҡҡа һалып һөйләр хәлдәр тыуһа,
Халайыҡҡа хәүеф тыуған мәлдәр булһа,
Һәр ырыуҙан ҡорға баштар килмәгәнме,
Батырҙары ҡоролтайға елмәгәнме?
Кем саҡырыр беҙҙе тиеп көткәндәрме,
Әтәс юҡ тип мәрткә китеп бөткәндәрме?!
Ҡоролтай ҙа – бер кешенән тормай бит ул,
Башты донъя беҙ көткәнсә бормай бит ул,
Делегатлыҡ кәрәк булһа – әй сабалар,
Ишек япһаң, 40 тишектән юл табалар,
Ҡайҙа боҫоп бөткән икән шул вәкилдәр,
Һорау биреп ҡарайыҡсы шул шәкелдән!
Шул эшләмәй, был эшләмәй – ғәйепләйбеҙ,
Эшкә тиһәң тик үҙебеҙ мәйеттәйбеҙ,
Бына миңә “баш” әйтеүе мөһим түгел,
Хеҙмәт итәм белгәнемсә тирем түгеп.
Эшләп торһон ул Ҡоролтай үҙ хәленсә,
Һәр береһе ҡулдарынан килгәненсә,
Әйткәйнем бит - үҙ йортонда һәр кем түрә.
Ҡоробоҙҙо тотошайыҡ көскә күрә.
6
АЙЫТҠУЖАНЫҢ ӨШӨРӘГӘ ӘЙТКӘНЕ
Тиңләмәйем мин үҙемде имәнгә лә, бүтәнгә лә.
Үткер салғы ҡырҡа алмаҫ, мин бүтәгә.
Айыуҙан да, бүренән дә ҡурҡҡаным юҡ,
Юлда осоп ҡалҡҡан ҡорҙан өрккәнем юҡ.
Мин шикләнәм бары шундай бер нәмәнән,
Алдан көлөп, арттан төрткән бер бәндәнән.
Еңелһәм дә йығылдым тип әйткәнем юҡ,
Ауыр саҡта дуҫты ташлап киткәнем юҡ.
Көс етмәһә һүҙ менән дә һүҙһеҙ йығам,
Тар ярыҡтан йылан кеүек шыуып сығам.
Маҡтанырға, юҡ сәбәбе өндәшерлек,
Тиҫкәрелек – ишәктәр ҙә көнләшерлек.
Ун ике йылда 8 класс бар белемем,
Уныһы ла һыйып бөтмәй, тар баш мейем.
Ҡоролтайҙы яҡтаңҡырап һүҙ әйткәнһең,
Шул тирәлә йөрөйһөңдөр, эй әттәһе.
Һайлауҙарға ышанмаған кеүек халыҡ,
Ҡоролтайға ла шундай уҡ вайымһыҙлыҡ.
Ҙур йыйында күрһәтте лә кәпәстәрен,
Ҡайҙа, кемгә ем сүпләйҙер әтәстәре.
Йөрөйҙәрме юҡҡа-бпрға бәхәсләшеп,
Банкеттарҙа һый янында юҡ гәпләшеп.
Ем янында өйөрөлә Ҡаф тау яғы,
Түрәләргә туғанлығы – ҡайһы яғы?
Президентты башлыҡ итеп алышыуҙан,
Ни фәтүә, урындарҙы алмашыуҙан.
Булһын солтан, булһын әмир, губернатор,
Һайламаныҡ, беҙгә ҡуйҙы император.
Сал ҡылғандай ныҡһың да һин, даланлыһың,
Тыуған ерең Башҡортостан далаһылыр.
****************
ӨШӨРӘНЕҢ АЙЫТҠУЖАҒА ӘЙТКӘНЕ
Әйтеш тигәс, әйтеш әрләш булмаһынсы,
Үҙең ҙурлап, ятты керләш булмаһынсы,
Ҡобайырҙа ярты һүҙең үҙең хаҡта,
Һүҙ туҡтатам йәнә күсһәң минең затҡа.
Ҡобайыр ул милләтеңде уйлар өсөн,
Яҙмышында бөгөлдәрҙе буйлар өсөн.
Ҡоролтайға ҡағылышым юҡ ул күптән,
Олоғайҙым, минең ваҡыт инде үткән.
Ҡарттар эшкә аяҡ сала, тине йәштәр,
Тик үҙҙәре күрһәткән юҡ данлы эштәр.
Кәрәк түгел шуның өсөн ғәйбәт йыйыу,
Ҡоролтайҙы яман күреп, кәбәк ҡойоу.
Булғандарын бәрә һуғып йығыу еңел,
Ә сәйәсәт майлы бутҡа ашау түгел.
Уйлап эшләү кәрәк бында уңды-һулды,
Ҡалмаҫ өсөн ике аяҡһыҙ, ике ҡулһыҙ.
Ҡоролтайҙы яман тиеп дан һаттылар,
Төрлө яҡҡа бысраҡ һүҙҙәр тараттылар,
Шулай итеп ойошманы ҡаҡшаттылар,
Ни үҙҙәре бер ғәмәлгә яраҡһыҙҙар.
Түргә менеп алыу ине бар уйҙары,
Әйтерһең дә көтә унда хан һыйҙары,
Ә ҡоролтай күп ултырҙы хеҙмәт хаҡһыҙ,
Бөгөн хәле шундай уның – тоҡо-таҡы.
Ҡабул итәм һинең тәнҡит һүҙҙәреңде,
Ғәмәлдәрең шәптән булһа үҙ ереңдә –
Ни ҡылғайның шәхсән башҡорт үҫһен өсөн,
Милләтең тип һалынамы барлыҡ көсөң?!
Ил башына кем ҡуйылыу – ил тәҡдире
Үҙебеҙгә таман ғына Хаҡ тәкбире:
- Мин ҡушҡанды үтәмәһәң, - тигән бит Ул,-
Башҡа ҡәүем ебәрермен! - Сәбәбе шул!
Әйтеп бирсе - Хаҡ ҡушҡанса торабыҙмы,
Атыбыҙҙы тейешенсә борабыҙмы?
Түгел икән – уйлайыҡсы, кемгә үпкә?!
Аллаһ Һүҙен ҡуябыҙмы әллә сүпкә?
Ышанмаһаң ышанмаҫһың – Унда хөкөм,
Бәрәкәткә хәрәкәт ул кәрәк көн-төн.
Хәрәмдәргә батып йәшәп – килмәҫ йәннәт,
Донъяла уҡ бирелә шул ут-йәһәннәм.
Һинән көтәм яуабыңда йәшәү планын,
Милләт тиеп яна икән рухлы ҡаның.
7
АЙЫТҠУЖАНЫҢ ӨШӨРӘГӘ ӘЙТКӘНЕ:
Теләмәнем, һүҙем һиңә төртөлдө,
Һин дә миңә тәкә кеүек төкөнөң.
Аңлашылмаусылыҡ ваҡыты менән булғылай,
Һәр кеше лә юрғанды үҙенә һуҙғылай.
Кемлегеңде беләйем тип ныҡыштым,
Урау юлдан яҡынларға тырыштым.
Әйткәндәрең сайыр кеүек һылана,
Ҡылғандың да энәһендәй ҡаҙала.
Ағиҙелдең талғын ғына ағышы,
Күктән яуған һабантурғай тауышы.
Һорауыңа яуап бирәм аңларһың,
Яңылышһам төҙәтерһең, аҡларһың.
Кем тыңлаһын, беҙҙең һүҙ ул сүп кенә,
Халыҡ үргә бал йыйыусы күс кенә.
Ябай халыҡ иле өсөн мәхлүктәр,
Ауыр саҡта йән аямаҫ мәмлүктәр.
Бөтә кеше түгел дә бер ҡалыптан,
Күп эсә тип көлмәҫ кәрәк халыҡтан.
Һәүәҫкәрҙәр эсә табып кәсептән,
Профессионал эсә алып сейфтан.
Ҡыуанамын йәштәр килә мәсеткә,
Һанайыҡсы быны изге кәсепкә.
Эсем боша бер-нисә кешегә ҡарап,
Әйтеүҙәренә, халыҡ була тип харап.
Фетнә ҡуҙы һүнмәгән ул халыҡта,
Дөрләп яныр даулағанда хаҡлыҡты.
Тағы мине борсой әле бер әтнә,
Нимә соҡой башланы был тип әйтмә.
Ҡатын-ҡыҙҙы Ул яралтҡан таяулы,
Ир-аттарҙың сирҙәренән ҡамаулы.
Шул ҡамауҙы емерәләр үҙҙәре,
Күп нәмәлә һылтаһа ла беҙҙәрҙе.
Кәпәс кейҙе ҡатын-ҡыҙҙар иң тәүҙә,
Салбар кейҙеләр килешә тип кәүҙәгә.
Рүлдә улар, кабинетта ла түрҙә,
Ынтылалар һаман һаман да үргә.
Яуап әҙер, күрәһең һүҙ ҡуйышҡан,
Йәнтүрәнең дә ҡатыны һуғышҡан.
Һуңғы ваҡыт ҡамауҙары йыртылды,
Ирҙәр сире инфаркт, инсульт иш булды.
Ҡатын-ҡыҙҙы ғәйепләп тә әйтмәйем,
Башҡа һуғыр таяҡ үҙем эҙләйем.
Ҡарғаның да балаһы үҙенә аҡ була,
Һәр кеше лә үҙенә күрә хаҡ була.
Асыуланһаң, асыу утын яндырма,
Әйтереңде әйт, яныңда ҡалдырма.
Һиндә бар көслө боҫҡон,
Миндә бар сәмсел осҡон.
Күтәргәсем әләмде,
Ҡулға ҡорал-ҡәләмде,
Юҡ сигенеү әмәлем,
Майҙан ташлар ғәмәлем.
Бир һорау – яуап бирәм,
Ең һыҙғанып керешәм.
************
ӨШӨРӘНЕҢ АЙЫТҠУЖАҒА ӘЙТКӘНЕ:
Йә, аңлаштыҡ, инде эшкә күсәйек
Оҙон һүҙҙе беҙ ҡыҫҡарта төшәйек,
Халыҡ һүҙе булмай ул һис сүп кенә,
Быға заман миҫалдары күп кенә.
Ишетмәһә хаҡлы һүҙҙе түрәләр,
Бер мәл килеп язаһын да күрәләр.
Әйтелмәгән юҡҡа ғына : “Ҡарғыш бар,
Кешеләрҙән ҡарғыш түгел, алғыш ал!”
Етеп тора һәммәһе лә һүҙҙәрҙең
Хужаһына ғаләмдәрҙең, ерҙәрҙең.
Аллаһ өсөн беҙ һәммәбеҙ – бәндәбеҙ,
Фанилыҡҡа һауыт иткән тәндәбеҙ,
Гонаһы бер – эстең ни ҙә кәсептән,
Йә булмаһа кабинетта сейфтан.
Һаҡлай алмаҫ ҡыйбат-ҡыйбат табуттар
Гонаһ өсөн билдәләнгән тамуҡтан.
Эйе, йәштәр йөрөй хәҙер мәсеткә,
Тик төшөп тә киткәндәр бар хөсөткә,
Уңды-һулды айырмайса балалар
Секта тигән ғәләмәткә ҡабалар.
Бер-беренән ғәйеп эҙләп талаша -
Бына шундай бер ҡурҡыныс тамаша.
Иблистәр ҙә кейеп ала салмаһын -
Дин хәлдәре хайрандарға ҡалмалы.
Фетнә тиһәң, бына шунда ул фетнә,
Фетнә сыҡһа, һис бер яҡшылыҡ көтмә.
Яман ауыҙ яу килтерер өйөнә,
Башҡа юлды һайлап булған көйөнә.
Болғансыҡта кемдер тота балыҡты,
Хаҡлыҡ тиеп башын бутап халыҡтың.
Хаҡлыҡ тиеп илде һаттыҡ түгелме,
Сәүиттәрҙе тотоп аттыҡ түгелме,
Хурлай-хурлай олатайҙар тарихын,
Беҙ “совок”ҡа әйләндерҙең барыһын.
Йә һуң шунан бик шәбәйеп киттекме,
Рокфеллерҙай сереп байып бөттөкмө?
Беҙҙең өй ҙә булғанмы өй, тимәйек,
Хәл юҡ көйө иҫкеһенә теймәйек.
Ҡатын тиһәң, ҡатын бит ул – инә ҡорт,
Инә ҡортһоҙ һүнә күсе, һүнә йорт,
Бүлешмәйек, һин – ир, тиеп, һин – ҡатын,
Бергәләшеп уйлашайыҡ ил хаҡын.
Гүзәл Ситдиҡованың "Байыҡ сәсән" гран-приһын алған әйтештәге йомғаҡлау ҡобайыры:
Милләт тиеп һүҙ һөйләүҙән арымайбыҙ,
Шуны һөйләп ни хәлдәргә тарымайбыҙ,
Тик нимәне аңлата һуң милләт тигән,
Инде быны аңларға ла мөлләт* тиһәң?
Бер тупраҡта йәшәгәндәр туғаныңмы,
Кеме яҡын - үҙ ереңдән ҡыуғанымы?
Туғаныңдыр - шул тупраҡты һаҡлашҡандар,
Дошман килһә арҡалашып яҡлашҡандар.
Кем генә юҡ хәҙер беҙҙең тыуған ерҙә,
Һанай китһәң ҡәүемдәре мең дә бер ҙә.
Әммә былар башҡорт түгел, бары яҡташ,
Еребеҙҙә тороп ятҡан бер тупраҡташ.
Бәлки милләт һаналалыр ҡандаштарың,
Ҡаны бер тип уйланылған һандаштарың?
Тик фән таный: ҡаны берҙәр донъя тулы,
Мәгәр күбе башҡортомдоң түгел улы.
Тел-тел тибеҙ, мөһимлеген беҙ беләбеҙ,
Тел белмәй тип ҡай сағында тибеләбеҙ,
Тик милләт ул телде генә аңлатамы,
Башҡортсаны белгән урыҫ - үҙ атаңмы?
Мосолмандар һәммәһе бер өммәт тиҙәр,
Ни ҡан булһын, бер-беренә ҡиммәт, тиҙәр,
Өммәтебеҙ бер булһа ла милләт башҡа,
Тамырыбыҙ береккән бит Урал ташҡа.
Берәм-берәм теҙеп сыҡтым - кем тип башҡорт,
Дүрт терәккә нигеҙләнгән беҙҙең баш йорт -
Милләт бит ул тәү сиратта - ер берлеге:
Ҡанбабаның быуат-быуат ҡәберлеге.
Икенсеһе - ошо ерҙә ҡандаш булыу,
Күп ырыуҙы бергә ҡушҡан хан баш булыу.
Быуат-быуат бер һандалда сүкелгәнлек,
Арҡалашып һынауҙарҙы үтелгәнлек.
Өсөнсөһө, һис шөбһәһеҙ, әсә теле,
Бер күс итеп ойошторған йәшәү теле,
Күҙәнәккә инеп биргән аң-зиһенде,
Телең менән танытаһың һин илеңде.
Дүртенсеһе - булыуың бер инаныста,
Бер ҡиблалыҡ - милләт өсөн ҡыуанысҡа,
Уңырбыҙ тик төрлө дингә ҡатышмаһаҡ,
Аҡҡош, суртан, ҡыҫалалай тартышмаһаҡ.
Булыр, шикһеҙ, төрлө яҡҡа ҡайырғандар,
Һин ҡара тип, һин һары тип айырғандар,
Онотмайыҡ - ҡөҙрәт бары берҙәмлектә,
Милләттәштең ҡәҙерҙәрен белгәнлектә