***(шиғыр). Хәким Ғиләжев

*** (шиғыр )
автор Хәким Ғиләжев
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


***


 Оса күктә, оса күктә
 Күбәләкме, ҡармы?
 Йәй ҙә үтте, көҙ ҙә үтте,
 Шундай ваҡыт бармы?
 Бар икән, бар икән,
 Яуғаны аҡ ҡар икән,
 Ҡар икән, ҡар икән,
 Шундай ваҡыт бар икән.

 


1988 йыл