Бөгөнгө көн мин тыуҙым, Иламайса, тын тыуҙым; Истиғдад*тан, зәка*нан, — Һәр ҡайһынан кәм тыуҙым. Ғүмерем үтте бикарерәк, Буш ел ҡыуҙым да ҡыуҙым; Тыуҙым, үҫтем, ҙур булдым, Ник яралдым, ник тыуҙым?