37.Ас-Саффат (Сафтарҙа тороусылар)

Ҡөрьән
автор Мөхәммәт пәйғәмбәр
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим. Илшат Хафизи тәржемәһе.


-

Ҡөрьән Кәрим
башҡортсаға тура ғәрәп теленән Илшат Хафизи


'

37 — Саффат (Сафтар) сүрәһе

(Саффат сүрәһе 182 аяттан тора. Сүрәнең беренсе аятында сафҡа теҙелгән фәрештәләр тураһында һөйләнә. Исеме шунан килә. «Саффат» — бер сафтағылар, тигән һүҙ. Мәккәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. (Ғибәҙәт ҡылырға, тип) саф-саф теҙелгән фәрештәләр исеме менән; (2) һәм яманлыҡтан тыйылып, (3) (Ҡөръән уҡып, Аллаһты) зикер иткәндәр исеме менән ант итәм: (4) Хәҡиҡәт шулдыр — һеҙҙең Тәңрегеҙ бер генә. (5) Күктәр һәм Ер араһындағы бөтөн барлыҡтың хужаһы бер Аллаһ. Ҡояштың сығышы ла Аллаһ әмерендә. 6. Хаҡтыр, Беҙ иң яҡын Күкте зиннәтле йондоҙҙар менән биҙәп ҡуйҙыҡ. (Тимәк, беҙ Ерҙән күргән йондоҙҙар, йолдоҙлоҡтар — беренсе ҡат Күктең биҙәктәре. Беҙгә күренә торған яҡтылыҡ сығанаҡтары миллионлаған яҡтылыҡ йылы йыраҡлығында урынлашҡан. Күктәрҙең һәр ҡаты араһында миллионлаған яҡтылыҡ йылы ятһа, Күктең башҡа ҡатына хәтле триллионлаған яҡтылыҡ йылы аралығы ята. Был — сикһеҙлек тигән һүҙ. Ғәләмдең сикһеҙлегенә, ваҡыт сикһеҙлегенә, ваҡыттың шартлылығына Ҡөръәндә ишаралар күп. Аллаһ янында​ғы ваҡыт менән Ерҙә йәшәүселәр ваҡыты араһында илле мең йыл ята. Ғалимдар (Эйнштейн) был фекергә әле ошо ғасырҙа ғына килде. Быны мөғжизә тип әйтмәй, нимә тип әйтерһең!) 7. Шулай итеп, Беҙ уны (Күкте) итәғәттән сыҡҡан һәр шайтандан һаҡланыҡ. (8) Улар (шайтандар) күктәрҙә кәңә​шләшеүсе фәрештәләрҙең һүҙҙәрен ишетеп тормаһын өсөн, (йондоҙ таштары менән атылып) ҡыуылдылар. (9) Улар иге-сиге булмаясаҡ ғазапҡа дусар буласаҡ. (10) Әгәр, (шайтандарҙың) берәйһе берәй сер эләктереп ҡаса башлаһа, уны бер сатҡы (атылған йондоҙ) эҙәрлекләйәсәк. 11. Инде һин (Мөхәммәд) уларҙан (мөшриктәрҙән) һора: — Юҡтан бар итеп яралтыу эштәрендә улар (һындар, боттар) ҡеүәтлерәк яһалғанмы, әллә (фәрештәләр, күктәр, Ер йөҙө һәм улар араһындағы) бөтөн барлыҡмы? — тип. Хаҡтыр, Беҙ уларҙы (кешеләрҙе) йәбешкәк балсыҡтан яралттыҡ. 12. (Пәйғәмбәр булараҡ танымағандарына, Аллаһты инҡар иткәндәренә) һин ғәжәпләнәһең. Шуға күрә, улар мыҫҡыл итеп һинән көлә. 13. (Ҡөръән аяттары ярҙамында) үҙҙәренә вәғәз уҡылһа ла, өгөт бирелһә лә, ҡабул итмәҫтәр. (14) Алдарына (Аллаһтың мөғжизәһе булған аяттарҙы) сығарып ҡуйһаң да, мәсхәрә итерҙәр. (15) — Был — күҙ буяуҙан башҡа бер нимә лә түгел, — тинеләр. (16) — Үлеп, тупраҡ булғандан һуң, серек һөйәк өйөмөнә әүерелгәс тә беҙ яңынан тереләсәкбеҙме? (17) Боронғо бабала​рыбыҙ ҙа шулай тереләсәкме? — тинеләр. 18. Һин әйт уларға: — Әлбиттә (тереләсәкһегеҙ). Тереләсәкһегеҙ ҙә, хурлыҡҡа ла ҡаласаҡһығыҙ, — тип. 19. Шунан һуң бары тик бер ҡаты ауаз килер (Сурға икенсе тапҡыр өрөлөр). Һәм уларҙың күҙе асылыр (улар үҙҙәре ҡылған яманлыҡтары өсөн ниндәй яза биреләсәген ап-асыҡ күрер). (20) — Эшебеҙ яман, яза Көнө килеп етте, — тип әйтерҙәр. (21) (Шунан бер ауаз яңғырар). — Әйе, был һеҙ ялғанға һанаған (яҡшыны — ямандан, гөнаһ​ты — сауаптан) айырыу Көнө! (22) (Фәрештәләргә әйтербеҙ): — Бөтөн кәферҙәрҙе — залимдарҙы һәм уларға иш бул​ғандарҙы: (23) Аллаһтан башҡаға табынған нәмәләрҙе (боттар, һындар, Илаһ урынына тотола торған һәйкәлдәрҙе) бергә туплағыҙ ҙа, йәһәннәмгә алып бара торған юлға сығары​ғыҙ. (24) Ләкин уларҙы (Сират Күпере янында) тотҡарлағыҙ (туҡтатып тороғоҙ). Сөнки уларҙан һорау алыныр. (25) — Һеҙгә нимә булды? Ни өсөн һеҙ (донъялағы кеүек) бер-бере​геҙгә ярҙам итмәйһегеҙ? — тип һорарҙар. (26) Эйе, ул Көндө улар меҫкен хәлдә, буйһоноулы ҡиәфәттә булыр. (27) Улар (был дәһшәтле хәлде күреп) бер-береһе янына килеп, һораштыра башлар. (28) (Юлдан яҙғандар үҙҙәрен аҙҙырыусыларға): — Дөрөҫө шул, һеҙ бит (донъяла саҡта) беҙҙең янға уң яҡ​тан (яҡшыға өндәүсе булып) килдегеҙ, — тип әйтерҙәр. (29) (Тегеләр иһә): — Юҡ, һеҙ үҙегеҙ иманһыҙ кешеләр инегеҙ, (30) һеҙҙе ирек​һеҙләрлек көс беҙҙә юҡ ине. Киреһенсә, һеҙ үҙегеҙ (тәбиғәте​геҙ менән) аҙғын халыҡ инегеҙ; (31) шуға күрә, Раббыбыҙҙың вәғәҙә һүҙе (ғазабы) ысынлыҡҡа ашты. Шик юҡ, беҙ ғазабыбыҙҙы татыясаҡбыҙ. (32) Сөнки беҙ һеҙҙе (боҙолорға теләгәнегеҙгә күрә) юлдан яҙҙырҙыҡ. Сөнки беҙ үҙебеҙ ҙә юлдан яҙған кешеләр инек, — тип әйтерҙәр. (33) Шик юҡ, быларҙың барыһы ла ул Көндө уртаҡ ғазапҡа дусар ителер. (34) Беҙ гөнаһлыларҙың барыһын да шулай итәсәкбеҙ. (35) — Аллаһтан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булыр​лыҡ һис бер кем юҡ. Һис бер тәңре юҡ, — тип әйткәндә улар йөҙ сөйөрҙө һәм әйттеләр: (36) — Беҙ тилергән бер шағиргә (Мөхәммәдкә) ышанып, табынғандарыбыҙҙан уаз кисергә тейешме ни? — тинеләр. 37. Юҡ, ул фәҡәт Хәҡиҡәт алып килгән кеше ине, (үҙенән әүәл килгән) бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең хаҡлығын раҫ​ланы. (38) Әлбиттә, һеҙ хәтәр язаның тәмен татырһығыҙ. (39) Шуныһы хаҡтыр, һеҙ ҡылған гөнаһтарығыҙ күләмендә генә яза аласаҡһығыҙ. (Нахаҡҡа яза биреләсәк түгел.) 40. Ихластан иманлы булған кешеләр язаланмаҫ. (41) Улар өсөн мәғлүм йәннәт ниғмәттәре әҙерләнгән. (42) (Йәннәт әһелдәре) төрлө ләззәтле еләк-емеш ашап, нәфсе​ләрен теләгәнсә ҡәнәғәтләндерерлек дәрәжәлә мәртәбәлә (хөрмәттә) булырҙар. (43) Ниғмәт тулы йәннәттәрҙәге (44) ҡапма-ҡаршы урынлаштырылған ҡултыҡсалы урындыҡтарға ултырып торғанда, (45) уларҙың һәр береһенә туҫтаҡтарға (касаларға) һалынған саф шишмә һыуы өләшеп йөрөрҙәр. (46) Ап-аҡ, үтә күренмәле, бәллүр кеүек саф эсемлектәрҙе татығандар сикһеҙ ләззәт алыр. (47) Уны эскәндәрҙең башы ла ауыртмаҫ, улар иҫермәҫтәр ҙә. (48) Уларҙың янында оялсан ҡарашлы, ҙур күҙле ҡатындар булыр. (49) (Уларҙың йөҙө Ҡояш нурына күрһәтмәйенсә) һаҡланған (тәүә ҡошоноң) йомортҡаһы кеүек ап-аҡ төҫтә булыр. (50) Улар яҡыная төшөп, бер-береһенән һо​раштырыр. (51) Араларынан берәүһе һүҙ башлар: — (Фани) донъяла минең бер танышым бар ине. (52) (Бер көндө был миңә әйтә): — Үлгәндән һуң яңынан терелеүгә һин дә ныҡ ышанаһың​мы? — ти. (53) — Үлеп, тупраҡ булғас, һөйәк өйөмөнә әүерелгәс, ысындан да, беҙ тереләсәкбеҙме? Шунан һуң язаланасаҡ​быҙмы? — ти. (54) (Был хикәйәне һөйләгәне әңгәмәсеһенә ) әйтте: — Һин уның хәлен күреп белергә теләмәйһеңме? — тине. 55. Ҡарауға уҡ ул (теге инҡарысының) тамуҡ утының урта​һында янғанын күрҙе. (56) (Һөйләүсе мөьмин утта яныусыһы​на ҡарап) әйтте: — Валлаһи, һин мине лә һәләк итә яҙҙың; (57) әгәр Раббымдың рәхмәте булмаһа, мин дә (һинең менән бергә утҡа) ташланылғандар араһында булыр инем, — тине 58. (Йәннәткә кергәндәрҙең берһе әйтте): — Беҙ бер үлеп терелдек бит инде, ысынлап та, беҙ тағын үлмәйбеҙме? (59) Тағын ғазапҡа дусар булмайбыҙмы? — тине. 60. Шик юҡтыр, был, ысындан да, бөйөк ҡотолоштоң үҙелер. (61) Ғәмәл ҡылыусылар бына ошо маҡсат өсөн ты​рышһындар. (62) Ошондай бер Сәғәдәткә ирешеү хәйерлерәкме, әллә зәҡҡүм ағасымы? (Зәҡҡүм — тамуҡта үҫә тор​ған, әсе, ағыулы ағас). (63) Хаҡтыр, Беҙ уны (зәҡҡүмде) за​лим кәферҙәр өсөн бер Әхирәт ғазабы булараҡ яралттыҡ. (64) Шик юҡ, ул ағас тамуҡтың төбөнән үҫеп сыға. (65) Уның емештәре шайтандарҙың башына оҡшаған булыр. (66) Шуныһы хаҡ, улар (гөнаһлылар) ошо емештәрҙе ашап, ҡарындарын тултырасаҡ. (67) Шунан һуң уларға (һыуһаған​дарға) ҡайнар эсемлек бирелер. (68) Һуңынан, уларҙы та​ғын йәһәннәмгә ташларҙар. (69) Ысынлап та, улар атала​рының юлдан яҙғанын күрер. (70) Үҙҙәре лә аталары артынан (язаға) ҡыуып килтерелер. (71) Ысындан да, уларҙан әүәл йәшәп үлгәндәрҙең дә күбеһе аҙғын юлда ине. (72) Шуға ла ҡарамаҫтан, хаҡтыр, Беҙ (уларҙы яманлыҡ ҡылыуҙан тыйыр өсөн) киҫәтер өсөн (пәйғәмбәрҙәр) ебәрә торҙоҡ. (73) Ҡа​рап ҡара, ул киҫәтеүҙәрҙең нәтижәһе нисек булып бөттө. (74) Ихласлыҡҡа ирешеп, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылғандар ғына был ғазаптарҙан азат. 75. Хаҡтыр, Нух Беҙгә ялбарып доға ҡылды ла, Беҙ уның доғаһын ҡабул әйләнек. (Беҙ доғаларҙы ҡабул итеүселәр​ҙең иң хәйерлеһе.) (76) Беҙ уның үҙен һәм дә уның яҡындарын хәтәр афәттән ҡотҡарҙыҡ. (77) Уның нәҫелен (Ер йөҙөндә) йәшәргә ҡалдырҙыҡ. (78) Унан һуң килгәндәргә (пәйғәм​бәрҙәр һәм уларҙың өммәтенә лә) уның тураһында яҡшы иҫтәлектәр ҡалдырҙыҡ. (79) Ғәләмдәрҙәгеләрҙән Нухҡа сәләм. (80) Шик юҡ, Беҙ изгелек ҡылғандарҙы бына шулай бүләкләй​беҙ. (81) Дөрөҫ, ул мөьмин бәндәләребеҙҙең береһе ине. (82) Ахырҙа башҡаларҙы (иманға килмәгәндәрҙе) батырҙыҡ. 83. Хаҡтыр, Ибраһим да уның (Нухтың) ҡәүеменән ине. (84) Сөнки ул Раббыһына саф-пак күңел менән килде. (85) Ул атаһына һәм халҡына әйтте: — Һеҙ нимәләргә табынаһығыҙ? — тине. (86) — (Ха​лыҡты) алдар өсөн, һеҙ Аллаһты инҡар итеп, үҙегеҙ яһаған тәңреләрегеҙгә табынаһығыҙмы? (87) Ғәләмдәрҙең Раббыһы хаҡында һеҙ нимә уйлайһығыҙ? (88) Шунан һуң ул йондоҙҙарға ҡараны. («Ибраһимдың халҡы йондоҙҙарға ҡарап, күрәҙәселек ҡыла ине. Байрам ваҡыттарында улар үҙҙәре яһап, табына торған боттар​ға атап, ризыҡ ҡалдырып китәләр һәм шул яһалма Илаһтарынан бәрәкәт, ярлыҡау көтәләр ине. Һуңынан яңынан боттары янына ки​леп, ҡалдырған ризыҡтарын үҙҙәре үк ашап бөтөрәләр ине. Байрамға Ибраһимды ла саҡырҙылар». Хәсән Чантай тәфсиренән.) 89. (Ибраһим) әйтте: — Мин, ысындан да, ауырып торам әле (байрамға сыға ал​майым), — тине. (90) Тегеләре (уның ауырыуы беҙгә йоҡмаһын, тип) артҡа әйләнеп, (байрамға) китеп барҙылар. (91) Шунан һуң ул яһалма тәңреләр янына шым ғына килеп өндәште: — Әй, һеҙ! Ни өсөн үҙегеҙгә ҡуйылған ризыҡтарҙы ашамай​һығыҙ? (92) Һеҙгә нимә булды, һеҙ ни өсөн һөйләшмәйһегеҙ? — тине. 93. Ул уң ҡулы менән һындарға һуҡты (емерҙе). (94) Бар​са халыҡ йүгерешеп боттар янына килде. (95) (Ибраһим) әйтте: — Үҙ ҡулдарығыҙ менән юнып яһаған нәмәләргә табына​һығыҙмы? (96) Гәрсә, һеҙҙең үҙегеҙҙе лә ҡулдарығыҙ менән яһа​ған ул нәмәләрегеҙҙең барыһын да Аллаһ барлыҡҡа килтер​ҙе, — тине. (97) Әйттеләр: — Бер бина төҙөгөҙ ҙә, ут төртөп яндырығыҙ һәм (Ибра​һимды) ялҡынға ташлағыҙ, — тинеләр. (98) Шулай итеп, улар мәкерле хәйлә ҡорҙо. Беҙ иһә улар ҡорған мәкерҙе хур ит​тек. (Ибраһимды уттан ҡотҡарып ҡалдыҡ.) (99) (Ибраһим) әйтте: — Мин Раббым тарафына китәм. Ул миңә тура юлды күрһәтер, — тине. (100) — Йә, Раббым, миңә паҡ күңелле бер ул бирһәң ине, — тип доға уҡыны. (101) Беҙ уның бик тә итәғәтле (Исмәғил исемле) улы буласағы тураһында ҡыуаныслы хәбәр бирҙек. (102) Ул йомошҡа ярарлыҡ булып үҫкәс, Ибраһим әйтте: — Улым, мин төшөмдә һине (Аллаһҡа) ҡорбан урынына салғанымды күрҙем. Һин был турала нимә уйлайһың? — тине. Улы әйтте: — Атаҡайым, һиңә (Аллаһтан) килгән әмер нисек булһа, шулай ҡыл. Инша'аллаһ, минең сабыр һәм Аллаһҡа итәғәт​ле икәнемде күрерһең, — тине. (103) Шулай итеп, улар икеһе лә (Аллаһтың әмеренә) буйһондо һәм (Ибраһим) улын йөҙ түбән ятҡырҙы. (104) Беҙ әйтттек:— Әй, Ибраһим! — тинек. (105) — Һин төшөңә тоғро ҡал​дың. Шөбһәһеҙ, Беҙ изгелекле ғәмәлдә булғандарҙы бүләкләйбеҙ, — тинек. (106) Хаҡтыр, был ҡәтғи бер һынау ине. 107. Беҙ уға оло бер ҡорбанлыҡ (тәкә) ебәрҙек. (108) Унан һуң килгәндәргә Беҙ уның тураһында яҡшы иҫтәлектәр ҡалдырҙыҡ. (109) (Беҙҙән) Ибраһимға сәләм. (110) Беҙ изгелек ҡылғандарҙы ана шулай бүләкләйбеҙ. (111) Ул, ысындан да, Беҙҙең мөьмин бәндәләребеҙҙән ине. (112) Беҙ уның Исхаҡ исемле улының донъяға киләсәге һәм уның изге кеше, пәйғәмбәр буласағы тураһында һөйөнөслө хәбәр бирҙек. (113) Һәм уның үҙенә лә, һәм Исхаҡҡа ла муллыҡ, үрсем-бәрәкәт бирҙек. Ләкин һәр икеһенең нәҫелендә изгелек ҡылғандары ла, үҙҙәренә туранан-тура яманлыҡ ҡылғандары ла (кәферҙәр ҙә) бар ине. 114. Хаҡтыр, Беҙ Мусаға ла, Һарунға ла ниғмәттәр (пәйғәмбәрлек, дини дәрәжә һәм донъя малы) бирҙек. (115) Уларҙы һәм ҡәүемдәрен хәтәр бәләләрҙән (һыуға батып үлеүҙән) ҡот​ҡарҙыҡ. (116) Уларға ярҙам иттек һәм улар еңеп сыҡты. (117) Һәр икеһенә лә (дөрөҫлөктө) ап-асыҡ итеп аңлата тор​ған бер Китап (Тәүрәтты) бирҙек. (118) Һәр икеһен дә тура юлға күндерҙек. (119) Уларҙан һуң килгәндәргә (яҡшы) хә​тирәләр ҡалдырҙыҡ. (120) Мусаға ла, Һарунға ла Беҙҙән сәләм (уларға именлек) булһын. (121) Дөрөҫө шул, изгелек ҡыл​ғандарҙы Беҙ ана шулай бүләкләйбеҙ. (122) Шик юҡ, икеһе лә мөьмин бәндәләремдәндер. 123. Шөбһәһеҙ, Ильяс та пәйғәмбәр булды. (124) (Ильяс) халҡына әйтте: — Һеҙ Аллаһтан (гөнаһ ҡылыуҙан, яза алыуҙан) ҡурҡмайһығыҙмы? — тине. (125, 126) — Юҡтан бар итеүселәрҙең иң изгелеклеһе булған, һеҙҙең дә Раббығыҙ булған, һеҙҙән әүәл килгән ата-бабаларығыҙҙың да Раббыһы булған Аллаһты инҡар итеп, Ба-алға табынаһығыҙмы? («Ба-ал — Шамда Бәк исемле шәһәрҙә йәшәүсе халыҡтың табына торған алтын һыны — бот. Был ҡала бөгөн «Ба-аләбәк» тип йөрөтөлә». Хәсән Чантай тәфсиренән.) «Ба-ал — ул Ҡояш аллаһы, Тәңреләштерелгән Ҡояш». Мөхәммәд Али тәфсиренән ) 127, 128. Ләкин улар уны (Ильясты) ялғансыға сығар​ҙы. Шуға күрә, Аллаһтың ихлас ҡолдарынан башҡа, уларҙың һәр береһе (йәһәннәмгә) килтереләсәк. (129, 130) Унан һуң килгән халыҡтар араһында уның тураһында яҡшы иҫтәлек ҡалдырҙыҡ: — Ильясҡа Беҙҙән сәләм! — тинек. (131) Хаҡ, изгелек ҡыл​ғандарҙы Беҙ ана шулай бүләкләйбеҙ. (132) Сөнки ул беҙҙең иманлы бәндәләребеҙҙән ине. 133. Лут та, һис шикһеҙ, пәйғәмбәр ине. (134) Иҫегеҙҙә​ме, нисек итеп Беҙ уның үҙен һәм нәҫелен ҡотҡарып ҡал​дыҡ? (135) Артта ҡалғандар араһындағы ҡарсыҡтан (Луттың ҡатынынан) башҡа. (136) Ҡалғандарҙың барыһын да һәләк иттек. (137,138) Әлбиттә, һеҙ иртә-кис уларҙың (емеректәре) янынан үтеп-һүтеп йөрөйһөгөҙ. Әле һаман аҡылға кил​мәйһегеҙме ни? (Сүриялағы карауан юлы өҫтөндә һәләк ителгән ул шәһәрҙәрҙең хәрәбәләре (емеректәре) бар ). 139. Хаҡтыр, Юныс та күндерелгән пәйғәмбәребеҙ ине. (140) Ул шығрым тулы (йөк төйәлгән) кәмәгә ултырып (яза​нан) ҡасып китергә теләне. (Диңгеҙгә сыҡҡас, кәмә кинәт туҡтай. Кәмәселәр: кәмәбеҙҙә ҡасып киткән бер ҡол бар икән, уны табып, шыбаға һалайыҡ та, диңгеҙгә ташлайыҡ. Шунан һуң ғына кәмәбеҙ юлын дауам итәсәк, тинеләр). (141) Кәмәләгеләр араһында уны шыбаға тоттолар һәм диңгеҙгә ташланылар. Ул юҡҡа сыҡты. (142) (Кәмәгә рөхсәтһеҙ менеп, язанан ҡасырға теләгәненә ул бик үкенде) шул ваҡыт уны бер ба​лыҡ йотто. (143, 144) Әгәр ҙә ул үкенеп (тәүбә итеп), Аллаһҡа тәсбих әйтмәгән булһа, Ҡиәмәт көнөнә саҡлы балыҡ ҡарынында ҡалған булыр ине. (145) Беҙ уны хәлһеҙ рәүештә ҡоро ергә сығарып ташланыҡ. (146) Өҫтөнә (күләгәһе төшөрлөк итеп) киң япраҡлы ағас үҫтерҙек. (147) Уны йөҙ меңдән артыҡ кешегә пәйғәмбәр итеп күндерҙек. (148) Һуңынан ул кешеләр иман килтерҙе. Шулай итеп, Беҙ уларҙы бер ҡәҙәр ваҡыт дауамында йәшәттек. 149. (Һындарға табыныусыларҙан, кәферҙәрҙән) һора: — Аллаһта ҡыҙҙар ғына, уларҙа гел улдар ғына булып сығамы ни инде? — тип. (150) Әллә һуң Беҙ фәрештәләрҙе улар ҡарап торғанда ҡатын-ҡыҙ булараҡ яралттыҡмы? (151, 152) Иғтибарлы бул, улар ҡәтғи ялған һөйләй: — Аллаһ бала атаһы булды, — тип. Шик юҡтыр, улар ял​ғансы. (153) Улдарға ҡарағанда Аллаһ ҡыҙ балаларҙы хуп күргәнме әллә? (154)Һеҙгә нимә булды? Һеҙ был турала нимә уйлайһығыҙ?(155) Һис тә башығыҙға барып етмәйме шул? (156) Әллә һуң һеҙҙең ҡулда асыҡ дәлилдәр бармы? (157) Әгәр (дәлилегеҙ) булһа, китабығыҙҙы килтерегеҙ. 158. Аллаһ менән ендәр араһында туғанлыҡ бар, тип әйтәләр. Хаҡтыр, хисап тотар өсөн ендәр ҙә (Аллаһ ҡаршыһына) килтереләсәктәрен бик яҡшы белеп торалар. (159) Аллаһ улар уйлап сығарғандарҙан бөйөк, паҡ. (160) Аллаһтың ихласлыҡҡа ирешкән (мөьмин) бәндәләре улар кеүек түгел (ғазапҡа тартылмаҫтар). (161, 162, 163) Һеҙ үзегеҙ ҙә, һеҙ табынған нәмәләр ҙә — һис берегеҙ йәһәннәмгә керәсәк кешеләрҙән башҡаларҙы аҙҙырып, Аллаһҡа ҡаршы ҡотор​та алмаҫһығыҙ. (164, 165, 166) (Фәрештәләр) әйтә: — Һәр беребеҙ өсөн билгеләнгән урыныбыҙ бар. Шик юҡ, беҙ шунда саф-саф торабыҙ (намаҙ уҡыйбыҙ). Хаҡтыр, беҙ Аллаһҡа тәсбих әйтәбеҙ. (167,168,169) Дөрөҫө шул, мөшриктәр, һындарға табыныусылар әйтә: — Әгәр ҙә беҙҙән элек йәшәгәндәргә бирелгән кеүек, беҙгә лә Китап бирелгән булһа, һис шикһеҙ, беҙ Аллаһтың ихлас ҡолдары булыр инек, — ти. (170) Бына, (Ҡөръән килде, ләкин улар) уны инҡар итте. Әммә алға табан (кәферлектәренең ға​забын) беләсәктәр. (171) Ысындан да, бәндәләребеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ, тип һүҙ биргән инек. (172) — Улар еңеү ҡаҙанасаҡ, — тинек. (173) — Беҙҙең ғәскәре​беҙ, һис шикһеҙ, өҫтөн сығасаҡ, — тинек. (174) Шуға күрә, һин (эй, Мөхәммәд) уңай форсат сыҡҡанға саҡлы уларҙан ситләш, — тинек. (175) — Һин уларҙы күҙәт. Улар ҙа тиҙҙән күрәсәк. (176) Ысындан да, улар язабыҙҙы һис кисекмәҫтән татырға теләйме ни? (177) Ғазабыбыҙ уларҙың йортона ки​леп төшһә, киҫәтеп тә иманға килмәгәндәрҙең таңы ниндәй яман таң булыр. (178) Хәҙергә һин уларға яҡын барма. (179) Улар​ҙың хәлен күҙәтеп тор. Улар ҙа тәҡдирҙәрендәгеһен күрәсәк. (180) Бөтөн кәмселектәрҙән азат булған, ғиззәткә, ҡөҙрәткә эйә Раббың улар уйлап сығарған ғәйбәттәрҙән өҫтөн. 181. Күндерелгән пәйғәмбәрҙәрҙең барыһына ла (Аллаһтан) именлек булһын. (182) Ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһҡа дан булһын!