Author:Ғәли Соҡорой
Ғәли Соҡорой |
---|
Мөхәмәтғәли Ғәбдессәлих улы Кейеков |
тыуған: 1828, Иҫке Соҡор ауылы, Ирәкте улысы, Бөрө өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы) |
вафат: 10.12.1889, Иҫке Соҡор ауылы, Тәтешле улысы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы) |
башҡорт шағиры, мәғрифәтсеһе |
Ғәли Соҡорой (1828—1889) — башҡорт шағиры, мәғрифәтсеһе.
Соҡорой псевдонимын шағир тыуған Иҫке Соҡор ауылы исеменән алған.
Ғәли Соҡоройҙың төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙылған 100-гә яҡын әҫәрҙәре һаҡланған. Шағирҙың унға яҡын китабы донъя күрә. Улар иҫәбендә түбәндәге шиғыр йыйынтыҡтары бар: «Дөрри Ғәли» («Ғәли гәүһәрҙәре»), «Шәмғ әз-зия» («Шәм яҡтыһы»), «Зәмми нәзир» («Оҡшашты өҫтәү»), «Мәдхи Ҡазан» («Ҡазанға мәҙхиә»), «Тәх-рибә, рамаҙан!» («Хуш киләһең, рамаҙан айы!») һ. б. Шағирҙың «Фосули әрбаға» («Йылдың дүрт миҙгеле») шиғырҙар циклы XIX быуат башҡорт лирик шиғриәтенең иң яҡшы өлөгөләренең береһе тип иҫәпләнә.
Тормош-көнкүреш, тәбиғәт, йыл миҙгелдәре тураһындағы, ҡайһы бер мәҙех-маҡтау шиғырҙарында ғына, болот араһынан ҡараған ҡояш кеүек, аңлайышлы шиғри юлдар, айырым поэтик ынйылар ялтлап-ялтлап ала.
Шиғырҙары
edit
Works by this author published before January 1, 1929 are in the public domain worldwide because the author died at least 100 years ago. Translations or editions published later may be copyrighted. Posthumous works may be copyrighted based on how long they have been published in certain countries and areas. |