Ba/Барокамера

Барокамера(хикәйә).Факиһа Туғыҙбаева (хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Барокамера


 Көндәрҙән бер көндө Искәндәр космонавт булырға ҡарар итте. Әле уҡырға ла төшмәүендә ни эш?! Ҡарар итте — вәссәләм! Оҙаҡҡа һуҙмай, күнекмәләр башлап ебәрергә кәрәк, тип уйланы ул. Буласаҡ космонавтарҙың ниндәй күнекмәләр яһағанын телевизорҙан күрһәтеп торалар. Баш ватаһы түгел. Ана, мөйөштә һыулы фляга ултыра. Торғаны бер барокамера. Искәндәр һауыттағы һыуҙы тиҙ генә малға ташып эсерҙе лә бушап ҡалған флягаға инеп тә ултырҙы. Ҡустыһы Әхәткә, ҡапҡасты ябып, фдяганы иҙән буйлап тәгәрәтергә ҡушты. Әхәт бик тырышты. Мейес алдында ҡайнап ултырған самауырҙы бәреп йыҡты «барокамера» иң тәүҙә. Шунан өҫтәлгә барып бәрелде. Өҫтәлен әйтәйем инде, саҡ торған икән, «барокамера» өҫтөнә ҡойолдо ла төштө. Ары китте Әхәт. Тәгәрәй генә бирә «барокамера». Бесәйҙе бәреп йыҡты бына! Бахырҡайым, әсе тауыш сығарып, түшәмгә тиклем осто. Космонавмы ни?! Ярай әле, йомшаҡ диванға килеп төштө. Юҡһа, бесәйҙең эш харап ине! Әхәт буласаҡ космонавт ағаһын артабан да сыныҡтырырға уйлағайны ла, әсәһе ҡайтып инеп ҡамасауланы. Ишектән килеп кереү менән:
— Донъяны ҡыйратып бөткәнһең бит, эй, хоҙайым!— тип ҡысҡырып ебәрҙе.
— Юҡ, донъя емермәйем! Ағайым «барокамерала күнекмә үтә!- тип ғорурланды Әхәт. Тик уның ғорурланыуына әсәһенең иҫе китмәне шул: фляганы тартып алды. Күтәреп урынына ҡуяйым, тигәйне: ауыр! «Барокамера»ның ауыҙын асып ебәргәйне — Искәндәрҙең башы күренде. Әсәһе менән Әхәт Искәндәрҙе, һауыттан көс-хәл менән
сығарып, диванға һуҙып һалды. «Башым зыр әйләнеп тик тора»,— ти бит «космонавт».
Башын әйләнеүҙән туҡтатыр өсөн Искәндәргә диванда бер көн буйы буштан-бушҡа һуҙылып ятырға, бер төн буйы йоҡларға тура килде. Иртәгеһен Искәндәр менән ҡустыһы йәнселгән самауырҙы ҡаҡҡылап-һуҡҡылап ултыртып ҡуйҙылар. Өҫтәлде сығарып ырғыттылар. һис тә йүнәтерлек булмағас, әсәһе: «Ярай инде, атайың яңыһын яһап бирер әле»,— тигән булды. Искәндәр эшләгән күнекмәләрҙең файҙаһы бесәйгә нығыраҡ тейҙе, ахырыһы. Ул хәҙер стена буйлап түшәмгә үрмәләп менергә ярата. Ул да космонавт булырға уйланымы икән әллә?


1996 йыл