Әсәһенең тыуған көнө,
Сысҡан малайы Сый-Сый
Тәмле дөгө ярмаһынан
Әҙерләргә булды һый.
Дөгөгә ит тә ҡушты ул,
Баҫып алды ҡамырын —
Йомроҡай бәлеш мейестә
Беште шундай ҡабарып.
Тәмле еҫ таралды өйгә,
Түҙҙе-түҙҙе лә Сый-Сый,
Бәлеште тәмләп ҡараны,
Шундай тәмле икән һый.
Ашай торғас, ул сыйылдап
Ебәрҙе үкһеп илап,
Бәлеште ашап бөткән бит,
Үҙ тамаҡҡайын һыйлап.
Әсәһе эшенән ҡайтты,
Һаман да илай Сый-Сый.
Әсәһе уны йыуата:
"Күҙ йәшеңде, балам, тый!
Тамағыңды һыйлағанһың-
Был да миңә ҙур бүләк.
Тағы бәлеш бешерербеҙ
Тыуған көнгә икәүләп"