Ba/Искәндәрҙе кем уятты?

Искәндәрҙе кем уятты? ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап "нәшриәте,2009 йыл


Искәндәрҙе кем уятты?


 Искәндәр иртән әсәһенең:
— Балаҡайым, тор инде! — тигән яғымлы тауышына уянып китте.
— Рәхмәт, әсәй! Хәйерле иртә!
— Рәхмәтеңде һандуғасҡа әйт. Ул мине иртән иртүк һайрап уятты.
Искәндәр баҡса артында ғына йырлап аҡҡан Сәрмәсән буйына йүгерҙе. Йырсы ҡошҡа өндәшә һалды:
— Рәхмәтемде ҡабул ит, һандуғас! һин әсәйемде һайрап уятҡанһың бит.
— Матур теләктәреңде йылғаға еткер! Ул да мине йырлап уятты.
Ә йылға елгә рәхмәт әйтергә ҡушты. Уның тулҡындарын ел тибрәлдергән икән.
Ел Искәндәрҙе болонлоҡҡа ебәрҙе.
— Унда аллы-гөллө сәскәләр үҫә. Тауҙар ҡуйынында йоҡлаған еремдән көн дә иртән уларҙы һағынып килеп етәм, — тине.
Сәскәләр, ҡояшҡа рәхмәт әйт, тине. Улар ҡояш нурҙарына күҙҙәрен аса икән.
Искәндәр ҡояш артынан китте. Ҡояш — күктән, Искәндәр ерҙән бара. Ҡояшты ҡыуып етәм тип Искәндәр йүгерә лә йүгерә. Ҡасанға тиклем йүгерер, уныһын бер кем дә белмәй, әйтә лә алмай.

 


2009 йыл