Айҙар иртәнсәк мәктәпкә килгәндә, ағас башында ултырған ҡара ҡарғаларҙы күреп ҡалды. Ул эстән генә: «Март айы шул, яҙ башланды», — тип уйлап ҡуйҙы. Айҙар синыфҡа килеп ингәс тә:
— һөйөнсө! Ҡара ҡарғалар килгән! — тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Синыфта шау-шыу ҡупты. Һәр кем кем уҙарҙан яҙ, ҡоштар тураһында һөйләргә, бәхәсләшергә тотондо. Уҡытыусы Сәлимә апай тынысланырға ҡушты:
— Балалар, ысынлап та, яҙ башланды, — тип һөйләп алып китте ул. — Күрәһегеҙ бит, ҡара ҡарғалар килгән. Улар — яҙ хәбәрселәре. Беҙҙең Тыуған илебеҙ иҫ киткес ҙур. Яҙ килгәнен төрлө ерҙә төрлө ҡоштар хәбәр итә. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары тирәһендә, Украинала ҡара ҡарғалар осоп килә. Төньяҡта яҙҙы ала ҡарға, Себерҙә сәүкә башлап ебәрә...
Шунан уҡытыусы:
— Яҙын беҙҙең яҡтан төньяҡҡа китеүсе ҡоштар тураһында ишеткәнегеҙ бармы? — тип һораны.
Балалар өндәшмәне.
— Яҙ көнө һары турғай, ҡыҙылтүш, аҡ өкө беҙҙә ҡыш сығалар ҙа төньяҡҡа китәләр. Һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа йөрөгән ала ҡарға беҙҙеке түгел. Ул — төньяҡ ҡошо. Улар яҙын беҙҙән китә, ә көньяҡтан беҙҙекеләр үҙебеҙгә ҡайта. Быны һиҙмәйбеҙ ҙә, сөнки бөтә ала ҡарғалар ҙа бер төҫтә.
Ҡоштарҙың ҡайтыуында ла билдәле бер тәртип бар. Тәүгеләре булып беҙҙән иң аҙаҡ осҡандары ҡайта.