Ba/Һаумы, йәй!

Һаумы, йәй! (Шиғыр)
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Һаумы, йәй!


Һәр көнөбөҙ — шатлыҡ ҡына,
Һөйөп үҫтерә илем.
Күп һәнәргә өйрәнәбеҙ,
Алабыҙ төплө белем.
Һау бул, мәктәп, көҙ еткәнсе,
Саҡыра борғо беҙҙе.
Мажаралы сәйәхәттә
Гиҙербеҙ илебеҙҙе.
Әйҙәп торған урман-тауҙың
Асырбыҙ әле серен.
Беҙ — буласаҡ хужалары
Ҡәҙерле тыуған ерҙең.
 
 


1996 йыл