Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/105

This page has not been proofread.

4. Малдың ҡанын сығарыу фарыз, бының өсөн уның үңәсен киҫеү хәйерле. Бына шуларҙы теүәл үтәгәндә генә һуғым тәмле, бәрәкәтле була.

Бишбармаҡ өсөн игте ваҡламай, зур-зур киҫәктәргә бүлеп бешерәләр. Бешеп сыҡҡас, уларзы зур табаҡҡа ауҙаралар. Табындағы абруйлы кешегә уларзы бүлеп, өләшеп биреү эше йөкмәтелә. Өлөш бүлеүҙең дә үз тәртибе бар.

Мәҫәлән, ҡош ите ете өлөшкә бүленә: ике бото, ике ҡанаты, муйыны, түше, һырты - һәр береһе бер өлөш.

Һамаҡтарҙа әйтелгәнсә, һарыҡ ите былай бүленә: Ете бейек арҡа,

Ете тәпәшәк арҡа,

Муйыны - етегә,

Һигеҙгүҙе - өскә,

Ҡойроҡ йәбешкән ере - бер өлөш,

Янбаш - ике өлөш,

Урта елек - ике өлөш,

Икенсе елек - ике өлөш.


Бәкәлсәйе - тояғы иҫәпкә инмәй. Бөтәһе у тыз бер өлөш. Ҡәҙерле ҡунаҡҡа түш һөйәге, билдәмәһе, унан янбаш, елек бирелә. Үзенә тейгән өлөштәрҙе ул бысаҡ менән бүлгеләп, телгеләп табындағыларға һоғондора. Халыҡта өлөштәргә бүлеүгә ҡарата ошондай әйтем дә бар:

Салыу һөйәге салыусыға,

Янбаш булыр ҡыҙға,

Кейәү, улға - бейек үркәс,

Килен, ҡыҙға - бәләкәй үркәс,