Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/108

This page has not been proofread.

бағышлап ҡорбан салмаған кеше теге донъяла ожмахҡа эләгә алмай, сөнки тамуҡ арҡыры һалынған ҡылдан нәзек, ҡылыстан үткер “сират күпер”ен мосолман кеше ҡорбанға салынған тереклеккә атланып ҡына сыға ала, имеш.

Ғәҙәттә, ҡорбанға орғасы малды тәғәйенләйҙәр. Малдың башын ҡиблаға ҡаратып һалалар. Салыр алдынан доға уҡыла. Салғанда күмәкләшеп малдың йөнөнә тотоноу йолаһы ла бар. Шулай итһәң, йәнәһе, теге донъяла сират күперен ошо ҡорбан малына йәбешеп үтергә була. Ҡорбанға салынған малдың ҡанын бер һауытҡа ағызып алып, һуңынан ергә күмәләр. Ҡорбан итенең һөйәктәрен ваҡламайҙар, быуын-быуын ҡырҡып ҡына алалар. Итен ашағас, һөйәктәрен йә ҡороған ҡоҙоҡҡа, йә кеше аяғы баҫмаҫ ергә алып барып күмергә кәрәк.

Ғәҙәттә, ҡорбан итенең иң яҡшы киҫәге һәм тиреһе муллаларға һәм башҡа руханизарға ’бирелгән. Ҡалған иттән йәтимдәргә, ярлыларға, ғәриптәргә өлөш сығарылған һәм аш (бишбармаҡ) бешерелгән. Уны өйгә ингән Һәр кеше ауыз итергә тейеш булған.

Ҡорбан байрамында мосолмандарға 2-3 көн буйына эшләү тыйылған. Был көндәрҙе улар махсус намаз, әяттар уҡып, күңелдәрен Аллаға йүнәлдереү менән мәшғүл булырға тейештәр. Был йола бөгөн дә, диндең халыҡҡа ҡабат ҡайта башлауы арҡаһында, әүзем атҡарыла башланы.

Дини байрамдарҙың йәнә бёр зурыһы һәм әһәмиәтлеһе- "Мәүлит байрамы". Ул Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнө уңайынан Ьижри йыл иҫәбе менән рабиғи әл әүүәл айының 11-12-се көнөндә уҙғарыла. Ислам динен өйрәнеүсе