мә, сәр-мә (бызау тиреһенән тегелгән тар муйынлы тоҡ), һырла-ма (бәләкәй ҡоймаҡ), ҡатла-ма һ.б.;
б) -мас/-мәс аффикстары менән яһалғандар: ҡур-мас, ыу-мас, ҡатыр-мас (мейестә бешкән шарик рәүешендәге сөсө икмәк), туҡ-мас, кәтер-мәс һ.б.;
в) -маҡ/-мәк аффикстары менән яһалғандар: ик-мәк (фонетик варианттары -итмәк, ипмәк), ҡой-маҡ, ҡатыр¬ маҡ, ҡойт-маҡ, ҡуйылт-маҡ, ҡойорт-маҡ (һөт ҡушылған яңы ҡорот), ҡуйырт-маҡ (ҡаймаҡ ҡушылған яңы ҡорот), арт-маҡ (эйәргә артып йөрөтөлгән күн һауыт) һ.б.;
г) -сыҡ/-сек/-сөк/-соҡ афикстарынан: ҡатлан-сыҡ, эрем-сек, өйөр-сөк (йомшаҡ ҡамыр), болам-сыҡ (он бутҡаһы), ҡотор-соҡ (ағастан тоз һауыты);
д) -мыс/-мес/-мәс: тура-мыс (ит киҫәге), бола-мыс (он бутҡайы. -Әй һ.), бәрә-мес (шәнкә), кү-мәс, тапау-мыс (ит турағыс балта);
ж) -ҡы/-ке/-ҡо/-кө: төрт-кө (ваҡ бәлеш төрө), асылт- ҡы (әсетке), ойот-ҡо (ҡатыҡ әсеткеһе), беш-ке (бешкәк). Тамыр һүзе исемдән булған атамалар күп түгел. Күберәк улар менән һауыт-һаба атамалары яһала. Мәҫәлән: көл-сә, аш-лыҡ, ҡыйыҡ-са (икмәк төрө), өшә- лек, бауыр-һаҡ, бот-лоҡ (күн һауыт), баҡыр-са, көбө-сәк, ҡашыҡ-лыҡ (ҡалаҡ ҡыҫтырғыс), ҡул-лыҡ (ҡымыҙ йөрөтә торған күн һауыт), аш-тау (зур ағас табаҡ) һ.б.
Тамырҙары башҡа һүз төркөмдәренән булып, аффикстар ярҙамында яһалған атамалар без тикшергән аш-һыу лексикаһында әлегәсә осраманы.