Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/131

This page has not been proofread.

Шуға күрә иткә ҡарата ла бик күп мәҡәл һәм әйтемдәр тыуған. Уларҙа көнкүрештә иттең роле хаҡында бик күп фәһемле фе¬ керҙәр әйтелгән. Шуларҙың ҡайһыларына ғына туҡталып үтәйек: ’’Һөттә - һаулыҡ, майҙа - бәрәкәт, иттә - көс”, "һурпа эскәндең ҡарыны йыуан, ит ашағандың балтыры йыуан”, ’’Үткер бысаҡ, һимеҙ ит табын ҡәҙерен килтерер”, ”Ите - иткә, һурпаһы - биткә”, ”Ите - иткә, майы - елеккә”, ”Итле өйҙә ике кис, өйрәлелә - бер кис", ”Ит ашаһаң - дарыу, күп ашаһаң - ағыу", "Туйғанға тауыҡ ите лә тупраҡ тәме әйтер”, ’’Ҡаҙыға туйһаң, ҡарта кәрәкмәй", "Иттең тәмлеһе - ҡарта, ашаған һайын арта”, ”Ит ашат, ит ашатһаң, биш ашат”, ”Тәкә ите им бу¬ лыр, кәзә ите ем булыр”, "Көйәк янындағы ит тәмле була”, "Ит аҫылы - ҡарталыр, зат-затына тарталыр”, ’’Яланда бешкән ит тәмле" һ.б.

һанап кителгән мәҡәл һәм әйтемдәрҙән күренеүенсә, ит ул кешегә көс-ҡеүәт биреүсе, күп сирҙәрҙән дауалаусы, табынға ҡәҙер килтерер ризыҡ. Тик иткә һуйылған малдың һәр төрө һәм һәр тән өлөшө төрлөсә баһалана икән. Мәҫәлән, беҙҙең халыҡта иң әүәл йылҡы итенә өҫтөнлөк бирелә. Быны түбәндәге бер-ике мәҡәлдән дә күреп була: ’’Йылҡы ите - йылҡылдыҡ, шуның аша ғәм ҡылдыҡ” (күп эштәр башҡарҙыҡ, йәшәнек), ’’Йылҡы ите - мәслихәт, күңел-тәнеңә сихәт", "Ябыҡ булһа ла йылҡы елеге булһын” һ.б.

Йылҡы итенә етә һарыҡ тәкәһе ите килә. Был турала үрҙә килтерелгән мәҡәлдәрҙең береһендә бик асыҡ әйтелә: "Тәкә ите - им, кәзә ите - ем”. Ошо уҡ мәҡәлдән күренеүенсә, кәзә ите әллә ни әһәмиәткә эйә түгел икән. Мәҡәл, әйтемдәргә ҡарап