"Аҡ балаҫ өҫтөнә аҡ мендәр йәйелде" (Ҡаймаҡ). "Бешәләр, бешәләр ҙә ҡойоп әсәләр’. "Ауыҙға инә, танауҙан ала". "Ҡабарам, ҡабарам да ҡунаҡ алдына барам". "Ҡылыҡһыҙҙы тилертә, булдыҡһыҙҙы тилмертә". "Шапыр-шопор төпкә төшә, аҡ йылғаһы ағып сыға". (Ҡымыҙ, ҡымыҙ бешеү). "Тоҡос башлы түрәләр түр башына менәләр". "Йоморо-йоморо йомарлам, йомо- роһоҙ торалмам". "Ыуаланым, ҡыҫтым, мөйөшкә инеп боҫтом" . Иң ҡәҙерле һәм туҡлыҡлы һөт ризыҡтарының береһе булған май ҙа йомаҡтар иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Уның тураһында бик образлы түбәндәге поэтик юлдар тыуған: "һары көсөгөм һыуға бата, бер сума ла бер ҡалҡа". "Ары һуҡтым, бире һуҡтым, һары башлы ҡыҙ таптым" (Май яҙыу). "Бештем, бештем дә икегә айырҙым, береһен ҡойҙом, береһен ҡалдырҙым" (Аҡ май яҙыу), "һары ризыҡ таптым, йәнгә тән таптым" (Май, бал) һ.б.
Күреүебеҙсә, килтерелгән йомаҡтарҙың күбеһе майҙы ни¬ сек әҙерләү хаҡында. Иғтибарҙы һуңғы йомаҡҡа йүнәлтәйек. Уның икенсе өлөшөндә кинәйәле мөһим һығымта ята: май менән бал йәнде тотоусы тәндең терәге.
Әлбиттә, йомаҡтарҙа ит һәм иттән бешкән ризыҡ, аш- һыуҙар ҙур урын алған.
Иткә ҡағылышлы йомаҡтар араһында үҙенең поэтик эшләнеше яғынан әйтемгә яҡын бер йомаҡ иғтибарҙы йәлеп итә.
Бына ул нисек яңғырай:
Йүгерҙем, йүгерҙем дә
Килеп ҡаптым бысаҡҡа;
Төрөлдөм,бөрөлдөм дә
Килеп керҙем усаҡҡа;