Яндым, көйҙөм,
Кәбәндәй өйөлдөм,
Алдығыҙға килдем.
Был йомаҡта иттең ашар ризыҡ булып өҫтәлгә ултырғанға тиклемге бөтә юлы һәм үткәрелгән процестары сағыла: мал йүгерә-йүгерә йөрөп, үлән ейеп тән үҫтерә, унан бысаҡҡа эләгә, унан төрөлөп-бөрөлөп (быныһы ҡаҙы тураһындалыр), усаҡҡа керә һәм табаҡ тулып (кәбәндәй өйөлөп) табынға ҡуйыла. Был йомаҡҡа яуап эҙләүсе малсылыҡты һәм мал яҙмышын мотлаҡ яҡшы белергә тейеш. Йомаҡты ҡойған (уйлап тапҡан кеше) баланың зиһенен генә түгел, ә күңел яҡшылығын да үҫтерергә тырышҡандар, сөнки йомаҡты сисеү процесында уның күҙ алдына малдың аяныс һәм ҡыҙғаныс яҙмышы килеп баҫа. Унан бала хисләнмәй ҡалмай, әлбиттә.
Иттән бешерелгән ризыҡтар ҙа йомаҡтарҙа үҙенсәлекле сағылыш таба. Мәҫәлән: "Ҡыҙыл ҡамыт кейҙем, ҡупшы аҙыҡ ейҙем" (Ҡаҙы). "Эсе тулы ваҡ халыҡ, түрҙә ултыра маҡтанып" (Бәлеш). "Эсе өрөлгән, сите төрөлгән, түбәһендә бер тишек” (Ҙур бәлеш). "Өф итмәгәндә өф иттерә, етешкәнде хуш иттерә" (Ҡурҙаҡ).
Шуныһы ҡыҙыҡ: башҡа ит ризыҡтарына ҡарағанда, билмән тураһында йомаҡтар күберәк тыуған. Уйлап ҡараһаң, билмән башҡорттар тормошона һуңғы дәүерҙә генә, урыҫтар менән аралашыу йоғонтоһо булараҡ килеп ингән. Уның халыҡ ижадында традицион милли ризыҡтарҙан да йышыраҡ сағылышын нисек аңлатырға? Беҙҙеңсә, йомаҡ объекты булыуы¬ на уның үҙенсәлекле формаһы һәм тәме булышлыҡ иткән.