I БҮЛЕК
БАШҠОРТ МИЛЛИ АШ-ҺЫУ ТӨРҘӘРЕ
Инеш өлөштәге күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, башҡорт милли аш-һыузары төрлө осорза, төрлө авторҙар тарафынан азмы-күпме тикшерелгән, тема буйынса ҡайһы бер айырым хеҙмәттәр зә яҙылған, әммә милли аш-һыуға ҡағылышлы бөтә проблемалар за асыҡланған, бар мәсьәләләр зә хәл ителгән тип әйтеп булмай. Тикшеренеүселәрҙең күз уңынан ситтә ҡала килгән мәсьәләләрҙең береһе - башҡорт милли аш-һыузарын классификациялау, йәғни аш-һыузарзы (тимәк, уларҙың терминдарын да) теүәл бер системаға һалыу. Этнолингвистиканың этнография фәне менән үтә тығыз бәйләнештә булыуынан сығып, без был мәсьәләгә яҡындан килергә һәм ентекләберәк туҡталырға тейешбеҙ. Сөнки, алда әйтелгәнсә, милли аш-һыу зар системаһы, туҡланыу йолалары халыҡтың көнкүрешен генә түгел, уның материаль һәм рухи культураһын да, шул иҫәптән тел байлығын да ғәйәт теүәл сағылдарған үҙенсәлекле көзгө ул.
XVIII-XIX быуат тикшеренеүселәре башҡорттарҙың туҡланыуы һәм милли аш-һыузары тураһында төрлөсә мәғлүмәт бирә. Берәүҙәре ризыҡтарзың наҡыҫлығы һәм аш-һыу төрҙәренең ярлылығын билдәләй. Мәҫәлән, ул осорза И.И. Лепехин әйтеүенсә, башҡорттар йәйгеһен тик һөт кенә ҡулланған [11. 55]. П.С. Паллас иһә халыҡтың рационында, һөт ризыҡтарынан тыш, ит аҙыҡтарының булыуын да күрә һәм шул уҡ ваҡытта икмәктең һәр урында ла ҡулланылмауы тураһында яза [16. 650-651].