бирәбеҙ): "Самым лакомым и почетным куском здесь является так называемая кобылья колбаса, по вкусу напоминающая свинину; она изготавливается так: кишки начиняются кобыльим жиром, предварительно просоленным, затем в кишку пропускаются мелко нарезанные куски мяса, и колбаса коптится. В таком виде ею запасаются на зиму, а летом она хорошо сохраняется" (15. 185).
П.С. Назаров язып ҡалдырған был мәғлүмәт ғәмәлдә дөрөҫ. Эйе, ҡазы ул йылҡының эсәккә тултырылған һәм ҡаҡланған эс майы. Әммә П. Назаров уны әҙерләүҙең үзе күргән бер ысулын ғына яза. Ә ҡазы әҙерләүҙең йәнә бер нисә тәртибе бар. Мәҫәлән, ҡабырғалы ҡазы йәки ҡаҙылыҡ эс майынан түгел, ә майлы ҡабырға итенән яһала. Ҡабырғаның һимеҙ еренән озон киҫәктәр телеп алына, тозланыла һәм эсәккә тултырыла. Эсәктең ике яғы ла еп менән бәйләнә һәм шул килеш ҡояшҡа эленә, ай самаһы киптерелә. Бындай ныҡ ҡаҡланған ҡазыны озаҡ һаҡларға һәм азаҡ сей килеш тә ашарға мөмкин булған. Ҡаҡланған ҡабырғалы ҡазы боронғо замандарҙа оҙайлы юлға сыҡҡандарҙың, бигерәк тә яугирҙәрҙең алыштырғыһыҙ азығы булған.
Ҡаҙының икенсе төрө тик эс майынан ғына яһала. Ул инде ҡаҙылыҡ тип йөрөтөлмәгән.
Ҡазы әҙерләүҙең традицион ысулы бөгөнгө көндәрҙә ҡайһы бер төбәктәрҙә үҙгәреш кисергән. Үҙҙәренең яғында ҡазы әҙерләү ысулы тураһында бына ниндәй мәғлүмәт бирзе Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында йәшәүсе Рузилә Зиннур ҡызы Ҡотлогилдина: "Ҡаҙылыҡ өсөн һимез һум ите