(Йылҡы ите булһа, бигерәк тә һәйбәт) алына. Итте ваҡлап турағыҙ за тоз, борос һибеп, улар һеңһен өсөн яҡшылап аралаштырығыҙ. Итте эмаль кәстрүлгә һалып бер тәүлеккә һалҡынға ҡуйып тороғоҙ. Ҡаҙылыҡ өсөн алынған эсәкте яҡшылап йыуығыҙ за бер яҡ башын бәйләгеҙ. Әзер ит менән эсәкте тултырығыҙ. Тултырғанда ҡара ит менән майлы ит киҫәген йәки ит майын аралаштырып һалығыҙ. Шуны иҫәпкә алырға кәрәк: эсәккә тултырылған иттең майы 30% тәшкил итергә тейеш. Итте тултырғас, эсәктең башын ныҡ итеп бәйләгеҙ ҙә 2-3 айға һалҡын ҡараңғы урынға элеп ҡуйығыҙ. Әгәр тултырылған ит ныҡ майлы булһа, артыҡ майы ағып сыҡһын өсөн бер нисә урындан тишегеҙ.
Әзер ҡаҙылыҡты әкрен генә ҡайнатып бешерегеҙ. Ҡайнап сығыуға бер нисә урындан тишегеҙ. Бешкән ҡаҙылыҡты эҫе көйө лә, һалҡын сағында ла ашарға мөмкин. Уны иң ҡәҙерле ҡунаҡтар өсөн һаҡлайҙар". Йәнә лә бер ҡәҙерле ҡунаҡ ашы - тултырма. Ул, ғәҙәттә, мал һуйған көндә әҙерләнә һәм һуғым ашының бер мөһим компоненты булып тора. Һуғым ашына килгән һәр кемгә унан өлөш бүленә.
Тултырманы әҙерләүҙең традицион ысулы түбәндәгесә: малдың үпкә-бауырын, йөрәген эшкәрткәс, ит турағыстан үткәреп йәки ваҡ ҡына турап, һуған, һарымһаҡ, ҡара борос ҡушып, йомортҡа һытып ҡатнаштыралар за, һурпа өҫтәп, бойзай йәки дөгө ярмаһы һалып, (элегерәк ярма ҡулланылмаған), эсәккә тултыралар. Эсәктең осон ныҡ итеп бәйләйҙәр. Ләкин ҡатнашма тығыз итеп тултырылмай. Дөгөнөң бешкәндә