икмәк тешләтәләр. "Барған юлың яҡты, ниәтең яҡшы, тамағың туҡ" булһын, тигән мәғәнә һалынған был йолаға.
Башҡорттарҙа һөттән ниндәй милли ризыҡтар әҙерләнә һуң? Шуларҙы барлап үтәйек. Әйтергә кәрәк, был ашамлыҡтар туҡлыҡлы ла, витаминдарға ла бик бай.
Ҡатыҡ - башҡорттарҙың һәр урында ла киң файҙаланылған һәм яратып ҡабул ителгән хөрмәтле ризығы. Ул былай әҙерләнә: һөттө талғын утта ҡайнатаһың. Ҡайнап сыҡҡас, һыуытырға ҡуяһың. Яңы һауған һөт кимәленә еткәс, ойотҡо (алдараҡ әҙерләнгән, әсеп барған ҡатыҡ өлөшө, 1-2 стакан самаһы) һалаһың да йылы ергә ултыртаһың. Ойоп сыҡҡас та, өҫкә ҡалҡҡан һыуын ала биреп, һалҡынға (иң яҡшыһы базға) ҡуяһың. Шул саҡта ҡатыҡ бауырланып тора, тәме лә үҙенсәлекле була. Ҡар базы, йәғни ҡара тупраҡ артыҡ еҫтәрҙе һурып ала, татлы ер еҫе индерә. Ундай ҡатыҡтың эркете лә ҡуйы, ҡорото ла йомшаҡ һәм тәмле була.
Ҡатыҡ - көндәлек ризыҡ. Уны озаҡ һаҡлап булмай, 2- 3 көндән ул әсей, күбей башлай. Әммә был күренеш ризыҡтың юҡҡа сығыуын аңлатмай. Аҡыллы башҡорт ҡатын-ҡыззары әсегән ҡатыҡты бер һауытҡа (мискәгә) йыйып, тағы ла бер нисә көн әсетеп, эркет яһағандар. Күпереп әсегән ҡатыҡ (эркет) йәнә бер ҡәҙерле һәм ҡиммәтле ризыҡ - ҡорот яһау өсөн ҡулланылған. Ул былай әҙерләнгән: эркетте талғын ғына утта ҡайнаталар. Ҡайнатҡан саҡта озон һаплы ижау менән өзлөкһөз һапырып, төйөрөн язып, ташып китергә юл ҡуймай торорға кәрәк. Ҡапыл ҡайнатырға ярамай, эреп китеүе ихтимал. Ул саҡта ҡорот килеп сыҡмай. Даими рәүештә